
Башҡортостан телевидениеһында мин 1980 йылдың 1 июлендә эш башланым - балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тапшырыуҙар редакцияһы мөхәррире булып киттем. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыуымды тамамлап, диплом алғас, быға тиклем хеҙмәттәшлек итеп, "Күңелле станциялар", "Әкиәт артынан әкиәт" кеүек тапшырыуҙар өсөн сценарийҙар әҙерләшеп йөрөгән автор булараҡ, телевидениеға һөйөнсөләргә генә килеп ингәйнем, биш минут эсендә миңә ғүмерлеккә "ҡороҡ һалдылар". Мине телевидение редакторы итеп эшкә алған етәкселәр Ғата Шәйхетдин улы Имаев менән Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов булһа, тележурналистика буйынса уҡытыусым, әлбиттә, Фуат ағай Биишев ине. Ошо арҙаҡлы уҙамандар арҡаһында мин тележурналистика эшенә мөкиббән бирелдем.
Башта әкиәт илендә булдым
Башҡортостан телевидениеһының балалар һәм үҫмерҙәр редакцияһындағы төп эшем "Әкиәт йомғағы" тапшырыуына бәйле булды. Балалар өсөн әкиәт тапшырыуҙары бик популяр ине, көн һайын хаттар бүлеге егерме-утыҙ хат индерә, уҡып түгел, асып өлгөрә алмайбыҙ. Телеэкранда сығыш яһарға, әкиәт уҡырға теләүселәр күп. Йәш артистар ҙа, сәнғәт институты студенттары ла, хатта мәктәп уҡыусылары ла эфирға атлыға. Телевизион һүҙҙең ҡеүәтле сағы. Һәр конкурста ихлас ҡатнашалар, байрам һайын ҡотлау открыткалары яуа. Балаларҙан һәм өлкәндәрҙән ғәжәйеп йылы, ҡанатландырғыс һүҙҙәр килә. Редакция исеменә генә түгел, йыш ҡына беҙҙең тапшырыуҙарҙы алып барыусы Наилә апай Ғәләүетдиноваға, билдәле әкиәтсе Сөйөмбикә Ҡулбаеваға, шулай уҡ билдәле әкиәтсе Сәүиә Сираеваға, Төпсөр менән Уңғанбикәгә ("Күңелле станциялар" тапшырыуын алып барыусы ҡурсаҡтар) төбәп яҙалар. Беҙ хаттарҙы хөрмәтле актерҙарыбыҙға уҡытабыҙ, уларҙың күңеле тағы үҫә, тағы ла бирелеп, бөтә оҫталыҡтарын һалып, ваҡытын йәлләмәйенсә, экранға сығалар.
Ул заманда алдан яҙып ҡуйыу бик һирәк булды, видеозапись аппаратураһы ҙур тапшырыуҙар, спектаклдәргә генә эләгә. Башлыса тура эфирҙа эшләнек. "Әкиәт йомғағы" тапшырыуҙары ни хәтлем ҡатмарлы һәм бер нисә бүлектән тороуына ҡарамаҫтан, күп ваҡыт тура эфирҙан үтә ине. Һәр дүшәмбе һайын летучкаларҙа әкиәт тапшырыуҙарының йөкмәткеһен һәм күрһәтелеү сифатын тикшереп, аҙналыҡ программаға анализ яһаусы мөхәррир менән режиссер яҡшы баһа бирә, беҙ иң яҡшы тапшырыуҙар әҙерләүсе мөхәррирҙәр исемлегендә лә торабыҙ. Ифрат ҙур көс һалынған, матур сценарийлы, әллә нисә актер уйынын, әллә нисә бала хыялын берләштергән балалар өсөн тапшырыуҙарҙы яратып ҡарай ине халыҡ. Беҙҙең эш - тапшырыуҙар, тапшырыуҙар, план... Аҙнаһына ике-өс, ҡайсаҡ дүртәр яңы тапшырыу эфирға сыға. Ун биш минутлыҡ "Шиғриәт тамсылары"нан башлап, яртышар сәғәтлек "Йөҙ һорауға йөҙ яуап", "Был йортта кем йәшәй", "Был китап беҙҙең хаҡта", сәғәт ярымлыҡ "Яҙыусылар - балаларға" йәки "Күңелле осрашыуҙар клубы"...
Был тәңгәлдә мин фиҙакәр эшләгән Әхмәт Яҡупов, Флүрә Сафиуллина, Раиса Шабалина, Энгель Ғәйфуллин, Йәмилә Арыҫланова, Фирҙәүес Харисова кеүек режиссерҙарыбыҙға рәхмәтлемен. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тапшырыуҙар редакцияһы аша телевидениеның бөтә режиссер корпусы үтте, тиергә лә була. Мәрйәм Абдрахманова, Гүзәл Исмәғилева, Клара Сиразетдинова, Гөлсинә Сабитова, Әлфинә Ҡәйүмова, Зилә Салишева, Гөлнара Әминевалар кеүек режиссер ассистенттары, ярҙамсылары, алып барыусылар тәү башлап зәңгәр эфирҙы күрҙе, уның үҙенсәлектәре һәм талаптары менән танышты, телевидение тигән ахырызаман мөғжизәһенә ғашиҡ булды...
Балалар редакцияһында эшләгән иҫ киткес ижади йәнле шәхестәрҙең эшкә мөнәсәбәте күптәргә өлгө ине. Рәйсә Хузеева, Ирина Любимова, Уран Кинйәбулатов, Әнисә Таһирова, Раиса Стрижковаларҙың үҙҙәренең яуаплы һәм талапсан холҡо, эшһөйәр менән булдыҡһыҙҙарҙы бер күреүҙә айыра белеүе, эшкингәндәрен йүгертеп йөрөп эшләргә өйрәтеүе арҡаһында күп йәштәр телевидение журналисы булып китте.
"Минең әкиәтем", "Өләсәйем әкиәте", "Ҡыш бабай әкиәте", "Һоросай мажаралары" конкурстары үткәрҙек. Әйткәндәй, "Башҡорт балалар фольклоры" тигән күптомлыҡтың дүртенсе томына 1989-1992 йылдарҙа "Минең әкиәтем" конкурсының килгән әкиәттәрҙән һайлап алынғандары индерелде. Улар - ысын мәғәнәһендә ауыҙ-тел ижады өлгөләре. Беренсенән, уларҙың балалар тарафынан яҙылып, аҡ ҡағыҙға төшөп, баш ҡалаға, Башҡортостан телевидениеһының балалар һәм үҫмерҙәр редакцияһына, "Әкиәт йомғағы" тапшырыуына тип юлланыуҙарында күпме өмөт, үҙ телеңдә үҙ әкиәтеңде әйтергә ынтылыу, үҙ һәләтеңде күрһәтеү теләге, белгәнеңде белдереү үткерлеге... Икенсенән, был әкиәттәр телеэкран аша иғлан ителгән конкурстарға яуап. Баланы бер кем дә мәжбүр итмәгән, бары үҙенең ихлас теләге, ата-әсәһенең хуплауы, яҡын туғандарының уның телеконкурста ҡатнашыуы өсөн шатланып тороуы... Ошо дәүер балаларына нәфис туған телгә һөйөү уятыусы ла, гражданлыҡ активлығы тәрбиәләүсе лә, ижади ҡараш үҫтереүсе лә булды зәңгәр экрандағы әкиәтселәр. Бөтә Башҡортостан балалары ихлас ышанған телегеройҙар бар ине - "Күңелле станциялар"ҙың хужалары Төпсөр менән Уңғанбикә тигән ҡурсаҡтар, "Шешҡолаҡ мажаралары" тапшырыуҙарынан ҡуян, сысҡан, төлкө, бүре, айыу...
Һәр кем үҙе белгәнен, үҙе ышанғанын эшләһә, был донъя үтә ныҡ алға киткән булыр ине. Мине лә "Нишләп гел әкиәт тә әкиәт, ҡайҙа проблемалы тапшырыуҙар?" тип теңкәмә тейеүсе өс көнлөк түрәкәйҙәр булды. Мин бер нәмәне аңлай инем: балалар өсөн тапшырыу әҙерләргә тейешмен. Ә бала нимә ярата? Әкиәт ярата… Йыр… Уйындар, йомаҡтар, башватҡыстар, сәйәхәттәр… Бала хыяллана һәм шуның әкиәттә булһа ла тормошҡа ашыуын күрергә теләй. Ә минән төптө юҡ нәмә талап итәләр: "Балаларҙы тәрбиәләү тураһында түңәрәк өҫтәл ойоштор, педагог, психологтарҙы саҡыр", - тиҙәр. Мәйтәм: "Ғәфү итегеҙ, бындай түңәрәк өҫтәлдәр, әлбиттә, кемгәлер кәрәк, ҡыҙыҡлы, файҙалы… Тик был балалар өсөн тапшырыуҙар редакцияһының эше түгел. Балалар хаҡында, тәрбиә хаҡында, ата-әсәләргә аҡыл өйрәтеү буйынса, ана, йәмғиәт-сәйәсәт тапшырыуҙары редакцияһы шөғөлләнһен. Был - уларҙың төп эше. Ә мин балалар өсөн тапшырыу әҙерләргә теләйем…"
Ғөмүмән, мин эш башлаған 1980 йылдарҙа телевидениела оҙаҡ йылдар эшләгән, үҙ эшен бик яратҡан оло журналистар күп ине. Уларҙың ең һыҙғанып, иң емешле эшләгән саҡтары. Бығаса аҡлы-ҡаралы кинопленка ғына булған, 1985 йылда төҫлө киноплёнкаға төшөрә башланыҡ. Киноцех гөжләп тора - проявка, монтаж, просмотрҙар, контроль... Телеэкран да аҡлы-ҡаралы ғына ине. Әхмәт Яҡупов менән эшләгән тәүге телеспектаклде (Рафаэль Айсин инсценировкаһы буйынса "Ҡаҙҙы кем ашаған?") 1981 йылдың 30 мартында студияла төшөрҙөк. Аҡлы-ҡаралы спектакль бөгөн дә матур күренә. Ҡуйыусы оператор Рафаэль Биккинин, Роберт Сөләймәнов, Рәмил Хәйруллиндарҙың иң дәртле, ижади эшләгән сағы.
Ошо уҡ операторҙар менән артабан "Балта һурпаһы" спектаклен (1985) яҙҙыҡ. Эх, ярата ине беҙҙең операторҙар төрлө композиция, яҡтылыҡ, мизансцена ҡорорға! Бәхәсләшәләр, эҙләйҙәр, ҡысҡырышып-талашып бөтәләр, әммә юлын табалар, шатланалар, бәхеттән күккә ашалар - ижад утында дөрләп яналар! Ә ниндәй белемле, хисле, нескә тойомло тауыш операторҙары эшләне беҙҙә! Нәжиә апай, Йәмилә Халиҡова, Нил Дистанов...
Балалар өсөн телеспектаклдәр төшөрөү оҫталары тағы ла булды, йәштәрҙән Энгель Ғәйфуллин бик талантлы ине. Мин уға бик күп өмөттәр бағланым. Уның менән бына тигән фантастик әкиәттәр, заманса спектаклдәр эшләргә була ине. Яҙманы...
"Хазина"ның барлыҡҡа килеүе
1992 йыл. Совет илен емереүсе, совет халҡына уйынсыҡ итеп милли байраҡтар өләшеүсе Үҙгәртеп ҡороуҙар заманы. Кемдер бығаса йәне кеүек күргән "партбилетым"дан тиҙ генә "милләтем"гә күсте. Кемдер "дәүләтем"де, кемдер "сәнғәтем"де әүҙем аумаҡайланып милли лозунгыға алмаштырҙы. Кемдер "динем", "көнөм", "намыҫым" төшөнсәһен дауам итеп, ниһайәт, ҡурҡмайынса "халҡым", ти башланы. Кемдәрҙер тыумыштан уҡ аңына алған, ҡандан-ҡанға күсеп бирелгән ил тойғоһон, замандар алмашынған саҡта имгәтмәй һаҡланырға тейеш халыҡ рухын төшөрмәй-күсермәй яңы дәүер заңына ҡушып ебәрҙе. Милли тыу болғаусыларҙың ҡайһы берҙәре халыҡтан өр-яңы рух, өр-яңы тарих таптырып, борондан килгән рухи аманаттың башына баҫып, үҙ байрағын болғаны...
Юлай ағай Ғәйнетдинов менән беҙ икәүләп 1992 йылда телевидениела "Хазина" ижад берекмәһен асыуҙы юлланыҡ. Башҡортостан телевидениеһының тәүге йылдарынан уҡ гөрләп эшләп килгән ижади традициялары, билдәле рубрикалары булған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тапшырыуҙар редакцияһының бөтә архивы, бөтә тапшырыуҙары "Хазина"ға нигеҙ булды. Быға ике аяҡлап ҡаршы тороусылар, ҡотҡосолар табылды. Миңә килеп төкөрөк сәсеп янаусы етәксе йораты, йыландай аһылдап "Хазина"нан баш тартырға өндәүсе "аҡыллы баштар" ҙа табылды.
Оло креслола ултырған түрә мине яңы асылған "Тамыр"ға күсергә ҡыҫтарға кереште. Утыҙ йыллыҡ тарихы, традициялары, телевидениеның алтын фондында ҡалған аҫыл тапшырыуҙары булған балалар һәм үҫмерҙәр редакцияһының эшен аяҡ атлаған һайын мыҫҡыллап, кәмһетеп, юҡ итергә, онотторорға тырышҡан кешеләр менән айҡашырға, аҡты аҡ, тип иҫбатларға ваҡыт та, теләк тә юҡ ине. Донъяға тыуғаны өсөн генә кешене күрә алмай, уға-быға нәфрәтләнеп, үсләшеп, тешләшеп йәшәгән бәндәләрҙең балалар донъяһына яҡын йөрөмәүе хәйерле лә бит... "Беҙ Юлай ағай менән "Хазина"ны башланыҡ. Мин уны эш башлаған яуаплы мәлдә ҡалдырып китә алмайым. Элекке балалар редакцияһының бөтә фонды менән "Хазина"ла ҡалам", - тиеп яуапларға аҡыл етте.
"Хазина" ижад берекмәһендә Юлай ағай Ғәйнетдинов - етәксе, мөхәррирҙәр - Әлфиә Аҫылбаева, Әхмәт Сөләймәнов, Әнүәр Әсфәндийәров, мин (Сәрүәр Сурина), Ләйсән Иҙрисова, Шәүрә Шәрипова, режиссерҙар - Әнүәр Нурмөхәмәтов, Салауат Итбаев, Әхмәт Яҡупов, Наил Хәмитов, Фирҙәүес Харисова, Вилүрә Иҫәндәүләтова, режиссер ярҙамсылары Гөлсара Әхмәтова, Әлфинә Ҡәйүмова һ.б. менән эш башланыҡ. Бик ҙур проекттар эфирға тулды: башҡорт халыҡ тел, йыр, моң ижадын, шәхестәрен, шәжәрәләрен, тарихын, сәсәндәрен, батырҙарын, йолаларын, һөнәр-кәсептәрен, фольклор ансамблдәрен, балалар ижадын, халыҡ театрҙары, йәш ҡобайырсылар йыйындарын илгә танытыу, ҙур аңлатыу һәм белем биреү эше башҡарылды.
Мөмкинлектәр киңәйгәс...
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы беҙгә киң офоҡ асты: тапшырыуҙарыбыҙҙы миллиондар иркен ҡарай ала, тип ышанып, ҡанатланып эшләнек. Мин "Заң" тигән телеҡиссалар теҙмәһендә (йәмғеһе утыҙлап), йәнә "Китабеннас" циклында (егерме тапшырыу) бик күп төрлө темаларға тотондом, аҙаҡ режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова менән дә бығаса бер кем ҡуҙғатмаған өлкәләрҙән тапшырыуҙар әҙерләнек. ("Яугир ат Керчь", "Башҡортса кинодубляж", "Башҡорт теленең тулы аңлатмалы һүҙлеге", "Башҡорт китап нәшриәттәре" һ.б.) Халыҡ театрҙары тормошо мине һәр саҡ ҡыҙыҡһындыра, "Алтын тирмә" яҡтыһы" рубрикаһы аҫтында ҡырҡлап ҙур күләмле репортаждар эфирға сыҡты. Республика фестивалдәрендә уңыш ҡаҙанған халыҡ театры спектаклдәрен тулыһынса яҙҙырып алып, бөтә илгә күрһәттек. "Урал батыр" эпосы буйынса мин 1990 йылдарҙан алып илленән ашыу тапшырыу, репортаж, телеҡиссалар әҙерләнем. Республикала был мәшһүр ҡомартҡыбыҙҙың ҡәҙерен белеп, уны өйрәнеүселәр, өйрәтеүселәр әүәлдән әүҙем ине. Уларға - бөтә ил рәхмәте. Үҙгәртеп ҡороу дауылы күп ҡорма-тыйыуҙарҙы алып ташланы, шуға күрә туҡһанынсы йылдарҙа уҡ халыҡ ижады, кәсеп-һөнәрҙәре, оҫталары, тарихы хаҡында телеэкран да телгә килде.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тип атала башлаған осорҙа был йәһәттән эштәр айырыуса еңелләште: халыҡ һөнәрмәндәре тураһында махсус репортаждар, фильмдар төшөрөргә мөмкинлек булды. "Донъяның аҡ кейеҙе" (утыҙ алты тапшырыу), "Башҡорт шәле тигән мөғжизә" (ете тапшырыу), "Башҡортостан йәйғоро - аҫалы балаҫ" (алты тапшырыу), "Башҡорт тамбурлы ҡайыуы" (ун тапшырыу), "Башҡорт милли кейеме - ҡашмау" (биш тапшырыу) һәм башҡа бик күп темалар заман заңына эйәреп, үҙҙәре ҡалҡып сыҡты, беҙҙең егәрле, ырыҫлы халҡыбыҙ ошо боронғо кәсептәрен өйрәнергә, тергеҙергә тотондо. Беҙ оҫталарҙан ҡалышмаҫҡа тырыштыҡ. Башҡортостан телевидениеһы, тип ауыҙ тултырып әйтерлек тапшырыуҙар халыҡ өсөн, халыҡ тураһында булырға, уның киләсәгенә хеҙмәт итергә тейеш, тип эшләнек. Бигерәк тә арҙаҡлы шәхестәребеҙ Кинйә Арыҫланов, Салауат Юлаев, Аҡмулла, Бабич, Зәки Вәлиди, Шайморатов генерал, Әкрәм Бейеш, Зәйнәб Биишева, Фатима Мостафина, Хәлимә Ҡорбанаева, Салауат Дәүләтбаев, Рим Йәнғужин, Фуат Биишев, Әсмә Усманова һәм башҡа аҫыл заттар - минең геройҙарым һәм маяҡтарым булып тора.
Шулай итеп...
Башҡортостан телевидениеһында ун өс йыл балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тапшырыуҙар редакцияһы редакторы булдым (1980-1993), ун һигеҙ йыл "Хазина" ижад берекмәһе комментаторы (1993-2010), 2010 йылдан 2016 йылға тиклем "Танып-белеү һәм тыуған яҡ тарихын өйрәнеү программалары" редакцияһында башҡортса "Орнамент" тапшырыуҙарын әҙерләнем, йәнә "Бер ауылдың тарихы" (утыҙ тапшырыу), "Улар Еңеү көнөн күргән" махсус теҙмәләрен эшләп йөрөнөм. Бигерәк тә "Ашҡаҙар таңдары" төбәк-ара башҡорт фольклор ансамблдәре фестивален тулы яҡтыртыу мөһим ине. 2006, 2008, 2010, 2014 йылдарҙа үткән был башҡорт халыҡ ижады байрамдары меңәрләгән замандашыбыҙ ҡатнашлығында үтте һәм бик күп (ҡырҡлап) махсус репортажда күрһәтергә насип булды.
Тағы ла мин ҡасандыр үҙем уҡыған Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тарихын һәм эшмәкәрлеген сағылдырған, уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашлығында утыҙҙан ашыу телефильм, репортаж, тапшырыуҙар әҙерләнем. Ҡыҫҡаһы, һигеҙ йөҙләп телеәҫәрҙән торған телебагажым бөгөн интернет селтәрендә тора, сөнки ҡырҡ йыллап мин өҙлөкһөҙ тележурналистика йөгөн тарттым. Хатта балаларым тыуғас, декрет ялымда ла тапшырыуҙар өсөн сценарийҙар, балалар өсөн китаптар яҙа инем. "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында иң оҙаҡ эшләгән тележурналист, халыҡ журналисы", тигән булалар минең хаҡта, ләкин был "рекорд"ҡа, ниңәлер, һөйөнмәйем… Сөнки үҙемдең һәм ғаиләмдең һаулығын, күп ваҡытты, хыялдарҙы ҡорбан итергә тура килде. Шул уҡ ваҡытта телевидение менән йәнәш бер нисә йыл Башҡорт академия драма театрында әҙәби бүлек мөдире булдым, балалар журналы "Аҡбуҙат"та ла эшләнем. Ситтән тороп Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантурала ла уҡыным. Театрҙы ла, фәнде лә, журнал эшен дә йөрәгемдән саҡ һурып алып, телевидениеға "тоғро ҡалдым", сөнки мин йәшләй башлаған ошо эшемде бик яраттым. Заманында Рәйсә апай Хузеева әйткәне раҫҡа сыҡты: "Телевидение - ижади һаҙлыҡ, убып алһа, ғүмерҙә лә ысҡындырмай".
Телевидение - дүртенсе власть, тиҙәр. Бының шулай икәненә ышанам хәҙер. Тағы ла: театр - тормош, тиһәләр, телевидение - тормоштоң күршеһе, тиер инем мин. Ә күрше бөтәһен дә белә, күршене Хоҙай бирә, күршең һуҡыр булһа, күҙеңде ҡыҫ, тиҙәр - бөтәһе лә тура килә.
Утыҙ алты йыл башҡорт телевидениеһында эшләү осоронда Башҡортостанды арҡыры-буйға гиҙҙем, бик күп яҡшы кешеләр күрҙем. Бәхеткә, башҡорт халҡының иң һөйкөмлө, иң арҙаҡлы улдары һәм ҡыҙҙары тураһында тапшырыуҙар эшләргә насип булды. Беренсенән, балалар өсөн һәм балалар ҡатнашлығында тапшырыуҙар мине күп нәмәгә өйрәтте. Ғөмүмән, балалар өсөн яҙған, уйлаған, эшләгән кеше бөтә нәмә тураһында аңлай һәм аңларға тейеш, тип уйлайым. Икенсенән, башҡорт халыҡ ижады һәм хазиналары тураһында тапшырыуҙар әҙерләгән "Хазина" ижад берекмәһе - оло һынау, тормош мәктәбе, асыштар-табыштар донъяһы булды. Өсөнсөнән, һуңғы йылдарҙа "Ауылдар тарихы" һәм "Орнамент" тапшырыуҙары ла минең күңелемә бик яҡын. Бигерәк тә "Башҡортостан юлдаш телевидениеһы - өлгөр, сабыр, аҡыллы, кешелекле, талантлы канал" тип ышанып, хуплап торған халыҡтарҙы йыш осратам, шуға коллегаларыма бик рәхмәтлемен.
Мин телевидениены һағынам. Бигерәк тә операторҙарҙы. Профессионал кино төшөрөүселәрҙе бик хөрмәт итәм. Алянус Биктимеров, Ринат Әмирханов, Эдуард Заһиҙуллин, Леонид Мешков, Илдар Насретдинов менән тәүге йылдарҙа эшләнем. Аҙаҡ һоҡланғыс шәп оператор егеттәр минең ижади хыялдарыма ҡанат ҡуйҙы: Артур Ханов, Эдуард Ғайнанов, Исмәғил Ҡоҙаҡаев, Наил Ғәйнуллин, Шамил Кәримов, Руслан Бикбаев... Иҫ киткес оло йөрәкле, талантлы кешеләр улар - БЮТ операторҙары. Ә мин бергә тапшырыуҙар эшләгән режиссерҙар араһында Әмир Абдразаҡов, Әнүәр Нурмөхмәтов, Наил Хәмитов, Вилүрә Иҫәндәүләтоваларға мең рәхмәтлемен. Коллегаларымдан Ғата Имаев менән Фуат Биишевҡа, Әлфиә Батталова менән Юлай ағай Ғәйнетдиновҡа, Гүзәл Хәмитова менән Ғәлиә Маҡаеваға һоҡланам. Улар - дәүергә ярашлы оло шәхестәр. Күп һыналдыҡ, әммә һынатманыҡ.
Телевидениеға тиклем донъяла Китап тигән мәшһүр көс булған, әлхәмдүлиллаһ, уның ҡөҙрәте һаман да бар. Китап - белем сығанағы булһа, телевидение - әңгәмә, аралашыу, сәйәхәт ысулы, шулай уҡ әҙәмдең бер ҡасан да ҡанмай торған һыуһынын ҡандырырға маташыусы мәғлүмәт усағы. Телевидение виртуаль донъяның беренсе әүрәткес баҫҡысы булһа, икенсе баҫҡыс - интернет көтөп тора, артабан Аллаһы Тәғәлә бәндәләргә үҙгәрештәрҙең өсөнсөһөн, дүртенсеһен дә насип итер әле… Хәйерлеһен генә насип итһен. Телевидение эше ни тиклем тығыҙ, өтөк булмаһын, унда ла күп нәмәгә өлгөрөп һәм ирешеп була, һаулығың, елкәң, белемең һәм эшкә мөхәббәтең генә кәрәк. Шуныһы раҫ: бик күптәр өсөн иптәш, кәңәшсе, рухи таяныс һәм белем шишмәһе булған телеэкран әлегә кешелеккә кәрәк. Шуға күрә уның һалдаттары һаман да хеҙмәттә. Уларға һаулыҡ, илаһи фиҙакәрлек, ижади үрҙәр теләйем.
Сәрүәр СУРИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, драматург, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 6 - 12 ноябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА