«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Өфөбөҙҙәге был көндәрҙә яңыртыуҙан һуң ҡабаттан ҡапҡаларын асасаҡ Ленин паркы тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ДӨП-ДӨП ТИПКӘН ЙӨРӘГЕҢӘ ҠУШЫЛЫП БЕЙЕП КИТӘҺЕҢ...
+  - 


Йәшерәк саҡта мәшһүр бейеүсе, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нияз Муллахмәт улы Байегетов менән осрашҡанда, һаулыҡ һорашҡанда, ул, күҙҙәренән ут сәсеп, мотлаҡ рәүештә башҡорт бейеүенең бер элементын эшләп күрһәтә торғайны. Булмышы менән бейеүсе ине ул. Уны яҡындан белеүселәр, әгәр ҙә Нияз бейеү көйө ишетһә, ҡайһы ерҙә булыуына ҡарамаҫтан, ул юлдамы, поездамы, самолеттамы, урамдамы, ыңғайы бер бейеп китеүе хаҡында һөйләйҙәр. Дөп-дөп типкән йөрәгенә ҡушылып бейеп киткәндер, түҙмәгәндер Нияз.
Әгәр ҙә бөгөн Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблен Нияздың улы Нәзир етәкләй икән, был һис тә осраҡлы түгел: Нәзир атаһына ҡарап бейергә өйрәнгән, бейеү уның да йәшәү мәғәнәһенә әүерелгән. Ҡыҫҡаһы, барыһы тураһында ла Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәзир Нияз улы БАЙЕГЕТОВ менән ҡорған әңгәмәлә.

Нәзир, атайың Нияз Муллахмәт улы (ауыр тупрағы еңел булһын!) менән бер заманда йәшәнек, улай ғына ла түгел, бер силсәүиткә, бер колхозға ҡараған ауылдарҙа тыуып үҫтек. Таулыҡай ауылы йәштәре беҙҙең Буранбайға концерт алып килгәндә атайыңдың сәхнәлә һыңҡылдата баҫып бейеүе һаман күҙ алдында. Уны ҡабат-ҡабат һорап, сәхнәгә сығарып бейетте халыҡ. Атайыңдың ғүмере бейеп үтте. Ә бына һинең өсөн бейеү нимә ул: һөнәрме, хоббимы, йәшәү рәүешеме?

- Атайым Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында тыуған. Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле эргәһендәге студияла бейеү серҙәренә өйрәнә. Ансамблдә бейеп тә йөрөй. Барыбер тыуған яғына тартыла, бейеү сәнғәтен үҫтереү ниәте менән тыуған районына ҡайта. Ул саҡта Советтар Союзында "гигант совхоз" булып танылған "Йылайыр" совхоз-техникумының гөрләп эшләп торған сағы, йәштәрҙең дә күпләп ауылда ҡалған ваҡыты. Атайым совхоз-техникумда бейеү дәрестәре алып бара башлай. Ул беҙҙе лә, өс улын - Риязды, Эдуардты һәм мине сәнғәткә йәлеп итте. Беҙ уға ҡарап бейергә өйрәндек. Шуға күрә мәктәпте тамамлағас, минең алда кем булырға, ҡайҙа уҡырға барырға тигән мәсьәлә бөтөнләй торманы. Атайым бейеүсе булғас, мине бала саҡтан бейергә өйрәткәс, бейеү минең өсөн, бер яҡтан, атайымдан ҡалған ҡомартҡы, икенсе яҡтан, үҙемдең асылымды бойомға ашырыу мөмкинлеге. Хәҙер инде бейеү һалыусы булараҡ, үҙемдең идеяларымды, уйҙарымды бейеү аша донъяға, кешеләргә күрһәтә алам.

Бейеүҙе, йәшәү рәүешем, тип әйтә алаһыңмы?

- Әлбиттә, бейеү менән йәшәйем икән, йәшәүем рәүеше лә ул. Мин Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһында уҡыным. Беренсе курстың аҙағында Өфөнән данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров ансамбленән килеп, беҙҙе бейетеп ҡаранылар. Оҡшаттылар һәм икенсе курстан һуң беҙ ансамблгә эшкә күсеп, училищены ситтән тороп уҡып бөтөрҙөк. Армияға саҡырылғас, Ленинград хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбленә эләктем. Унда хеҙмәт иткәндә айҙар буйы сит илдәрҙә гастролдәрҙә булыу ҙа, атап әйткәндә, Европаны арҡырыға-буйға йөрөп сығыу ҙа миңә күп нәмә бирҙе.
Әммә ике йыл тиҙ генә үтеп китте. Хәрби хеҙмәтемдең аҙағы етә башлағас, Фәйзи Ғәскәров ансамбленә кире ҡайтыу тураһында уйлай башланым. Туғандарым да, атайым да минең тыуған коллективыма ҡайтыуымды ныҡ теләй ине. Әммә хыялымдың сиге булманымы, әллә үҙемде артабан һынап ҡарау теләге тыуған коллективыма ҡайтыу ихтыяжымдан көслөрәк булып сыҡтымы, 2008 йылда Мәскәүҙәге РФ Эске Эштәр министрлығының Академик йыр һәм бейеү ансамбленә - хәҙер ул Милли гвардия ғәскәрҙәренең академик йыр һәм бейеү ансамбле тип атала - барҙым. Унда ун йыл эшләргә тура килде.

Сәхнәлә башҡорт бейеүе башланһа, унда ат тояғы тауышын сағылдырған тыпырҙау-дроб яңғыраһа, шундуҡ рухыбыҙ күтәрелә. Был хәл аңлашыла ла: донъяға яралғандан алып ат өҫтөнән төшмәгән башҡорттоң йөрәге тап ошо тояҡ тауышына көйләнгән. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең бейеүҙәр композициялы сюжетҡа ҡоролған. Бына һин, Нәзир, төрлө халыҡтарҙың бейеүен башҡарған бейеүсе, ҡуйған хореограф булараҡ, беҙҙең бейеүҙәрҙең үҙенсәлеген нимәлә күрәһең?

- Беҙҙең бейеүҙәрҙе сюжетлы, драматургиялы итеп шундай мәҙәниәт кимәленә күтәреүҙә, һис шикһеҙ, Фәйзи Ғәскәровтың роле ҙур. Рәсәйҙә бейеү коллективтары күп, әммә беҙҙеке кеүек академик хореография кимәленә күтәрелгәндәре бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Беҙҙең бейеүҙәрҙә боронғолоғобоҙ, бай мәҙәниәтебеҙ, халыҡ ижады, фольклор, данлыҡлы тарихыбыҙ, яугир халыҡ булыуыбыҙ, риүәйәттәребеҙ, легендаларыбыҙ туранан-тура сағылыш таба. Әгәр ҙә шундай тамырыбыҙ, нигеҙебеҙ булмаһа, бармағыбыҙҙан һурып сығарып ҡына беҙ шундай юғары бейеү сәнғәте тыуҙыра алмаҫ инек. Был сәнғәттең һәр төрөнә лә ҡағыла: бейеүгә лә, йырға ла, ҡурайға ла, театр сәнғәтенә лә һ.б. Бейеү дәртебеҙ ҙә тарихыбыҙҙан килә. Был йәһәттән беҙ бәхетле халыҡ. Тап шуның өсөн дә башҡорт бейеүе үҙенсәлекле, бейеүҙәребеҙ аша халҡыбыҙҙың тарихын да өйрәнергә була.

Күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ: 200 йыл элек башҡорт бейеүе нисек булды икән?

- Бик ҡыҙыҡ һорау. Фәйзи Ғәскәровҡа тиклем күмәк бейеүҙәр булмағандыр. Беҙҙең беренсе күмәк бейеү - "Зарифа" бейеүе. Ә уға тиклем яңғыҙ бейегәндәр. Әйтәйек, "Һунарсы" бейеүе. Был бейеүҙе башҡарыусы майҙан уртаһына сыға ла, нисек итеп һунарға барыуын, нисек януар аулауын хәрәкәттәре менән бәйән иткән. Фәйзи Ғәскәров бейеүҙәрҙе үҙе уйлап сығарып һалмаған, ауылдар буйлап экспедицияға сығып, халыҡтың үҙенән өйрәнгән. Шуға күрә беҙ ҙә төрлө легендаларҙы, риүәйәттәрҙе өйрәнеп, элекке бейеүҙәрҙе тергеҙеү өҫтөндә эшләйбеҙ.

Атайың Нияз халыҡсанлыҡтың юғары өлгөһөн күрһәткән бейеүсе ине. Әммә хәҙерге башҡорт бейеүе ныҡ үҫешә, байый. "Гүзәл-Данс"тың йомғаҡлау концертында, мәҫәлән, улар Роберт Юлдашевтың оригиналь музыкаһы ярҙамында бик үҙенсәлекле бейеү өлгөләре күрһәттеләр. Нисектер, улар ерҙә түгел, күктә бейеп йөрөгән кеүектәр. Ә бына, һинеңсә, башҡорт бейеүенең артабанғы үҫешендә ниндәй мөмкинлектәре бар?

- Беҙҙең Рәсәйҙә төрлө халыҡтар йәшәй, уларҙың һәр береһенең үҙ бейеүе бар. Шул уҡ ваҡытта халыҡтар бер-береһен байыта. Был үҫештең ниндәйҙер кимәлдә тәбиғи юлы ла. Шул уҡ ваҡытта бейеүҙәрҙе тематик яҡтан байытҡанда ла традицион бейеү хәрәкәттәрендә яңы биҙәктәр барлыҡҡа килә.

Фәйзи Ғәскәров Бөйөк Ватан һуғышына барып, "Өс таған" бейеүе алып ҡайтҡан. Ә һин Махсус хәрби операцияға барып, ниндәй ижади табыштарға юлыҡтың?

- Беҙҙең ансамбль 2022 йылда, Махсус хәрби операция башланғас та, Луганск ҡалаһына барҙы, сығыш яһаныҡ. 2024, 2025 йылдарҙа ла гастролгә барып, Бердянск, Мелитополь, Красный Луч, Донецк ҡалаларында сығыш яһаныҡ. 2023 йылда хәйриә концерты эшләп, машина һатып алдыҡ һәм уны үҙебеҙ алып барып һалдаттарға бүләк иттек. Махсус хәрби операцияла йөрөүсе егеттәр менән осрашып, аралашып йөрөгәндә бейеү һалыу уйы тыуҙы. Ҡайтҡас, либретто яҙып, "Йәшәү хаҡына" тигән бейеү һалып, 9 майҙа сығыш яһаныҡ. Сығышта Виктор Цойҙың "Группа крови" йырын файҙаландыҡ. Бейеүҙең сюжетында алғы һыҙыҡтағы һалдаттар һуғышы, уларҙы ата-әсәләре, ҡатындары, балалары нисек көтөүе сағылыш тапты. Бейеүҙең аҙағында һалдаттар еңеү менән тыуған яғына ҡайта. Бейеү шәп килеп сыҡты, ҡараған күптәр иланы. Рәсәйҙең дәүләт бейеү ансамблдәре менән аралашам, ундай бейеү беҙҙә генә бар.

Тағы ла ниндәй авторлыҡ бейеүҙәрең бар?

- Былтыр Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап, хәрби бейеү һалып, 9 майҙа сығыш яһаныҡ. Идея шулай тыуҙы. Бер йылда 9 майҙа "В бой идут одни старики" тигән фильм күрһәттеләр. Шул киноны ҡараным да, ике, өс мәртәбә ҡайтанан ҡараным һәм ҡыҙыҡһынып киттем. Сөнки ҡараған һайын кинола яңы нюанстар күрҙем. Шунан Леонид Быковтың биографияһын өйрәнеп, шул сюжет буйынса бейеү һалдым. Бейеүҙе "Веселые ребята" ("Күңелле егеттәр") тип атаным. Бейеүҙе ҡараусы тамашасылар: "Был бит "Һуғышҡа ҡарттар ғына бара" фильмы", - тип шундуҡ танынылар.
Рәсәй Геройы Шайморатов генералға һәйкәл асҡанда "Генерал Шайморатов" тигән бейеү һалдым. Бының өсөн Миңлеғәле Минһаж улының биографияһын өйрәндем. Ул ваҡытында Кремлде һаҡлау полкында хеҙмәт иткән. Уның нисек Башҡорт атлы кавалерияһына ҡайтыуын да, нисек итеп яугирҙарҙы ҡылыс алышырға, джигитовкаға өйрәтеүен һынландырҙыҡ.
Әле беҙ яңы проект өҫтөндә эшләйбеҙ, исеме - "Бер халыҡ тарихы". Ул Шишмә районында асылған "Күсмә халыҡтар цивилизацияһы" музейы концепцияһы буйынса эшләнәсәк. Унда халҡыбыҙ тарихында булған ваҡиғалар сағылдырыла.

Мөхәммәтша Буранғолов Ғәбит, Хәмит сәсәндәрҙән "Урал батыр" эпосын яҙып алғанда Ғәбит сәсән ҡобайырҙың тексын ғына һөйләп ҡалмаған, һынландырып та, уйнап та күрһәткән. Эпостарыбыҙ, риүәйәттәребеҙ, легендаларыбыҙ, әкиәттәребеҙ бихисап. Нисек уйлайһың, уларҙы ниндәйҙер композицияға, бейеү ритмдарына һалып һынландырып буламы?

- "Урал батыр" ҡобайыры буйынса Йәмилә Бикбаева композиция һалды. Беҙ ҙә мәктәп балалары өсөн шундай уҡ бейеү һалдыҡ. Беҙ уны Өфөлә күрһәттек, Силәбегә алып барҙыҡ. Яңы проекттарыбыҙҙа ла ундай композицияларыбыҙ тамашасыларға сюрприз булыр тибеҙ.

Бейеү маһирҙары Йәнғәле Вахитов, Йәүҙәт Бикбирҙин, Мөхәмәт Иҙрисов кеүек оҫталарыбыҙ һалған бейеүҙәр кеүек халыҡсан бейеүҙәр киләсәктә тағы ла тыуырмы икән? Бының өсөн ниндәй нигеҙҙәр бар?

- Халҡыбыҙ талантлы, тарихыбыҙ бай, мәҙәниәтебеҙ һоҡланғыс. Шулай булғас, киләсәктә лә һәр быуында ундай маһирҙарыбыҙ булыр тип ышанам. Шул уҡ ваҡытта беҙ бынан ҡырҡ йыл элек нисек бейегән булһаҡ, тик шулай ғына итеп бейей ҙә алмайбыҙ. Бейеү заман менән бергә барырға тейеш тип уйлайым, әммә ул үткәндән баш тартыуҙы аңлатмай. Хәҙерге балалар башҡорт бейеүе ҡуйылған концерттарға йөрөргә тейештәр. Икенсенән, ошо концертты ҡарағандан һуң уларҙың рухы күтәрелеп, ғорурланып, тарихыбыҙҙы өйрәнергә ҡыҙыҡһыныу тыуыуы мотлаҡ. Әгәр ҙә ошоға өлгәшә алһаҡ, маҡсатыбыҙға етә алырбыҙ.
Үҙенең балет мәктәбен, академияһын булдырған Борис Эйфман бөтә хореографияларҙы алған да, уларҙы уҡмаштырып, үҙенең бейеүҙәрен һалған. Барыбер ул үҙенең тамашасыларын тапҡан.

Энтузиазм төшөнсәһе күберәк сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт өлкәләренә ҡағыла, шулай түгелме?

- Бейеү даһиҙары Йәнғәле Вахитов, Йәүҙәт Бикбирҙиндар һалған бейеүҙәре өсөн тейешле баһа алдылармы икән, әйтеүе ҡыйын. Уларҙы күтәреп кенә йөрөтөргә тейеш инек.
Мәскәүҙә "Алтын ай" ансамблем менән шөғөлләнгәндә эшем миңә матди файҙа килтереүгә ҡарағанда, мин үҙем уға күберәк аҡса һалдым. Әлбиттә, түңәрәктәргә йөрөү түләүле, әммә ул хаҡтар Мәскәү өсөн үтә лә шартлы. Ә бына студенттар бушлай шөғөлләнде. Уларға костюмдарҙы үҙем тектерҙем. Өфөгә концерт менән килгәндә лә, юл сығымдарын үҙемә ҡапларға тура килде.

Моң солтаны Рамаҙан Йәнбәковтан: "Һаман да йырлап ҡына йөрөйһөңмө, эшкә урынлашманыңмы?" - тип һорашҡандар бит. Ә һинән, Нәзир: "Һаман да бейеп кенә йөрөйһөңмө, эшкә урынлашманыңмы?" - тип һорашҡандары булманымы?

- Ҡартатайым: "Эшкә урынлаштыңмы, әллә һаман кәзә тәкәһе һымаҡ һикерәндәп йөрөйһөңмө? Ҡайт ауылға, Таулыҡайҙа сварщик етешмәй", - тип көлдөргәйне. Бер саҡ ауылда кирза итеген таба алмаған да, миңә: "Нәзир улым, минең кирза итекте һин алдыңмы, апҡайт", - тигән хәбәр ебәрҙе.

Һинең өләсәйең бейеүсе булғанмы әле?

- Ҡәртәсәйем оҫта бейене, таҡмаҡ әйтеп бейеп, һәр мәжлестең уртаһында йөрөгән. Ул атайымды бейергә өйрәткән.

Өфөгә ансамблгә эшкә ҡайтҡансы Мәскәүҙә "Алтын ай" ансамбле ойошторғанһың. Илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәүҙең, эшләүҙең ниндәй хәтирәләре күңелеңдә һаҡлана?

- Питерҙан һуң Мәскәүҙә РФ Эске эштәр министрлығының Академик йыр һәм бейеү ансамблендә эшләй башланым. Рәсәй кимәлендәге концерттарҙа төрлө милләт вәкилдәре сығыш яһай, әммә минән башҡа башҡорт мәҙәниәтен күрһәтеүсе кеше юҡ тиерлек. Шуға күрә Мәскәүҙәге башҡорт балаларын бейетер өсөн зал эҙләй башланым. Әммә таба алманым. 2011 йылдың көҙөндә бер ял итеү үҙәгенә тренер булып эшкә төштөм. Ғариза яҙғанда етәкселеккә: "Эш көндәремдә үҙәккә килеүселәр менән, ә ялдарымда үҙемдең уҡыусыларым менән шөғөлләнһәм буламы?" - тинем.
Ҡаршы килмәнеләр һәм Мәскәүҙә йәшәүсе башҡорт балаларын бейеү түңәрәгенә йыйыуым тураһында интернетҡа иғлан ҡуйҙым. Башта ағалы-һеңлеле ике бала ғына килде. Шул саҡта: "Юҡ менән булып йөрөйөм түгелме?" - тигән икеле уйҙар ҙа барлыҡҡа килде. Әммә интернетҡа ҡуйылған рекламанан көслөрәк ҡалалағы милләттәштәребеҙҙең аралашып йәшәүе ҙур роль уйнаны. Ошо ике бала менән бер ай шөғөлләнеүгә уларҙың миңә йөрөүҙәре Мәскәү башҡорттары араһына таралып китеп, бер ай үтеүгә мәктәп йәшендәге балалар төркөмө тупланды. Февралдә илебеҙҙең баш ҡалаһында төрлө уҡыу йорттарында белем алыусы башҡорт студенттарынан тағы бер төркөм йыйҙым. "Алтын ай" ошо рәүешле барлыҡҡа килде. Торараҡ 4 йәшлек балалар төркөмө астым. Бер аҙҙан: "Нәзир, беҙҙе лә өйрәт", - тип, өлкәндәр ҙә төркөмгә ойошто.

Бейеү милли рухты һаҡлауға нисек булышлыҡ итә тип уйлайһың?

- Сит яҡта йөрөгәндә бейеүҙең милли рухты күтәреүгә нисек йоғонто яһауы нығыраҡ һиҙелә. Үҙебеҙҙә бейеүселәр, ансамблдәр күп булғас, бейеү, асылда, һөнәр булараҡ ҡабул ителә.
Мәктәптә уҡығанда тик башҡортса ғына һөйләштем. Учалыға уҡырға барғанда урыҫсам икмәк-тоҙлоҡ ҡына ине. Өфөгә килгәс, шуға иғтибар иттем: башҡорт йәштәре беләме-белмәйме, урыҫса һөйләшергә тырыша. Был хәл мода һымаҡ ине. Хәҙер шул күренештең киреһе күҙәтелә: башҡортса беләме-белмәйме, урыҫ телле башҡорт йәштәре башҡортса һөйләшергә тырыша. "Самауырлы ритайым"да инде барыһы ла башҡортса аралаша. Бик матур күренеш, шәп сара уйлап тапҡандар. Элек беҙ Салауат һәйкәле янына барһаҡ, бер урында Әбйәлил йәштәре, икенсеһендә Бөрйәндәр, өсөнсө урында Баймаҡтар төркөмләшә ине. "Самауырлы ритайым"да иһә барыһы ла бергә бейейҙәр, йырлайҙар, сәй эсәләр. Хәҙер беҙ киренән тарихҡа ҡайтабыҙ, шул ваҡытыбыҙ еткәндер, күрәһең.

"Көтөүсе бейеүе"ндә бейеүсе ҡурай уйнап сәхнәгә сыға, аҙаҡ бейей башлай. Киләсәктә ҡурайға, бейеүгә йыр ҡушылып, бер композиция булыуы мөмкинме?

- Ул хәҙер үк бар: "Мираҫ" ансамбле йыр һәм бейеү ансамбле бит. Мин үҙем дә Мәскәүҙә йыр һәм бейеү ансамблендә эшләнем. Унда беҙ патриотик бейеүҙәрҙе башҡарғанда хор ҡушылып йырланы. Һинең ауылдашың, Әхмәр ағай, Хәбир Аралбаев беҙҙең ансамблдең "три в одном"ы. Ул бейей ҙә, ҡурайҙа ла уйнай, йырлай ҙа. Һуңғы йылдарҙа йыр, ҡурай бәйгеләрендә гран-приҙар яуланы.

Беҙ үҙебеҙҙә бейеүселәр, бейеү ансамблдәре күп булғас, концерттар тыныс үтә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең бейеү ситкә сыҡтымы, бөтә конкурс-фестивалдәрҙә еңеүсе, гран-приҙар яулаусы. Нисек уйлайһың, донъя тамашасыһына беҙҙең бейеү ни яғы менән оҡшай? Әллә беҙгә экзотика тип ҡарайҙармы?

- Сит илдәргә конкурс-фестивалдәргә дәүләт ансамблдәре йөрөмәй. Унда күберәген үҙешмәкәрҙәр сыға. Беҙҙең көсөбөҙ барыбер ҙә тарихыбыҙҙалыр, халыҡ ижадында, фольклорҙа. Ҡырғыҙҙар, ҡаҙаҡтар бейеү мәҙәниәтен юғалтҡандар, улар әле был йәһәттән тарихтарына саҡ ҡайта ғына башланы.

Ҡаҙаҡтарҙың, ҡырғыҙҙарҙың ҡатын-ҡыҙҙары ғына бейей булһа кәрәк, әммә ир-ат бейеүҙәрен күргәнем булманы. Тағы ла минең өсөн Кавказ халыҡтарының бейеүҙәре бер-береһенә шул тиклем оҡшаш, уларҙы айырырлыҡ та түгел.

- Улар үҙҙәре айыра бит. Ритмдары ғына бер, әммә бейеүҙәре башҡа.

Ваҡытында Рәшиҙә апай Туйсина өсөн "Заһиҙә" бейеүе һалынған. Шундай уҡ бейеүҙәр ниңә әле лә тыумай икән?

- Фәйзи Ғәскәров тәүҙә "Мөғлифә" бейеүен һалған, аҙаҡ уны "Заһиҙә" тип үҙгәрткән. Һуғыш тамамланғас, ансамбль донъя буйлап гастролдәргә күп йөрөгән. "Заһиҙә"не донъя тамашасыһы күтәреп алған.

"Йәшәү хаҡына", "Генерал Шайморатов"тан тыш, алдағы йылдарға тағы ла ниндәй проекттарығыҙ бар?

- "Күсмә халыҡтар цивилизацияһы" музейы янында сәхнәләштереү өсөн сәғәт ярымлыҡ программа әҙерләйбеҙ. Унда барлығы ун бейеү буласаҡ. Әлегә уларҙың исемдәре, йөкмәткеләре сер-сюрприз булып ҡалһын. Костюмдарыбыҙ ҙа әҙер.

Ҡасан һуңғы мәртәбә үҙең яңғыҙ бейенең? Сольный бейеүҙәрең бармы?

- Мәскәүҙә яңғыҙ бейеү башҡарҙым.

"Кешене бейергә өйрәтә алам, әммә йәмһеҙ ҡыҙҙы матур итә алмайым", тигән Моисеев. Нисек уйлайһың, бөтә кеше лә бейергә өйрәнә аламы?

- Нимә тиҙәр әле - 99 процент тырышлыҡ һәм 1 процент талант тиҙәр. Бар шундай һомғол буйлы, бейеү өсөн һындары килешле егеттәр. Улар йә аяҡтарын һындыра йә бейеүен ташлап, икенсе эшкә күсә, йә Себер сығып китәләр.

Бейеү кешене дисциплинаға өйрәтә тиҙәр, дөрөҫмө?

- Эйе. Беҙҙең егеттәргә һәм ҡыҙҙарға һоҡланып ҡарайҙар, әллә ҡайҙан танып торалар. Сөнки был ансамблдә эшләп, илке-һалҡы булыуың мөмкин түгел.

Һуңғы ваҡытты бер күңелһеҙ күренеш күҙәтелә: хатта төпкөл ауылдарҙа ла ҡайһы бер балаларҙың телдәре урыҫса асыла. Был йәһәттән бейеү сәнғәте балаларҙы туған телендә һөйләштерер өсөн нимә эшләй ала?

- Мәскәүҙә балаларҙы бейергә өйрәткәндә "бер, ике, өс" тип башҡортса һанай торғайным. Йәғни уларға телде бейеү хәрәкәттәре менән һеңдерергә тырыштым. Хореография терминдары беҙҙеңсә түгел, шуға ул йәһәттән телгә йәлеп итеү мөмкин дә түгелдер. Шуға күрә бейеүгә башҡортса йырҙы ла индерҙем. Әҙ булһа ла белһендәр тинем. Дөйөм алғанда, туған телде әсә теле тиҙәр. Шуға күрә баланың туған телендә һөйләшеүендә иң тәүҙә әсәләр яуаплы тип уйлайым. Беҙ бейеүҙәр ярҙамында йәш кешелә туған халҡына ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо уятып, ул кеше туған телен өйрәнә башлаһа, маҡсатыбыҙға өлгәшкән булырбыҙ.

Профессиональ бейеүселәр башҡа һөнәр кешеләренә ҡарағанда иртәрәк пенсияға китә. Был физик көсөргәнешкә бәйле. Шул уҡ ваҡытта, минеңсә, бейеүсе сағыштырмаса ҡыҫҡа ғүмер арауығында үҙен бойомға ашырырға өлгөрөргә тейештер. Ә бына һине бейеү нимәгә өйрәтте?

- Дисциплинаға өйрәткәндер. Бейеүсе һәр ваҡыт үҙен формала тоторға тейеш. Шул ваҡытта сәхнә йәштәрҙе ярата. Ҡырҡ йәшен үтеп бейергә сыҡҡан кеше шундуҡ оло булып күренә. Ә тамашасы бейеүсе ҡыҙҙарҙың матурлығына, егеттәрҙең физик яҡтарына ҡарап һоҡланырға тейеш.

Ҡыҙыҡлы әңгәмәң өсөн оло рәхмәт, Нәзир Нияз улы! Аяҡтарың арымаһын, табандарың туҙмаһын, ижади уңыштар үҙеңә!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 16 - 22 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru