«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Атайҙар көнө билдәләнде. Ә ҡайҙарҙа, ниндәй хәстәрҙәр менән йөрөй икән хәҙерге атайҙар?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
УҠЫЙ-ЯҘА БЕЛЕҮЕ ЗОЛОМДАН ҠОТОЛОРҒА ЯРҘАМ ИТКӘН
+  - 


Бер нисә йыл элек, гәзиттәребеҙҙең береһендә бер риүәйәт уҡығайным. Ҡуйы урман араһында йәшәгән бер тылсымсы үҙенең һарыҡ көтөүенән көн дә бер һарыҡты тотоп, һуйып ашай торған булған. Әммә һарыҡтар был хужаның ниәтен һиҙенеп, ҡасып йәшеренеп, уға ҡатмарлыҡтар тыуҙыра башлағас, тылсымсы үҙенең тылсымын эшкә егергә уйлаған. Һәр һарыҡтың күңеленә: "Һин - һарыҡ түгел, ә икенсе бер йән эйәһе, һин минән һис ҡурҡма, мин бит тик һарыҡтарҙы ғына ашайым", - тигән үәсүәсә ҡыла. Бынан һуң, үҙен кеше, арыҫлан йә бүре итеп тоя башлаған һарыҡтар, тылсымсынан ҡасып китмәү генә түгел, уның был эшендә хатта ярҙамсы ла булып китә. Үҙҙәрен бер аҙ "сәйер" тота тип һанаған башҡа һарыҡтарҙы хужаға күрһәтеп, бер-береһен тоттора ла башлайҙар...

Урыҫта ошондай әйтем йөрөй: "Сказка - ложь, да в ней - намек: добрым молодцам урок". Бына ошо риүәйәтте уҡып сыҡҡас, миңә шунда уҡ үҙебеҙҙең атай-олатайҙарыбыҙҙың күптәнге түгел (бер быуыттан да әҙерәк) тарихы күҙ алдына килде. Утыҙынсы йылдар... "Күрше - күршене, туған - туғанды ошаҡлап, властарға тоттороп" йөрөгән дәүерҙәр хаҡында уҡып, әле булһа тетрәнәбеҙ. Хатта ана 30 октябрь көнө (Октябрь байрамынан бер аҙна ғына элегерәк булған дата) шул золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө итеп тә билдәләнгән бит. Ул мәлдәрҙә барлыҡ халыҡ вәкилдәренең, шул иҫәптән, беҙҙең милләттәштәребеҙҙең дә һәммәһе үҙен "совет кешеһе" тип тойғанлығы асыҡ. Юғарыла иҫкә алған риүәйәтте уҡып, шул дәүер менән сағыштыра башлау менән, ысынлап та, халыҡтың ҡайһы бер өлөшө үҙен бүре, хатта арыҫлан итеп хис итеп, ҡалған күпселекте һарыҡҡа тиңләгәндер һымаҡ тойғолар ҡала...
Әсәйем мәрхүмәнең үҙенең атаһы, йәғни Мөхәммәтйән ҡартатайым хаҡында һөйләгәндәре һаман хәтеремдә. Ҡырҡ дүрт йәшендә ҡартатайым Беренсе Бөтә донъя ("ярман") һуғышына алынып, күпмелер һуғышҡандан һуң, немецтарға пленға төшкән. Биш йылға яҡын герман әсирлегендә йөрөп, тыуған яғына ҡайтҡанда, илдә инде совет власы урынлашҡан була. Ауылдағы ике активист йәш егет 1933 йылда "кулак"лыҡта ғәйепләп, дин юлында булған ҡартатайым өҫтөнән (уға инде 63 йәш була) властарға "донос" яҙып бирә. Оҙаҡламай милиционерҙар килеп, ҡартатайҙы Баймаҡҡа алып та китәләр. Әлеге ялыусы егеттәр суд органдарына "Был ҡарт фәлән йылда өйләнеп, ата-әсәһенән "башҡа" сыҡҡанда, уның фәләнсә йылҡыһы, һыйыры, һарыҡтары булған. Өҫтәүенә, батраклыҡта малай тота..." тигәнерәк йөкмәткелә "күрһәтмә" бирә.
Күпмелер ваҡыттан суд була. Ҡартатайым (1870 йылда тыуған) фронтовик, "донъя күргән" кеше, боронғо ғәрәп яҙыуынан тыш, урыҫса ла уҡый-яҙа белгән. Ярайһы ғына ҡыйыу, һүҙгә лә оҫта булғандыр, күрәһең, бер ҙә ҡаушап ҡалмаған һәм ҡойолоп төшмәгән. Башлыса урыҫ телендә алып барылған суд процесын, үҙенә ниндәй ғәйепләүҙәр яғылғанын, әлбиттә, бик яҡшы аңлап ултырған. Ҡул кутәреп, үҙенә һүҙ биреүҙәрен үтенеп, судьяға мөрәжәғәт иткән. Рөхсәт алғас: "Судья иптәш, мин өйләнеп башҡа сыҡҡанда бына ошо егеттәрҙең хатта әсәләре лә әле тик имгәкләп кенә йөрөгән сабый балалар ине. Һорағыҙ әле, был малайҙар минең ҡасан һәм күпме мал-мөлкәтем булғаны хаҡында шуныса мәғлүмәтте ҡайҙан алғандар икән? - тигән ҡартатайым ҡыйыу ғына. - Икенсенән, хәҙерге көндә улар миндә "батраклыҡта йөрөй" тип атаған малай аслыҡ йылында (1922) ата-әсәһеҙ, үкһеҙ етем ҡалған бала ине. Был хаҡта бөтә ауыл халҡы белә. Уны ҡарап үҫтереүҙе мин үҙ өҫтөмә алғанмын..." Судья ошо турала әлеге егеттәрҙән һорағас, улар ялыуҙың башҡаларҙан ишеткән имеш-мимештәр буйынса яҙғанлығын танырға мәжбүр була. Һәм, ышанаһығыҙмы-юҡмы: ҡартатайым аҡлана! Шунда уҡ суд залында уны ғәйепһеҙ табып, азат итеп, өйөнә ҡайтарып ебәрәләр.
Ул заман өсөн кеше ышанмаҫлыҡ бындай хәлдәрҙе, урыҫса әйтмешләй, "казуистика", тип атарға була. Әлеге ғәҙел, ҡыйыу судьяның артабанғы тормошон, әлбиттә, белмәйем, әммә уға Ахирәттә Аллаһы Тәғәлә әжер-сауабын насип итһен, тип һорайым. Ҡулға алып та, кешене аҡлаған осраҡтар ул саҡта, оло үкенескә, бик һирәк кенә булған шул. Ул дәүерҙә ҡулға алынған милләттәштәребеҙҙең күпселеге уҡый-яҙа белмәгән (айырыуса, урыҫ яҙыуын танымаған) булыуы барыбыҙға ла мәғлүм. Суд протоколына, башҡа документтарға, бер ни ҙә аңламаған көйөнсә, ҡултамға урынына бармаҡ эҙе генә ҡуйған, үҙҙәрен ниҙә ғәйепләүҙәрен дә белмәй киткән осраҡтарҙың күп булыуы хаҡында элек ололарҙан ишеткеләгәнем бар. Тап бына шул осорҙа ҡартатайымды аҡлаған өсөн был судьяның үҙенең башы төрмәгә китеү ихтималлығы ла ҙур булыуы һәр кемгә асыҡ…
Ялыу яҙған әлеге ике егет, юғарыла әйтмешләй, үҙен бер аҙ "бүре" образында күрергә тырышҡан һарыҡҡа оҡшаш булып, минең күҙ алдына килеп баҫты. Ул ғына ла түгел, ғәжәпкә, ҡартатайым аҡланғас, күпмелер ваҡыттан әлеге ялыусы йәш егеттәрҙең береһен ниҙәлер ғәйепләп, хөкөмгә алып китәләр. Уның да, моғайын, төрмәгә ултырырлыҡ һис бер енәйәт ҡылмағанлығы хаҡында фаразлау кәрәктер. Әммә был ошаҡсы кешегә лә икенсе ниндәйҙер берәүһе табылған... Был, ҡәҙерле туғандар, теге, йәки был кешегә үсәү түгел, әлбиттә, ә шул осорҙа йәшәгән бар халҡыбыҙҙың башына төшкән оло ҡайғы. Шулай уҡ үҙҙәрен "арыҫлан"ға һанап йөрөгәндәрҙең дә баштары киткән миҫалдар етерлек тә баһа! Илленсе йылдар башында "Ил атаһы" донъялыҡтан киткәс, ҙур ғына урындар биләгән НКВД етәкселәренең үҙҙәре лә әлеге "һарыҡ"тарға сыҡҡан хөкөм ҡарары менән уртаҡлашыуы быға миҫал. Ниндәйҙер яңылыш әйтелгән бер һүҙ арҡаһында ла иркенән мәхрүм ителгән кешеләр ҙә бихисап булған. Бына шундай ауыр осорҙо үҙ башынан үткәргән халҡыбыҙ.
Юғарыла әйткән риүәйәттең аҙағында ошондай һорау ҡуйылғайны: "Ә һин үҙеңде кем тип уйлайһың: арыҫланмы, бүреме, әллә кешеме?" Минеңсә, беребеҙҙең дә үҙебеҙҙе арыҫлан, йә иһә бүре итеп тойорға хаҡыбыҙ юҡ. Барыбыҙ ҙа Әҙәм ғәләйһис-сәләм һәм Һауа раҙыйаллаһу балалары, һәр кемебеҙ ҙә үҙебеҙҙе фәҡәт кеше тип кенә һанарға тейешбеҙ, әммә һарыҡ тип түгел...

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 23 - 29 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.10.26 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru