
G7 ("Етәү төркөмө") - АҠШ, Германия, Япония, Британия, Франция илдәре 2024 йылдан алып Рәсәйҙең тотҡарландырылған активтары килеме иҫәбенән Киевҡа 50 млрд доллар кредит биргән, шуның 10,5 миллиарды - быйыл. Шулай итеп, Рәсәй активтары килеме иҫәбенә ҡаралған финанслау лимиты тотоноп бөтөрөлдө. Хәҙер иһә Евросоюз Рәсәй аҡсаһын урлауҙың яңы схемаһын уйлап сығарҙы.
2 октябрҙә, Les Echos гәзите хәбәр итеүенсә, Европа парламенты депутаттары Еврокомиссия вәкилдәренә Рәсәйҙең тотҡарландырылған активтарынан Украинаға 200 млрд евронан ашыу күсереү хаҡында башланғыс менән сыҡты. Был идеяны 122 сәйәсмән яҙма рәүештә хупланы. Улар, күрәһең, Бельгиялағы Euroclear үҙәк депозитарийында ятҡан был активтарҙың ниндәйҙер механизмдар аша күсерелеүенә өмөт итә. Бельгия властары Рәсәй активтарын законһыҙ рәүештә уғрыларса файҙаланыуға әлегә ҡаршы тороп килә, ләкин Евросоюз ҡыҫымын көсәйтә: ошо кондәрҙә үтәсәк Европа саммитында был мәсьәләгә ҡайтанан әйләнеп ҡайтырға иҫәпләй.
Сәйәсмән, Рәсәй Сәйәсәт фәндәре ассоциацияһының идара ағзаһы Владимир Шаповалов Ҡырым радиоһындағы әңгәмәһендә, ниһайәт, Европа, үҙенең эске иҡтисади проблемалары һиҙҙерә башлағанлыҡтанмы, Украинаға үҙ иҫәбенән финанс ярҙам бүлеү темпын әкренәйтә төштө, тип һөйләгәйне. Киевҡа ярҙамдан баш тартыуҙы Көнбайыш рәсми йәһәттән Украинала күҙәтелгән коррупцияға һылтанып аңлатасаҡ, ә ысынында иһә, бында башҡа төрлө сәбәптәр ҙә бар, ти сәйәсмән. Евросоюз (ЕС) 2026-2027 йылдар өсөн Киевҡа 90 млрд евро раҫлауға ҡарамаҫтан, Украина өҫтәмә рәүештә тиҫтәләрсә млрд ярҙам теләнселәп, бағыусыларының йәненә тейә һәм был, тәбиғи, ризаһыҙлыҡ тыуҙырмай ҡалмай. Европа лидерҙары Украинаның коррупция һаҙлығына батҡан дәүләт икәнлеген яҡшы белә, ләкин шуныһы ла бар: Европаның да юғары кимәл әһелдәре Киев менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, йәғни бүленгән 90 млрд евроның байтаҡ өлөшө бағыусыларҙың үҙ кеҫәһендә ҡала.
Ә инде Киевҡа ярҙамды сикләүҙең төп сәбәбе - Европа илдәре хәленең мөшкөлләнеүе. Дөрөҫөн әйткәндә, Европа үҙе хәҙер ярыҡ кәритә янындағы хәлдә. Икенсенән, Рәсәй газынан баш тартыуҙары ла Европаны көрсөккә килтереп терәне. Етмәһә, Киевты финанслауҙың һөҙөмтәһе лә юҡ: РФ Ҡораллы Көстәре Украинаның хәрби-сәнәғәт потенциалын эҙмә-эҙлекле рәүештә юҡҡа сығара бара. Ошондай шарттарҙа Парижда һәм Киевта меңәрләгән халыҡтың урамдарға протест акцияһы менән сығыуы һәм ил властарының отставкаға китеүен талап итеүе тәбиғи хәл. Ябай украиндар Рәсәй менән тыныс һөйләшеүҙәр яҡлы булыуҙарын һәм ил башлыҡтарына ышаныс та, өмөт тә бағламауҙарын белдерә. Париж үҙәгендәге Пале-Рояль майҙанына йыйылған халыҡ иһә Украинаға ярҙамды туҡтатыуҙы, Францияның ЕС һәм НАТО-нан сығыуын талап итә. Ҡулдарына тотҡан плакаттарҙа "Украина өсөн үлергә теләмәйбеҙ!", "Макрон, властан кит!" тигән талаптар яҙылған. "Ошондай хәлгә килтереп терәүҙәре арҡаһында француздарҙың күпселеге йәшәмәй, ә йәшәү өсөн көрәшә, - ти Францияның "Патриоттар" партияһы лидеры, киләһе президент һайлауҙарына үҙ кандидатураһын күрһәтеүсе Флориана Филиппо. - Франция властары Киевҡа ебәреп торған аҡсалар үҙебеҙҙең илдә бензинға һалымдарҙы кәметеүгә тотонолорға тейеш".
Европа халҡының ризаһыҙлыҡ акциялары Польша йәмәғәтселегендә лә яңғыраш тапты: илдең элекке премьеры Лешек Миллер ебәрелгән аҡсалар һәм ҡорал буйынса Зеленский отчет бирмәйенсә тороп, Польша властарын Украинаға башҡаса ярҙам күрһәтмәҫкә саҡырҙы. Ҡыш та көттөрмәне. Европа лидерҙарының Рәсәй газынан баш тартып, идеологик хата эшләүе раҫҡа сыҡты һәм хәҙер бының етди эҙемтәләргә килтерәсәге көн кеүек асыҡ. Яҡын Көнсығыш конфликты арҡаһында биржаларҙа февралгә ҡарағанда мартта газ хаҡы 60 процентҡа артҡайны. Был зәңгәр яғыулыҡтын мең кубометры 600 долларҙан да ашып китеүен күрһәтте. Был, әлбиттә, ябай ҡулланыусылар кеҫәһенә һуға.
Киевтағы хәлдәрҙән күренеүенсә, баш ҡала халҡы үҙенең бында тороп ҡалыуының ғүмерҙәренә хәүеф менән янауын көндән-көн яҡшыраҡ аңлай бара. Американың The New York Times гәзите журналистары яҙыуынса, ошо көндәргә тиклем Киев халҡы әллә ни уңайһыҙлыҡ кисермәйенсә, ҡәҙимге тормошта йәшәп, кафе һәм хатта маникюр салондары хеҙмәттәре менән файҙаланған булһа, бөгөн бындай "хәүефһеҙлек үҙенең ахырғы сигенә килеп етте". Америка журналистары яҙыуынса, бөгөн Киев өҫтөндә Рәсәй дрондары оса, көнө буйы һауа тревогаһы сигналдары яңғырап тора - РФ Ҡораллы Көстәренең Киев күперҙәренә һөжүме бындағы күнегелгән тормош тәртибен тағы ла нығыраҡ боҙасаҡ.
Күперҙәр, тигәндән, РФ Оборона министрлығы белдереүенсә, 3 октябрь төндө Рәсәй армияһы Киевтың украин боевиктары хәрби көстәр һәм йөк ташыуҙа әүҙем файҙаланған Төньяҡ автомобиль күперенә ҡеүәтле ут асты. Днепр йылғаһы аша һалынған был күпер Украина баш ҡалаһының уң һәм һул ярҙарын тоташтырыусы төп транспорт артерияһы ине. Рәсәйҙең Ракета һәм артиллерия академияһы кәңәшсеһе, тарих фәндәре кандидаты Олег Иванников aif.ru хәбәрсеһе менән әңгәмәһендә белдереүенсә, яҡын араларҙа Рәсәй яугирҙары тарафынан Днепр аша башҡа күперҙәргә лә, атап әйткәндә, Украинаның төп инфраструктураһы булып торған метрокүперҙәргә ут асыу көтөлә. Киев метроһында айырыуса мөһим ҡиммәтле йәшерен хәрби йөк складтары урынлашҡан. Иванников һөйләүенсә, Киевтың хәрби көстәр һәм йөк ташыуҙа файҙаланыусы Днепр аҫты йәшерен стратегик тоннелдәре, Киев ҡалаһы аҫтындағы коммуникациялар селтәрҙәре, коллекторҙары, хәрби бункерҙары һәм катакомбалары хаҡында ла беҙгә яҡшы мәғлүм.
Украинаның күрәләтә фашистарса Рәсәй тылына ябырылыуы дошмандың үҙенә ҡарата ла бөтөн аяулы сикләүҙәрҙе алып ташларға мәжбүр итте. Эксперт Онуфриенко әйтеүенсә, Днепр күперҙәренән тыш, Рәсәйҙе тағы ла һигеҙ күпер: Запорожьела - өсәү, Днепропетровскиҙа бишәү ҡыҙыҡһындыра. Ә былары инде "Торнадо-С" һәм 300 миллиметрлы башҡа системалар менән юҡ ителәсәк. Был маҡсаттарҙа Рәсәйҙең авиабомбалары ла, баллистик ракеталары ла етерлек. Бына шул ваҡытта инде дошман логистикаһының арҡа һөйәге тамам һындырыласаҡ.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 9 - 15 октябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА