
Үткән аҙналағы халыҡ-ара яңылыҡтар таҫмаһында Украина конфликтын көйләү мәсьәләһенә бәйле ваҡиғаларҙың ҡуйырып китеүе күҙәтелде.
АҠШ президенты Дональд Трамп конгресҡа 3 ноябрҙә буласаҡ аралыҡ һайлауҙарына тиклем Украина буйынса дипломатик реванш алырға ниәтләне. "Известия" гәзите хәбәр итеүенсә, 9 октябрҙә украин делегацияһы Майамиға президенттың махсус вәкилдәре Стив Уиткофф һәм Джаред Кушнер менән осрашыуға килде. Көн тәртибенә энергетика һәм диңгеҙ мәсьәләләре буйынса өлөшләтә булһа ла килешеү варианты эҙләү маҡсаты ҡуйылғайны. Ләкин Мәскәүҙән белдереүҙәренсә, өлөшләтә килешеү көйләүгә килтермәйәсәк, сөнки Рәсәй өсөн ваҡытлы килешеү түгел, ә ысын мәғәнәһендә тыныслыҡ кәрәк. Дональд Трамптың бер нисә тапҡыр Киевтан РФ нефть эшкәртеү заводтарын утҡа тотмауҙы талап итеүенә ҡарамаҫтан, Рәсәй тарафына хәрби бәрелештәр һыҙатынан тыш, украин һөжүме географияһы киңәйә һәм көсәйә генә барҙы. Был зона хәҙер 20 процентҡа тиклем барып етте. Украина армияһының һөжүмдәре айырыуса граждандар сәнәғәте, нефть эшкәртеү заводтары, иген һәм нефть продукттары ташыусы граждандар диңгеҙ транспортына тоҫҡала. Һәм был осраҡта Украина Европаның финанс һәм хәрби ярҙамына таяна.
Һуңғы осорҙа Трамп Зеленскийға ҡарашын ҡырҡа үҙгәртте һәм уны конфликтты көйләүҙә төп ҡаршылыҡ тип иҫәпләүен белдерҙе. Өҫтәүенә, Рәсәй нефть заводтарына туҡтауһыҙ һөжүм арҡаһында АҠШ-та яғыулыҡҡа хаҡтар арта, тип иҫәпләй Трамп. Ул украин халҡына ирек ҡуйып, илдең килешеүгә барасаҡ яңы лидеры өсөн тауыш бирергә саҡырҙы. Дональд Трамптың Киевта власть алмашыныуына саҡырыуынан һуң Американың Newsweek журналы Зеленский урынына 4 кандидатты күрһәтте лә инде. Шулар араһынан Украина Ҡораллы көстәренең (ВСУ) элекке баш командующийы, әлеге көндә Украинаның Британиялағы илсеһе Валерий Залужный төп дәғүәсе иҫәпләнә, уға 64 процент кеше ышаныс белдерә, шул уҡ ваҡытта Зеленскийҙың рейтингы - 53 процент. Икенсе кандидатура итеп Украинаның элекке Баш разведка идаралығы башлығы Кирилл Буданов (53 процент), элекке оборона министры Михаил Федоров (38 процент) һәм 2014-2019 йылдарҙа президент вазифаһында булған Петр Порошенко күрһәтелә, ул әле - радала оппозицион депутат.
9 октябрҙә Владимир Путин Дональд Трамп менән телефондан һөйләшкәндә, Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙан һуң ниәт ителгән өс яҡлы (РФ, АҠШ, Украина) тыныс һөйләшеүҙәр планын боҙоп, Киевтың һайлауҙар барған көндәрҙә Мәскәүгә 1 600 дрон менән һөжүм итеүе, ләкин Рәсәй Ҡораллы Көстәренең инициативаны үҙ ҡулдарында тотоуы, ышаныслы рәүештә алға барыуҙары хаҡында бәйән итте. Аралашыу һөҙөмтәһендә Рәсәйҙән АҠШ-ҡа һәм донъя баҙарына кисекмәҫтән, йәғни октябрҙә - 300 мең тонна, ноябрҙә - 500 мең һәм аҙаҡ 1 млн тонна дизель яғыулығы ебәреү тураһында һөйләшеп килешелде. Ә бының өсөн иһә АҠШ Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙы киләһе йылдың апреленә тиклем ваҡытлыса йомшартып торорға булды. Бынан тыш, Трамп артабан өҫтәмә рәүештә дизель яғыулығын 3 млн тоннаға еткереү ихтималлығын да белдерҙе.
Сағыштырыу өсөн: сентябрҙә Рәсәй Үҙәк Азияның бөтөн илдәренә барыһы 427 мең тонна дизель экспортлағайны. Ҡушма Штаттар лидеры Дональд Трамп Владимир Путин менән был килешеүҙең яғыулыҡ хаҡын кәметеүҙә мөһим аҙым булыуын билдәләне һәм бының өсөн Рәсәй Президентына рәхмәт белдерҙе. Шулай итеп, АҠШ оҙаҡ ваҡыттар буйы тәүге тапҡыр Рәсәйгә ҡаршы энергетика буйынса санкцияларҙы ваҡытлыса булһа ла йомшартырға ҡарар итте. Әйтеп кителеүенсә, бының сәбәбе - Иран менән һуғыш һәм Яҡын Көнсығыштан нефть менән тәьмин итеүҙәге өҙөклөктәр арҡаһында АҠШ-та яғыулыҡҡа хаҡтарҙың ҡиммәтләнеүе. Ә был Трамп хакимиәтенең төп иҡтисад проблемаларының береһе булып тора ине. Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек дизель яғыулығының галлоны 3,7 доллар торған булһа, быйыл октябрь баштарына ул 6 долларҙан ашып киткәйне. Berliner Zeitung баҫмаһы яҙып сығыуынса, Трамп Рәсәйгә ҡаршы берҙәм Көнбайыш фронтының башҡаса юҡлығын сираттағы тапҡыр раҫланы.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй дизеленә ҡаршы санкцияны йомшартыу демократтар партияһында ғына түгел, ҡайһы бер республикасылар араһында ла ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Берәүҙәр Мәскәү менән дизель килешеүен кисекмәҫтән өҙөүҙе талап итһә, икенселәре уны, Украинаға хыянат, тип, өсөнсөләре "Кремлдең хәрби машинаһын финанслау" тип атаны. Быларға яуап итеп, Трамп килешеүҙең, уның һүҙҙәре менән әйткәндә, "бөтөн донъя өсөн" файҙа килтереүен һәм энергетика сығанаҡтары баҙарына "ғәйәт ҙур йоғонто" яһаясағын белдерҙе.
Зеленский иһә үҙ репертуарында: Трамптың Украинала һайлауҙар үткәреү хаҡындағы саҡырыуына яуап итеп һәм, йәнәһе лә, тауыш биреүҙәр барышы хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә һылтанып, 60 көнгә утты туҡтатыуҙы шарт итеп ҡуйҙы һәм шундуҡ дизель килешеүе тураһында үҙенең бағыусылары - Европа илдәре лидерҙарына шылтырата башланы. Күп тә үтмәй, 12 октябрҙә Евросоюз Рәсәйгә ҡаршы санкциялар исемлеген киңәйтергә ҡарар итте, ә шул уҡ ваҡытта, АҠШ менән Рәсәй килешеүен тәнҡитләүенә ҡарамаҫтан, Европа илдәре ошоға тиклем Рәсәйҙән энергетика ресурстарын һатып алыуҙы дауам итә ине. АҠШ-тың финанс министры Скотт Бессент быны ике йөҙлөлөк тип атаны. Сағыштырыу өсөн: быйыл туғыҙ ай эсендә генә лә Рәсәй Европаға 21,3 млрд долларлыҡ энергетика ресурстары ебәрҙе. Был осор эсендә Европала газға хаҡ 35 процентҡа артты. Франция президенты Макрон белдереүенсә, Рәсәй газынан баш тартҡандан һуң Европа энергетика көрсөгөнә килеп терәлде.
Вашингтон - Мәскәү дизель килешеүен хуплаусылар ҙа күп, әлбиттә, сөнки ул Евросоюздың Рәсәйгә ҡаршы санкция стратегияһын юҡҡа сығарҙы, тип әйтергә лә мөмкиндер. Ә иң мөһиме, ул Рәсәйгә әкренләп санкциялар ҡамауынан сығыуға һәм Рәсәй - Америка мөнәсәбәттәренең артабан үҫеүенә юл асасаҡ.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 16 - 22 октябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА