«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Өфөбөҙҙәге был көндәрҙә яңыртыуҙан һуң ҡабаттан ҡапҡаларын асасаҡ Ленин паркы тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ЛЕНИН ПАРКЫНДА ТАРИХ ТА, БӨГӨНГӨ ЛӘ ЙӘНӘШТӘШ
+  - 


Республика көнө байрамы алдынан, 9 октябрҙә, Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге паркты асыу тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Һаҡлыҡ банкы президенты, идара советы рәйесе Герман Греф һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.

Сара Зәки Вәлиди урамындағы яңынан тергеҙелгән төп арканан башланды. Ҡунаҡтарҙы Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле "Тархандар" бейеүе менән ҡаршы алды.
Ҡунаҡтар яңыртылған паркта ҡала фестивалдәре үткәреү өсөн тәғәйенләнгән амфитеатрҙы, спорт һәм балалар өсөн уйын майҙансыҡтарын, фонтанды ҡараны. Амфитеатрҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары "Әкиәт иле - Башҡортостан" спектакленән өҙөк күрһәтте. Яңыртылған фонтан тантанала ҡатнашыусыларҙы күренекле композитор Рим Хәсәновтың "Ҡышҡы романс" көйө менән ҡаршы алды.
Йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү 2025 йылда "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль программаһы сиктәрендә башлана. Эштәр республика һәм Һаҡлыҡ банкы иҫәбенә финанслана.
Реконструкция ваҡытында тарихи элементтар, шул иҫәптән Башҡорт АССР-ы наградаларына арналған иҫтәлекле стелалар һаҡланған һәм яңыртылған. Тарихи ике фонтан да үҙ урындарында ҡалған, хәҙер улар көй ыңғайына урғыла, ә ҡараңғыла музыка ритмында төрө төҫтәр менән яҡтыртыла. Тәбиғи таштан - сифатлы гранит һәм кварциттан - күтәрелгән колонналы инеү аркаһының тергеҙелеүе паркка айырым төҫ һәм мәғәнә бирә, ҡаланың архитектура йөҙөн байыта.
Паркта йәйәү йөрөү өсөн яңы маршруттар, шулай уҡ спорт һәм балалар майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән. Әүҙем ял яратыусылар өсөн памп-трек һәм 1 200 метр оҙонлоҡтағы йүгереү юлдары һалынған. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн инклюзив уйын майҙансығы йыһазландырылған. Уңайлы һәм хәүефһеҙ булһын өсөн йәйәүлеләр һуҡмаҡтары ағастан төҙөлгән, йүгереүселәр өсөн юлға резина япма һалынған. Паркта кафе ла эшләйәсәк.
Реконструкция барышында йәшелләндереүгә айырым иғтибар бүленгән. Яңы сәскә клумбалары булдырылған, 100-ҙән ашыу ағас ултыртылған. Парктың инженер селтәрҙәре, электр һәм һыу менән тәьмин итеү ҡорамалдары тулыһынса яңыртылған. Заманса видеокүҙәтеү камералары, автоматлаштырылған һуғарыу системаһы ҡуйылған.
Парктағы күрһәткестәр башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған.



- Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфө яңыртылған паркка эйә булды. Уны Герман Оскарович Греф ярҙамында реконструкциялауға өлгәштек. Бөтә республика исеменән һеҙгә ҙур ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм, - тине Радий Хәбиров, Герман Грефҡа мөрәжәғәт итеп. - Һаҡлыҡ банкы менән хеҙмәттәшлегебеҙ финанслау менән генә сикләнмәне, проектты тормошҡа ашырыу йәһәтенән фекер алышыуҙар, дискуссиялар ойошторолдо. Герман Оскарович паркты мөмкин тиклем халыҡ ялы өсөн ҡулай итеп эшләргә тәҡдим итте. Һөҙөмтәлә спорт һәм балалар майҙансыҡтары, кафелар, ял итеү зоналары барлыҡҡа килде. Шуныһы мөһим, беҙ парктың кешеләр өсөн ни тиклем ылыҡтырғыс икәнен әле үк күрәбеҙ, һәм, әлбиттә, Һаҡлыҡ банкы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлекте дауам итеү яғындабыҙ.
Герман Греф парктың тарихи ҡиәфәтен һаҡлау һәм бер үк ваҡытта ҡала халҡының ялы өсөн шарттар булдырыуҙың ни тиклем мөһим булыуын билдәләне.
- Һаҡлыҡ банкы өсөн кешеләр һәм тотош ил тормошон яҡшыртыу бик тә мөһим: банк социаль проекттарҙы тормошҡа ашыра һәм йәмәғәт киңлектәрен булдыра. Банктың 185 йыллығы йылында беҙ быға айырыуса иғтибар бүләбеҙ. Өфөләге Ленин исемендәге парк - бай тарихлы урын, һәм беҙ уға тарихи ҡиәфәтен ҡайтарыуҙы мөһим тип һананыҡ. Инеү аркаһын тергеҙҙек, башҡа мөһим элементтарҙы яңынан эшләнек. Яңыртылған парк быуындар бәйләнешен һаҡлап ҡалыр һәм ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының яратҡан урыны булыр, тип ышанам. Башҡортостан етәкселегенә партнерлыҡ һәм проект өҫтөндә берлектәге эш өсөн рәхмәт, - тине ул.
Тантананы артистарҙың һәм ижади коллективтарҙың сығыштары биҙәне. Бай концерт программаһы Zainetdin этно-шоуы, "Голос" шоуы лауреаттары Илдар Абдуллин һәм Наҙгөл Отузова, шулай уҡ балалар йыр ансамблдәре һәм бейеү коллективтары ҡатнашлығында үтте. Ә билдәле IOWA белорус төркөмөнөң музыкаль композициялары программаның төп урынын алып торҙо.

Белешмә:

XIX быуат уртаһына тиклем губернатор йорто менән Воскресенский кафедраль соборы араһындағы майҙан көтөүлек булып хеҙмәт итә. 1867 йылда Өфөгә яңы губернатор Ушаков Сергей Петрович килә. Губернатор тәҡдиме буйынса, майҙан кәртәләп алына, һәм паркка нигеҙ һалыусы исеме менән "Ушаковский паркы" тип атала башлай. Төҙөлөш 1867-1872 йылдар осоронда бара. Яңы ағастар ултыртыла, малдарҙан һаҡлау өсөн ҡойма тартыла. Бәүелсәктәр, каруселдәр, павильон һәм беседкалар, йәйге кинотеатр һәм ямғырҙан ҡасҡан балаларҙың скульптуралары биҙәгән беренсе Өфө фонтаны барлыҡҡа килә.

Октябрь революцияһынан һуң парктың исеме "Азатлыҡ паркы" тип үҙгәртелә. Совет осоронда уның көнбайыш өлөшө спорт майҙансығына әүерелә (хәҙер унда "Динамо" стадионы урынлашҡан). Паркта революция һәм Граждандар һуғышы йылдарында һәләк булғандар, шулай уҡ Шәһит Хоҙайбирҙин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ерләнгән.

1934 йылда йәнәшәлә урынлашҡан Воскресенский соборы һүтелә, уның урынында бейеү майҙансығы төҙөлә. Паркта цирк тамашаһы күрһәтелә башлай, шуның өсөн шапито ҡалҡып сыға. "Ушаковский паркы" тигән яҙыулы суйын ҡапҡалар алына, улар урынына Ленин менән Сталин барельефы беркетелгән аркалы ҡапҡа ҡуйыла. 1951 йылда паркта Александр Матросов һәйкәле урын ала, исеме "Матросов паркы" тип үҙгәртелә.

1979-1980 йылдарҙа парктың тышҡы йөҙө тағы үҙгәрә: бөтә аттракциондар һәм революцияға тиклемге иҫке фонтан алына, ҡайһы бер ағастар бысыла. Йәнәш КПСС Өлкә комитеты урынлашҡас, паркты В. И. Ленин исемендәге парк тип атай башлайҙар.


"Киске Өфө" гәзите, №41, 16 - 22 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru