«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфөбөҙҙәге был көндәрҙә яңыртыуҙан һуң ҡабаттан ҡапҡаларын асасаҡ Ленин паркы тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БЕҘҘЕҢ ЗАМАН
+  - 

Дәртле кешеләр

1986 йылдың ғинуар айында Өлкә комитет мине һәм Туймазы ҡала комитетының беренсе секретары М.П. Мирғәзәмовты Үҙәк Комитетҡа миңә билдәле булмаған мәсьәлә буйынса ризалыҡ алырға ебәрҙе. Беҙҙе ойоштороу бүлеге мөдире Ю.А. Маслобоев саҡырып алғайны. Ул ҡәтғи тауыш менән ошолай тип әйтте:
- Депутат бүлмәһендә билеттарға заказ бирелгән. Иртәгә беренсе рейс менән Үҙәк Комитетҡа осаһығыҙ. Беҙҙең кураторға инерһегеҙ. Һеҙгә артабан ни эшләргә икәнлеген ул үҙе әйтер. Үҙ-ара теләһә нәмә тураһында һүҙ ҡуйыртмағыҙ! Указ сыҡҡанға тиклем Марат Парис улының республиканың Министрҙар Советы рәйесе вазифаһына тәғәйенләнәсәге хаҡында белмәй инем. Ул саҡта кадрҙар мәсьәләһен бер кемгә лә белдертмәй генә хәл итеү юғары кимәлдә ине. Ошоға тиклем беҙ икебеҙ ҙә бүлек етәкселәре урынбаҫарҙары булдыҡ: ул партияның ойоштороу эштәре, мин - пропаганда буйынса. Партия органдарының иң ҡеүәтле сағы. Пирамиданың башында бюро һәм беренсе секретарь етәкләгән секретариат торҙо, республикала бер мәсьәлә лә уларҙың ҡарамағынан һәм ҡыҫылыуынан башҡа хәл ителмәне.
Шакировтың беренсе секретарь посына нисек итеп тәғәйенләнеүе хаҡында ике версия йөрөнө. Хәтирәләрендә яҙыуынса, З.Ш. Аҡназаровтың һәм М.З. Шакировтың кандидатураларын З.Н. Нуриев үҙе тәҡдим иткән. Әммә Үҙәк Комитет, Хөкүмәтте етәксеһеҙ ҡалдырмауҙы сәбәп итеп, Шакировты тәғәйенләгән. Әммә Миҙхәт Закир улының икенсе версияһы ла булды.
Совминда эшләгән сағымда, ямғырлы көҙ айында, Карловы Вары ҡалаһына ял итергә барҙым. Санаторийға ингән урында Миҙхәт Закир улы менән йөҙмә-йөҙ осраштыҡ. Иҫәнләштек. Минең ҡулымдағы сеткала өс шешә һыраны күреп ҡалып, унда нимә булыуы хаҡында һорай ҡуйҙы. Уның хәмерле эсемлектәргә ҡырын ҡарауын белгәс, аҡланып маташтым.
- Миҙхәт Закирович, минең бөйөрҙәремдә ҡом бар, шуға һыра эсергә булдым. Ярҙам итә, тиҙәр.
Минең аңлатыуымды тыңлағас, ул ихлас көлдө һәм ошолай тип әйтте:
- Беләһеңме, уның файҙаһы тейер өсөн күпме һыра эсергә кәрәк? Тотош цистернаны!..
Беҙ шундуҡ уның икенсе ҡаттағы номерына күтәрелдек. Хужаның кәйефе яҡшы ине. Уның һөйләшеп ултырырға теләге ҙур булыуы күренеп-беленеп тора ине. Һәм ул миңә үҙен юғары вазифаға тәғәйенләүҙе раҫлар алдынан Л.И. Брежнев менән булған әңгәмә хаҡында һөйләне. Тәүҙә Аҡназаровты саҡыртып алғандар. Күрәһең, ул исемлектә беренсе булып торғандыр. Шунан һуң Леонид Ильич Шакиров менән һөйләшә һәм уға, ҡала кешеһе һәм сәнәғәтсе булараҡ, ауыл хужалығы менән идара итеү ауыр буласағы хаҡында белдерә. Йәнә ул мәсьәләнең тағы ла бер үҙенсәлегенә иғтибар итә. Беренсе секретарҙың һаулығы ныҡ булырға тейеш, тип тә өҫтәп ҡуя. Шунан ул секретарҙың ниндәй булырға тейешлеген күрһәтеп тә бирә: үҙенең оҙон кабинеты буйлап строевой аҙым менән атлап китә.
Нуриев ризалыҡ алыу процедураһының нисек уҙғарылғанын ошолай итеп күрһәтә. Бюро ағзалары менән беренсе секретарь посына кандидатуралар хаҡында кәңәшләшкәндә Аҡназаров һәм Шакиров күҙ уңында тотола. Зия Нурый улы Шакировтың да тәҡдим ителеүе хаҡында яҙһа ла, Брежневҡа тәүҙә Аҡназаровты ебәрәләр, шунан һуң ғына сират Шакировҡа етә. Нуриев уның кандидатураһы тәҡдим ителеүен Министрҙар Советының да, Өлкә комитеттың да беренсе етәкселәрен бер юлы алмаштырырға теләмәү менән аңлата.
Һуңынан мин, әллә баҙабыраҡ ҡалғанлыҡтанмы, әллә артыҡ баҫалҡы булыуҙанмы, әңгәмәгә ҡушылып китә алмағанға күрә тиҙ генә уның номерынан сығып китеүемде үкенеберәк иҫкә төшөрҙөм: күңелемдән М.З. Шакировты тәрән хөрмәт иттем, уның менән ихлас һөйләшеп ултырыу теләге лә бар ине.
Өлкә комитетта хужалыҡ өлкәләре буйынса иң яҡшы идарасылар эшләне. Был аңлашыла, сөнки ысынбарлыҡта республика союз ҡарамағындағы территория сифатында үҫеш кисерҙе. Эре предприятиелар һәм учреждениеларҙың главкалары, финанслау һәм башҡа ресурстар үҙәктә булды, улар менән тик партия органдары ғына эш итә алды. Өфөләге моторҙар төҙөү заводы һәм Ишембай нефть ятҡылығындағы "Икенсе Баку", төҫлө һәм ҡара металлургия, химия һәм нефтехимия предприятиелары, ҡеүәтле подряд ойошмалары, уларҙы хеҙмәтләндереүсе академик һәм ведомство ғилми институттары шулай үҫеште. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эвакуацияланған заводтар, фабрикалар һәм учреждениелар союз сығышлы инеләр. Етештереү ресурстары буйынса Башҡорт АССР-ы Украина, Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстандан ғына ҡалышты. Ошо бик ҙур потенциал менән идара итеү, миллионлаған кешеләрҙең хеҙмәтен ойоштороу, уларҙы мобилизациялау талап ителде. Бындай эште тик Өлкә комитет ҡына бойомға ашыра алды.
Әммә эшебеҙҙең тағы ла бер яғын иҫкә алмай булмай. Барса милегебеҙҙең 97 проценты союз һәм республика (РСФСР) ҡарамағында булғас, Башҡортостан социаль-көнкүреш һәм мәҙәни характерҙағы мәсьәләләрҙе юғары органдар ризалығынан башҡа хәл итә алманы. Уларҙы тик Өлкә комитет һәм Үҙәк Комитет ағзаһы итеп һайланған һәм СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы булған беренсе секретарь ғына ҡуя һәм хәл итә ала ине.
Уйлауымса, Миҙхәт Закир улы һәм уның командаһы ағзалары заман рухына яраҡлы шәхестәрҙән булды. Өлкә комитеттың, ҡала һәм район комитеттарының барса секретарҙары, Совмин һәм эре хужалыҡ органдары етәкселәре эш һәм профессиональ сифаттары буйынса бик ентекләп һайлап алынды. Ул ғына ла түгел, көндәлек эштәрҙе намыҫ һәм инициатива менән башҡарыу аша үҙеңдең сәйәси өлгөргәнлегеңде, партия линияһына һәм үҙәк органдарҙың күрһәтмәләренә тоғро булыуыңды иҫбатларға кәрәк булды.

Мансур ӘЙҮПОВ.
(Дауамы. Башы 37-40-сы һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №41, 16 - 22 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru