
"Предприятиеларҙы һәм тыныс халыҡты яҡлау ул - намыҫ эше, үҙ балаларыңа һәм уҡыусыларыңа өлгө күрһәтеү ҙә", - ти республика "Барс" отрядының үҙйөрөшлө зенит ҡоролмаһы командиры, "Уҡытыусы" позывнойлы резерв командаһы яугире. Ул, Башҡортостандың стратегик объекттарына һауа һөжүме йышайғас, Рәсәй Оборона министлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйырға була. Ғаиләһендә уның был аҙымын аңлап ҡабул иткәндәр.
Тыныс тормошта уҡытыусы булыуы ут позицияһында үҙ өҫтөнлөктәрен бирә - хәлде анализлай, тиҙ арала ҡарар ҡабул итә белеү, стандарт булмаған фекерләү һәләте ҡатмарлы һәм киҫкен алыш шарттарында хәрби заданиены теүәл үтәп сығырға ярҙам итә.
Шулай уҡ Башҡортостанда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар батальоны составын тулыландырыу ҙа бара.
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең төп өҫтөнлөгө - тотороҡлолоҡ. Контракт бер йылға төҙөлә, яугирҙарҙы уларҙың ризалығынан тыш бүтән вазифаға йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсереү тыйылған. Бер йылдан һуң, хеҙмәттән китергә йәки килешеүҙе оҙайтырға мөмкин.
БПЛА подразделениеһы сафында хеҙмәттең финанс шарттары ла яҡшы. Контракт төҙөгәндә республика бюджетынан бер тапҡыр 1,4 миллион һум түләнә, федераль бюджеттан был суммаға тағы 400 мең һум өҫтәлә. Артабан, хәрби званиеға, вазифаға һәм хеҙмәт стажына ҡарап, ай һайын 220 мең һумдан ашыу хеҙмәт хаҡы ала яугир. Бынан тыш, һөҙөмтәле эшмәкәрлек өсөн өҫтәмәләр системаһы индерелгән. Уның күләме 500 мең һумдан бер миллионға тиклем етеүе ихтимал.
Финанс мотивацияһынан тыш, дәүләт социаль өҫтөнлөктәр бирә. Бер йылға һәм унан да күберәк осорға контракт төҙөгәндәргә, хатта суд процесы башланған осраҡта ла, түләү ваҡыты үткәреп ебәрелгән 10 миллион һумға тиклемге кредиттар иҫәптән сығарыла. Яугирҙар һәм уларҙың ғаилә ағзалары 50-нән ашыу төр ташлама менән файҙалана, улар иҫәбендә бушлай дауаланыу һәм реабилитация, ярты йылға бер тапҡыр ике аҙналыҡ түләүле отпуск, эш урынын һаҡлап ҡалыу һәм башҡалар. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында бушлай туҡланыу, балалар баҡсаларына льготалы ҡабул итеү, лагерҙарға путевкалар ҡаралған.
Башҡортостандың айырым пилотһыҙ системалар батальоны составына инергә теләгәндәр Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3 адресы буйынса мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ +7 995 948 65 41 телефон һандарына шылтыратып та ҡыҙыҡһынған һорауҙар тураһында белешергә мөмкин.
Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 30 октябрь - 5 ноябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|