«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфөбөҙҙәге был көндәрҙә яңыртыуҙан һуң ҡабаттан ҡапҡаларын асасаҡ Ленин паркы тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҺӨНӘРҘЕҢ ҠУЛЛАНЫУ ДАИРӘҺЕ КИҢ
+  - 

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренән тыш, бөгөн һуғыш яланын күҙ алдына килтереп булмай, ти республика Башлығының РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин. Махсус хәрби операция зонаһында БПЛА подразделениеларға тактик өҫтөнлөк бирә, разведка алып барыу һәм һөжүм итеүҙең төп ҡоралы булып тора. Нимәһе бигерәк тә мөһим: һалдаттар ғүмерен һаҡлауҙа алыштырғыһыҙ сара ул.

БПЛА подразделениеларында төп эште операторҙар һәм техниканы хеҙмәтләндереү буйынса белгестәр башҡара. Уларҙан тыш, дрондар өсөн зарядтар әҙерләгән саперҙар, водителдар һәм башҡа һөнәр эйәләре лә хеҙмәт итә.
БПЛА расчеты, ғәҙәттә, ике кешенән тора. Береһе бәйләнеш һәм техник мәсьәләләр өсөн яуап бирһә, икенсеһе туранан-тура дрон менән идара итә. Уларҙы алғы һыҙыҡта "һуғыш Аллалары" тип атайҙар, сөнки пилотһыҙ осоу аппараттары колонналарҙы оҙатып, хәрби транспорттың хәүефһеҙлеген тәмьин итә, разведка алып бара, утты корректорлай. FPV-дрондар - үҙҙәре осоусы бомба. Билдәләнгән сәпкә барып етһен өсөн дә операторҙан оҫталыҡ, таһыллыҡ талап ителә.
"Дроноводтар подразделениеларына булдыҡлы ир-егеттәр яҙыла, уларҙы фронтта көтөп алалар. Әлбиттә, бер теләк кенә аҙ, ниндәйҙер әҙерлек тә кәрәк. Мәҫәлән, урында ориентирҙар буйынса хәрәкәт итә йәки микросхемаларҙы иретеп йәбештерә белеү бик мөһим. Әммә контрактсы Махсус хәрби операция зонаһында БПЛА операторы булып хеҙмәт итергә ныҡлы ҡарар ҡабул иткән икән, уны барыһына ла өйрәтәсәктәр. Уҡыу теүәл бер ай, көнө-төнө, тиерлек, дауам итә. Ул теорияны ла, практик уҡыуҙарҙы ла үҙ эсенә ала", - ти офицер.
Шуны ла өҫтәргә кәрәк: белгестәр фекеренсә, хеҙмәтте тамамлағандан һуң БПЛА операторы тыныс тормошта ла үҙ урынын табасаҡ. Сөнки бөгөн пилотһыҙ осоу аппараттары бөтә өлкәләрҙә лә киң ҡулланыла. Ауыл хужалығы, геодезия, геология тармаҡтары, төрлө йүнәлешле хеҙмәтләндереү өлкәләре был йәһәттән алда бара.
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә хеҙмәткә ингән граждандар менән контракт бер йылға төҙөлә. РФ Оборона министрлығы хәрби хеҙмәткәрҙе контракт ваҡыты тамамланғандан һуң хеҙмәттән ҡайтара. Был тәртип РФ Президенты указдары менән регламентлана. Хеҙмәткәр башҡа подразделениеларға һәм ғәскәрҙәр төрөнә үҙенең шәхси ризалығынан тыш күсерелергә тейеш түгел.
БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында тулы мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса алырға мөмкин.

Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 9 - 15 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.10.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru