«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ХӘБӘР ҺОРАҺАҢ БАЛАНАН ҺОРА
+  - 


"Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ, уға ни яҙһаң, шул була..." тигән һүҙҙәрҙе кем әйткәндер, мин был һүҙҙәрҙең хаҡлығын, барыбер, шик аҫтына алып ҡарайым. Социализм юлына аяҡ баҫҡан ил менән Шариковтар идара итергә маташҡан совет дәүеренең тәүге осоронда әйтелгәндер был һүҙбәйләнеш. Мең төрлө холоҡ-фиғелле, мең төрлө лөғәтле халыҡтарҙан бер төрлөнө әүәләргә тырышыусылар уйлап сығарғандыр, күрәһең, был девизды. Улар бының менән һәр кешенең аңына бер үк программаны яҙып, манҡорт эшләүҙе маҡсат итеп ҡуйғандыр. Нимә генә тимә, бер яҡтан ҡарағанда, әҙәм балаһы үҙ тәҡдире менән донъяға тыуа, икенсенән, уның булмышы яралған сағында уҡ ҡанына яҙыла. Ата-әсәнең, тәрбиәселәрҙең бурысы уның ана шул ҡанына яҙылғанды уҡый белеүгә һәм шул йүнәлештә тәрбиә эше алып барыуға ҡайтып ҡалалыр ул. Беҙҙең халыҡта иһә, "Хәбәр һораһаң, баланан һора", тип әйтәләр. Ни өсөн баланан һорарға һуң? Ә ни өсөн тормош тәжрибәһе туплаған күпте күргән, күпте белгән оло кешенән түгел? Шул һорауға яуап эҙләп ҡарайыҡ.

Византия императоры кәйеф-сафа ҡороп ғүмер иткән һәм бер мәл ауыр сиргә тарып, үлем түшәгенә ятҡан. Уны төрлө илдәрҙең иң оҫта һәм тәжрибәле табиптарына күрһәтеп ҡарағандар, әммә уларҙың береһе лә империя хакимына ярҙам итә алмаған. Шунан һуң императорҙың ярҙамсылары даны бар донъяға таралған шәреҡ философы һәм дин белгесе Әл-Ғазалиға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған. Әл-Ғазали Константинополға үҙе килә алмаған, урынына мөрите Арифты ебәргән. Ариф килеп төшөү менән шундуҡ императорға ниндәй дарыуҙар биреүҙәре, ниндәй ысулдар ҡулланыуы хаҡында һораған. Ауырыуҙы ҡарағандан һуң Ариф кисекмәҫтән һарайға императорҙың яҡындарын һәм ярандарын саҡырырға ҡушып, сиргә һабышыусыны һауыҡтырыр ысулды тик улар йыйылғас ҡына әйтәсәге хаҡында белдергән. Барыһы ла һарайға йыйылған һәм Ариф уларға:
- Императорығыҙ үлем алдында, ул тик ете йәшкә тиклемге йөҙ баланың ҡанында һыу инһә генә был сиренән ҡотолоп аяҡҡа баҫа аласаҡ, - тигән һүҙҙәр әйткән. Был һүҙҙәр һарайға йыйылыусыларға аяҙ көндө йәшен атҡандай тәьҫир иткән. Әммә императорҙың ғүмерен ниндәй юл менән булһа ла һаҡлап алып ҡалырға теләүсе яҡындары һәм ярандары Ариф тәҡдим иткән ысулды ҡулланырға ҡарар иткән.
Ете йәшкә тиклемге балаларҙы императорҙың ғүмере хаҡына ҡорбан итер өсөн килтерергә тигән фарман ил буйынса ебәрелгән. Фарман тиҙ арала үтәлгән һәм йөҙ баланы Константинополға алып килеп, иртәгеһен Арифтың әйткәнен үтәргә тип, бер бүлмәгә бикләп тә ҡуйғандар. Ә императорҙың намыҫы ҡуҙғалып, тәрән уйға ҡалған: үҙенең ғүмерен ҡотҡарыр өсөн йөҙ баланың ғүмерен ҡыйырға хаҡы бармы һуң уның? Ул төндө император керпек тә ҡаҡмайынса, Алла исеменә доға уҡып сыҡҡан һәм таңда шундай ҡарарға килгән: ғәйепһеҙ йәндәрҙе ҡыйғансы, ул үҙе донъялыҡтан китәсәк. Император шундай ҡарарға килеүе булған, хәле арыулана барыуын тойған һәм бер нисә көндән һуң бөтөнләй һауығып, аяғына баҫҡан. Ҡорбан ҡылырға килтерелгән балаларға оло хөрмәт күрһәтеп, өйҙәренә ҡайтарғандар. Батшаларының һауығып, тормошҡа кире ҡайтыуын күреп ҡыуаныусылар Арифтан быға нисек өлгәшеүе хаҡында һорашҡас, Әл-Ғазали шәкерте уларға: - Ул бер кемгә лә, бер нәмәгә лә, хатта Аллаһы Тәғәләгә лә ышанмағаны өсөн ауырыған. Әле килеп Аллаһы Тәғәләне үҙенең күңеленә ҡабул иткәне өсөн һауығып аяғына баҫты, - тип яуап биргән Ариф.
Донъяла баланы шатландырыуҙан да сауаплыраҡ ғәмәл юҡ, тиҙәр ололар. Был хаҡта минең яҙғаным булды: бала сағыбыҙҙа ауылыбыҙға килеүсе исемдәре Диуана, Шаһишәрип, ҡушаматы "Һуҡыр суфый" тигән берәҙәк Хоҙай бәндәләрен уратып алып үсекләп, кәзекләп маташа инек. Ә улар беҙгә һәр ваҡыт кәнфит ырғытты. Ергә һибелгән тәм-томдо шатланып ҡулыбыҙға алып ҡаба торғайныҡ. Әлбиттә, ул саҡта был берәҙәктәрҙең беҙҙе, балаларҙы, ҡыуандырып, үҙҙәренә сауап алырға ниәтләнгәнен аңламаныҡ шул.
Әйткәндәй, ергә кәнфит, ваҡ аҡса һибеү йолаһы беҙҙең халыҡ йолаһында бар: кейәү кеше кәләшен үҙ йортона алып китер саҡта ергә кәнфит, аҡса һибә, тимәк, балаларҙы ҡыуандырып, сауап ала. Диндәр барлыҡҡа килгәнгә тиклемге боронғо дәүерҙәрҙә ҡайһы бер халыҡтарҙа балаға хатта алла итеп ҡарау ҙа булған. Һуңғыраҡ дәүерҙәрҙә был ҡараш, мәҫәлән, ҡытайҙарҙа йола рәүешендә булһа ла һаҡланып йәшәгән. Шулай уҡ ауыр сиргә тарыған кеше янына сабыйҙы алып килеп, уның ғүмере-юҡмы икәнлеген белеү ҙә шул уҡ йоланың бер сағылышы булғандыр, күрәһең. Ә императорҙың һауығыуына килгәндә, сиргә тарыусы балаларҙы ҡыуандырып ҡына ҡалмаған, уларға ғүмер бүләк итеп, Хоҙайҙың рәхмәтенә тарып, Уның мәрхәмәте, шифаһы ярҙамында үлемесле сиренән ҡотолған
"Хәбәр һораһаң, баланан һора" тигән әйтемде ошо күренештәргә бәйләп тә аңлатырға була бит. Нимә генә тимә, әле тормоштоң ауырлыҡтарын, ҡаршылыҡтарын, ҡатмарлыҡтарын татымаған, алдашырға, хәйләләшергә өйрәнмәгән бала күңелендә нимә бар, шуны әйтә инде ул. Нимә генә тимә, ниндәй генә булмаһын, баланың күңелендә хәҡиҡәт йәшәй. Хәҡиҡәттең нигеҙендә дөрөҫлөҡ, хаҡлыҡ ятып, Хоҙайҙың бер синонимы Хаҡ Тәғәлә икән, баланың күңелендәгене лә таныуы ауыр түгел. Шуға күрә лә боронғолар баланы Хоҙай итеп күргәндәрҙер ҙә. Тимәк, белергә теләгән хәбәрен һорап, балаға мөрәжәғәт итеүсе бының менән Хаҡ Тәғәләгә мөрәжәғәт иткәндәй булғандыр.
Халыҡ араһында шундай бер лаҡап йөрөй. Имеш, бер ауылда тәртип һаҡсылары өйҙән-өйгә йөрөп, бал ҡойоусыларҙы, сәмиғулла ҡыуыусыларҙы аңдый икән. Сираттағы бер өйгә барып инһәләр, йорт хужалары эштә булып, тик балалары ғына ҡалған икән. Тәртип һаҡсылары уларҙың ата-әсәһенең ҡайҙалығын һорашҡас, бер бала: "Атайым менән әсәйем эштә, тик улар мейес артында ултырған балды һеҙгә әйтмәҫкә ҡушты", - тип яуап биргән, имеш. Әлбиттә, һүҙ был булған хәлдәме, лаҡаптамы йәшерелгән бал тураһында барһа ла, нигеҙендә уның һис алдаша белмәгән баланың асыҡ күңеле, сафлығы, ихласлығы, эскерһеҙлеге ята. Ә был асыҡ күңеллелек, сафлыҡ, ихласлыҡ, эскерһеҙлек сифаттары Хаҡ Тәғәлә тарафынан әҙәм балаһының иң күркәм, иң самими, иң сауаплы сифаттары итеп ҡабул ителә. Һүҙемде шағир Рәйес Түләктең бер шиғыры менән тамамлағым килә:
Бала тыуа. Һәм асыла офоҡ
Тәҙрә уйымынан.
Офоҡ уны бүлә бар уйынан,
Бүлә уйынынан.
Офоҡтарҙан китә ул офоҡҡа,
Донъя буйлап китә.
Ҡай тарафты һайламаһын, яҙмыш
Бер үк ергә илтә.
...Бына кеше ята. Бар офоғо
Тәҙрә уйымындай.
Һәм ҡоршала офоҡ... Эй был тормош
Бала уйынындай.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 25 сентябрь – 1 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru