
Ошо көндәрҙә Өфөнөң Киров һәм Ленин райондары хәрби комиссариатында Хәрби армия резервына (БАРС) яҙылыусылар уҡыу һәм күнекмәләр үтеү урынына юлланды. Был хаҡта баш ҡаланың Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов хәбәр итте.
Район етәксеһе билдәләүенсә, резервсылар FPV-дрон операторҙары булып хеҙмәт итәсәк. Ватан һағына баҫырға теләкте яуаплы йәш кешеләр, шул иҫәптән район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре белдергән.
- Улар мөһим аҙым яһаны, етди бурысты аңлы рәүештә үҙ өҫтөнә алды. Ябай булмаған ваҡытта, дәүләт алдында ҙур һынауҙар торған саҡта, бындай ҡарар - ысын гражданлыҡ позицияһы һәм батырлыҡ сағылышы. Контракт төҙөгән егеттәр тәүҙә Владимир өлкәһенә уҡыуға юллана, шунан һуң тыуған республикабыҙға хәрби бурыстарын үтәү өсөн кире ҡайта. Улар алдына сәнәғәт объекттарын дрон атакаларынан һаҡлау һәм Башҡортостан халҡының именлеген тәьмин итеү бурысы ҡуйыла, - тине Илвир Нурдәүләтов.
Алдағы һандарҙа хәбәр итеүебеҙсә, Хәрби армия резервының республика отряды (БАРС) Башҡортостанда 2026 йылдың 1 июнендә ойошторолғайны. Отряд менән подполковник Тимофей Присяжнюк етәкселек итә. Уның һүҙҙәренсә, республиканың БАРС мобиль ут төркөмдәре ошо үткән осорҙа утыҙ биш пилотһыҙ аппаратты бәреп төшөргән дә инде.
- Яралар алып, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылған МХО ветерандары өсөн БАРС-та хеҙмәт итеү - ул хәрби тәжрибәңде иң мөһим урындарҙың береһендә ҡулланыу мөмкинлеге, - ти отряд командиры.
Ысынлап та, Махсус хәрби операция зонаһынан тыныс тормошҡа ҡайтҡан элекке яугирҙар ҙа яҙыла отрядҡа. Контракт өс йылға төҙөлә. Отрядта хәрби бурыс үтәү ваҡыты йылына алты ай тәшкил итә. Йәғни ике ай хеҙмәттән һуң, кеше ике айға төп эш урынына кире ҡайта. Эш урынында хеҙмәт хаҡы һаҡлана. Резервистар, хәрби дәрәжәһенә һәм вазифаһына ҡарап, сборҙарҙа булмағанда ай һайын - 2 967 - 7 316 һум, сборҙар ваҡытында 24 720 - 60 967 һум аҡса ала. Хеҙмәт ваҡытында республика бюджетынан тәүлегенә ике мең һум өҫтәп түләнә.
Отрядҡа хәрби хеҙмәт үткән, һаулығы тап килгән 52 йәшкә тиклемге ир-егеттәр алына. Мобилизация резервында булыу тураһында контракт төҙөгән граждандар Махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға йәлеп ителмәй.
Контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса йәшәгән урындағы хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә йәки 8-987-25-36-530 телефоны аша тейешле мәғлүмәт алырға мөмкин.
Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 16 - 22 октябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|