
Рәсәй Президенты Владимир Путин 23 сентябрҙә Хөкүмәт кәңәшмәһендә илдә булып үткән һайлауҙар һөҙөмтәһен юғары баһалап, был бөтөн халыҡ кампанияһында рәсәйҙәрҙең әүҙемлеге Махсус хәрби операцияла еңеүгә ышаныс менән бәйле, тине. Был иһә илдең артабанғы курсын билдәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Һайлау һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, дәүләт башлығы илде нығытыуға йүнәлтелгән сәйәсәттең халыҡ тарафынан хупланыуын билдәләне һәм Рәсәй граждандарына рәхмәтен белдерҙе. "Үҙ алдыбыҙға Махсус хәрби операция сиктәрендә ҡуйған бөтөн маҡсаттарҙың да бойомға ашырылыуына шикләнмәйем", - тине ул МХО-ла ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп һәм халыҡтың яугирҙарыбыҙ ҡаһарманлығына, тоғролоғона, РФ Ҡораллы Көстәренең еңеүенә ышаныуҙары хаҡында әйтте.
Президенттың һүҙҙәрен хуплағандай, "Төньяҡ" хәрби төркөм яугирҙары Харьков өлкәһенең - Петропавловка һәм Лозовая, Сумы өлкәһенең Марьина тораҡ пункттарын үҙ контроленә алыуҙары хаҡында хәбәр итте. Британияның The Guardian гәзите хәбәр итеүенсә, "Украина Рәсәйҙең юғары тиҙлектәге "Герань-5" реактив дрондары, баллистик һәм ҡанатлы ракеталар һөжүмен кире ҡағыуҙа, шулай уҡ танкыларға ҡаршы Patriot ракеталары етешмәүҙә етди ҡыйынлыҡтар кисерә. "Financial Times" гәзите яҙып сығыуынса, Украина конфликтында Рәсәйҙең "Герань-4", "Герань-5" дрондарының реактив версиялары пилотһыҙ аппараттар ҡулланыу үҙенсәлеген тамырынан үҙгәртте, сөнки, мәҫәлән, "Герань-5" аппараты сәғәтенә 600 км тиҙлектә оса ала һәм төҙөлөшө буйынса ҡанатлы ракетаға яҡын. Был яңы дрондарҙың тиҙлеге һәм элеккеләренән күпкә бейегерәк осоуы ПВО көрсөгө кисереүсе дошманға уларҙы сәпкә эләктереүҙе күпкә ҡыйынлаштыра.
Шуға ҡарамаҫтан, Украина Ҡораллы көстәре Рәсәй территорияһына дрондар атакаһын көсәйтә генә бара. Мәҫәлән, 26 сентябрь, шәмбегә ҡарай төндә, беҙҙең һауа һөжүменә ҡаршы көстәр самолет рәүешендәге 645 украин дронын бәреп төшөрҙө; һәләк булыусылар, зыян күреүселәр бар, тип хәбәр итте РФ Оборона министрлығы. Ә бына киләһе хәбәр күпкә ҡурҡынысыраҡ, тип яҙа News.ru хәбәрсеһе Егор Зверев. Хәбәрҙар сығанаҡтар күҙәтеүенсә, Чернобыль районында Украина Ҡораллы көстәренең йәнләнеүе һәм тупланыуы күренә: атом электр станцияһы районына боеприпастар ташыла, һалдаттар килтерелә.
Киев режимы башлығы тағы ла ниндәй хаслыҡ ҡылырға йыйына? Әгәр ҙә Зеленский шул дәрәжәлә аҡылын юйған икән, Польша менән Белоруссияға һағыраҡ булырға тура киләсәк, тип хәбәр итә билдәле подпольщик Сергей Лебедев. Шуныһы ла бар: Украина Starlink элемтәнән мәхрүм ителде - Рәсәй армияһы украин махсус хеҙмәттәре һәм хәрбиҙәре менән бәйле дата-үҙәк, йәғни мәғлүмәттәр эшкәртеүсе сервер һәр телекоммуникация комплексына төбәп ут асты. Был үҙәк мобиль интернет эшен тәьмин иткән һәм ВСУ мәнфәғәтендә Starlink спутник бәйләнешен булдырған. Бынан тыш, мәғлүмәттәр эшкәртеүсе New-Telco һәм United DC үҙәктәренә лә һөжүм ителде, тип белдерҙе РФ Оборона министрлығы. Өҫтәүенә, беҙҙең ҡораллы көстәр тарафынан тауыш тиҙлегенән шәберәк "Циркон" ракеталары эшкә ҡушылды. Был, бәлки, дошман дрондарына юлды бикләмәһә лә, уларҙың әүҙемлеген баҫа төшмәҫме, тип өмөтләнә комментарий яҙыусылар.
Донъя баҙарында дизель яғыулығы ҡытлығы һәм уға хаҡ артыу сәбәпле, АҠШ лидеры Дональд Трамп Зеленскийға Рәсәй нефть эшкәртеү заводтарына һөжүмде "кәметеүҙе һораған". Бына нисек һөйләшәләр хәҙер экс-комик менән. Әйткәндәй, Евросоюз Украинаны, Черногорияны, Молдованы һәм Албанияны Евроблокка алыу мәсьәләһен ҡарай.
Мәғлүм булыуынса, үткән аҙнала Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин АҠШ-та рәсми визит менән булды. Сәйәси күҙәтеүселәр билдәләүенсә, ҠХР лидерының АҠШ президенты Дональд Трамп менән осрашыуы "әллә ни сенсация яһаманы". Төп һөҙөмтә шунан ғибәрәт булды: сауҙа килешеүен 10 ғинуарға тиклем оҙайтыуға һәм тарифтарҙы үҙ-ара 30 млрд долларға кәметеүгә өлгәшелде. АҠШ-тың финанс министры фекеренсә, был Вашингтон менән Пекинға иҡтисади хеҙмәттәшлектең киләсәген күҙаллау мөмкинлеге бирәсәк. Уның ҡарауы, яһалма интеллект үҫеше мәсьәләһендә үҙ-ара аңлашыуға киленмәне. АҠШ президенты технологияны камиллаштырыуҙы тоҡарлауға ҡаршы булһа, ҠХР башлығы был өлкәлә билдәле бер сикләүҙәр индереү яғында. Бынан тыш, Трамп Цзиньпинды америка ҡоралын һатып алырға ҡыҫтаған, тик быға Си иптәштең яуабы билдәһеҙ. Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, Трамп Ҡытайҙың юғары ҡунағын үҙенә тиң сәйәси лидер булараҡ ҙур ихтирам менән ҡаршыланы һәм был ҠХР-ҙың донъя аренаһында мөһим урын алып тороуын раҫланы. Белгестәр әйтеүенсә, Вашингтон һөйләшеүҙәренә һығымта яһарға иртәрәк булһа ла, ике арала ҡайһы бер һорауҙарҙың асыҡ ҡала килеүе һиҙелә. Мәҫәлән, шул уҡ яһалма интеллекттың милли хәүефһеҙлек өлкәһенә янаусы мәсьәләләре буйынса. "ЯИ һәр ваҡыт кеше контролендә һәм кешеләр именлеге хаҡына эшләһен өсөн беҙҙең мөмкинлектәр ҙә, яуаплылыҡ та бар", - тине Си Цзиньпин.
Әйткәндәй, Швейцарияның Neue Zurcer Zeitung мәғлүмәт баҫмаһы аналитигы Катрин Бюхенбахер фекеренсә, Американың бәхәсһеҙ лидерлыҡ эпохаһы ахырына яҡынлаша. АҠШ-ты донъяның төп державаһы статусынан яҙҙырыу маҡсатында Ҡытай бик күп эшләне һәм уңышҡа өлгәште. Ҡытай ғәйәт ҙур сәнәғәт потенциалына ғына түгел, хәрби ҡеүәткә лә эйә. Был ил Көньяҡ Корея, Япония, Германия һәм Ҡушма Штаттар берлектә етештергән тиклемде бер үҙе етештерә. Икенсенән, Ҡытай алдынғы технологиялар өлкәһендә лә Американан ҡалышмай. Ә шулай ҙа эксперттар күҙәтеүенсә, АҠШ донъяла төп финанс державаһы булараҡ та, ҙур нефть һәм тәбиғи газ запастарына эйә булыуы һәм хәрби өлкәлә өҫтөнлөгө менән дә алдыра. Шунлыҡтан Вашингтонға йылдан-йыл, бер президенттан икенсеһенә күсә барып, донъяла традицион партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен боҙоуы бер ни тормай. Ҡытай ҙа тик ултырмай: ул Азияның башҡа илдәренә америка демократияһының ысын йөҙөн асып биреү өсөн бөтәһен дә эшләй. Ошо көстәр тигеҙлеген һаҡлап, Си Цзиньпиндың, Ҡытай менән АҠШ көндәштәр түгел, ә партнерҙар булырға тейеш, тигән ҡанатлы һүҙҙәре ике ил саммитының үҙенсәлеген күрһәтте лә инде.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2 - 8 октябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА