
Әбейҙәр сыуағының йылы, иркә ҡояшлы һуңғы көндәре лә үтеп китте. Урамда - сираттағы октябрь айы. Ялҡытҡыс ваҡ ямғырлы, һалҡыныраҡ, ҡараңғы тиҙ төшә торған миҙгел тиҙерәк үтһен дә, күңелдәрҙе сафландыра торған аҡ ҡыш етһен ине, тип хисләнеп йөрөгән саҡ хәҙер. Әммә бынан 36 йыл элек беҙ ошондай уҡ октябрь айында бик күптәребеҙҙең йөрәктәрен елкендергән, киләсәккә яҡты өмөттәр уятҡан сәйәси ваҡиғаның шаһиты булдыҡ. Аң-зиһенебеҙгә ятыраҡ тойолған "суверенитет" һүҙе менән килеп инде уның шаңдауы. Хәҙер ошо термин онотолоп та бара, әммә уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, СССР тип аталған оло держава сәйәси-иҡтисади ҡыйралыш кисергән үтә ҡатмарлы шарттарҙа, милли төбәктең суверенитетын иғлан итеүҙе, йәғни республикабыҙҙың үҙаллылыҡҡа, үҙ ерлегебеҙҙә ҡабул ителгән закондарға ярашлы йәшәргә хоҡуҡлы икәнен бар илгә белдереүҙе ул саҡтағы етәкселәребеҙҙең хәл иткес сәйәси ҡарар ҡабул итеүе тип таныу фарыз.
Әйткәндәй, 70 йылдан ашыу Башҡортостан РСФСР составындағы автономиялы республика тип йөрөтөлһә, 1990 йылдың 11 октябренән ул Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы исемен алды. Атамала автономия һүҙенең төшөрөп ҡалдырылыуы республикабыҙҙың сәйәси статусын союздаш республикалар кимәленә күтәрергә ынтылыуҙы үҙенән үҙе күрһәтеп тора. Нисек кенә булмаһын, әле һүҙ барған сәйәси декларация, республикабыҙҙың иҡтисади ресурстары менән бер рәттән, уның кешелек потенциалын ҙур юғалтыуҙарһыҙ һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирҙе. Быны Башҡортостандың үҙенсәлекле дәүләтселегенең тәрән тарихи тамырҙары булыуы менән дә бәйләп була.
Ысынбарлыҡта халҡыбыҙ бик күптән үткән замандарҙан бирле үҙаллы, үҙ ҡанундарына ярашлы көн итә алыусы ҡәүемдәрҙең береһе булып танылған. Әлбиттә, бер халыҡ та, икенсе бер халыҡтарҙан тулыһынса айырымланып, башҡалар менән бер ниндәй бәйләнешһеҙ халәттә йәшәй алмай. Башҡорттар, үҙ биләмәләренә яҡыныраҡ географик зоналарҙа йәшәгән ҡәүемдәрҙән башҡа, Себер, Алтай, Урта Азия, Кавказ, Иҙел-Волга йылғаһының ике яҡ яры буйҙары халыҡтары тураһында хәбәрҙар булып, улар менән сәйәси һәм сауҙа бәйләнештәрен булдырған. Әгәр ҙә ки шулай булмаһа, иртә урта быуаттарҙа уҡ Башҡорт иленән үтә алыҫ ятҡан Мысырҙа, Ғәрәп хәлифәтендә, Ҡара диңгеҙ буйҙарында, Кавказ, Рум-Рим тарафтарында, Испанияла, Дунай ярҙарында, Паннония тип аталған ерҙә көн иткән һунғар-венгрҙар илендә, башҡа бик күп дәүләтле илдәрҙә йәшәгән халыҡтар башҡорттар тураһында мәғлүмәтле булмаҫ ине.
Урта быуат сәйәхәтселәре, иң элгәре уҡымышлы ғәрәптәр, боронғо ата-бабаларыбыҙҙың үҙҙәре биләгән ерҙәрендә йәшәүе, уларҙың көнитмеше, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында үҙ яҙмаларында билдәле бер мәғлүмәттәр теркәп ҡалдырған. Боронғо грек географтары Марин де Тир (I быуат), Клавдий Птолемей (II б.), Ҡытайҙарҙың Сун династияһының генеалогик тарихында (VII б.), ғәрәп хәлифәте илселеге сәркәтибе Ибн Фаҙлан (922 йыл), ғәрәп тарихсыһы Мәсғүди (X б.), фарсы ғалимдары Истаһри (X б.), Гардизи (XI б.), филолог Мәхмүт Ҡашғари (1075 йыл), географ Шәриф Әл-Иҙриси (XII б.), сәйәхәтсе, географ Әбү Хәмит Әл-Андалузи (XII б.), тарихсы, географ һәм филолог Яҡут Хәмәүи (XIII б.), Рим Папаһы илсеһе Плано Карпини (1243 йыл), венгр миссионеры Юлиан (XIII б.), Франция илсеһе Гильом де Рубрук (1253 й.), Зәкәриә Казвини (XIII б.) һ.б. ғалимдарҙың әҫәрҙәрендә башҡорт халҡы һәр даим айырым бер көслө ҡәүем сифатында телгә алына.
Уйғыр ғалимы Мәхмүт Ҡашғари йәшәгән ерҙәрҙән Көньяҡ Уралға тиклем әллә нисә мең саҡрым каруан юлдары ята, шуға ҡарамаҫтан, XI быуаттың күренекле филолог-энциклопедисы башҡорт халҡы хаҡында хәбәрҙар булып, уны төп 20 төрки ҡәүемдәре иҫәбенә индерә, уның ниндәй географик зонала йәшәүенә тиклем күрһәтеп бирә. Ә Ҡашғариҙан 150 йыл әүәлерәк Башҡорт иленең бер ҡырыйы аша Булгарға үтеп барған хәлиф Әл Мөҡтәдир илселеге сәркәтибе Ибн Фаҙлан был халыҡтан ныҡ ҡына ҡурҡыуҙары хаҡында яҙа, сөнки башҡорттар үҙ ерҙәренә рөхсәтһеҙ, үҙҙәренең ризалығынан башҡа бер кемде лә индермәгән. Тимәк, ысынбарлыҡта X быуат башында уҡ үҙаллы көн иткән, үҙ ерҙәрен ҡурсалап торған Башҡорт иле булған, һәм был тарихи фактты бер кем дә инҡар итә алмаҫ.
Шуныһы ла мәғлүм: башҡорттар башҡа ҡәүемдәр менән алыш-биреш кенә итмәгән, кәрәк саҡта үҙ мәнфәғәттәрен яҡлар өсөн улар менән союзға ингән, илбаҫарҙарға ҡаршы яу сапҡан. Итиль (Волга) ярҙары буйында формалашҡан Бөйөк Булгар иле (VIII - XIII б.б.) составында башҡорт ерҙәре лә була, Булгар хандарын башҡорттар үҙ хандары итеп таный. Әйтергә кәрәк, булгар ғәскәрҙәре сафтарында башҡа ҡәүемдәр вәкилдәре менән бергә башҡорт яугирҙары ла хеҙмәт итә.
Монгол яуҙарынан һуң ойошҡан Алтын Урҙаның Джучи улусына Башҡорт иле лә инә. "Дәфтәр-и Сыңғыҙнамә" дастанында башҡорт ырыуҙары бейҙәренең Сыңғыҙхандың үҙенән ер биләмәләрен, тамғаларын, орандарын, ырыу ағастарын һәм ҡоштарын алыуҙары хаҡында мәғлүмәт теркәлә. Быны Башҡорт иленең Монгол империяһы составында ла билдәле бер мөхтәриәткә (автономияға) эйә булыуын раҫлаусы дәлил итеп ҡарау фарыз.
1552 йылда Ҡаҙан ханлығын яулап алған батша Иван Грозный башҡорт халҡының Монгол ханлыҡтары осоронда билдәле бер кимәлдә автономиялы халәттә танылып йәшәүен белгән, тип раҫларға була, юғиһә, ул башҡорттарға һуғышһыҙ-ниһеҙ генә Мәскәү дәүләте подданлығына инеү тәҡдиме менән сыҡмаҫ ине. Бында, бәхәсһеҙ, башҡорт яугирлығының үҫешә барыусы ҙур дәүләт өсөн бик мөһим фактор булыуы ла иҫәпкә алынған. Һөҙөмтәлә Рәсәй составындағы Башҡорт иленә байтаҡ ҡына ташламалар бирелә, ә уларҙың иң әһәмиәтлеһе - күп милләтле илдә тик башҡорттарҙың ғына аҫабалыҡ хоҡуғы дәүләт закондары тарафынан нығытыла.
Алда бәйән ителгәндәрҙе XX быуат башында, Рәсәй империяһының түңкәрелеүе һәм ҡанлы граждандар һуғышы барышында, боронғо дәүләтселеге булған Башҡорт иленең яңы власть тарафынан автономиялы республика сифатында танылыуының нигеҙе итеп ҡарау раҫ.
Башҡортостан Республикаһы исемен йөрөтәбеҙ икән - халҡыбыҙҙың, әйтергә кәрәк, бер үк ваҡытта бында йәшәгән барса халыҡтарҙың да айырым дәүләтселек хоҡуғы бар. Шуға күрә уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, ҡатмарлы сәйәси шарттарҙа ҡабул ителгән яңы Рәсәй Конституцияһында ошо хоҡуҡ кире ҡаҡҡыһыҙ итеп теркәлеп ҡалдырылды. Яңы быуаттың беренсе сиреге лә төрлө иҡтисади, сәйәси тетрәнеүҙәрҙән азат булманы, әммә Рәсәй составында үҙ дәүләтселеген иғлан иткән республикабыҙҙың йәшәйеш потенциалы ҡеүәтле ул. Һәм беҙ бөгөн дә киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап йәшәйбеҙ.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 9 - 15 октябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА