«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Атайҙар көнө билдәләнде. Ә ҡайҙарҙа, ниндәй хәстәрҙәр менән йөрөй икән хәҙерге атайҙар?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЗАМАН ТАУЫШЫН ИШЕТ!
+  - 

Ҡыҙыҡ: 1113 йылда (бынан 9 быуат элек!) хәтирәләр яҙыусы Ғүмәр Әл-Хәйәм йәшәгән мәлен "ҡоторонған замана" тип баhалаған. Һәр быуын үҙе йәшәгән дәүерҙе шулай тип иҫәпләйме? Ҡыҙыҡмы был, әллә ҡыҙғанысмы?

Бөгөнгө замана тормошонда ла матурлыҡ, нәфислек, инсафлыҡтан башҡа бөтәhе лә ­ әҙәпhеҙлек, әшәкелек, намыҫhыҙлыҡ, оятhыҙлыҡ h.б. кешеләрҙең әҙәми зат тигән исемен кәмhеткән бөтәhе лә бар! Сәйәси hәм иҡтисади тотороҡhоҙлоҡҡа hылтанып, халыҡтың әхлаҡи hәм рухи ныҡлығын тарҡатыу дөрөҫмө? Ниңә халыҡ менән идара итеүсе синыф араhындағы бушлыҡ киңәйгәндән киңәйә? Ниңә рәсәйлеләрҙе hәм уларҙың йәшәү рәүешен донъя халыҡтары яратмай? Илдең тотороҡлоғо, халыҡтың көсө иҡтисад менән сәйәсәттә генә түгел, бәлки, әхлаҡ менән рухи ныҡлыҡта икәнен һаман аңламайҙар?
"Халыҡтың бөйөклөгө байлығында түгел, уны нисек файҙаланыуында", тигән заманында Америка президенты Рузвельт. Был һүҙҙәр бөйөк Рәсәйгә төбәп әйтелгән кеүек. Халыҡ мәнфәғәтенә ашаған икмәгенең хаҡын сығарырлыҡ та хеҙмәт күрhәтмәгән елғыуарҙары сәхнәгә, трибунаға сығып ҡытҡылдаған hайын шау-гөр килеп тәбрикләүҙәр, ғәмhеҙ хәбәр һөйләүселәргә, мәғәнәhеҙ тамаша ҡуйыусыларға иғтибар, ихтирам, иң яҡшы, уңай йәшәү шарттары тыуҙырылыуы ғәҙелме? Атай-олатайҙар ҡан, тир, йәш түгеп булдырған халыҡтың дөйөм милке, тәбиғи байлыҡтарын ҡомһоҙҙарса урлау, талау, тәләфләүгә юл ҡуйыла. Шулай булғас, беҙ кем? Ҡуштандармы, ялағайҙармы? Бурҙар, елғыуар, әрәмтамаҡтарҙы шаштырып ҡотортҡас, беҙ үҙебеҙ ихтирамға лайыҡмы? Түбәнhетелгән йәмғиәт үҙе кеүек түбәнhетелгән шәхестәр генә тәрбиәләй ала! Ошо hәм ошоноң кеүек хәтәр hорауҙар күптәрҙе борсойҙор. Күптәр уларға тоғро яуаптар эҙләйҙер, уйланалыр… Был яҙмаларҙы уҡыған кеше үҙе йәшәгән дәүерҙе, ундағы хәл-ваҡиғаларҙы, уларға үҙенең мөнәсәбәтен hәм хис-кисерештәрен үткәндәр менән сағыштырып баhалап, hығымта яhаhа, ғәҙел ҡарашҡа hәм тоғро фекергә килер, тигән өмөттәмен. Юҡ, мин иҫкелек яҡлы түгелмен! Халыҡтар үҙ асылдарының иң аҫыл hыҙаттарын ҡәҙерләп hаҡлап, заман талаптарына ярашлы үҫешhен, камиллашhын өсөн ике ҡулым менән тауыш бирәм. Ләкин халыҡтың яулаған ҡаҙаныштарын юҡҡа сығарып, киләсәккә өмөтөн урлаған заман тәртиптәре менән килешә алмайым.
Мин йәшәгән дәүерҙә фән, ғилем, тормош шарттары, көнкүреш, хужалыҡ тармаҡтарында йылдам үҫеш (прогресс) күҙәтелhә, мәҙәниәт, тәрбиә, әхлаҡ өлкәләрендә, киреhенсә, примитивлек өҫтөнлөк алып бара. Бына шул аяныслы хәл, һәләкәтле күренеш борсорға тейештер бөгөн кешелекте.
Ваҡытында ихлас күңелдән әйтелгән кәңәш, өгөт-нәсихәт, кемдәргәлер һүҙ йоғонтоһо тейеп, көс, дәрт өҫтәп, көндәлек тормош мәсьәләләрен сисеүгә ярҙам итә. Ваҡытында әйтелмәгән hүҙ йөрәкте яралап, әрнетеп, йәндә ауыр йөк булып ята. Күңелендә тыуған уй-хистәрен башҡалар менән бүлешеүгә hәр әҙәм балаhы мохтаж hәм хоҡуҡлы. Яҙмаларымдың төп мәғәнәhе лә шунда. Мин яҙғандарҙы уҡып бер кем дә ҡапыл үҙгәреп китмәҫ, уҡымағандар ҙа нисек йәшәгән, шулай йәшәрҙәр, тик уҡыған ғына үҙенә кәрәк кәңәш, файҙалы фекер табыр.
"Яҡшылыҡҡа өндәгәндә лә ҡаршылыҡҡа осрауың ихтимал", тигән аҡыллы hүҙҙәрҙе лә беләм, ләкин кешене алға бөгөн кем һәм ниндәй вазифала булыуы түгел, ә иртәгә яҡшыраҡ булыу теләге әйҙәп торһа, ул, мотлаҡ, маҡсаттарына ирешәсәк. Шуға күрә, немец халҡы әйтмәксе, "йомортҡа көткәндә, ҡытҡылдауға түҙәhең"…
Һәр дәүерҙең үҙ моңо, үҙ көйө, үҙ тауышы бар. Ул тауыштарҙың ауазы һәр халыҡтың үҙ телендә киләсәктә лә яңғырап торорға хаҡлы. Ай тылсымына солғанып, заманынан сихырланып йәшәгәндә лә, үткәндәренең ауазын үҙ телендә ишетеүҙән мәхрүм ителгән халыҡ - ҡол халыҡ. Заман тауышын ишетергә теләмәгән халыҡ - ихтыяры ҡол халыҡ.

Урал МОСТАФИН.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 23 - 29 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.10.26 | Ҡаралған: 16

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru