«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфөбөҙҙәге был көндәрҙә яңыртыуҙан һуң ҡабаттан ҡапҡаларын асасаҡ Ленин паркы тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МИЛЛӘТ ҠОТО - ТУҒАН ТЕЛ
+  - 

Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитетын иғлан иткәндән һуң өлгәшкән ҡаҙаныштарыбыҙҙың береһе - ул башҡорт теленә рус теле менән бер рәттән дәүләт теле статусы бирелеү факты булды. Был беҙгә закон нигеҙендә туған телебеҙҙе һаҡлау, уны артабан үҫтереү, балаларҙы әсә телендә уҡытыу буйынса яңы мөмкинлектәр асты.

Әлбиттә, һуңғы ваҡытта мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыу мәсьәләһе буйынса бәхәстәр ҙә булғылап алды, ләкин шуныһы шикһеҙ: дәүләт телдәре булараҡ, рус теле менән рәттән башҡорт теле лә уҡытылырға тейеш. Был 1999 йылдың 15 февралендә ҡабул ителгән "Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре тураһында"ғы Законда ғына түгел, РФ Конституцияһының 68-се статьяһындағы 2 пункт положениеһы менән дә нығытылған.
Ә инде туған телебеҙ абруйын раҫлау, уның байлығын, халыҡсанлығын, матурлығын һаҡлау, йәш быуында әсә теленә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү беҙҙең үҙебеҙгә бәйле. Һүҙ байлығы кеүек мәңгелек тере хазина менән эш итеүсе тел белгестәре лә, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары ла, балалар баҡсалары тәрбиәсәләре лә, яҙыусылар һәм журналистар ҙа әлеге хәҡиҡәтте оноторға тейеш түгел.
"Иң тәүҙә һүҙ булған..." тип башлана билдәле хәҡиҡәт. Эйе, һүҙ - ул рухтарыбыҙҙы күтәреүсе тәрбиә сараһы ла, кәрәк икән, булат ҡылыстай үткер ҡорал да, шуға күрә лә һүҙҙе бәҫһеҙләмәй, ҡәҙерен белеп ҡулланырға, һүҙ менән һаҡ эш итергә кәрәк. Был йәһәттән беҙгә айырыуса йәштәр менән күп эшләргә кәрәк, сөнки урамда йә транспортта булһынмы, мәктәптә йә вуздарҙа, дискотека йә башҡа йәмәғәт урындарындамы - йәштәрҙең тоҙло-боросло итеп "аралашыу сараһы"нан ҡолаҡ япраҡтары "һулый". Уларҙа телмәр культураһы тәрбиәләү һүҙ менән эш итеүсе һәр кемдең - уҡытыусылар, тәрбиәселәр, мәҙәниәт, сәнғәт һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ власть органдарының бурысы икәнде онотмайыҡ.
Һәм, әлбиттә, күренекле яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның туған тел тураһында әйткән ошо һүҙҙәрен һәр бала күңеленә һеңдерәйек: "Туған тел - милләт ҡотон һаҡлаусы ҡуҙ. Халыҡты милләт итеп туплаусы төп шарт. Туған тел - тарихыбыҙға, ижадыбыҙға, ғөмүмән, тотош рухи байлығыбыҙға юл асыусы алтын асҡыс. Туған тел - кеше сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһаусы, нерв күҙәнәктәрен яйға һалыусы, ҡан баҫымын көйләүсе туған моң ул. Туған телен белмәгән кеше һаулыҡ сығанағы булған туған моңдан мәхрүм була.Туған тел - ҡан туғандарҙың бер-береһен күҙгә күренмәҫ нурҙар менән тоташтырыусы күңел тартымы.Туған тел - ул ҡан хәтерен уятыусы төп шарт. Беҙ үткәндәребеҙгә фәҡәт туған тел аша ғына ҡайта алабыҙ.
Туған тел - ул рухи туғандарҙы бер мөхиткә туплаусы, йән йылыһы булдырыусы, бер үк маҡсат менән йәшәргә ҡеүәт уятыусы көс.
Туған тел - ете быуын аша, ҡандан ҡанға күсә килгән хәтеребеҙҙе, һәләтебеҙҙе, ҡеүәтебеҙҙе уятыусы ҡеүәт.
Туған тел - ул күҙгә күренмәҫ ағза. Туған телдән, тимәк, ошо ағзанан мәхрүм ҡалыу кеше ғүмеренең етенсе ете йыллығы башланғас (ҡырҡ ике йәштәрҙән һуң), ниндәй генә юғарылыҡҡа күтәрелһәң дә үҙен ныҡ һиҙҙерә башлай. Был - үҙәк өҙҙөргөс һағыныу тойғоһо, күңел бушлығы, тормош мәғәнәһен юғалтыу. Был бушлыҡты йәғни ҡаныңа һалынған, әммә уяна алмай ҡалған һәләтең урынын ялған ҡиммәттәр тулыландырасаҡ".

"Киске Өфө" гәзите, №40, 9 - 15 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.10.26 | Ҡаралған: 26

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru