
Үткән аҙнала Рәсәйҙә һәм донъя кимәлендә иғтибарға лайыҡ ниндәй төп сәйәси ваҡиғалар булды? Беренсе сиратта, 21 октябрҙә Санкт-Петербургта АҠШ президентының махсус илсеһе Стивен Уиткофф менән осрашыуынан һуң РФ Президенты Владимир Путин Рәсәйҙең Украина конфликтын көйләү мәсьәләһенә ҡағылышлы Рәсәй, АҠШ, Украина ҡатнашлығында өс яҡлы һөйләшеүҙәргә әҙер булыуын раҫланы. Был осрашыу ноябрҙең тәүге яртыһында Берләшкән Ғәрәп Әмирлегенең баш ҡалаһы Абу-Дабила үтеүе ихтимал, тип хәбәр итә мәғлүмәт сығанаҡтары.
Бынан тыш, Путин менән Уиткоффтың һөйләшеүҙәре Рәсәй-Америка мөнәсәбәттәрен, айырыуса иҡтисад кимәлендә, яңыртыу һәм камиллаштырыу ниәтен дә аңлата. Әгәр һүҙ "Төньяҡ ағым" ("Северный поток") газ үткәргесен һатыу хаҡында башлана ҡалһа, был Европа лидерҙары өсөн яҡшы хәбәр түгел, сөнки газ - Рәсәйҙеке, торба Американыҡы булһа, Европаға зәңгәр яғыулыҡҡа юғары хаҡтар ғына тороп ҡаласаҡ. Үкенескә, Европа территорияһы аша һалынған газ үткәргес эшен көйләү өсөн АҠШ-тың вәкәләтлеге юҡ.
Был аҙнала Америка яғы хәбәр итеүенсә, Херсон өлкәһенең Алешки ҡалаһы янында Рәсәй менән Украина араһында урындағы утты туҡтатыуға өлгәшелде. Мәғлүм булыуынса, был килешеү АҠШ президентының ҡатыны Мелания Трамптың аралашсылығында хәл ителде. Алешкинан тыныс халыҡты эвакуациялауҙы һәм был тораҡ пунктҡа гуманитар ярҙамды үткәрмәҫ өсөн Украина Ҡораллы көстәре ҡалаға инеү юлдарын миналай, артиллерия уты аса, дрондар менән һөжүм итә. Беҙҙең был төбәктәге "Днепр" төркөмө яугирҙары аҙна эсендә ҡаланы 300-ҙән ашыу шартлатҡыс һәм миналарҙан таҙартты.
23 октябрҙә Рәсәй менән Украина араһында хәрби тотҡондар менән сираттағы алмашыу һөҙөмтәһендә 270 рәсәйле хәрби хеҙмәткәр тыуған илгә ҡайтарылды. Уларға медицина һәм психологик ярҙам күрһәтелә. Унан алдараҡ шулай уҡ ике ил араһында һәләк булған яугирҙарҙың кәүҙәләре менән алмашыу һөҙөмтәһендә Украинаға - 252, ә Рәсәйгә 25 мәйет ҡайтарылды.
23 октябрҙә хәбәр ителеүенсә, АҠШ Конгресы Рәсәй менән дизель килешеүен юҡҡа сығарыу тураһында закон проектын ҡарауға индерҙе һәм, аралыҡ һайлауҙарында еңеп сыға алған хәлдә, демократтар, АҠШ президентының тыйыуын "ашатлап", Украинаға ярҙам пакеты ойоштормаҡсы. Шуға ҡарамаҫтан, РФ Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, АҠШ-ҡа дизель яғыулығы ебәреү даими рәүештә башҡарыласаҡ.
Әйткәндәй, һуңғы осор Европала Зеленскийға ярҙам итеүгә "һалҡынсараҡ һулыш" һиҙелә, Киев хәҙер нигеҙҙә Франция, Германия һәм Еврокомиссияға ғына өмөт бағлай ала. Зеленский Верховный радаға Украинала 90 көнгә тиклем хәрби хәлде дауам итеү һәм мобилизация хаҡында закон проектын ҡарауға индерҙе. Киев режимы башлығы Рәсәй менән буласаҡ осрашыуҙа энергетика объекттары һәм суднолар йөрөшө өлкәһендә тынлыҡ талап итмәксе. Энергетика тыныслығы йәһәтенән Мәскәүҙең позицияһы күптән мәғлүм: Рәсәйгә утты ваҡытлыса туҡтатыу түгел, ә тыныслыҡ кәрәк, тип ҡат-ҡат белдерелә килә. Был хаҡта күптән түгел РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавров та, Украина аңына килһен һәм ҡорал туплаһын өсөн генә Рәсәй бер ҡасан да утты туҡтатыуға бармаясаҡ, тип ҡәтғи белдерҙе. Был һүҙҙәрҙе раҫлағандай, РФ Оборона министрлығы 26 октябргә ҡарай төндә Харьковта "Залютино" электр подстанцияһын, өлкәләге дрондар һәм уларға запас деталдәр һаҡлағысын, Хмельницк өлкәһенең Каменце-Подольский электр подстанцияһын, Одессала Черноморск портының өс тейәү-бушатыу пунктын, Одесса портына хәрби йөк ташыусы судноны утҡа тотто һәм юҡ итте. Былар бөтәһе лә - һуңғы ваҡыт Рәсәйҙең граждандар объекттарына Украина Ҡораллы көстәренең айырыуса көсәйтелгән дрон һөжүменә яуап ҡоно ҡайтарыу ул.
Ләкин дошман уның һайын тынысланырға йыйынмай: Рәсәй көс структураларына Украина Ҡораллы көстәренең махсус подразделениелары Сумы өлкәһендә диверсия әҙерләүе хаҡында мәғлүм булды. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, унда Украинаның 111-се элемтә полкы - махсус операция көстәре тупланған. Был төбәктә Рәсәй яугирҙарының "Төньяҡ" төркөмө хәрәкәт итә. 26 октябргә ҡарай төндә беҙҙең яугирҙар Украина Ҡораллы көстәренең 64 хәрби хеҙмәткәрен, "Богдан" артиллерия установкаһын, дрондар менән идара итеүсе 10 пунктын ҡыйратты. Билдәле булыуынса, РФ Президенты Владимир Путин май айында уҡ әле Украина менән сик һыҙығы буйлап хәүефһеҙлек - буфер зонаһы булдырыу хаҡында белдергәйне. Әле бындай хәүефһеҙлек зонаһын эшләү Сумы өлкәһе буйынса алып барыла. Президент, Сумы ҡалаһын яулау Рәсәй армияһы бурысына инмәй, тигәйне, ләкин хәҙер, ваҡиғалар үҙгәреше һәм дошмандың агрессив ниәттәре был маҡсаттың үҙгәреүенә килтереүе бик ихтимал.
"Новости" порталының һуңғы яңылыҡтар таҫмаһынан күренеүенсә, АҠШ НАТО буйынса союздаштары аша Киевҡа хәрби ярҙам курсын дауам итә. Пентагондың разведка мәғлүмәттәре һәм ҡорал менән алмашыу сәйәсәте элеккесә ҡала. Ҡыҫҡаһы, 2025 йылдың июлендә АҠШ менән НАТО тарафынан башлап ебәрелгән "Украинаның өҫтөнлөклө ихтыяждары исемлеге" (PURL) буйынса Киевты ҡорал менән тәьмин итеү альянс (НАТО) союздаштары аша башҡарыла. Әлеге ваҡытта Зеленский Patriot һәм NASAMS өсөн ракеталар алыуға Пентагон башлығы Пит Хегсеттан ҡултамға көтә. Рәсәй Президенты Владимир Путин әйтеүенсә, Рәсәй яғы иҫкергән Patriot системаларын "сиртеп" кенә төшөрә, ләкин АҠШ һәм НАТО-ның был эш менән шөғөлләнмәүе хәйерлерәк булыр ине.
Әйткәндәй. 24 октябрҙә РенТВ каналы хәбәр итеүенсә, Франциялағы яңы болғаныштар бынан алдағыһынан ҡеүәтлерәк булырға оҡшай: француздар күпләп резина туҡмаҡтар, пневмитик пистолеттар, һиптергес баллондар һатып ала башлаған. Магазин, кафе һәм ресторандар хужалары үҙҙәренең биналарын, витриналарын һаҡлау саралары күрә, һаҡ хеҙмәтен көсәйтә. Politico баҫмаһы яҙыуынса, киң протест саралары Францияла ғына түгел, Евросоюздың башҡа илдәрендә лә көсәйә генә барасаҡ. Мәғлүм булыуынса, Францияла мәктәп уҡыусыларының баш күтәреүе сентябрь аҙаҡтарында уҡытыусылар етешмәүе, кластарҙа уҡыусыларҙың артыҡ күп булыуы. Дәрес теҙмәһенең көсөргәнешлеге, уҡыу көнөнөң иртәнге 8-ҙән киске 6-ғаса дауам итеүе менән ризаһыҙлыҡ белдереүҙәрҙән һуң башланып киткәйне. Был протестар тиҙ арала полиция көстәре менән бәрелештәргә күсте. Париж, Страсбург, Ренне һәм Тулузда 215 үҫмер, 700-ҙән ашыу полицейский төрлө йәрәхәттәр алды. Ил буйынса бер көн эсендә ризаһыҙлыҡ маршына сығыусыларҙың ике меңләбе ҡулға алынды. Бынан тыш, демонстрация барышында француз уҡыусылар лицейҙарҙы яндыра, уҡытыусыларын туҡмай башланы. Францияла хәҙер бөтәһе лә тип әйтерлек власҡа ҡаршы: илдә уҡыусыларҙан алда янғын һүндереүселәр, авиадиспетчерҙар, уҡытыусылар, табиптар, полиция хеҙмәткәрҙәре кеүек төп һөнәр эйәләренең дә забастовкалары булып үткәйне.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 30 октябрь - 5 ноябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА