
Рәсәйҙә йыл һайын 4 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә. Ошо рәсми дәүләт байрамы 2004 йылда Дәүләт Думаһы тарафынан раҫланғайны. Был көн (юлиан календары буйынса 22 октябрь) Рәсәй империяһында 1649 йылдан 1917 йылға тиклем дини байрам - православный христиандарҙың Ҡаҙан Божья Матерь иконаһы көнө тип билдәләнеп килә. Бының сәбәбе - Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский етәкселегендәге ополчение XVII быуат башындағы Бола (Смута) заманында Мәскәү Кремлен баҫып алған поляк интервенттары менән хәл иткес алышҡа сыҡҡанда рухи терәк сифатында Ҡаҙандан ошо иконаны килтерткән була. Ошо христиан образы бер үк ваҡытта дәүләттең бөтөнлөгө, бойондороҡһоҙлоғо һәм уның халыҡтарының берҙәмлеге символы итеп ҡабул ителә. Тимәк, әлеге байрамдың тарихи тамырҙары бар, ошо хаҡта бер кәлимә һүҙ әйтеп үтеү урынлы булыр.
Дәүләттә дөйөм халыҡ берҙәмлеге булмауының ниндәй аяныслы хәлдәргә килтереүенә тарих үҙе шаһит. Рәсәй тарихы Киев Русенән башлана, ул IX-XIII быуаттарҙа көнсығыш славяндары, йәғни боронғо рус кенәзлектәре берләшмәһе булып тора. Киев кенәзе барыһынан да өҫтөн булып, уның төп биләмәһе Бөйөк Киев кенәзлеге тип атала, уның менән скандинав сығышлы кенәз Рюрик династияһы вәкилдәре идара итә. XII быуат урталарынан Киев Русендә феодаль тарҡаулыҡ осоро башлана, дәүләт бер үҙәккә буйһонмаған тиҫтә ярым үҙаллы кенәзлектәргә бүленә. Ул ғына ла түгел, йыш ҡына айырым кенәздәрҙең икенселәренә ғәскәр менән барып, һуғышып, уларҙың мал-мөлкәтен талап алып ҡайтыу осраҡтары йышая. Һөҙөмтәлә рус кенәзлектәре, шул иҫәптән Киев кенәзлеге лә, 1237-1240 йылдарҙа монгол баҫҡынсылары тарафынан баҫып алына.
Монголдарҙың Алтын Урҙа дәүләте тарҡалғас, XV быуат аҙағынан башлап, рус кенәзлектәре үҙаллы сәйәсәт алып бара. Мәскәү кенәздәре Иван III (1462-1505), Василий III (1505-1533) һәм Бөтә Русь батшаһы титулын алған Иван IV Грозный (1533-1584) рус кенәзлектәре биләмәләрен бер үҙәк власть аҫтында берләштереүҙе һәм Алтын Урҙа ярсыҡтары булған ханлыҡтарҙы буйһондороуҙы төп сәйәси маҡсат итеп ҡуя. Һөҙөмтәлә Мәскәү ҡулы аҫтында берҙәм Рус дәүләте хасил була. XVI быуат урталарынан уның аҙағына тиклемге осорҙа башҡорт ырыуҙары ла Мәскәү батшалығы составына инә.
Әммә дәүләттәр тарихын бер ҡасан да туп-тура, бер ниндәй кәртәләре, ҡаршылыҡтары булмаған юлға тиңләп булмай. Унда бер туҡтауһыҙ үҙгәрештәр бара, ул хатта һәләкәттәргә илтеүсе сәйәси катаклизмдарҙан да азат түгел. 1598 йылда батша Федор Иванович вафат булғас, Рюриктарҙың батша династияһы өҙөлөп ҡала, баярҙарҙың ике төркөмө - Захарьиндар (Романовтар) һәм Годуновтар власҡа үҙ кешеһен ҡуйырға тырыша. Батша итеп ҡуйылған Борис Годунов халыҡ алдында абруй ҡаҙана алмай, 1605 йылда вафат була. Тап шул осорҙа ялған батшалар - Лжедмитрий I һәм Лжедмитрий II аслыҡ хөкөм һөргән илдә бола күтәрә, күп урындарҙа кеше талаусы юлбаҫарҙар шайкалары хасил була.
Ошондай ҡатмарлы ситуация менән файҙаланып, Польша короле Сигизмунд III Рус дәүләтен үҙенә буйһондорорға ҡарар итә. Батша вазифаһын үҙенә алған баяр Василий Шуйский дәүләт менән йүнләп идара итә алмай, ахыр сиктә, уның ғәскәрҙәре тар-мар ителә. Ваҡытлыса власты үҙ ҡулына алған 7 баяр төркөмө 1610 йылда поляк королевичы Владиславты рус иле батшаһы итеп таный, Мәскәүҙе поляк-литва ғәскәре баҫып ала. Рус дәүләтенә бөтөнләйгә тарҡалып, юҡҡа сығыу хәүефе янай.
Ошондай шарттарҙа 1611 йылдың көҙөндә Түбәнге Новгород старостаһы Кузьма Минин поляк интервенттарына ҡаршы ополчение төҙөү өсөн аҡса йыя башлай. Тиҫтәләрсә меңләгән кешенән торған ополчение ғәскәре составында дворяндар, казактар, стрелецтар, крәҫтиәндәр һәм төрлө халыҡтар вәкилдәре була. Воевода Дмитрий Пожарский ополчениеның хәрби етәксеһе итеп ҡуйыла.
Ополчение составындағы махсус башҡорт яугирҙары отряды халыҡ ғәскәренең хәрби әҙерлекле интервенттарҙы еңеүенә ҙур өлөш индергән, тип әйтергә була. Был тарихи факт батша Алексей Михайловичтың Өфө воеводаһы Ф. А. Алябьевҡа йүнәлтелгән грамотаһында теркәлгән. Документта ошолай тиелә: "Башҡорттар элекке батшалар ваҡытында ла, беҙҙең атабыҙ, бөтә Рәсәйҙең бөйөк батшаһы һәм бөйөк кенәзе, мәрхүм Михаил Федорович ваҡытында ла поляктарға ҡаршы торҙолар, ә Мәскәү туҙҙырылғанда Мәскәү эргәһендә булдылар һәм Мәскәү туҙҙырылғанға тиклем үк Бронницалағы Новый Город эргәһендә баяр кенәз Дмитрий Тимофеевич Трубецкой менән бергә беҙҙең хеҙмәттә инеләр, ә унан һуң беҙҙең хеҙмәттә баяр кенәз Дмитрий Михайлович Пожарскийҙың полкында булдылар".
Бола осоро башланыуға тиклем дә башҡорттар Урыҫ дәүләтенең хәрби хеҙмәтендә була. Еңеүҙәрҙән алда, 1608 йылдың декабрендә үк, Түбәнге Новгород воеводаһы А. С. Алябьев ғәскәре составында улар Лжедмитрий II яҡлыларға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Шулай итеп, Минин һәм Пожарский ополчениеһы ойошторолған мәлгә башҡорт отрядтары законлы властың дошмандарына ҡаршы көрәш тәжрибәһенә эйә була. Башҡорт атлы ғәскәре башта Беренсе ополчение (кенәз Д. Т. Трубецкой етәкселегендә) составына инә, ә һуңынан Минин һәм Пожарскийҙың Икенсе ополчениеһы сафына ла баҫа.
Башҡорттар, казактар һәм поместье атлы ғәскәре менән бергә, 1612 йылдың 22-24 авгусында гетман Ян Ходкевичтың поляк-литва кавалерияһына ҡаршы алыштарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Улар дошман һөжүмен кире ҡағырға ярҙам итә һәм Ходкевич ғәскәрҙәренең сигенеүенә, ә артабан, 1612 йылдың 27 октябрендә, Кремлдәге поляк гарнизонының капитуляцияланыуына булышлыҡ итә. Батыр башҡорт яугирҙары поляктарҙан азат ителгән Кремль территорияһына үҙ аттарында һыбай килеш барып инә. Артабан уларға байтаҡ ҡына ваҡыт Кремлде һаҡлап тороу бурысы йөкмәтелә.
Шулай итеп, башҡорттарҙың баш ҡаланы азат итеүҙә ҡатнашыуы Бола осороноң ауыр йылдарында Рәсәй дәүләтенең бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалыу өсөн ни тиклем мөһим булыуын Рәсәй батшалығы яҡшы аңлаған һәм юғары баһалаған.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 6 - 12 ноябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА