
Үткән аҙна башы 27 октябрҙә РФ Президенты Владимир Путин Хельсинки һәм Осло башланғысында Финляндия президенты Александр Стубб, шулай уҡ Норвегия премьеры Йонас Гар Стере менән телефондан һөйләште.
Өс ил лидерының аралашыуында Украина конфликты буйынса дипломатик тырышлыҡтар хаҡында һүҙ булды. Владимир Путин әңгәмәселәренә, ғәҙел һәм оҙайлы тыныслыҡҡа өлгәшеү фәҡәт Рәсәйҙең законлы мәнфәғәттәрен иҫәпкә алыу шарты менән генә бойомға ашырылыуы мөмкин, тине. Шул уҡ ваҡытта ул Евросоюз менән НАТО илдәренең Рәсәйгә ҡаршы сәйәсәте хәрби бәрелештәрҙең оҙаҡҡа һуҙылыуына сәбәпсе булыуын да билдәләне. Аҙаҡ Стубб Путин менән һөйләшеүҙең үҙе өсөн өс мөһим әһәмиәтен әйтеп китте: Беренсенән, тине ул, мин президент сифатында Рәсәй Президенты менән тәүге тапҡыр һөйләштем; икенсенән, һуғыш хәлдәре хаҡында мәғлүмәттәрҙе уның үҙенән ишеттем; өсөнсөнән, был һөйләшеү Украина һорауы буйынса Мәскәүгә Киевтан хәбәр тапшырыу мөмкинлеге булды. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, Стубб һәм Стере Владимир Зеленскийҙың Рәсәй лидеры менән туранан-тура һөйләшеүгә риза булыуы, хатта уның, хәүефһеҙлек шарттары тәьмин иткән хәлдә, Мәскәүгә лә килеү ихтималлығы хаҡында хәбәр иттеләр.
28-29 октябрҙә иһә Владимир Путин Мәскәүҙә Рәсәй - Африка саммитында туғыҙ Африка дәүләтенең: Судан, Гана, Мали, Мадагаскар, Көньяҡ Судан, Үҙәк Африка Республикаһы, Конго Демократик Республикаһы, Того Республикаһы һәм Эритрея лидерҙары менән осрашты. Был 2019 йылдан алып өсөнсө саммит. Африка - Рәсәй өсөн бик мөһим континент. Африка союзы - донъяла иң ҙур төбәк берләшмәһе. Унда 1,6 млрд кеше йәшәй. "Новости Рәсәй" агентлығы күҙәреүсеһе Петр Акопов яҙыуынса, элегерәк йыш ҡына: "Нишләп әле беҙ Африканы аҫрайбыҙ?" - тигән зарланыуҙар ишетелә торған булһа, бөгөн хәлдәр йылдам үҙгәрә: был илдәр менән мөнәсәбәттәр үҫешә бара. Эйе, беҙ Африка илдәрен даими рәүештә ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итәбеҙ, ләкин бушлай түгел, ә үҙ-ара отошло шарттарҙа. Бөгөн Африка бөтәһенә лә: ҡытайға ла, французға ла, төрөккә лә, башҡаһына ла кәрәк, ләкин африкандарҙың Рәсәйгә йылы мөнәсәбәте айырыуса һиҙелеп тора: улар совет заманынан алып беҙҙең ярҙамды яҡшы хәтерләй. Саммит өс көн буйы дауам итте, юғары кимәлдә күҙмә-күҙ 20 осрашыу, континенттың 54 иленән килгән 48 делегация менән бер үк ваҡытта 12 осрашыу үтте, үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса 166 килешеүгә ҡул ҡуйылды - һөҙөмтәлә, эксперттар әйтмешләй, Владимир Путиндың дипломатик марафоны Көнбайыштың Рәсәйҙе изоляциялау планын юҡҡа сығарҙы. Рәсәй Африка төбәге илдәренә тәжрибә уртаҡлашыу, ике яҡ өсөн дә отошло сауҙа ғына тәҡдим итеп ҡалмай, файҙалы ятҡылыҡтар разведкалау һәм табыу, цифрлаштырыу, мәғариф, медицина, инфраструктур проекттар өлкәләре буйынса ла хеҙмәттәшлек тәҡдим итә. Бына шул саҡта - беҙҙең тауарҙар, аҙыҡ-түлек һәм хеҙмәттәр күрһәтеүҙе, атом станцияларыбыҙҙы һатып алып, Африка Рәсәйгә лә ҙур файҙа килтерәсәк.
Мәғлүм булыуынса, ошо йылдың 14-15 декабрендә Майамила буласаҡ "Егерме төркөмө" (G20) лидерҙары саммитына Владимир Путин АҠШ-тан рәсми саҡырыу алды, ләкин Кремлдә был хуплап ҡаршы алынһа ла, Президенттың унда ҡатнашыу-ҡатнашмауы әлегә хәл ителмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, Евросоюздың дипломатия башлығы Кая Каллас Рәсәй лидерының саҡырылыуына ҡырҡа кире ҡараш белдерә һалды: йәнәһе лә, Путиндың был саммитта ҡатнашыуы Рәсәйҙең ҙур халыҡ-ара майҙанға кире ҡайтарылыуына "рөхсәт" буласаҡ, имеш. Уның ҡарауы, АҠШ президенты Дональд Трамп G20 саммитына Владимир Зеленскийҙы ла саҡырырға әҙер булыуын белдерҙе. Киев режимы башлығының сентябрҙә үк Майамиға барырға, Украина конфликты буйынса һөйләшергә ниәтләнеүе билдәле булды, ләкин Дмитрий Песков белдереүенсә, саммитта Путин менән Зеленскийҙың осрашыуы мөмкин түгел. Был һөйләшеү фәҡәт Мәскәүҙә буласаҡ, тине матбуғат секретары. Украинаның Юғары рада депутаты Артем Дмитрук Зеленскийҙың Путин менән осрашырға теләүен "буш һүҙ, блеф" тип атаны һәм уға ышанырға ярамауын; әгәр ундай осрашыу Мәскәүҙәме, Минскиҙамы булған хәлдә лә, Украина яғынан Зеленский түгел, ә легитим вәкилдең барырға тейешлеген әйтте.
2 ноябрҙә Зеленский АҠШ-тан бер айға етерлек һауа һөжүменә ҡаршы Patriot системаһы биреүҙе талап итте һәм шул саҡта Киев Рәсәй нефть эшкәртеү заводтарына һөжүмде туҡтатырға әҙер, тигән шарт ҡуйҙы. АҠШ-тың дәүләт департаменты Украинаға Patriot өсөн 2,1 млрд долларлыҡ 500 ракета һәм башҡа кәрәкле ҡорамал һатырға хәл итте.
Ноябрҙең тәүге ун көнлөгөндә Аҡ йорт башланғысы менән Абу-Дабила планлаштырылған өс яҡлы (АҠШ, Рәсәй, Украина) һөйләшеүҙәргә өмөт бағлап, Дональд Трамп әле булмаған был осрашыуҙы "ҡыйыу рәүештә АҠШ хакимиәте активына индерергә мөмкин", "был йәһәттән ҙур прогресс бар" тип белдерергә ашыҡты. Рәсәй яғы иһә Абу-Даби осрашыуына тотанаҡлыраҡ аңлатма бирә һәм өс яҡлы һөйләшеүҙәрҙең хәрби хәрәкәттәрҙе сикләмәйәсәге хаҡында иҫкәртә. Өс яҡлы осрашыу алдынан Зеленский шулай уҡ Трамптың оптимизмын икеләнеү аҫтына алырҙай бер нисә белдереү яһаны: Киев Рәсәйҙән энергетика һәм диңгеҙ тыныслығы талап итмәксе. Шулай уҡ Украинаның нейтраль статусы менән ризалашмаясағын белдерҙе. Ә инде "территориялар менән алмаш" мәсьәләһен Абу-Дабила түгел, фәҡәт Президент Путин менән күҙмә-күҙ осрашҡанда һөйләшергә әҙер булыуы хаҡында хәбәр итте.
18-19 ноябрҙә Ҡытайҙың Шэньчжень ҡалаһында АТЭС (Азия-Тымыҡ океан иҡтисад хеҙмәттәшлеге) саммиты көтөлә, ләкин ҠХР рәйесе Си Цзиньпин был форум сиктәрендә Ҡытай, Рәсәй һәм АҠШ менән Украина конфликтын көйләү буйынса өс яҡлы саммит күҙҙә тотолмай, был Европа проблемаһы һәм тыныс көйләү буйынса һөйләшеүҙәрҙә Европа ҡатнашырға тейеш, тине.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 6 - 12 ноябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА