«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Көҙ - ул йәй буйы тир түгеп эшләгәндең уңышын йыйыу, яйлап ҡына ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеү мәле. Ә ҡорт тотоусылар ниндәй ҡыйынлыҡтар менән көрәшкән икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЙӨҘЙӘШӘРҘӘР СЕРЕ
+  - 

Күптән түгел һаулыҡ мәсьәләләре буйынса UnitedHealthcare компанияһы 100 йәш һәм унан да өлкәнерәк 100 кешегә "Оҙайлы сәләмәтлек өсөн кешегә нимәләр ярҙам итә?" тигән һорауға яуаптар ала. Һөҙөмтәләрҙән күренеүенсә, ҡартлыҡтан дарыу булмаһа ла, кешенең үҙ ғүмерендәге көндәлек яҡшы ғәҙәт-ғәмәлдәре мөһим әһәмиәткә эйә, тип табыла. Оҙон ғүмерлелекте, ғәҙәттә, генетика менән аңлатырға яратһалар ҙа, ул барыбер төп сәбәп булып тормай. Нью-Йорк университетының Гроссман исемендәге медицина мәктәбе доценты Джордана Вайсс оҙон ғүмерлелек нигеҙендә ҡартлыҡты тиҙләтеүсе елһенеү, ҡан тамырҙарының зарарланыуы, тән мускулын юғалтыу һәм стресс кеүек факторҙарҙы тотҡарлаусы сәләмәт ғәҙәттәр ятыуын иҫбатлай. Шуларҙың беренсеһе:

Файҙалы туҡланыу. Оҙаҡ йәшәүселәрҙең 67 проценты үҙҙәрен яҡшы тойоуҙа сәләмәт туҡланыу ғәҙәтен төп сәбәп тип иҫәпләй. Әллә ниндәй "суперфуд"тар хаҡында һүҙ бармай, әлбиттә. Һәр кем һатып ала алырлыҡ был аҙыҡ-түлек иҫәбенә йәшелсә төрҙәре, емеш-еләк, сәтләүектәр индерелә. Был ризыҡтар менән туҡланыу йөрәк һәм мейегә файҙалы, күҙәнәктәрҙе ҡартайыуҙан һаҡлай.

Мускулдарҙы нығытыу. Һорауға яуап биреүсе йөҙйәшәрҙәрҙең 46 проценты даими рәүештә көс күнегеүҙәре менән шөғөлләнә икән. Йәш бара килә мускулдар көсһөҙләнә, тығыҙлығын, массаһын юғалта. Шул арҡала өлкән кешенең хәрәкәт мөмкинлектәре кәмей, йығылыу хәүефе һағалай. Бынан ҡотолоу юлы - көс һалыныусы күнекмәләр эшләү. Тикшеренеүселәр раҫлауынса, көс күнекмәләре менән аҙнаға ике тапҡыр булһа ла шөғөлләнеү 65 йәштән өлкән кешеләр араһында үлем хәүефен бермә-бер кәметә.

Көн дә йәйәү йөрөү. Был шөғөл өлкән йәштәгеләрҙең йәшәү рәүешенә әүерелергә тейеш. Әлеге респонденттарҙың һәр икенсеһе даими рәүештә йәйәү йөрөргә ғәҙәтләнеүе хаҡында әйтә. Ғалимдар күптән раҫлап килеүенсә, көнөнә 7 мең аҙым атлау йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлеген яҡшырта, яман шеш сирҙәрен иҫкәртә. Йөрөгән һуҡмаҡ тәбиғәткә яҡын булһа, икеләтә файҙалы: был стресс гормондарын кәметә, кәйефте яҡшырта, иммунитетты нығыта.

Стрестарҙы еңергә өйрәнеү. Һорау алыуҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең 36 проценты байтаҡ ваҡытын медитация, һулыш күнекмәләре, тыныс шөғөлдәргә бағышлыуы хаҡында һөйләгән. Хроник стрестың биологик ҡартайыуға килтереүе күптән билдәле: уның арҡаһында организмда кортизол гормонының кимәле күтәрелә, йоҡоһоҙлоҡтан интектерә һ.б. Шул уҡ ваҡытта тәрән һулыш гимнастикаһының бер нисә генә минуты ла нервылар системаһын тынысландыра ала.

Баҡса эштәре. Йөҙйәшәрҙәрҙең өстән бер өлөшө күп ваҡытын баҡсаһында үткәреүе хаҡында хәбәр итә. Был улар өсөн яратҡан шөғөл генә түгел, ә мускулдарҙы нығытыусы туҡтауһыҙ хәрәкәт тә. Асыҡ һауала ҡояш аҫтында эшләү организмды тәбиғи Д витамины менән байыта, ә был деменцияны иҫкәртеүҙә бик яҡшы сара.

Кардиокүнекмәләр. Яуап биреүселәрҙең 28 проценты йүгереү, йөҙөү, велосипедта йөрөү кеүек йөрәкте сәләмәтләндереүсе күнекмәләрҙе ярата. Бындай ваҡытта түгелгән көс организмды нығыта, "әрһеҙлек"кә өйрәтә, ҡан әйләнешен яҡшырта һәм йөрәк сирҙәре хәүефен кәметә.

Был тикшеренеүҙәрҙең авторҙашы Стейси Андерсен билдәләүенсә, тотороҡло физик сәләмәтлек йөҙйәшәрҙәргә көн дә йоҡонан билдәле бер маҡсат менән уянырға һәм көндө үҙҙәре планлаштырғанса яратҡан шөғөлдәре менән һәм күнекмәләр яһап үткәреү мөмкинлеге бирә. Иң мөһиме: улар йылдар буйы ғәҙәткә ингән күнекмәләрҙе иртәнсәк бит йыуыу, ашау кеүек үк, йәшәйештәренең тәбиғи бер өлөшө тип ҡарарға өйрәнгән һәм был шөғөлдәрен яратып, ашыҡмай, ихлас башҡара.

"Киске Өфө" гәзите, №43, 30 октябрь - 5 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.26 | Ҡаралған: 11

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru