«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә билдәләнгән Өләсәй һәм ҡартатайҙар көнө - ғаилә байрамы, сөнки был дата быуындар күсәгилешлеге символы, тәрбиә мәктәбе. Ошо ҡәҙерле кешеләрегеҙҙән күңелегеҙгә ниндәй тормош һабаҡтары, аҡыл һәм йола тәртиптәре һеңдерә алдығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МИНЕҢ МЕНӘН ДУҪЛАШМАЙҘАР...
+  - 

Балам үҙен кешеләр араһында сит итеп тоя. Ошондай сетерекле мәсьәлә менән ата-әсәләр йыш мөрәжәғәт итә. Улар әйтеүенсә, бала мәктәптән ҡайта ла үҙенә йомола, кәйефе юҡ. Тыуған көндәргә, экскурсияларға барыуҙан баш тарта. "Мине берәү ҙә яратмай", "Берәү ҙә минең менән дуҫлашмай", - тип зарлана ул. Был һүҙҙәрҙән йөрәк ауырта, балаға нисек ярҙам итергә лә белеп булмай. Һеҙҙең эсегеҙ боша, асыу ҙа килә, үҙегеҙҙе ғәйепле итеп тә һанайһығыҙ. Иң мөһиме: ни өсөн шулай икәнен аңламайһығыҙ.

Әйҙәгеҙ, бер кемде лә ғәйепләмәй генә, был мәсьәләнең айышына төшөнөп ҡарайыҡ. Ысынында, бала нимә кисерә икән?
Үҙен сит итеп тойоуы, уны ситкә тибәләр, тигән һүҙ түгел әле. Класта ул үҙенең урынын нисек ҡабул итә - тәүҙә иғтибарҙы шунда йүнәлтәйек. Сәбәбе төрлө булыуы ихтимал.
Беренсеһе - темперамент үҙенсәлектәре. Бала тыныс, оялсан һәм аҡрын фиғелле булыуы ихтимал. Ул тиҙ генә хәбәргә ҡушылмай, башҡаларҙы бүлдермәй, ҡысҡырып һөйләшмәй. Ҡыйыу балалар уны бар тип тоймай. Ситкә тибеү түгел был, ә күрмәү. Әммә бала өсөн был "мин юҡ", "мин мөһим түгел" кеүек ҡабул ителә.
Икенсенән - ҡыҙыҡһыныуҙарҙың тап килмәүе. Ул уҡырға ярата, ә башҡалар футбол уйнай. Ул космос менән ҡыҙыҡһына, ә класта блогерҙар тураһында һөйләшеү модала. Бала дөйөм темаларға яраҡлаша алмай. Йәнә - ул насар тигән һүҙ түгел. Ул - икенсе. Әммә балалар араһында икенсерәк кеше ят һымаҡ ҡабул ителә.
Өсөнсөнән - ҡасандыр күңелһеҙ хәл булған. Ҡасандыр ул ниҙер әйткән һәм көлөп ебәргәндәр. Йәки уйынға ҡушылырға теләгән, ә уны араларына алмағандар. Был хәтерҙә тороп ҡала. Шунан алып ул кемгәлер яҡын килергә, күренергә, үҙе булырға ҡурҡа. Тағы ла шундай хәл булып ҡуймаһын өсөн бөтөнләй өндәшмәй, уйнамай һәм шым ғына йөрөй.
Дүртенсеһе - ғаиләләге мөхит. Өйҙә әрләүҙәр, ҡаты тыйыуҙар, көсөргәнеш күп икән, бала алдан уҡ кеше араһына күңел яраһы менән сыға. Был осраҡта саҡ ҡына ҡырын ҡараһалар ҙа "мин насар" тип ҡабул итә.
Үҙен "сит кеше" итеп һанаған бала нимә тоя? Ул ояла. Үҙендә нимәлер дөрөҫ түгел, башҡаларҙан ҡайтыш итеп һанай. Класта утыҙ кеше араһында ла үҙен яңғыҙ тоя. Эстән генә бар донъяға асыуы килә: был агрессияға, йә апатияға әйләнеүе ихтимал. Ул был хәлде нисек үҙгәртергә лә белмәй. Балаға ярҙам кәрәк.

Ата-әсәгә нимә эшләргә?

Ярай инде, иғтибар итмә лә ҡуй, һин үҙең ғәйеплелер әле, кеүек һүҙҙәр менән уның күңелен тағы ла яралайһығыҙ. Бала был һүҙҙәрҙе, һинең проблема - сүп кенә, ул да булдымы ҡайғы, тип ҡабул итә. Уның урынына: "Һиңә ҡыйын, балам, аңлайым, мин һинең менән",- кеүек һүҙҙәр күп осраҡта уның хәлен еңеләйтер.
Эйе, балаң өсөн барыһын бирергә әҙерһең, әммә ҡотҡарырға ташланма. Үпкәләтеүсенең ата-әсәһенә, уҡытыусыға шылтыратырға ашыҡмау хәйерле. Был эште ҡуйыртып ҡына ебәрер, яҡшыға алып бармаҫ. Һеҙҙең бурыс - мәсьәләне уның өсөн хәл итмәҫкә, ә ул үҙе хәл итә алырлыҡ итеп терәк-таяныс булдырырға.
Үҙе һымаҡ балаларҙы табырға ярҙам итеү ҙә - хәлде еңеләйтә торған юл. Күп түгел, берәү булһа ла еткән. Түңәрәк, секция, студия - ҡыҙыҡһыныуҙары бер булған балалар тупланған урын. Унда ул үҙен сит итеп һанамаҫ.
Өйҙә уның үҙбаһаһын күтәрергә! Көн һайын уға ҡәҙерле, мөһим кеше икәнен белдерегеҙ. Яҡшы билдәләр алған һәм өй эштәрен башҡарған өсөн генә түгел, ә бары тик булғаны өсөн. Яратыу, маҡтау һүҙҙәрен әйтеп тороғоҙ, ул үҙен кәрәк итеп тойһон. Балаға һис кенә лә баҫым яһамай, артыҡ һорауҙар бирмәй, эргәһендә булырға. Бергәләп йөрөп килеү, сәй эсеү, кино ҡарау… Ошондай мәлдәрҙә иң кәрәкле, иң мөһим һөйләшеүҙәр тыуа торған.
Иң мөһиме, бала үҙен сит итеп тойған хәлдә лә, был һәр ваҡыт шулай буласаҡ, тигән һүҙ түгел. Был бер этап. Эйе, ауыр, ҡыйын, әммә ул хәл үтә торғандарҙан. Ул үҙенә ышанмаһа ла, һеҙ ышанығыҙ. Башҡалар ситкә типкән һымаҡ тойолһа ла, һеҙ уның яҡлы булығыҙ.
Һеҙҙең яратыу, аңлау, уны нисек бар - шулай ҡабул итеү уға был ауыр хәлдән сығырға, еңелерәк кисерергә, йә бирешмәҫкә ярҙам итер. Бындай хәлдәге үҫмерҙәрҙе күп күргән һәм ярҙам иткән психолог булараҡ, ышаныслы итеп шуларҙы еткерә алам.

Гөлсинә ЙОСОПОВА, психолог.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 6 - 12 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.11.26 | Ҡаралған: 22

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru