«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Атайҙар көнө билдәләнде. Ә ҡайҙарҙа, ниндәй хәстәрҙәр менән йөрөй икән хәҙерге атайҙар?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ДИЗЕЛЬ КИЛЕШЕҮЕ АМЕРИКАНДАРҒА КӘРӘК
+  - 


Үткән аҙнаның һуңғы көндәрендә, ниһайәт, АҠШ бөтөн йүнәлештәр буйынса ла Украина менән хеҙмәттәшлекте өҙҙө. Был бер көн эсендә генә хәл ителмәне, әлбиттә. АҠШ президенты Дональд Трамп Newsmax америка телеканалына үҙенең интервьюһында әйткән фекеренсә, Вашингтон менән мөнәсәбәттәр ҡора торған кеше Зеленский түгел.

"...Рәсәй менән Украина барыбер ҙә килешеүгә килерҙәр ул. Ләкин Зеленский менән түгел. Ул килешергә теләмәй. Зеленский был вазифаны бик оҙаҡ биләй һәм, әгәр украиндар конфликтты көйләргә теләй икән, нимәнелер үҙгәртергә кәрәк",- тине Трамп, тағы бер тапҡыр Украинала яңы президент һайлау мәсьәләһенә ишаралап. Мәскәүҙә Трамптың фекере менән килешеүҙәрен белдерҙеләр. "Зеленскийҙың үҙенә яуаплылыҡ алырға һәм тыныс көйләү юлына баҫырға теләмәүе көн кеүек асыҡ, һәм беҙ бында президент Трамп менән килешәбеҙ",- тине Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков.
17 октябрҙә Трамп Рәсәйгә ҡарата иғлан ителгән яңы санкциялар һәм пошлиналарҙы туҡтатыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был АҠШ конгресы тарафынан сентябрҙә Рәсәй менән Иранға санкциялар мәсьәләһендә президент Трамптың вәкәләтлеген киңәйтеү тураһындағы законға таянып эшләнде. Әлеге закон буйынса, әгәр милли мәнфәғәттәр өсөн кәрәк була ҡалһа, президентҡа санкциянан баш тартыу хоҡуғы ла бирелә, ләкин ул был ҡарарын конгресс алдында нигеҙләргә тейеш. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, указ шыма ғына үтеп китмәне, әлбиттә: конгресс ағзаларының бәғзеләре тарафынан аяуһыҙ тәнҡит утына алынды. Указға тиклем үк әле АҠШ конгресы Рәсәй менән дизель килешеүен юҡҡа сығарырға маташҡайны. Өҫтәүенә, Трамп указы Евросоюзға ла "ҡыҙыл сепрәк" кеүек тәьҫир итте. Брюсселдә былай ҙа бер нисә көн буйы дизель мәсьәләһе һәм Украина Ҡораллы көстәрен (ВСУ) тәүлеккә яҡын Starlink менән Starshield америка спутник элемтәһе системаһынан өҙлөктөрөү сәбәпле сыр-сыу ҡупҡайны инде. Ә бит һалҡын аҡыл менән уйлап ҡарағанда, "тамуҡ санкциялары" ҡушаматы алған был сара бойомға аша ҡалһа, ул Ҡытай менән Һиндостанды ла ҡыҫымға алыр һәм октябрҙә "киң ҡолас" иҡтисад һәләкәте килеп тыуыр ине, тип яҙа KP.RU күҙәтеүсеһе Дмитрий Бабич.
Шул уҡ ваҡытта Трамп "тамуҡ санкцияһын" үҙе кәрәк тип тапҡан осорға тиклем генә тотҡарлауы һәм Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙы теләгән ваҡытта кире ҡайтара алыуы хаҡында ла белдерҙе. Эйе, Трамп Трамп булмаҫ та ине, әгәр донъя иҡтисадының үҙ ҡарарына һәм абруйына бәйле булыуына ишаралап тормаһа. Был йәһәттән артабанғы ваҡиғалар үҫешенең ниндәй йүнәлеш алыу ихтималлығы хаҡында фекер төйнәүсе бер төркөм эксперттар Трампты уратып алған "ҡарсығалар", йәғни ҡайһы бер республикасы фирҡәҙәштәре йоғонтоһонда Трамптың йүнәлеш алған юлдан тайпылыу ихтималлығы булыуын да инҡар итмәй. Ләкин 17 октябрҙә АҠШ президенты, ниһайәт, Рәсәйҙән тура импортҡа элек иғлан иткән 500 процент тарифтан һәм Мәскәүҙән энергетика сығанаҡтары алыусы биш эре илгә ҡарата 100 проценттан, шулай уҡ Рәсәйҙең банк һәм башҡа ойошмалары чиновниктарына санкциянан баш тартты. Трамптың һүҙҙәре менән әйткәндә, "...ярайһы прогресҡа өлгәшелде һәм иҫәрлек арҡаһында Украина буйынса һөйләшеүҙәр темаһынан Рәсәйҙең ситләшеүен теләмәйем", дизель килешеүе американдар өсөн кәрәк, тип белдерҙе.
Киев режимы башлығы Зеленский Аҡ йорт шәфҡәтенән мәхрүм ителеүенә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең нефть эшкәртеүсе заводтарына һөжүмде туҡтатырға йыйынмай, ул ғына ла түгел, Трампты "йомшаҡлыҡта", иран конфликтын туҡтата алмауҙа ғәйепләй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Киев режимы башлығы Вашингтон менән дипломатик йүнәлештә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе дауам итергә әҙер булыуы хаҡында белдерә. Бынан тыш, NBC News каналына интервьюһында ул һуғыштар тамамланғандан һуң украин властары тейешле закондар ҡабул итеп, илдә президент һайлауҙары үткәрәсәге һәм дәүләт башлығы вазифаһын һайлауҙа үҙе лә ҡатнашасағы хаҡында һөйләне, ә был турала украин граждандарының ни уйлауы уны ҡыҙыҡһындырмай. Шул уҡ ваҡытта Киев халыҡ-ара социология институтының һорау алыуҙары буйынса украиндарҙың 53 проценты Зеленскийҙы президентлыҡҡа кандидаттар исемлегендә күрергә теләмәүен белдерә. Верховный раданың элекке депутаты Владимир Олейник яҙып сығыуынса, Зеленскийҙы властан ситләтеү маҡсатында Вашингтон украин властарының коррупцияһын фашлауға сығарыуы ла бик ихтимал.
Үткән аҙнала Европа хәлдәренә килгәндә, Еврокомиссия һаман булһа тотҡарландырылған Рәсәй активтарына теш ҡайрай. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер Европа илдәрендә тормош кимәленең насарланыуы һәм хаҡтар артыуы сәбәпле, халыҡтың урамдарға сығып протест белдереүе, баш күтәреүе, демонстранттарҙың полиция менән бәрелештәре, урамдағы янғын, тәртипһеҙлек, ҡыйратыуҙар һәм протест маршында ҡатнашыусы меңләгән кешене ҡулға алыуҙар Францияла ғына түгел, Италияла, Албанияла ла булып үтте. РФ Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков был тәртипһеҙлектәрҙә Рәсәйгә нахаҡ ғәйеп ташлауҙарҙы мәғәнәһеҙлек тип атаны һәм был хәлдәрҙе Европа илдәренең эске эштәренә бәйле булыуын әйтте. Ә мәғлүм булыуынса, "эске эштәр" яҡшынан түгел, яғыулыҡ ҡытлығы ихтималы ҙур. Европаның газ һаҡлағыстары быйыл ҡышҡа әҙер түгел: улар яртылаш ҡына тултырылған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Еврокомиссия Трамптың Рәсәй газын һатып алыу тәҡдименән баш тартты һәм, киреһенсә, Рәсәйгә санкцияларҙы туҡтатып, унан дизель һатып ала башлағаны өсөн АҠШ президентын ғәйепләне. The New York Times гәзите билдәләүенсә, Аҡ йорт хакимиәте, Европаны Рәсәй газы менән тәьмин итеүҙе Украина конфликтын көйләүҙә мөһим аҙым буласаҡ, тип өмөтләнә .

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 23 - 29 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.10.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru