
"Киске Өфө" гәзите милли баҫмаларыбыҙ араһында айырым урын биләп тора, тип әйтер инем.
Күп йылдар тарихтан уҡытҡан мәғариф ветераны булараҡ, халҡыбыҙҙың үткәненә, быуаттар төпкөлөнә төбәлгән мәҡәләләрҙең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алып үткем килә. Һандан-һанға килгән күренекле ғалим, этнограф Сергей Руденконың яҙмалары, мәҫәлән, ата-бабаларыбыҙҙың көнкүрешен, алып барған хужалығын, эш һәм һунар ҡоралдарын, кейем-һалымын, аш-һыуын - ғөмүмән, йәшәү рәүешен асыҡ итеп күҙ алдына баҫтыра. Ул үҙе бала саҡтан башҡорттар араһында йәшәй һәм шуға ла халҡыбыҙ тормошон төптән белә. Революцияға тиклем Руденко Санкт-Петербургтағы Рус музейының этнография бүлеге өсөн 1079 берәмектән торған башҡорт коллекцияһы йыя. Ул халҡыбыҙҙың матди мәҙәниәтен төрлө яҡлап сағылдырған әйберҙәр һаны һәм тулылығы буйынса уникаль йыйылма булып тора, үткән быуаттар араһында башҡорттарҙың этнографик характеристикаһын асыҡ бирә.
Башҡорт этногенезы, ырыуҙар шәжәрәһе һәм тарихы, ауыҙ-тел ижады ла гәзиттең бай тематикаһынан ситтә ҡалмай. Шуға "Киске Өфө" гәзите - тыуған төбәгебеҙҙе өйрәнеү дәрестәрендә алыштырғыһыҙ әсбәп ул.
Һәр һанда донъя күргән арҙаҡлы шәхестәребеҙ, яҙыусылар, сәнғәт оҫталары, фекерле замандаштарыбыҙ менән әңгәмәне уҡып, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт кенә түгел, ә фәһем дә алабыҙ. Бөгөнгө ҡатмарлы заманда әйтелгән дөрөҫ һүҙҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ бит ул. "Киске Өфө"нө шуның өсөн дә юғары баһалайым.
Фәүзиә ҮТӘЕВА,
мәғариф ветераны.
Йылайыр районы Юлдыбай ауылы.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 23 - 29 октябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|