«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфөбөҙҙәге был көндәрҙә яңыртыуҙан һуң ҡабаттан ҡапҡаларын асасаҡ Ленин паркы тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ШАКИРОВ ҺӘЙКӘЛЕ
+  - 

Республика көнө байрамы алдынан Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Миҙхәт Закир улы Шакировҡа һәйкәл асылды.

М.З. Шакиров КПСС Өлкә комитетының беренсе секретары вазифаһында республика менән 1969-1987 йылдарҙа, 18 йыл дауамында, етәкселек итә. Быйыл 5 октябрҙә уның тыуыуына 110 йыл тулды. Ул 1916 йылда Өфө ҡалаһында күренекле башҡорт тел белгесе һәм педагог Закир Шакир улы ғаиләһендә тыуа. Ете класты тамамлағандан һуң, 1932 йылда, паровоз ремонтлау заводы ҡарамағындағы фабрика-завод училищеһына уҡырға инә. Бында слесарь һөнәрен үҙләштерә һәм 1934 йылда Өфө паровоздар ремонтлау заводында хеҙмәт юлын башлай. 1941 йылда Бежеца (Орджоникидзеград) машиналар эшләү институтын тамамлай. Төрлө йылдарҙа газ, нефть һәм сәнәғәт предприятиларында баш инженер, етәксе вазифаларын биләй. 1963 йылдан 1969 йылға тиклем партияның Өфө ҡала комитеты беренсе секретары була. Артабан КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетын етәкләй.
Миҙхәт Закир улы республиканы етәкләгән осорҙа күләмле программалар тормошҡа ашырыла: сәнәғәт предприятиелары, социаль-мәҙәни объекттар һәм торлаҡ төҙөлә, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереү арта, фән һәм мәҙәниәт әүҙем үҫешә. Республикала ауыл хужалығын үҫтереүгә һалған фиҙакәр хеҙмәте өсөн 1981 йылда уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Ул - биш тапҡыр Ленин ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. 2004 йылдың 1 майында Өфөлә вафат була, ҡаланың Мосолман зыяратында ерләнгән.
Һәйкәл баш ҡаланың Энгельс урамында, Миҙхәт Шакиров исемен йөрөткән скверҙа асылды. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Миҙхәт Шакировтың ҡыҙы Неля Имашева һәм ейәнсәре Элина Червиченко ҡатнашты. "Күренекле дәүләт эшмәкәренә беҙ оло хөрмәт күрһәтергә тейешбеҙ. Ауыр осорҙа ул ун һигеҙ йыл республика менән етәкселек итте. Беҙ барыбыҙ ҙа киләсәгебеҙ нигеҙен һалған ил, республика етәкселегендә торған кешеләр хаҡындағы хәтерҙе һаҡлаһаҡ, дөрөҫ булыр тип уйлайым", - тине Радий Хәбиров һәйкәл асыу тантанаһында.

"Киске Өфө" гәзите, №41, 16 - 22 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru