«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Атайҙар көнө билдәләнде. Ә ҡайҙарҙа, ниндәй хәстәрҙәр менән йөрөй икән хәҙерге атайҙар?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ДИНЕБЕҘ ЙОЛАЛАРҘАН ҒЫНА ТОРМАЙ
+  - 


Бөгөн йәмғәтебеҙҙә Ислам диненең тотҡан урыны һәм мосолманлыҡҡа ҡағылышлы башҡа мәсьәләләр тураһында Башҡортостан Диниә назараты рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Юлдаш телеканалында барған "Бөгөн йома" тапшырыуы мөхәррире Морат хәҙрәт ЛОҠМАНОВ һәм Иглин ауылы имам-хатибы, Иглин районы мөхтәсибы Илшат хәҙрәт ҒӘТИӘТУЛЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Һеҙ - республикала билдәле шәхестәр. Шулай ҙа хәтер яңыртыу хилаф булмаҫ: үҙегеҙ һәм дингә нисек ҡайтыуығыҙ тураһында ҡыҫҡаса ғына әйтеп үтһәгеҙ ине...

Морат хәҙрәт Лоҡманов:
Сығышым Учалы районының Ҡотой ауылынан булһа ла, Ураҙҙа үҫтем, шунда мәктәптә уҡыным. Миңә сабый саҡтан Ҡөрьән һүҙе һеңгән. Әсәйем, Тәнзилә Хәмзә ҡыҙы Лоҡманова, 1948 йылғы, биш намаҙын ҡалдырмай. Ҡартатайым Хәмзә мулла булды, үҙенең һуғыш ветераны пенсияһын мәсеткә биреп торҙо. Өләсәйем мин бишектә ятҡанда эргәмдә Ҡөрьән уҡып, доғалар ҡылып ултырған. Ҡартатайым бөтә ейәндәрен, 4-5 йәштәре еткәс, атҡа ултыртыр ине. Мине лә ултыртты ул, һәм шул уҡ ваҡытта Изге китапты ла тотторҙо. Башҡа туғандарым үҙҙәре менән булған ундай ваҡиғаны иҫләмәй. Дингә ҡайтыуымда үҙемдең шәхсән ҡаһарманлығым юҡ, тырышып-тырышып, ер йыртып килмәгәнмен, тапалған һуҡмаҡҡа ғына төшкәнмен, тип әйтмәксемен үрҙә һанап киткән ваҡиғалар менән. Иншалла, Аллаһ Тәғәлә юлдарын асып торған.
1995 йылда, Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөгән саҡта, сит ил уҡыу йорттары менән студенттар алышыу башланды. Бер төркөм - Төркиәгә, фарсы телен өйрәнеүселәр Иранға юлланды. Беҙ, өс кеше, биш айға Мысырға, Египет Ғәрәп Республикаһына киттек. Унда ғәрәп телен, Ҡөрьәнде, Ислам тарихын өйрәндек. Был да яҙмышыма алдан яҙылған булғандыр инде. Уға тиклем өлкән ағайым Афғанстанда хеҙмәт иткәйне. Хаттарҙы ул ғәрәп хәрефтәре менән яҙҙы. 7-8 кластарҙа уҡыған сағым. Ундай яҙыуҙы бер кем дә танымай, ә мин борон ата-бабаларыбыҙ ҡулланған графиканы үҙаллы өйрәнеп йөрөй инем. "Ағиҙел" журналында ғәрәп алфавиты баҫылып сыҡҡайны, уны халыҡ, киҫеп алып, блокнот эшләп, әсбәп итеп файҙаланды. Шул иҫәптән мин дә.
Ошоларҙы иҫләп ҡарай башлаһаң, күп нәмәләр, сәбәпсе булып, сиратлап теҙелеп килгән, бер ҙә осраҡлы булмағандар. Быны аңлар өсөн иғтибарлыҡ ҡына етмәгән. Өфөнән ауылға ҡайтып, мәктәп директоры, ауыл хакимиәте башлығы булып, донъялыҡҡа артығы менән инеп киттем. Йән тартҡас, барыбер бында кире мәсеткә килдем.
Ғүмеремдең бөгөнгө бейеклегенән шуны раҫлай алам: әсәйҙәр, өләсәй-ҡартатайҙар беҙҙе тәрбиәләгән һүҙҙәр хәҙистәргә нигеҙләнгән булған. Шуға, бына ошо ваҡыттан дингә ҡайттым, тип әйтеү бик үк дөрөҫ булмаҫ. Сөнки, атеизм заманында ла беҙҙә диндарлыҡты бәләкәйҙән тәрбиәләгәндәр.
Илшат хәҙрәт Ғәтиәтуллин: Мәсетле районы Әжекәй ауылынанмын. Күрше ауылда йәшәгән өләсәйемдәргә барһаҡ, машинанан төшкәс тә ҡарт өләсәйемдәргә йүгерер булғанмын. Ауылға ҡайтҡанымда был турала әсәйем һөйләп ултырҙы. Ҡарт өләсәйем гел яулыҡ ябынып йөрөгән, ғәрәпсә уҡый белгән, бер ураҙаһын да ҡалдырмаған. Белгәнен миңә лә өйрәткән. Тик, бәләкәй булғас, ул саҡты иҫләмәйем. Иман юлында йөрөһөн, тип доғаларын да ҡылғандыр.
Туғыҙынсы класты тамамлағас, 1996 йылда, Өфөгә педагогия колледжена уҡырға индем. Ятағыбыҙҙа бер ағай йәшәне, Туҡай мәсетенә дини курстарға йөрөнө. Ул бер көндө беҙҙе, беренсе курс студенттарын, тәһәрәт алдыртып, намаҙға баҫтырҙы. Тәүләп ҡылған намаҙым булды ул.
Ғофран мәсетендә Ғәле хәҙрәт Хәсәнов хеҙмәт итте. Яғымлы, асыҡ, уникаль имам ине, йәштәр менән эшләүгә айырым иғтибар бирҙе. Кеше уға ныҡ тартылды. Йома намаҙына студенттар күпләп йөрөнө. Дингә ылыҡҡан егеттәргә Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә бушлай шөғөлләнергә рәхсәт бирҙеләр. Беҙ, ауылдарҙан килгән малайҙар, тренажерҙар менән бай йыһазландырылған бындай залды ғүмеребеҙҙә тәүгә күрҙек. 90-сы йылдарҙа көс культы хөкөм һөрҙө, көслөләр спорты төрҙәре лә популяр ине шуға. Шулай мәсеттән - спорт залына, спорт залынан мәсеткә йөрөп, дингә яҡынланым, кире ҡайттым, тиергә мөмкин. Морат хәҙрәт әйткәнсә, барыбер күңелемә орлоғо бәләкәйҙән һалынған булғандыр. Артабан Башҡорт дәүләт университетында уҡыным. Тәүге дини белемде 2003 йылда Өфөләге Рәсәй Ислам университетында ала башлағайным, өйләнеүгә, ғаилә сәбәптәренә бәйле, уны тамамлау форсаты теймәне. Ситтән тороп уҡып, Ҡаҙандағы Рәсәй Ислам институты дипломына эйә булдым.

Диндең тормошобоҙға кире ҡайтыуына өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтте. Хәҙер тыйыуҙар ҙа, сикләүҙәр ҙә юҡ, шуға ҡарамаҫтан, Ислам тәғлимәте йәмғиәтебеҙҙә тейешле урын алды, тип ауыҙ тултырып әйтә алмайбыҙҙыр...

Морат хәҙрәт Лоҡманов:
Ҡартатайҙарыбыҙ динһеҙ булған, беҙ дин тотабыҙ, мәсеттәрҙә ултырабыҙ, тип әйтеү дөрөҫ түгел. Киреһенсә, беҙҙең өләсәйҙәр, ҡарататайҙар, тыштан күренмәһә лә, эстән диндар булғандар. Уларҙың ғәмәлдәре хәҙистәргә нигеҙләнеп атҡарылған. Бәлки, быны үҙҙәре лә аңлап етмәгәндер, тәрбиәләре Ислам ҡанундарына тап килгәс, шулай йәшәгәндәр. Ә беҙҙең атай-әсәйҙәр диндән алыҫлаша төштө, атеизмға ҡоролған совет тәрбиәһе өҫтөнлөк алды. Әммә кеше рухи аҙыҡһыҙ йәшәй алмай. Ул эҙләнә - тиҫтерҙәре компанияһында, дискотекала, тегендә, бында эҙләй һәм ҡасан да булһа дингә ҡайта. Беҙҙең йәнебеҙ бар бит, ул тынғы бирмәй эҙләтә.
Әгәр 90-сы йылдарҙан алып ҡараһаҡ, тәүге осорҙа ғилемдәре аҙ булһа ла, диндарҙарҙың ихласлыҡтары күҙгә ташлана ине. Аҡ яулыҡлы әбейҙәр, Рамаҙан айында мәсеттәргә килеп, кемде ифтарға алып ҡайтырға, тип йөрөй торғайнылар. Шунан биш-алты шәкертте өйөнә алып ҡайтып китә инеләр. Уларҙың доғалары ла ихлас булды.
Эйе, йәмғиәтебеҙҙә дин әле лә тейешле урынын алмаған. Әйтеп киткәнемсә, йәштәр килә, тик урау юл менән.
Илшат хәҙрәт Ғәтиәтуллин: Дингә ҡайтҡан беҙҙең быуын вәкилдәре бер-береһен белде, берҙәм булды. Хәҙерге кеүек, мин шул мәсеткә йөрөйөм, ул теге мәсеткә йөрөй, тип, төрлө ағымдарға, йүнәлештәргә бүленмәнек. Һин мосолман, намаҙ уҡыйһың икән, тимәк - бер ҡәүемдән. Шул уҡ ваҡытта 90-сы йылдарҙа дин юлына баҫҡандар араһында ла иман бушағыраҡ ине, тормошҡа донъяуи ҡараш өҫтөнлөк итте. Диндәбеҙ, тип йөрөһәләр ҙә, ҡайһыларҙың йөрәгенә иман тулыһынса үтеп инмәгәйне әле. Хәҙер ғилем күберәк, мосолмандар араһында Ислам ҡанундары буйынса йәшәргә тырышыусылар ҙа байтаҡ. Донъяуи мәсьәләрҙе, әйтәйек, ғаиләгә, эшҡыуарлыҡҡа, бизнес килешеүҙәренә, аҡсаға ҡағылышлы эштәрҙе шәриғәткә яраштырып башҡарырға, алып барырға ынтылалар. Башта был бөтөнләй булманы. Эйе, ихласлыҡ аҙыраҡ һымаҡ барыбер. Бер мәсет миҫалынан алып ҡараһаң да, йә күтәрелеш, йә торғонлоҡто күҙәтәбеҙ. Башҡортостан буйлап йөрөгәндә шул күҙгә ташлана: баҡһаң, һәр төбәктең үҙ үҙенсәлеге бар икән. Ҡайһылыр ауылдарҙа мәсеттә - ағинәйҙәр, башҡа урында бабайҙар күптән йөрөй, йәштәр ныҡ ойошҡан ерҙәр ҙә бар. Һәр осраҡтың үҙ өҫтөнлөктәре, ҡайтыш яҡтары бар.
Бөгөн мәсеткә йөрөүселәр араһында табиптарҙы, хәрбиҙәрҙе, төрлө өлкәлә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе, хатта етәксе чиновниктарҙы, судьяларҙы осратабыҙ. Шулай итеп, дин милли интеллигенция, хоҡуҡ һәм власть органдары вәкилдәре даирәһенә лә үтеп инә бара. Бигерәк тә ураҙа тотоусылар күп. Намаҙ уҡыусылар байтаҡ.

Хәҙер ауыл һайын мәсет бар, тик унда йөрөүселәр аҙ. Шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙ динһеҙ түгел: никахлашып өйләнеү, балаға исем ҡысҡыртыу, мәрхүмдәрҙе дин йолаларына ярашлы ерләү - тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Үҙен мосолман тип таныған халҡыбыҙҙың намаҙға баҫырға ҡыйынһыныуын нисек аңлатып булыр ине икән?

Морат хәҙрәт Лоҡманов:
Был турала күп һөйләшәбеҙ халыҡ менән. Ғәҙәттә, мин Аллаһы Тәғәләгә ышанам, тик үҙемсә, тигән яуап ишетәбеҙ. Аудиторияһына ҡарап, был хәлде төрлөсә аңлатабыҙ. Әйтәйек, ауылдан бер кеше Мәскәүгә осоп барып етергә хыяллана, тей. Уның өсөн онлайн билет һатып алырға, шулай уҡ телефон аша ғына теркәлеү үтергә, унда күрһәтелгән тәртиптә аэропорттың ишектәрен дөрөҫ асып барып инеп, тейешле урынға етергә кәрәк тәүҙә. Шунан самолетҡа ултыраһаң да, ике сәғәттә Мәскәүгә барып төшәһең. Йәннәткә лә үҙеңсә, үҙең уйлағанса барып инеп булмай. Аллаһы Тәғәлә уның юлын билдәләгән һәм күрһәткән. Һеҙ атап үткән тормошобоҙҙағы күренештәр - Ислам түгел, ә уның йолалары ғына. Ошо икән мосолманлыҡ, тип уйлағандар хаҡ диндән мәхрүм ҡала. Ислам Аллаһы Тәғәләнең шәриғәтенә һәм Бәйғәмбәребеҙ саллалаһу ғәләйһис-сәләмдең сөннәтенә, Ҡөрьән һәм хәҙистәргә нигеҙләнгәнен белергә кәрәк. Йолаларыбыҙ бик һәйбәт ул. Тик һәр береһенең үҙ урыны. Кеше иман килтергәс, намаҙ уҡып ҡына ултырмай, уның ял итергә лә, күңел асырға ла, эшләргә лә, ғаилә ҡорорға ла, бала табырға ла хаҡы бар. Ләкин ул ошо эштәрен бынан ары хәрәм юл менән түгел, ә хәләл юл менән генә ғәмәлгә ашыра. Араҡы ултыртып байрам итмәй, Ҡөрьән уҡып, туғандары, яҡындары менән мәжлес ҡора, аралаша, ғүмеренең түңәрәк даталарын үткәрә, ир балаһын армияға оҙата.
Халҡыбыҙ дини йолалар менән генә сикләнмәһен ине, сөнки намаҙһыҙ Йәннәткә инеп булмай.
Илшат хәҙрәт Ғәтиәтуллин: Күп нәмә хәҙрәттәрҙән тора, тип уйлайым. Барыһын да уларға ғына япһарып та булмай, әлбиттә, шулай ҙа күрә йөрөйбөҙ, балалар, йәштәр менән әүҙем эшләгән муллаларҙың мәсеттәре лә буш түгел. Морат хәҙрәт, беҙ муллаларҙы Юпитер планетаһынан яҙҙыртып алмайбыҙ, улар үҙ арабыҙҙан, ошо тәрбиәнән, тип йыш ҡабатлай. Ысынлап та, шулай. Динһеҙлек заманында кеше тормошонда ниҙәр генә булманы. Мәсеттәрҙә әле лә күпселек осраҡта шул быуын вәкилдәре хәҙрәт вазифаһын атҡара. Тәүбәгә килһә лә, халыҡ уның үткәнен онота алмай. Төрмәлә ултырып сыҡҡас иманға килгән муллаларыбыҙ ҙа бар. Һис шикһеҙ, имамдың абруйы булырға тейеш. Намаҙға баҫығыҙ, мәсеткә йөрөгөҙ, тип әрһеҙләшмәҫкә лә мөмкин ул, ә эштәре менән иманға ылыҡтыра алырға тейеш. Ундайҙар ауыл зыяратын тәртиптә тота, МХО-ға гуманитар ярҙам ойоштора, башҡа эштәрҙә әүҙемлек күрһәтә.
Тәүге осорҙа килгән оло быуын муллалары китә, ә йәштәр ауылдарға ынтылып бармай. Булғандарының да йыш ҡына ғилеме түбән. Ауылда ике хәҙрәттең бер-береһе менән конкурент сифатында эшләгән, кемдеңдер дини йолалар үткәреүҙе коммерция проекты итеп алған осраҡтар ҙа бар, үкенескә ҡаршы. Ғөмүмән, һеҙ тасуирлаған иман торошо, намаҙға баҫыусыларҙың аҙ булыуы күпселек осраҡта хәҙрәттәребеҙ яуаплылығында.
Һәр ир кеше үҙенең балаһына исем ҡуша, үҙе йыназа үткәрә, никах уҡый, аҙан ҡысҡыра белергә тейеш. Мәрхүм булған атайыңды, ҡартатайыңды тәрбиәләп кәфенгә төрөү - ир кешенең бурысы ул. Ошоно һәр кемгә еткерә алһаҡ, халҡыбыҙҙа, бәлки, иман күтәрелер ине. Әгәр ҡатыны иренә: "Ейәнебеҙ тыуғас, исемде үҙең ҡушаһың", - тиһә, телевизор ҡарап ултырғансы, ғаилә башлығы динде өйрәнер, яйлап намаҙға баҫыр ине.
Мәсет, әлбиттә, ирҙәр урыны. Тик шуны ла онотмайыҡ: беҙҙе ҡатын-ҡыҙ тәрбиәләй. Әгәр ҡатын кешенең ғилеме булмаһа, ул балаларын, ғаиләһен нисек хаҡ юлға баҫтырыр. Намаҙһыҙлыҡтың бер сәбәбе лә ошонан бит.

Башҡортостанда, халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, башҡорттар һәм татарҙар бергә күпселекте тәшкил итә. Ислам динендә булған башҡа милләттәр ҙә бар беҙҙә. Шуға ҡарамаҫтан үҙебеҙҙе, мосолман республикаһында йәшәйбеҙ, тип ауырлыҡ менән генә әйтә алабыҙ. Дағстандың баш ҡалаһы Махачкалала булырға тура килгәйне, унда йәмәғәт урындарында - сауҙа комплекстарында, АЗС-тарҙа, кафеларҙа, аэропортта - намаҙ бүлмәләре бар. Беҙҙә супермаркеттарҙа хәләл колбаса булһа ла, бер-ике төр генә, ә унда барыһы ла Исламдың ризыҡ стандарттарына яуап бирә. Ошо мәсьәләгә ҡарашығыҙ нисек? Рәсми органдар менән был йәһәттән ниндәйҙер эш алып барыламы икән?

Морат хәҙрәт Лоҡманов:
Тарихи мосолман ҡәүеме вәкиле булыу, йәки тыумыштан үҙеңде мосолман тип һанау - бер, иманлы булыу - икенсе мәсьәлә. Иман шарттары тураһында әйтеп киттек инде башта. Йәшәүебеҙ мөхите бөгөн динебеҙҙең торошона туранан-тура бәйле. Намаҙ урындары дауаханаларҙа бар, шундайҙы уҡ яңыраҡ Башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһында астыҡ. Рәсми органдар алдында йәмәғәт урындарында намаҙ бүлмәләре асыу мәсьәләһен Диниә назараты күтәрә ул, тик әле үкенескә ҡаршы, йәмәғәтселектә бындай ихтыяж юҡ.
Илшат хәҙрәт Ғәтиәтуллин: Эйе, бында йәмәғәтселек үҙ һүҙен әйтергә тейеш. Барыһы ла ихтыяжға, иман кимәленә ҡайтып ҡала. Мәсеттәргә йөрөүселәр араһында ла бит күпселекте ситтән килгәндәр тәшкил итә. Ошонан сығып ҡарағанда ла, мәсьәлә әле өлгөрөп етмәгән, тип әйтергә булалыр.

Йәштәр дингә килмәй, тиһәк, яҙыҡ булыр. Мәсеттәрҙә генә түгел, урамда ла яулыҡ бөркәнгән ҡыҙҙарҙы, һаҡал ебәргән егеттәрҙе күрәбеҙ. Нисек уйлайһығыҙ, был ғаилә тәрбиәһе, мәсеттәрҙең әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһеме, әллә, үҙенә күрә, бер модамы икән?

Морат хәҙрәт Лоҡманов:
Ғөмүмән, мәсеткә йөрөй башлауҙың юлдары төрлөсә. Кемдер һаулығы юғалғас, Аллаһы Тәғәләне иҫенә төшөрә, икенсе берәү әйләнә-тирәһенең иғтибарынан төшөп ҡалғас, әйтәйек, элекке чиновник, мәсеткә йөрөй башлай. Йәштәр ата-әсә тәрбиәһе һөҙөмтәһендә лә, модаға эйәреп тә, дуҫы йоғонтоһона бирелеп тә намаҙға баҫа. Шулай уҡ агрессия ла этәргес көс булыуы ихтимал. Барлыҡ донъя шайтандар ҡулына күсте, власть та, уны тотоусылар ҙа - шайтандар, тик мәсеткә йөрөүселәр генә хаҡ юлда, тигән ҡарашта ундайҙар. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәре Аллаһы Тәғәләнән шул тиклем алыҫ, хатта урамда йөрөгән эскесе лә уларҙан юғарыраҡ булыуы ихтимал был йәһәттән. Имам ундайҙарҙың күңеленә үтеп инә алһа, яйлап ҡына үҙ арбаһына ултырта, дөрөҫ юлға баҫтыра.
Илшат хәҙрәт Ғәтиәтуллин: Модаға эйәреп дингә килгәндәр оҙаҡ йөрөмәйҙәр, нисек намаҙға баҫһалар, шулай уҡ уны тиҙ ташлайҙар. Йәштәр нисек иманға ҡайта, тигәндә, күпселек осраҡта береһе икенсеһен тарта. Үҙемдең күҙәтеүҙәремдән сығып, сәләмәт тормош алып барған, эсмәгән-тартмаған, спорт менән шөғөлләнгәндәр араһынан намаҙға йышыраҡ ултыралар.

Республиканың дини ойошмалары уҡыусы балалар, йәштәр менән ниндәй эштәр алып бара? Был юҫыҡта төрлө кимәл етәкселәр менән уртаҡ тел табаһығыҙмы?

Морат хәҙрәт Лоҡманов:
Бер имамыбыҙ, мин һеҙҙә дин дәрестәре үткәрәм, балаларҙы ғәрәп теленә өйртәм, тип мәктәпкә барған. Үҙенең ҡулында бер документы ла юҡ икән. Әлбиттә, уға рөхсәт бирмәгәндәр. Иң изге ниәттәр менән дә кеше үҙ белдеге менән мәктәпкә лә, уҡыу йорттарына ла инә алмай. Был - беренсенән. Икенсенән, үкенескә ҡаршы, беҙҙең мәктәптә курс алып барырлыҡ уҡытыу программабыҙ әле лә юҡ. Республиканың Мәғариф министрлығы менән килешеү төҙөгәнбеҙ, эш башланыр, иншалла. Закон мәктәптәрҙә мәғрифәтселек алып барыуҙы тыймай. Тик педагогиканы белгән кадрҙар ҙа кәрәк бит әле. Был йәһәттән дә ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Башҡортостан мосолман ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Розалия Халикова "Ихлас" мәсетендә уҡытыу-тәбиә эштәре буйынса имам-хатибтың урынбаҫары булып тора. Улар йыш ҡына райондарға сығып, мәктәптәрҙә төрлө саралар үткәрәләр. Илшат хәҙрәт тирәһендә лә колледждар менән эшләгән бер төркөм диндарҙар тупланған. Мин үҙем дә уларға ҡушылып китәм йыш ҡына.
Илшат хәҙрәт Ғәтиәтуллин: Мәктәп балалары, студенттар менән эш алып барырға теләһәң, юлдар асыҡ ул. 2004 йылда "Салауат" хәрби-патриотик клубы ойошторғайныҡ, шунан башланды йәштәр менән эшебеҙ. Төрлө ваҡыттар булды, ләкин бөтөнләй туҡтап ҡалғаныбыҙ юҡ. Йә үҙебеҙ уҡыу йортонда осрашыу сараһы үткәреү тураһында Башҡортостан Диниә назараты исеменән хат менән мөрәжәғәт итәбеҙ, йә колледждар етәкселәре беҙгә үҙҙәре сыға. Наркомания, суицид, алкоголизм, экстремизм, терроризм һәм башҡа актуаль темалар буйынса әңгәмәләр ойошторабыҙ. Ҡыҙҙар менән нисек танышырға, тигән һымағыраҡ донъяуи мәсьәләләрҙе дини күҙлектән аңлатыу ныҡ тәҫьир итә. Ғәҙәттә, ҙур залға мөмкин тиклем күберәк уҡыусыларҙы йыйырға тырышалар колледждарҙа. Бер уҡыу йортонда аҙаҡтан уҡыусыларҙың, тағы килерҙәреме икән, тип белешеп йөрөүҙәре тураһында әйттеләр. "Һеҙҙең алда асылып киттеләр, һорауҙар бирҙеләр. Беҙҙең өсөн был - ғәжәп күренеш", - тип аптырап шылтыратты директор.
Йәштәр менән эште, һис шикһеҙ, киңерәк йәйелдерергә кәрәк. Әлегә ул айырым хәҙрәттәрҙең шәхси башланғысы, инициативаһы менән алып барыла, системаға һалынмаған.

Әйтәйек, йәш кеше дин юлынан китергә, Ислам тәғлимәтен тәрәндән өйрәнергә, ғүмерен дингә бағышларға булды, ти. Мәктәпте тамамлағас, ул белем алырға ҡайҙа бара ала?

Морат хәҙрәт Лоҡманов:
Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы бар. Унда уҡыусыларҙы туғыҙынсы синыфтан һуң ҡабул итәләр. Уҡыу йорто 1997 йылдан бирле эшләй. Көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә ете йөҙҙән ашыу кеше уҡый. Студенттар унда дини ғилем алыу менән бер рәттән, үҙҙәре һайлаған Өфөнөң башҡа колледждарының береһендә донъяуи һөнәр ҙә үҙләштерә. Был йәһәттән уҡыу йорттары менән үҙ-ара килешеүҙәр төҙөлгән. Йәш кеше һөнәрһеҙ ҡалырға тейеш түгел.
Ун берҙе тамамлаған егеттәр һәм ҡыҙҙар ҙа Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжына, йә иһә Өфөләге Рәсәй Ислам университетына уҡырға инә ала. Шулай уҡ Октябрьскийҙа - университеттың "Ислам нуры" филиалы, Стәрлетамаҡта үҙаллы "Иман нуры" мәҙрәсәһе эшләй.

Теманы дауам итәйек. Дини уҡыу йортонда уҡып сыҡҡас, йәш мулла ҡайҙа һәм нисек үҙ белемен ҡуллана, файҙалана ала? Мәсеттәр бар ҙа ул, тик, барыбыҙға ла мәғлүм, унда эш хаҡы алып эшләп булмай. Ә йәш кешегә ашарға-эсергә, кейенергә, ҡайҙалыр йәшәргә кәрәк. Уның алдында ғаилә ҡороу бурысы ла тора. Был дилемманы ул нисек хәл итергә тейеш һуң?

Морат хәҙрәт Лоҡманов:
Хөкүмәтебеҙ уҡытыусыларҙы, табиптарҙы ауыл еренә йәлеп итер өсөн төрлө программа ҡабул итә, миллионлап аҡса бирә, сағыштырмаса яҡшы эш хаҡы түләй. Барыбер ҡайтыусылар һирәк. Ә имам бушҡа эшләй, унан һуң, мәсет кенә түгел, ә ауыл тормошона хас ҡайһы бер мәсьәләләр тулыһынса уның иңенә ята. Зыярат кәртәләнмәгән икән - имам йүнһеҙ, кемдер өйөндә эсеп ятһа ла - имам ғәйепле, сөнки тәрбиә эше алып бармай һәм башҡалар. Шуға ҡарамай, дипломлы имамдар яйлап ауылға ҡайта. Райондарҙың береһендә осрашыу барышында имамдарға ҡаҙнанан хеҙмәт хаҡы түләү мәсьәләһен күтәрҙеләр. Беренсенән, был - мөмкин булмаған хәл, сөнки дин дәүләттән айырылған. Икенсенән, ниндәйҙер фонд аша был проблема хәл ителеп, утыҙ мең һум эш хаҡы ҡуйылған осраҡта, ошонда һеҙҙең урынығыҙҙа башҡалар, әрһеҙҙәр, ултырыр ине, тинем уларға.
Ҙурҙан ҡупҡанда, ауыл мәсетен һәм имамды ауыл халҡы тоторға тейеш. Урындағы байҙар тоторға тейеш. Ә бының өсөн иман кәрәк, зәкәт түләргә кәрәк. Әйтәйек, ғаиләлә биш бер туған йәшәй, ти. Уларҙың береһе - эшҡыуар, икенсеһе - имам. Эш-ҡыуар: "Минең ҡустым имам, ул минең балаларыма тәрбиә бирәсәк, уларҙы дөрөҫ юлда тотасаҡ. Тәрбиә эше бизнесты алып барыуға ҡарағанда ла ауырыраҡ. Шуға мин тапҡан миллион һумдың бер өлөшө - ҡустымдыҡы", - тип фекер йөрөтә һәм, зәкәт иҫәбенә, туғанына ярҙам итә. Был - мосолманса һәм дөрөҫ. Элек-электән беҙҙә ошо система ғәмәлдә булған. Зәйнулла ишанды ла халыҡ ҡараған. Дини мәҙәниәт ошонан ғибәрәт тә инде.
Илшат хәҙрәт Ғәтиәтуллин: Һорауға тура тап килмәһә лә, тормоштан бер миҫал килтереп китеү урынлы булыр. Айнур хәҙрәт Зәбихуллин, ул, үкенескә, арабыҙҙа юҡ инде, биш балаһы менән тыуған Мәсетле районы Һабанаҡ ауылына ҡайтып эшләй башланы. Энергияһы ташып торған ҡәрҙәшебеҙҙе мәсеткә имам итеп ҡуйҙылар, ауыл старостаһы итеп һайланылар. Ул, "Ғәйшә" хәйриә фонды асып, мохтаждарға ярҙам ойошторҙо, "Атайсал" проектында әүҙем ҡатнашты, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты, спорт залында мас-реслинг буйынса малайҙар һәм йәштәр менән күнекмәләр үткәрҙе, ирекмәнлек менән шөғөлләнде. Ғаиләһен вахта ысулы менән ситтә эшләп ҡараны. Әйтеп үткән ғәмәлдәр менән ял иткән көндәрҙә шөғөлләнде. Башта балалары менән М-5 федераль трассаһының юл ситен ҡый-ҡыпырҙан таҙартып йөрөнө. Ғүмере юл аварияһында фажиғәле өҙөлдө. Әлбиттә, барлыҡ имамдар ҙа Айнур хәҙрәт Зәбихуллин кеүек булырға тейеш, тимәйем. Ул - бер өлгө, уға оҡшарға ынтылыу, дипломлы ла, дипломһыҙ ҙа дин әһелдәре өсөн яҙыҡ булмаҫ ине.

Егеттәр һаҡал ебәрә, ҡыҙҙар төрөк, ғәрәп ҡатын-ҡыҙҙары һымаҡ төрөнөп ала, ә боронғо фотоһүрттәргә ҡараһаҡ, беҙҙең өләсәйҙәр һәм олатайҙар бөтөнләй башҡаса, үҙебеҙсә, кейенгән. Ошо мәсьәләгә нисек ҡарайһығыҙ?

Морат хәҙрәт Лоҡманов:
Һаҡал үҫтереү - бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләмдең сөннәте. Уны нисек үҫтереүгә килгәндә, әлбиттә, көрәктәй итеп, йәмһеҙ итеп түгел, ә матурлап ҡырҡып йөрөтөргә кәрәк.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың кейеменә килгәндә, эйе, һорау бар. Динле өләсәйҙәр кейеменең өлгөләре музейҙарҙа тора. Ябай һәм үҙебеҙсә. Мин ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың милли кейеме яҡлымын. Уны тулыһынса ғәмәлгә индереп булмағанда ла, кейемдәрҙә уның элементтары сағылыш тапһа, эйе, бик урынлы булыр ине. Әгәр дизайнерҙарыбыҙ шундай өлгөләр тәҡдим итһә, мөслимәләр шатланып кейер ундай кейемде. Динде күркәм иткән нәмә - халыҡтың тәбиғәтенә, булмышына яҡын тороу. Шуға күрә мосолманлыҡ менән халыҡ араһына яһалма кәртәләр ҡуйырға, айырымланырға ынтылырға ярамай.
Илшат хәҙрәт Ғәтиәтуллин: Бөгөнгө мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының күбеһе стилләштереп, заманға яраҡлаштырып кейә боронғо кейемде. Был беҙҙекеләрҙе ғәрәп ҡатын-ҡыҙҙарынан айырып тора ла инде.

Һөйләшеүҙе йомғаҡлап, ғөмүмән, динле кеше ниндәй ул, тигән һорауға ла яуап ишетке килә...

Морат хәҙрәт Лоҡманов:
Мәғлүм булыуынса, мин республика телевидениеһында эшләп йөрөйөм. Тормошта төрлө мәлдәр була, эштән китергә, тигән уйҙар ҙа тыуа ҡайһы саҡ, тик етәксенең ебәргеһе килмәй. Тимәк, мине эшемдә баһалайҙар. Балаларым миңә: "Һин яҡшы атай", - ти. Мосолман кешеһе эш урынында ла, ғаиләһендә лә, башҡалар менән мөнәсәбәткә ингәндә лә Аллаһы Тәғәлә асыуланмаҫлыҡ итеп ҡыла барлыҡ ғәмәлдәрҙе. Ул һәр осраҡта ла күркәм булып ҡала. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе хаталаныусы итеп яратҡан, хаталаныусының яҡшыһы - хаталарын таныусы, нимәнең хата, нимәнең хата түгел икәнен өйрәнеүсе.
Илшат хәҙрәт Ғәтиәтуллин: Мосолман ул - Аллаһы Тәғәләгә яҡынайырға теләгән һәм быны ғәмәлдәре менән раҫлаған кеше. Ул ғаиләһендә лә, эшендә лә камиллыҡҡа ынтыла. Аллаһы Тәғәлә, кешеләрҙең иң гүзәле бәйғәмбәр Мәхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләм, тигән. Бәйғәмбәребеҙгә оҡшарға тырышҡан һәр кем - ысын динле кеше ул.

Рәсүл БАЙГИЛДИН әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 23 - 29 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.10.26 | Ҡаралған: 15

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru