«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфөбөҙҙәге был көндәрҙә яңыртыуҙан һуң ҡабаттан ҡапҡаларын асасаҡ Ленин паркы тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

"ҠУРАЙ" КАБИНЕТЫ АСЫЛДЫ
+  - 

Республика байрамы алдынан Өфөнөң Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейында "Ҡурай" кабинеты асылыуға арналған матур тантана булды.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән булдырылған һәм йыл һайын 10 октябрҙә билдәләнгән Ҡурай көнөнә арналған был сараға абруйлы ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны. Лицей директоры Шәмсулла Хәбибрахманов тантанала ҡатнашыусыларҙы заманса күргәҙмә материалдар, стендтар менән йыһазландырылған "Ҡурай" кабинеты менән таныштырҙы. "Кабинет уҡыусыларыбыҙға башҡорт музыка мәҙәниәтен өйрәнеү өсөн үҙенсәлекле бер майҙан буласаҡ, тип уйланыҡ, - тип һөйләне Шәмсулла Хәбибулла улы.- Бында ҡурай өсөн йырҙар һәм башҡорт көйҙәрен тыңлау өсөн QR-кодтар бар, шуға күрә уҡыусылар төрлө музыкаль әҫәрҙәр менән таныша аласаҡ. Билдәле ҡурайсылар тураһындағы күргәҙмә стендтарында күренекле башҡорт музыканттары, уларҙың тормошо һәм ижады тураһында мәғлүмәттәр тәҡдим ителгән. Был уҡыусыларға башҡорт музыка мәҙәниәтенең тарихын һәм үҫешен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итәсәк, тигән ышанысыбыҙ бар". 136-сы Башҡорт лицейында бындай кабинеттар берәү генә түгел. Бында ҡурай, баян һәм скрипка буйынса дәрестәр алып барылыусы музыкаль кластар байтаҡтан эшләй. 2023 йылда Этномәҙәни күргәҙмә залы, 2024 йылда "Лицей тауышы" медиастудияһы һәм һынлы сәнғәт студияһы булдырылды. "Башҡорт йорто" музейы һәм лицей музейы уңышлы эшләй. Күптән түгел "Урал батыр" кабинеты асылды. Лицейҙа "Урал" этно-төркөмө, "Сулпан" халыҡ бейеүҙәре ансамбле, "Аҡсарлаҡ" вокаль ансамбле, ҡурайсылар ансамбле һәм "Шоңҡар" инструменталь-вокаль ансамбле ойошторолған һәм улар даими рәүештә ҡала һәм республика сараларында сығыш яһай, төрлө музыкаль һәм мәҙәни конкурстарҙа призлы урындар яулай икән, тимәк, бында ошондай майҙандарҙың да тәрбиәүи роль уйнауы бәхәсһеҙ. Әлеге сарала ҡатнашыусылар ҙа лицей коридорҙары буйлап экскурсия ваҡытында аҙым һайын бер ансамблдең ҡаршы алып, сығыш яһап оҙатыуына һоҡланды.
- 136-сы лицей һәр ваҡыт башҡаларға матур өлгө күрһәтте, - тине Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Э. Айытҡолова. - Ғөмүмән, халҡыбыҙ мәҙәниәте буйынса дәүләт кимәлендә ҡабул ителгән ҡарарҙарға ярашлы темалар сағылыш таба был мәғариф учреждениеһы стеналарында һәм кабинеттарында. Беҙ бында Урал батырға арналған плакаттарҙы күрҙек - беләһегеҙ, республика Башлығы указы менән йыл һайын 8 июндә "Урал батыр" эпосы көнө билдәләнә. Бөгөнгө "Ҡурай" кабинетын ойоштороуға ла бик ҙур интеллектуаль хеҙмәт һалынған. Кабинетты йыһазландырыу, ундағы һәр тема буйынса техник ҡарарҙар табыу - былар барыһы ла иң беренсе сиратта балаларға ҡыҙыҡлы булһын өсөн эшләнгән. Бөгөн беҙ был лицейҙа уҡыусыларҙың юғарыла әйтелгән темаларға йәлеп ителеүен, уларҙың туған телдә һөйләшеүен, бейеүен, йырлауын күрҙек. Бында, ысынлап та, үҙ туған телен, тыуған республикаһын яратҡан кешене тәрбиәләгән мөхит булдырылғанын тойҙоҡ.
Сара сиктәрендә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы, республика власть органдары, урындағы үҙидара, белем биреү учреждениелары, йәмәғәтселәр вәкилдәре ҡатнашлығында " Өфө мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеүҙе үҫтереү ресурсы булараҡ йәмәғәт инициативаһы" тигән темаға милли белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

"Киске Өфө" гәзите, №40, 9 - 15 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.10.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru