«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Атайҙар көнө билдәләнде. Ә ҡайҙарҙа, ниндәй хәстәрҙәр менән йөрөй икән хәҙерге атайҙар?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
АҠСА ҺАУЫУ, ЙӘКИ ЕЛ ТИРМӘНДӘРЕ МЕНӘН АЛЫШ
+  - 


Быйығы көҙ күңеле ҡатҡан әҙәм балаларынан йылыһын йәлләмәҫкә булды, ахыры. Һәр хәлдә, сентябрь йәйгесә йылы, сыуаҡ көндәре менән һөйөндөрҙө. Октябрҙә лә әле плюс температура һаҡланып ҡаласаҡ, ти синоптиктар, тик барыбер көҙ һулышы ҡышты һөйрәй: иртәле-кисле һалҡындар, республиканың ҡайһы бер райондарында күҙәтелгән ҡар ҡатыш ямғырҙар, көслө ел үҙенекен итә.

Шунлыҡтан Өфөлә быйыл октябрь башынан уҡ йорттарға һәм учреждениеларға йылылыҡ бирелә башланы. Тик бына әле генә эш башланыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер фатир милекселәре сентябрь квитанцияларына уҡ әле бирелмәгән йылылыҡ өсөн дә түңәрәк кенә иҫәп-хисап һандарын күреп, аптырап ҡалды. Эйе, аҡса һауыу миҙгеле башланды. Фатирҙағы йылылыҡ энергияһы приборҙары алдашмаһа ла, дөйөм йорт ҡулланыуы өлкәһендә ниндәй генә юлдар менән аҡса ҡайырмай ресурс ойошмалары! Әлбиттә, барҙыр ҡалаларҙа төрлө сәбәптәр менән дөйөм йорт приборы ҡуйылмаған йорттар ҙа, ләкин ул булды ни ҙә, булманы ни - иҫәп-хисап айырмаһы иҫ китерлек түгел. Шуның өсөн дә халыҡтан бындай "аҡса һауыу" кампанияһын йәмәғәтселек контроленә алыу кәрәктер. Хәҙер күпселек күп ҡатлы йорттарҙың (МКД) советтары булдырылып, уларҙың рәйестәре, ярҙамсылары һайланды, ләкин улар исем өсөн ойошторолорға түгел, ә МКД милекселәре йәшәйешен еңеләйтергә тырышырға, идара итеүсе компаниялар (УК) эшен контролдә тоторға, йортто бағыу өсөн сығымдарҙы тикшереп торорға, йортҡа ремонт мәсьәләһен ҡарарға, дөйөм милекте һаҡларға һәм, әлбиттә, әлеге әрһеҙ ресурс чиновниктары эшен дә үткер күҙәтеү аҫтына алырға тейеш.
Мәғлүм булыуынса, быйыл 1 октябрҙән бөтөн ил буйынса 8-ҙән алып 22 процентҡа тиклем хаҡтар күтәрелде. Был ағымдағы йыл эсендә икенсе индексация: тәүгеһе ғинуар башында өҫтәлмә ҡиммәткә һалым (НДС) менән бәйле булһа, әлегеһе - инфляция һөҙөмтәһендә. Башҡортостан буйынса коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр күләме уртаса 10,7 процентҡа арттырылды. Ә инде айырым ресурстарҙы алып ҡарағанда, был һан сик түгел. Мәҫәлән, электр энергияһы тәьминәте 11,2 процентҡа ҡиммәтләнә: электр плитәһе булмаған ҡала фатирҙары өсөн киловатт-сәғәтенә - 5,55 һум, электр плитәлеләргә - 3,89 һум; һыу үткәреү (канализация) иң юғары күрһәткескә әйләнгән: 12,7 процент, ә аҡса иҫәбендә кубометрына ошоға тиклемге 44 һум 54 тиндән яңы тариф буйынса 49 һум 65 тин түләргә; һыуыҡ һыу тәьминәте - 10,6 процентҡа артып, кубометры ошоға тиклемге 40 һум 53 тиндән 44 һум 73 тингә тиклем артһа; йылылыҡ энергияһы 9,7 процентҡа ҡиммәтләнеп, аҡса иҫәбендә яңы тариф буйынса 3722 һум 77 тин тәшкил итә; газ ҡулланыу хаҡы үткән аҙналағы яңы ҡарар буйынса кубометры 11 һум 67 тин торһа, газ колонкаһы менән файҙаланыусыларға 10,86 тин түләргә тура киләсәк; ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар, йәғни сүп-сар сығарыу ике кешелек ғаилә өсөн 218,60 һумдан 244,82 һумға тиклем арттырылды. Шулай итеп, Өфөлә коммуналь хаҡтар үҙгәрешенең сикке индексы 12, 8 процентҡа барып баҫасаҡ.
Шулай ҙа был һандарҙы әҙгә генә булһа ла кәметеү мөмкинлектәренең үҙебеҙҙең ҡулда булыуын да онотмайыҡ: квитанциялағы хаҡтар ресурстарҙы һаҡсыл ҡулланыуға, өйҙәге иҫәп приборҙарының барлығы-юҡлығына, социаль ташламалар һәм субсидиялар менән файҙаланыуға ла бәйле буласаҡ. Ошо йәһәттән UFA1.RU онлайн каналы күҙәтеүҙәре уйға һала. Улар иҫәпләп сығарыуынса, Башҡортостанда яңы тарифтар буйынса бер бүлмәле фатир өсөн 9,5 мең аҡсаңды сығарып һалырға тура киләсәк. Коммуналь түләүҙәргә ғаилә килеменең күпселек өлөшө китеп торасаҡ. Был күрһәткес федераль закон буйынса 22 процент тәшкил иткән хәлдә генә кеше субсидияға өмөт итә ала, шул хәлдә лә әле уны юллау өсөн, урыҫ әйтмешләй, "ут, һыу һәм еҙ торбалар аша" үтергә кәрәк буласаҡ, ул һүрәттә лә эшең йә уңа ла, йә туңа, сөнки ҡырҡ төрлө документ һәм мәғлүмәттәр талап ителә.
Шуныһы һис аңашылмай: эш хаҡы яҡшы булған Мәскәүҙә был һан ни бары 10, ә Санкт-Петербургта 14 процент тәшкил итә. Социаль иҡтисад тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Алексей Зубцов һүҙҙәренә ҡарағанда, илдәге халыҡтың 60 проценты "ярлылыҡ тупһаһында" ("предбедные") көн күрә, улар эш хаҡынан эш хаҡына ауырлыҡ менән аҡса еткерә (йә еткерә алмай), сөнки сығымдар аҙыҡ-түлектән тыш, дарыуға, коммуналь түләүҙәргә, кейем-һалымға, көндәлек кәрәкле тауарҙарға китеп тора. Уларҙың һаҡлыҡта ятҡан аҡсалары юҡ. Быны Үҙәк Банк аналитиктары ла раҫлай: аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр башҡа ихтыяждарын сикләп, килемен туҡланыуға һәм коммуналь түләүҙәргә генә тотона ала. Ә һуңғы йылдарҙа айырыуса ҡиммәтләнгән йылылыҡ һәм һыу өсөн түләй алмағандар күпме! 2025 йылдың ноябрь мәғлүмәттәре буйынса, коммуналь хеҙмәттәр өсөн ил буйынса 415 млрд һум бурыс тупланған! Был, тимәк, илдәге һәр гражданға 2 840 һум тап килә, тигән һүҙ. Яңылыҡ түгел: беҙҙә халыҡ кредит иҫәбенә йәшәй. Башҡортостанда ғына ла, мәҫәлән, быйылғы 8 ай эсендә 256 млрд һум кредит алынған. Сүп өҫтөнә сүмәлә тигәндәй, Росстаттан тағы бер күңелһеҙ мәғлүмәт: быйылғы июль айына ҡарата йыл буйы эшкә урынлаша алмаған кешеләр дөйөм эшһеҙҙәр һанының 13 процентын (былтыр 9 процент) тәшкил итә. Ошондай шарттарҙа беҙгә иҫәпселеккә, һаҡсыллыҡҡа өйрәнергә күптән ваҡыт: кәрәккән-кәрәкмәгәнгә ут яндырып, электән күнегелгәнсә, крандарҙы оҙаҡҡа асып ҡуйып, мәйелеңсә һыу тәләфләүҙәрҙе сикләү, төп башына ултырмаҫ өсөн квитанциялағы һандарҙы иғтибарлап тикшереү, өҫтәмә рәүештә үҙ алдыңа иҫәп-хисап яһау бер аҙға булһа ла түләүҙәрҙе кәметергә мөмкинлек бирер ине. Сөнки бындай күнекмәләр беҙгә әле, ай-һай, нисек кәрәк буласаҡ. Рәсәй Төҙөлөш министрлығының, киләһе йылдарға тарифтарҙы индексациялау инфраструктураны яңыртыу менән ҡулланыусылар мәнфәғәтен яҡлау тигеҙлеген тәртипкә һаласаҡ, тип вәғәҙәләүенә нисек ышанмаҡ кәрәк! Һәр хәлдә, вәғәҙәне өс йыл көтәләр.
Ә бына Иҡтисад үҫеше министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, киләһе йыл илдә коммуналь хеҙмәттәр тарифын - 11 процентҡа, 2028 йылда - 8,6, 2029-ҙа 7,6 процентҡа - йыйып әйткәндә (быйылғы менән бергә), 4 йыл эсендә тарифты 33,5 процентҡа арттырыу ҡарала. Ошо сәбәпле һәм граждандарҙан килгән ризаһыҙлыҡ мөрәжәғәттәре менән бәйле май айында уҡ әле Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин аңлатма биреүен һорап, иҡтисад министрын парламентҡа саҡырғайны, ләкин Максим Решетников бында килеп тороуҙы кәрәк тапманы. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, чиновниктарҙың ҡаршылашыуына ҡарамаҫтан, Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары, атап әйткәндә, КПРФ фракцияһы, үҫә барған тарифтарҙан халыҡты социаль яҡлау маҡсатында ғаилә килеменән коммуналь түләүҙәргә максималь күләмде әлегесә 22 урынына 10 проценттан арттырмаҫҡа тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. Сығымдары шул кимәлде үткән хәлдә, ғаиләгә субсидия түләнергә тейеш. Хөкүмәт, әлбиттә, был "әкиәт" те шундуҡ кире ҡаҡты - башҡа яуапты көтөргә мөмкин инеме ни? Ҡыҙыҡ: Дәүләт Думаһы тарихында бер тапҡыр булһа ла берәй фракцияның ябай халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусы "изге ниәте" еңеп сыҡҡаны булдымы икән? Ай-һай... Шулай булғас, исем өсөн генә эшкә ашмаҫ проекттары менән ниңә әҙәм башын ҡаңғыртырға икән был коммунистарға? "Ғәҙел Рәсәй"ҙең ғүмер буйы "ел тирмәндәре" менән алышыуы ла тамам ялҡытты бит, юғиһә. Әйткәндәй, һайлауҙар алдынан Сергей Мироновтың сама белмәүсе тарифтарға ҡаршы Президент исеменә халыҡтан вәғәҙә ителгән 5 млн ҡултамғаһы менән торлаҡ-коммуналь өлкәләге коррупцияға ҡаршы тикшереүҙәр үткәрергә саҡырыуҙары ла ҡайҙалыр юғалып, эҙһеҙ ғәйеп булды...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 23 - 29 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.10.26 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru