«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Өфөбөҙҙәге был көндәрҙә яңыртыуҙан һуң ҡабаттан ҡапҡаларын асасаҡ Ленин паркы тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
МАЛАЙҘАР КҮБЕРӘК ТЫУА, ЛӘКИН НИҢӘ БАБАЙҘАР ӘБЕЙҘӘРҘӘН АҘЫРАҠ ҺУҢ?
+  - 


Бер нисә йыл элек сыҡҡан өлкә гәзиттәребеҙҙе аҡтарып ултыра торғас, уларҙың береһендә ғәйәт ҡыҙыҡлы (ҡыҙғаныс!) бер статистик мәғлүмәткә юлыҡтым. Башҡортостан буйынса шул йылдың тәүге өс айындағы тыуым һәм үлем хаҡындағы "ҡош телендәй" генә ул мәҡәлә "Үлем күберәк шул…" тип атала ине. Донъяға яңы килгәндәрҙең һаны вафат булғандарға ҡарағанда бер ярым тапҡырға әҙерәк, тиелә унда.

Хәйер, бындай статистикаға инде күнегеп тә барабыҙ, буғай. Эйе, яйлап, әҙәйәбеҙ, әммә был мәғлүмәт әле минең ошо мәҡәләгә тотоноуымдың төп сәбәпсеһе булып тормай. Минең иғтибарымды, ҡәҙерле яҡташтарым, үлгәндәрҙең нисәүһе "көслө", ә күпмеһе "гүзәл" заттан булыуы нығыраҡ йәлеп итте. Башта пенсия йәшендәгеләрҙе алып ҡарайыҡ: 5 мең ир һәм 6,5 мең ҡатын-ҡыҙыбыҙ өс ай эсендә был донъяны ташлап киткән икән. Тәүге ҡарауҙа, вафат булыусы пенсионер ирҙәрҙең абсолют һаны ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ҡарағанда аҙыраҡ булыуы - ғәҙәти түгел һымағыраҡ тойола, шулай бит? Әле бер ҡасан да "көслө зат" үлем буйынса ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙан ҡалышҡаны юҡ ине лә баһа! Нәфис заттарыбыҙ әллә күпләп үлә башланымы?.. Был һорауға яуап бирер өсөн әлеге статистик һандарға артабан ныҡ ҡына иғтибар итәйек һәм йәштәребеҙҙең хәленә бағайыҡ әле. Ә хәлдәр ҡот осҡос бит! Эшкә һәләтле ир-егеттәребеҙ ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда өс мәртәбәнән дә ашыуға күберәк үлә (өс айҙа 700 ҡатын ҡыҙ һәм 2,6 мең ир-егет вафат булған) икән дә баһа! Әлеге мәсьәләнең (ҡарт ирҙәрҙең ҡатындарға ҡарағанда аҙыраҡ үлеүенең) елеге тап бына шунда ла инде: күпселек ир-ат ҡартайып өлгөрмәй, йәш сағында уҡ был донъяны ташлап китә! Хөрмәтле ир-уҙамандар, бөгөнгө көндә беҙ, пенсия йәшендәге ирҙәр, үҙебеҙҙең тиҫтер ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ҡарағанда ике мәртәбәгә аҙыраҡбыҙ. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, ҡартайып үлерҙәй ирҙәр бөтөп бара! Олоғайған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһында 80 - 90 һәм унан да оҙағыраҡ йәшәгәндәр күберәк. Ә был йәшкә еткән "көслө зат" - бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Иғтибар итһәгеҙ, "аят мәжлестәренә" йыйылған егерме бишләп әбей араһында ла биш-алты ғына бабай була… Шуға күрә лә, беҙ, бабайҙар, әбейҙәргә ҡарағанда аҙыраҡ үләбеҙ икән, тип ауыҙ йырмайыҡ әле, тимәксемен. Ә әлеге статистика мәғлүмәттәре буйынса, малайҙар хатта ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк тә тыуа икән. Тик… пенсия йәшенә яҡынлаша килә, мәртәбәләргә аҙайып ҡалабыҙ, бына нимә!
Уратып тормай, туп-тура бәрҙергәнем өсөн үпкәләүселәр ҙә булыр, әммә, һис кенә лә икеләнәүһеҙ, мин шуны әйтер инем: бөгөн ир-атты ҡартлыҡ йәшенә еткермәй алып китеүсе иң беренсе сәбәп - эскелек. Суицид һәм һәр төрлө фажиғә, енәйәт арҡаһында йәшләй генә был донъя менән хушлашыуҙар, барыһы ла тиерлек ана шул төп сәбәпкә бәйләнешле. Ҡасандыр шағир Рәйес Түләк йән әрнеүе менән яҙған "Яныу" тип аталған поэмала "…Араҡы ла беҙҙең халыҡ өсөн утлы һарай бит ул, аңлаһаң…" тигән юлдар бар. Хатта бер ғаилә эсенән генә бер нисә ир-егеттең бер-бер артлы араҡы ҡорбаны булыу осраҡтары аҙмы ни! Ауыл һайын тиерлек бит!
Кемдер берәү ана шул арҡала донъя менән хушлаша икән, ҡалған туғандары уны "эскелектән" тип түгел, ә "бахмурҙан" үлде, тип һанаусан. Әлеге "шайтан эсемлеге"нә һаман "һүҙ тейҙергеләре" килмәгәндәр күп. Йәнәһе лә, типһә-тимер өҙөрҙәй был туғанына кемдер берәү бахмурға йөҙ грамын йәлләгән (бындай осраҡта, ғәҙәттә, "килен ғәйепле" була)… Ә инде "алкоголь абстиненцияһы" (араҡы эскәндең иртәгеһенә кешенең күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, хатта йәшәгеһе килмәй башлаған хәле) йә "психозы" мәлендә үҙ-үҙенә ҡул һалһа, йәнә уның хәләл ефетен, тағы кемделер ғәйепләү ғәҙәте бар. Тик, ни өсөндөр, төп ғәйеп әлеге алкоголиктың үҙендә икәнлеген таныусылар юҡ кимәлендә… Эш бының менән генә бөтмәй әле. Туғанын һуңғы юлға оҙатҡас та, йыназа уҡыған мулланың ҡайтып китеүен "оло түҙемлек" менән көтөп алып, мәрхүмдең ҡайһы бер яҡындары шул уҡ араҡы (туғанын үлтереүсе ағыу) менән үҙҙәренең "ҡайғыһын йыуа" башлай...
Их, егеттәр, егеттәр… Ҡалаҡҡа һалып йоторҙай сибәр ҡыҙҙарҙы кәләш итеп алып, уларҙың наҙына төрөнөп, артабан алтындай бала-сағаларығыҙҙың сутылдашып, шат йылмайыуына һөйөнөп, хәләл ефеттәрегеҙ менән бергә ошо гүзәл донъяның рәхәтен татып, айыҡ тормош менән бәхетле йәшлек үткәреү насар булыр инеме? Бына шул мөмкинлегегеҙҙе шайтан ағыуына алыштырыуығыҙ бигерәк үкенесле. Хәмергә булған "мөхәббәтегеҙ" арҡаһында һалҡын ер ҡуйынына йәшләй инеп ятыуҙан һис кенә лә ҡурҡмайһығыҙ шул. Оло йәштәргә етеп, "балдай татлы" ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙе күреп, уларға шатланып, ҡартлыҡ бәхетен татып ғүмер итеү урынына, араҡы ҡолона әүерелеп, үҙегеҙҙең үлемегеҙҙе тиҙләтеп, артабан да упҡын төпкөлөнә тәгәрәргә тырышмаһағыҙ ине. Рәйес Түләктең әсенеп яҙған шиғыр юлдары һәр саҡ ҡолағымда сыңлай:
"…Мин уларға берсә көлөп бағам,
Көйөп бағам, бағам илаптар.
Ут күбәләгендәй ғәйеп була
Имән ярҡаһындай ир-аттар…"
Бына нимә өсөн минең күңелем әрней, ҡәҙерле милләттәштәрем… Әлбиттә, эскелек кеше үлеменең берҙән-бер сәбәбе булып тормай. Һәр төрлө ауырыуҙар, башҡа төр бәлә-ҡазалар ҙа күп кенә. Әммә үҙебеҙ аҡса биреп һатып алған бына ошо үлемесле сиргә фәҡәт үҙебеҙ генә ғәйепле, тимәксемен. Шайтан ҡотҡоһо ул, егеттәр. Һис икеләнеүһеҙ, уны тормошобоҙҙан бөтөнләйгә алып ташлау кәрәк. Шунһыҙ - эш харап! Һуңғы йылдары ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһында ла "эсеп үлгән" осраҡтар ишетелгеләй башланы, әлбиттә, тик бөгөн һүҙем улар хаҡында түгел. Бөгөн, урыҫтар әйтмешләй - "мужской разговор"…
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм үҙенең яҡындарын иманға ошолайтып өндәгәне хаҡында бер хәҙис бар: "Мин төнгө усаҡҡа ынтылып осоусы күбәләк һәм сиңерткәләрҙе ҡыуғылап, уларҙы уттан ҡурсалаған кешегә оҡшашмын: һеҙҙең билбауҙарығыҙҙан тотоп, Йәһәннәм (тамуҡ) утына ебәрмәҫкә маташам, ә һеҙ барыбер минең ҡулымдан ысҡынып, ут эсенә ынтылаһығыҙ…" Тап бына шуның һымаҡ, араҡыға битараф булмаған хөрмәтле ир-уҙамандар, милләттәштәрем, ана шул хәмер упҡынына тәгәрәп барыуығыҙҙан минең дә күптәрегеҙҙе ҡотҡарғым килә…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

"Киске Өфө" гәзите, №41, 16 - 22 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru