«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфөбөҙҙәге был көндәрҙә яңыртыуҙан һуң ҡабаттан ҡапҡаларын асасаҡ Ленин паркы тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

Ә ҺИН ГӘЗИТ УҠЫП ҠАРА!
+  - 

Мәғариф министрлығына, ҡала һәм район муниципаль берәмектәре етәкселәренә асыҡ хат

"Киске Өфө"гәзитен байтаҡтан бирле алдырып уҡыйым. Юҡ, уҡытыусы түгелмен, ләкин ошо гәзитте уҡып, халҡыбыҙ тарихы, мәҙәниәте һәм көнкүреш йолалары буйынса бик күп белем эстәнем, тип әйтә алам: ошо темаға мәҡәләләрҙе туплап, ҙур альбом эшләп алдым. Буш саҡтарҙа уны йыш ҡына ҡат-ҡат ҡарап сығам, балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә уҡытам.

Ауылыбыҙ ҙур, урта мәктәп гөрләп тора - яҡын-тирәнән килеп уҡыусылар күп. Тик шуныһы ғибрәт: минән башҡа "Киске Өфө"нө китапханабыҙ ғына алдыра. Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, бер көн минең әлеге альбомым хаҡында белгән башҡорт теле уҡытыусыһы шуны дәрестә ҡулланыу өсөн һорап килгән. Нимә тип әйтергә лә белмәнем, ныҡ асыуым килде: нисек инде шунсама ҙур мәктәп коллективы бер дана булһа ла "Киске Өфө" алдырмай! Ә уҡытыусы ни намыҫы менән пенсиялағы ябай малсынан гәзит һорап килә? Балаларҙы уйланым инде, биреп ебәрҙем, әйҙә, уҡыһындар, ләкин кире алып килгәнендә бер аҙ нәсихәт уҡып, оялтып алырға тура килде был йәш уҡытыусыны. Мин онлайндан уҡыйым, ти был күҙ ҙә йоммай. Ә онлайн мәғлүмәт һәм мәҡәләләрҙе күргәҙмә материал итеп файҙаланып буламы һуң? Был һорауыма ул яуап бирә алманы, мәгәр, исмаһам, ҡыҙарынды...
Ә бит был гәзиттә мәктәп, уҡытыусылар, тәрбиә темаларына ҙур урын бирелә һәм башҡорт теле, тарихы буйынса ғына түгел, биология, медицина һәм башҡа өлкәләр буйынса ла мәғлүмәттәр күп баҫыла. Балаларға тағы ла "Киске Өфө"нөң яһалма интеллект белгесе Рөстәм Нурыев алып барған үҙенсәлекле "дәрестәр" ҙә бик ҡыҙыҡлы булыр ине! Уны мин үҙем дә яратып, ҡыҙыҡһынып уҡып сығам.
Редакцияға был хатым менән гәзит аша Мәғариф министрлығы, ҡала һәм район муниципаль берәмектәре етәкселәренә өндәшкем килде: юғары һәм махсус урта белем биреү йорттарына, мәктәптәргә республикабыҙҙың ваҡытлы матбуғат баҫмаларын яҙҙырыуға булышлыҡ итһәләр ине. Онлайнды уны бөгөн һәр кем уҡый, ә һеҙ бына гәзит уҡып ҡарағыҙ! Был кешенең яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһыныуын ғына түгел, мәҙәнилек кимәле күрһәткесе лә бит. Заманыбыҙҙың "ташҡа баҫылған" йылъяҙмаһы - гәзиттәребеҙҙең рухи хазиналарыбыҙҙы ҡағыҙға теркәп ҡалдырыуҙа, уны һаҡлауҙа изге ғәмәл башҡара икәнен оноторға хаҡыбыҙ юҡ, тип уйлайым.

Морат ХӘЙРЕТДИНОВ,
хеҙмәт ветераны.
Ҡыйғы районы.

"Киске Өфө" гәзите, №41, 16 - 22 октябрь 2026 йыл

Редакциянан: Ә Өфөнөң бик күп мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары "Киске Өфө" гәзитен алдырып уҡый. Рәхмәтлебеҙ уларға!

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru