«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә билдәләнгән Өләсәй һәм ҡартатайҙар көнө - ғаилә байрамы, сөнки был дата быуындар күсәгилешлеге символы, тәрбиә мәктәбе. Ошо ҡәҙерле кешеләрегеҙҙән күңелегеҙгә ниндәй тормош һабаҡтары, аҡыл һәм йола тәртиптәре һеңдерә алдығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
БЕҘҘЕҢ ЗАМАН
+  - 


Тәүҙә тәнҡит, һуңынан - үҙтәнҡит

...1987 йылдың 6 майында, иртән эшкә килеү менән, "Правда" гәзитендә Шакировты тәнҡитләүгә арналған "Преследование прекратить..." тигән мәҡәләне күрҙем. Был мәҡәлә бомба шартлауына тиң булды. Беҙ, мөхәррирҙәр, кисә генә Ахунйәнов менән "Нефтсе" мәҙәниәт һарайы алдында матбуғатҡа бағышланған күргәҙмәне ҡарап йөрөгәйнек. Барыһы ла тыныс ине. Таһир Исмәғил улы, һәр саҡтағы кеүек, шаярып, анекдоттар һөйләне. Хәҙер инде шаяртыуҙарға урын ҡалманы. Илдең төп гәзите республика өлкә комитетының эш стилен һәм алымдарын үҙгәртеп ҡороу юлындағы тормоз тип таныны. Ҡабул ителгән ҡағиҙә буйынса беҙ мәҡәләне ҡабатлап баҫып сығарҙыҡ. Бөтә Башҡортостан, тын да алмайынса, тәнҡит мәҡәләһен уҡырға тотондо. Был хәлде аяҙ көндө йәшен атыуға тиңләһәң дә аҙ булыр ине. "Правда" 1937 йылдың октябрендәге ҡәһәрле пленум алдынан Башҡортостан өлкә комитетының нисек яманатын сығарһа, хәҙер ҙә шулай "туҡманы".
Мөхәррир һәм өлкә комитет ағзаһы булараҡ, мин пленумда Үҙәк Комитет хеҙмәткәрҙәренең өлкә комитеттың һәм беренсе секретарҙың эш стилен һәм алымдарын нисек итеп фашлауына шаһит булдым.
Публикацияның нигеҙендә Шакиров үҙе тәҡдим иткән Өфө ҡала комитетының элекке беренсе секретары Л.П. Сафроновтың эше ята. Остаз һәм уның уҡыусыһы араһындағы конфликт ябай ғына булып тойолған факттан башланып китә: Сафронов өлкә комитет кандидатураһына ҡаршы сыға. Партия тормошонда бындай хәлдәр булғаны бар. Ғәҙәттә, ҡала комитеты пленумында коммунистар юғары органдың тәҡдимен хуплай. Әммә был осраҡта "салғы ташҡа эләгә". "Бунт күтәреүсе" менән кисекмәҫтән иҫәп-хисапты өҙөү өсөн команда бирелә. Партком аппараттары, күҙәтеү һәм хоҡуҡ органдары Сафроновтан үс алыуға йәлеп ителә. Уны ике тапҡыр төрмәгә ябалар, ҡатынын һәм балаларын эҙәрлекләйҙәр. Был эш буйынса 53 кеше яуаплылыҡҡа тарттырыла һәм төрлө язалар ала.
Был ваҡиғаның иң яҡшыларҙан тип һаналған партия ойошмаһында булыу факты бик күптәрҙе аптырата. Үҙәк Комитет комиссияһы гәзиттә сағылыш тапҡан факттарҙы тулыһынса раҫлай. Өлкә комитеттың VI һәм VII пленумдары законһыҙлыҡтың һәм башбаштаҡлыҡтың коллегиаллыҡты боҙоу, тәнҡит һәм үҙтәнҡиттең түбән кимәлдә булыуы менән бәйләп аңлата.
Бюро ағзаларының, өлкә комитет секретарҙарының - Миҙхәт Закир улының коллегаларының - уның эшмәкәрлеген тикшереп һәм ғәйепләп сығыш яһауын барыһы ла күреп, ишетеп торҙо. Әйтергә кәрәк, улар ауыр һүҙҙәр әйтеүҙән оялып торманы. Ахунйәнов та үҙенең ҡолатылған шефын тәнҡитләп сығыш яһаны. Ул, "Правда" гәзитенең сығышын тикшереү буйынса өлкә комитет комиссияһының рәйесе булараҡ, справка әҙерләүҙә беренсе "скрипка" ролен башҡарҙы. Уның инициативаһы буйынса яуаптың критик өлөшө текстан алып ташлана. Документ комиссия ағзаларының хуплауынан башҡа район һәм ҡала комитеттарына ебәрелә.
Уның ошолай эшләүе һәм пленумдағы тәнҡит сығышы башҡаларҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы һәм, көн тәртибендә махсус пункт булмаһа ла, Ахунйәновтың үҙенең отставкаға ебәрелеүе өсөн сәбәп булды. Бер юлы ике пленум һөҙөмтәләренә ярашлы, элекке ҡеүәтле һәм хаталанмай торған беренсе секретарь үҙгәрештәрҙең төп тормозы, тип танылды. Шакировтың үҙенә һүҙ бирелгәс, ул тишеп инерҙәй ҡараштарын залда ултырған көрәштәштәренә төбәп, былай тип әйтә: "Саманан тыш ултырҙығыҙ! Һеҙҙең барығыҙҙы ла күптән алыштырырға кәрәк булған! Тик ҡулым етмәй торған икән". Ә бит ул үҙе шул хеҙмәткәрҙәрҙе һайлап ала һәм үҫтерә ине, ә бюрола һәм пленумдарҙа улар шым ғына ултырҙылар. Һуңынан тик беренсе секретарь ҡарарҙар ҡабул итте һәм күрһәтмәләр бирҙе, тип һөйләй башланылар. Шып-шым ҡалған залда уның һүҙҙәре бюро ағзаларынамы, әллә партияның үҙенәме үпкә белдереү кеүек яңғыраны.
Ҡаты һәм эшмәкәр Шакиров көсһөҙҙәр һәм эшлекһеҙҙәргә урын булмаған системала үҫте һәм формалашты. Юғарынан пландар төшөрөлдө һәм бурыстар ҡуйылды, уларҙы үҙ ваҡытында үтәргә һәм өҫтәгеләр алдында яуап тоторға кәрәк булды. Күрһәтмәләрҙе үтәмәү мөмкин булмаған хәл ине.

Кадрҙар яңы, йырҙар - иҫке

Редакцияның кадрҙар составын яңыртыу, мәҡәләләрҙең тематикаһын һәм проблематикаһын үҙгәртеү, тәнҡит йүнәлешен көсәйтеү арҡаһында беҙҙең гәзитебеҙ өлкә комитеттың ризаһыҙлығына һәм тикте юҡҡа бәйләнеүҙәргә юлыҡты. Был бигерәк тә партия һәм хужалыҡ етәкселәренең етешһеҙ яҡтарына анализ биргән саҡта ныҡ тойолдо. Хәбибуллин үҙе матбуғатҡа әллә ни иғтибар итмәне, был эште Кривяковҡа һәм идеология буйынса секретарға тапшырып ҡуйҙы. Быны аңлап алған ризаһыҙ түрәләр матбуғаттан үс алырға тырышты. Власта ҡалған элекке кадрҙар "ҡыйырһытылғандар"ҙы яҡланы - улар баҫым эшләүҙән, ҡысҡырыныуҙан башҡа алымдарҙы бар тип тә белмәне, күберәк үҙҙәре биләгән креслоларын ҡайғыртты. Өлкә комитет етәкселәренә үҙгәртеп ҡороу ҙа, билдәлелек тә юҡ һымаҡ ине. Мәсьәләләрҙе үҙҙәренең кабинеттарында ғына хәл итергә өйрәнгән түрәләр гәзиттәр менән ҡысҡырынып, ҡурҡытып "идара итеү"ҙән арына алманы. Иң элгәре "Советская Башкирия" гәзитенә эләкте, уны хатта "социализм нигеҙҙәрен ҡаҡшатыуҙа" ғәйепләнеләр. Гәзит мөхәррире В.Н. Огородников һөйләүенсә, ул саҡта XXII партсъезд исемендәге завод директоры, СССР-ҙың халыҡ депутаты Мортаза Рәхимов тураһында мәҡәлә баҫылып сыға, уның республикалағы хәлдәр, партия аппаратының кешеләр менән эш алып бармайынса, кабинеттарында ултырып, митингыларҙа ризаһыҙлыҡ күрһәткәндәргә административ баҫым яһап, уларҙың әүҙемлеген бөтөрөргә тырышыуы хаҡындағы фекерҙәре сағылыш таба. Мәҡәләлә хужалыҡ эштәрена анализ бирелә, экология проблемалары күтәрелә. Депутат булараҡ, Рәхимов власты совет органдарына биреүҙе, милекселек һәм урындағы үҙидара буйынса закондар ҡабул итеүҙе яҡлап сыға.

Мансур ӘЙҮПОВ.
(Дауамы. Башы 37-42-се һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №44, 6 - 12 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.11.26 | Ҡаралған: 13

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru