
Тәүҙә тәнҡит, унан һуң - үҙтәнҡит
1986 йылдың ғинуар айында мине "Совет Башҡортостаны" гәзите мөхәррире вазифаһына тәғәйенләнеләр, һәм минең тормошом тамырынан үҙгәрҙе. Хәҙер инде үҙемә үҙем баш, бер кем дә йәнеңде бимазалап тормай. Әгәр элегерәк кемдеңдер ҡушыуы буйынса һәм бирелгән тема сиктәрендә эш итергә тура килһә, хәҙер бурыстарҙы үҙем ҡуям һәм эштәремде үҙаллы башҡарамын. Һис һүҙһеҙ, ул саҡта матбуғаттың партияныҡы, КПСС-тың етәксе орган булыуы ҡаҡшамаҫлыҡ ине, әммә тәнҡитте һәм үҙтәнҡитте бер кем дә юҡҡа сығарманы.
Редакцияла тәжрибәле журналистар эшләй ине, башлыса өлкән быуын вәкилдәренән. Улар ауыл көнкүрешен һәм эштәрен, сәнәғәт тематикаһын, партия һәм совет тормошо мәсьәләләрен яҡшы яҡтырта белде. Иң мөһиме, ябай хеҙмәткәрҙәрҙең һәм коллективтарҙың ихтыяждары, уларҙың ҡаҙаныштары оҫта һүрәтләнде. Гәзиттә мәҙәниәткә, әҙәбиәткә һәм сәнғәткә иғтибар ҙур булды, ҡайһы саҡта тәнҡит күҙәтеүҙәре һәм мәҡәләләре лә баҫылды.
Мөхәррир булараҡ, бары тик көсөргәнешле ижади эш, үҙтәнҡит һәм тәнҡит менән уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырып була икәнен аңлай инем. Бының өсөн коллективты яңы идеялар менән мауыҡтырып, яңы пландар ҡороп, ынтылышлы эшкә ылыҡтырыу кәрәк булды.
Тәүге мәлдәрҙә миңә бик әүҙем ярҙам иткән яуаплы сәркәтип Аҡмал Ғәни улы Саптаровҡа, бүлек мөдирҙәре Рәүеф Хәй улы Насыровҡа, Ғәтиәт Шәмсетдин улы Үзбәковҡа, Ислам Ситдиҡ улы Мырҙабаевҡа, Әниф Сәғәҙәтулла улы Бикҡоловҡа һәм башҡаларға рәхмәтлемен.
Гәзитебеҙҙе нисек итеп камиллаштырыу мәсьәләһе бик киҫкен торҙо. Нисек итеп яҡшы ғәзит сығарырға, уның тиражын арттырырға, редакцияла эшләүсе һәр кем өсөн мауыҡтырғыс темалар табырға? Журналистар нимә яҙа, шуларҙы баҫтыр ҙа баҫтыр, барыһы ла һәйбәт булыр, тип тә фекер йөрөтөүселәр булды. Әммә мин бындай ҡараш менән килешә алманым. Элекке тәжрибәм буйынса, теләһә ҡайһы баҫманы ҡыҙыҡлы итеү өсөн уның йөкмәткеһен үҙгәртергә кәрәк икәнен белә инем. Нисек итеп? Мәҡәләләр тематикаһын яңынан ҡарап сығырға, уларҙа көнүҙәк мәсьәләләрҙең сағылыш табыуына, уҡыусылар көткәнгә тап килеүенә өлгәшергә. Рубрикаларҙы, йүнәлештәрҙе яңыртырға...
Уҡыусыларыбыҙҙың ауылдарҙа, башлыса башҡорт райондарында йәшәүен күҙ уңында тоторға кәрәк. Яңы һанды планлаштырыу алдынан секретариатҡа инәм, уның етәксеһе алдында запастарҙы ҡарап сығам. Папкаларҙа тупланған материалдар мине ҡәнәғәтләндермәй ине. Гәзиттең яңы һаны сығыу менән, унда баҫылғандар хаҡында һөйләшкәндә, шундай һорау ҡуям: уның "тоҙо" ниҙә, ни өсөн беҙ уҡыусыларыбыҙҙы борсолдорған проблемалар хаҡында аҙ яҙабыҙ?
Оҙайлы бәхәстәрҙән һуң яңы рубрикалар индерҙек, мәҡәләләрҙең йөкмәткеһенә, көнүҙәк мәсьәләләр яҡтыртылыуына күберәк иғтибар итә башланыҡ. Тиҙләнеш, үҙгәртеп ҡороу, райком һәм ҡала комитеттары эшмәкәрлеге төп темаға әйләнде. Тарихи темаларға арналған материалдарҙы баҫыуҙы тыйған табуны ғәмәлдән сығарҙыҡ. Ғалимдарҙың, белгестәрҙең, яҙыусыларҙың, башҡа бер билдәле шәхестәрҙең сығыштары ла арта барҙы. Һәр биттә ҡыҙыҡлы материал, йә иһә ғәҙәти булмаған тема булыуын ҡағиҙә итеп алдыҡ. Бындай ҡараш бөтә бүлектәрҙең дә көсөргәнешле һәм килешеп эшләүе аша бойомға ашырылды. Яңы тема, йә иһә сенсациялы материал ентекле тикшереүҙе һәм сиктән тыш объектив булыуҙы талап итте. Эштең судҡа барып етеүе лә ихтимал ине. Хәтеремдә, Ғәзим Шафиҡовтың бер яҙыусының коллегалары араһында халыҡ дошмандарын фашлауы хаҡындағы мәҡәләһен баҫтырғас, уның туғандары редакцияны яла яғыуҙа ғәйепләп, судҡа мөрәжәғәт иткәйне.
Өлкә комитет пленумдарында гәзитте ҡайһы саҡта маҡтап телгә алалар, йә иһә тәнҡитләйҙәр. Эш шуға барып етте: Сәлимйән Бәҙретдинов "Ун өсөнсө председатель" тигән мәҡәләһендә Бөрйән райкомын тәнҡитләп яҙып сыҡҡас, Миҙхәт Закир улының ҡушыуы буйынса мәҡәләнең объектив булыу-булмауын тикшереү Ф.В. Солтановҡа йөкмәтелә. Фәйзулла Вәли улына рәхмәт, ул беҙҙең гәзитте ҡыйырһытырға мөмкинлек бирмәне, автор кеүек үк, ике яҡтың да хаҡһыҙ икәнен таныны.
Мөхәррирлек иткән йылдарҙа мин барса райондарҙы ла йөрөп сыҡтым, кемдең ниндәй кеше булыуын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Ул саҡта Башҡортостанда көслө команда эшләүен, уның ошо бик ҙур төбәк үҫеше өсөн күп нәмә эшләүен танырға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҡтисад үҫеше темптары аҙ-аҙлап түбәнәйҙе. Көсөргәнешле эштәр, гигант күләмдәге финанслау тейешле һөҙөмтә бирмәне. Етештереүҙең хроник рәүештә түбәнәйә барыуынан социаль өлкә, кешеләрҙең тормошо һәм көнкүреше зыян күрҙе.
Мансур ӘЙҮПОВ.
(Дауамы. Башы 37-41-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №42, 23 - 29 октябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА