
Башҡортостан күге лә хәҙер тыныс түгел. Йыш ҡына "БПЛА хәүефе иғлан ителде" тигән СМС-хәбәр килә телефоныбыҙға. Үткән аҙнала баш ҡалабыҙҙың сәнәғәт зонаһы ике тапҡыр һауа һөжүме кисерҙе. Хәлдең ошолай киҫкенләшә барыуына бәйле быйыл йәй Хәрби армия резервының республика отряды (Боевой армейский резерв страны - БАРС) ойошторолдо.
БАРС составында отрядтың мобиль ут төркөмдәре (МОГ) эшләй. Яугирҙар нефть эшкәртеү предприятиеларын ғына түгел, ә төбәк өсөн стратегик әһәмиәткә эйә булған башҡа объекттарҙы ла һаҡлай.
"Республика халҡына, тыуған төйәгебеҙ һағына һәр кем баҫа ала, тип мөрәжәғәт итергә теләйем. Бының өсөн һеҙгә МХО зонаһына барырға ла кәрәкмәй. Һеҙҙең көсөгөҙ, оҫталығығыҙ һәм белемегеҙ бында - Башҡортостанда ла кәрәк", - тине БАРС отрядында хеҙмәт үҙенсәлектәренә ҡағылып, Хәрби армия резервының республика отряды командиры Тимофей Присяжнюк.
БАРС-тың эше тураһында күптәр хәбәрҙар, шулай ҙа һорауҙар ҙа тыуа. Иң ҡыҙыҡһындырғаны - Рәсәй Оборона министрлығы менән төҙөлгән контракт нигеҙендә кешене Махсус хәрби операция зонаһына ебәреүҙәре ихтималмы?
Тимофей Присяжнюк билдәләүенсә, БАРС сафында хеҙмәт Башҡортостан биләмәһендә үтә. Был турала контракт шарттарында аныҡ яҙыла. Контракт өс йылға төҙөлә. Отрядта хәрби бурыс үтәү ваҡыты йылына алты айҙан артыҡ булырға тейеш түгел. Йәғни ике ай хеҙмәт иткәс, кеше ике айға төп эш урынына кире ҡайта.
Хеҙмәт ваҡытында республика бюджетынан тәүлегенә ике мең һум өҫтәп түләнә. Төп эш хаҡы ла һаҡлана. Резервистар хәрби дәрәжәһенә һәм вазифаһына ҡарап, ай һайын сборҙарҙа булмағанда - 2 967 - 7 316 һум, сборҙар ваҡытында 24 720 - 60 967 һум аҡса ала. Бәреп төшөрөлгән һәр дрон өсөн айырым премия яҙыла.
Отрядҡа хәрби хеҙмәт үткән 52 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙе алалар. БПЛА менән идара итә белгәндәргә һәм һунарсы тәжрибәһе булғандарға өҫтөнлөк бирелә. Әлбиттә, һәр кандидат медицина комиссияһын үтергә тейеш.
Тикшереү үткән һәм яраҡлы тип табылғандар Ырымбур өлкәһендәге йәки Башҡортостандағы Үҙәк хәрби округ полигондарында әҙерлек үтә. Программа уҡсылар әҙерлеген, пилотһыҙ системаларға ҡаршы тороу сараларын үҙләштереүҙе, тактик медицинаны һәм һуғыштың төп күнекмәләрен үҙ эсенә ала. Дәрестәр көндөҙ ҙә, төндә лә алып барыла, күнекмәләр реаль шарттарға мөмкин тиклем яраҡлаштырылған.
Контракт төҙөү мәсьәләләре тураһында йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатта йәки 8-987-25-36-530 телефоны аша белешергә мөмкин.
Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2 - 8 октябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|