«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә билдәләнгән Өләсәй һәм ҡартатайҙар көнө - ғаилә байрамы, сөнки был дата быуындар күсәгилешлеге символы, тәрбиә мәктәбе. Ошо ҡәҙерле кешеләрегеҙҙән күңелегеҙгә ниндәй тормош һабаҡтары, аҡыл һәм йола тәртиптәре һеңдерә алдығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ЯЙЫҠ КАЗАГЫ - 1
+  - 


Оло Ҡыҙыл йылғаһы Ҡырҡты тауын уртаға ярып, үҙ йүнәлешен көнсығышҡа борғас, ул, елегенә май ултырып, аҙымын һәлмәкләткән ир ҡорона тулған кеше кеүек, шаршы ағымын бермә-бер әкренәйтә, ҡая-таштан ҡыҫылып сыҡҡан ише, тегендә-бында бәрелеп бармай, һәүетемсә генә ғорур аға. Бына ошо әкиәт-йырҙарҙа һуғарылған, яҡын-тирәләге тормошҡа йәшәү биргән ғәжәп йылға буйын һыулап, бер-бер артлы эреле-ваҡлы башҡорт ауылдары теҙелеп киткән. Ҡыҙыл тамағынан ҡырҡ саҡрым өҫтәрәк бороңғо атаҡлы Бөрйән ырыуы сатҡыһының иң көньяҡ тармағы булып хисапланған Ялан ауылы кешеләре лә бында донъя ҡорған.
Нәк бына ошо ауылдан башлана ла инде был хикәйәттең тәүге аҙымы. Борон-борондан был төбәк кешеләре Яйыҡ казактары менән бик йәнле, элеккесә әйткәндә, ҡатнашып йәшәгәндәр. Башта башҡорт менән ҡаҙаҡ араһына ултыртылған, Рәсәйҙең әллә ҡайһы тарафтарынан маҡәм тотҡан рустар менән тас та тос һуғышҡандар, ләкин әҙәм башын һалыуҙан һәм донъя туҙҙырыуҙан бүтән бер ни ҙә бирмәгән низағтан мәңгелеккә баш тартып, тыныс йәшәүҙе хуп күргәндәр. Башҡорттар казактарға мал һатҡан, ағас-транса, дегет, күмер сығарған, ә инде казактар үҙ күршеләрен иген шөгөлөнә өйрәткән, икмәк һатҡан, орлоҡ менән тәьмин иткән.
Ялан ауылы кешеләренең һәр береһенең Яйыҡ буйындағы станицаларҙа, хуторҙарҙа таныш-белештәре (знакумдары) булған, донъялары бик ауырайып киткән саҡтарҙа улар бер-береһенә ярҙам ҡулы ла һуҙған. Башҡорт далаларын ялмап йөрөгән, йыш ҡына ҡабатлана торған йот йылдарында Ҡыҙыл буйы кешеләре һәр саҡта ла һаламдан өҙөлмәгән казактарҙа ҡышлатыу өсөн малдарын да оҙатҡылаған. Ә бигерәк тә ауыр йылдарҙа казак ғаиләләре үҙ ҡарамағына ҡыш тәрбиәләп сығарыу өсөн башҡорт балаларын да ҡабул иткеләгән. Бындай хәл танышлыҡ бик тә яҡын, үҙ-ара дуҫлыҡ кимәленә олғашҡан кешеләр араһында осраған. Был ваҡиғаның башланып китеү тарихы ла шул осорғараҡ тура килә.
Бәлә-ҡаҙа ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй, тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр шул. Үҙ ауылдарынан һикһән-туҡһан саҡрым төньяҡ-көнсығышта ятҡан Балкан* приискаһына прогон ҡыуған Өмөтҡужин Ғилмандың арыу-талыуҙы белмәгән сысҡан һыртлы ҡола юртағы ҡырандасҡа өс кеше тейәп, күңелле генә юртып барған саҡта бәләгә тарый. Алғы аяғы юл уртаһында ни өсөндөр ҡаҙып ҡуйылған тәрән соҡорға уйылып төшә лә, тубыҡтан түбән өлөшө мурт һынып сыға. Күгелйем-йәшкелтем күҙҙәренән өҙлөкһеҙ эре йәш ағыҙып, үҙен уратып алған кешеләргә мөлдөрәп ятҡан ҡола ғына түгел, иңенә ауыр ҡайғы-хәсрәт тейәп, Ғилман ауылына ҡайтып төшә. Оло урам буйында, нәк төшлөккә ике тәҙрәһе менән ҡарап ултырған транса ябыулы өй эсен ауыр тынлыҡ солғап ала. Ул замандарҙа ғаилә ат ҡайғыһына юлыҡһа, ундай хәл дала шарттарында астан үлеүгә дуҫар булыуҙан да былайыраҡ. Кеше үлеме - табиғи хәл, Хоҙай бирҙе, Хоҙай алды - тәҡдиргә ҡаршы бармаҡ юҡ. Ә ат - бөтөнләй икенсе мәсьәлә!
Юртаҡ ҡоланы бысаҡлаған мәлдә Ғилман ҡарттың тире һеңешкән юртаҡтың тырпырап, ҡалтыранып йән биреүен ҡарап торорға йөрәге етмәне. Ҡаҙаланған аттың итен ярты-йорто үткәреүҙә лә ҡатнашыуҙан ҡырҡа баш тартты. Сибыр-сыбыр балалы Ғилман ғаиләһен үҙ муйынында һөйрәгән юртаҡтың ҡапыл бәләгә юлығыуы хужаны бөтөнләй иҫһеҙ итте, аяҡтан йыҡты. Әйтеүе генә анһат, Ғилман һүҙе менән әйткәндә, "ул хайуан үҙ хаҡын Үәсмуй** прискегә ун барып ҡайтыуҙа ике ҡайтарҙы". Бына шуға күрә лә Ғилман башҡа төр мал үрсетеү менән шөғөлләнмәне, ғаиләләге ун бер ауыҙ шул аттың дүрт тояғына һәр саҡ ҡарап торҙо.
Был бәләгә тарыған ғаиләгә нисек ярҙам итергә, тип Ғилмандың бөтә ырыуы баш ватҡан мәлдә генә Яйыҡ буйынан ике йөккә тос тейәп, уларҙың күптәнге знакумы Аверьян Грязнов килеп төштө. Ул Ҡыҙыл буйынан күп йылдар инде, арыу-талыуҙы белмәй, келтерләп он тартып ултырған Ғилмандар ырыуының иң оло, атаҡлы уҙаманы Ғәлимйән хажи тирмәненә килгән икән. Ул һәр саҡ: "Ҡыш бауыры оҙон. Станицабыҙҙың вальцауай тирмәне тартҡан ондан ҡалас уңмай, ауылығыҙҙың ононан ҡалас һәр саҡ күпереп бешә", - тип, йыл да тигәндәй, тик кубан бойҙайынан ғына ғибәрәт тосон ошо тирмәндә һалдырып алып ҡайта. Ләкин уға ҡалһа, Ғилман ҡартҡа унда-бында юл һуғып, юҡ эште бар итеп йөрөүенең башҡа, тәрәнерәк, мөһимерәк сәбәптәре лә юҡ түгел. Эш шунда, Ғилман балалары араһында уның күҙ ҡараһы итеп күргән, йөрәген елкеткән муйыл күҙле биш йәш менән барған йән киҫәге Рәжәп, Аверьяндың үҙ һүҙе менән әйткәндә, Роман бар. Уның алыҫ араны тапауының төп сәбәбе - тап ошо теремек малай. Аверьян уны - дөм-ғара аяҡтары тиҙәк суҡыған тауыҡ тәпәйе һымаҡ һыҙат-һыҙат булып ярылып бөткән, әллә нисә урындан ямалған ҡыҫҡа күлмәгенән түңкәрелгән сүлмәккә оҡшаған ҡорһағы һәр ҡасан ялтырап күренеп торған, бешкән муйылдай ҡояшҡа сағылып торған мөлдәрәмә күҙле башҡорт малайын - үҙ балаһындай күрә. Аверьян менән Настяға Хоҙай ата-инәй шатлығы насип итмәгән шул, уларҙың кемелер түлдән мәхрүм. Бына шуға күрә лә уйынлы-ысынлы, айныҡ-иҫеректә, Аверьян Ғилмандың ошо малайын үҙенә уллыҡҡа һорап йөрөй, үҙенең йорт-йыһазының яртыһын бирергә лә риза, ә ҡайһы саҡта, иген һалдырғандан һуң кәйефле саҡта: "Мин, Гильманка, һиңә ярты милегемдән тыш Настяны ла ҡушып бирәм, тик малайҙы ғына бир!" - тип ялбара.
Бына әле лә Ғилмандың бер-береһенән бәләкәй балаларын ваҡытлыса туғандар араһында бүлешеп ултырған саҡта ғына ерән һаҡалына тиклем онға буялған, башына күн картуз, өҫтөнә ҡыҫма билле зипун кейгән, әле кәүҙәгә шаҡтай мыҡты Аверьян пәйҙә булды. Ул бар Өмөтҡужиндар менән күрешеп сыҡты ла, һике ҡаҙнаһына ултырып, йорт мөйөшөнә ҡарап суҡынып алды. Аяҡтары араһында ултырған ҡуржынын сылтлатып асты ла, балаларға күстәнәс таратып сыҡты. Ә инде башҡаларға таратҡан ҡыҙыл билле перәниктәрҙән тыш, Рәжәпкә - үҙ Романына - ағасҡа һапланған әтәс монпасьеһы һәм тәгәрмәстәре әйләнгән һайын осорға йыйынған һымаҡ ҡанаттарын ҡағып торған, төрлө биҙәктәргә буялған күбәләк тотторҙо. Йыш ҡына килеп төшөп йөрөгән Аверьянға күнегеп бөткән Рәжәп, оҙаҡ уйлап тормайынса, уның тубыҡтарына менеп тә ултырҙы. Күлмәксән генә алдында ултырған Рәжәптең ябыҡ арҡаһынан бөрккән тылсымлы йылылыҡ үҙ бала тәненең боҫрауын бер ваҡытта ла татымаған Аверьяндың ҡан тамырҙары буйлап йүгерҙе, ул үҙен бәхет ҡошо тотҡандай хис итте, эске тойғолары, ныҡ әҫәрләнеү һыҙаттары алһыу таптар булып, быштыҡ битенә бәреп сыҡты. Был ҡара малайҙы зипунына төрөп, алып ҡасырға ла әҙер ине.
Ғилмандың ҡарт әсә-атаһын башҡа туғандары алып көтөргә булдылар. Бер-ике ағай-энеһе быйыл ҡыш сыҡҡанса ҡул аҫтына кереп, йомош-юлда йөрөрлөк, мал ҡарарлыҡ бала-сағаһын көтөп сығарырға ризалығын белдерҙе. Һүҙ балаларға килеп терәлгәс, көскә сыҙап ултырған Аверьяндың бөтә тәне ҡалтыранды, ауыҙы кипте. Бына-бына өҫтөнә ауырға тейеш тау хәтле бәхеттән кинәт ул телһеҙ ҡалды, тамағына ниндәйҙер төйөр килеп тығылды. Аверьян ҡапыл ҡарлыҡҡан тауыш менән: - Зинһар өсөн... миңә Романды бирегеҙ, тип тотлоға-тотлоға ике-өс һүҙ һығып сығарҙы ла, һары бөҙрә сәсле башын сайҡап, битенә тәгәрәгән эре бөрсөклө йәштәрен һелкте.
Бында йыйналған Ғилмандың туған-тыумасаһы был Обручевка хуторы казагының ниәтен электән дә ҡаға-һуға белеп йөрөй ине, ләкин эштең был тиклем дә тәрәнгә китеүен баштарына килтермәгәйнеләр. Өй эсен тынлыҡ баҫты. Аверьяндың тубығында ултырған Рәжәп тә, ниҙер һиҙенгәндәй, иҙәнгә төшөргә самалап ҡараны, ләкин рус дәдәһе ҡосағынан ысҡына алманы. Уның тумалаҡ ҡына битендә ниндәйҙер ҡурҡыныс хисе, шөбһәле уй билдәләре күренгәндәй булды. Ул эргәһендә ултырған атаһына тартылды, тик тупаҫ көс ҡоршауы уға ҡыймылдарға ла ирек бирмәне. Бала ҡурҡышынан ҡысҡырып илап та ебәрҙе. Ғилмандың туғандары кинәт, бөтәһе тигәндәй, телгә килде.
- Аңламаһа ла һиҙә, бахыр. Ҡайтарып әйтә алмаһа ла, күңеле тоя сабыйҙың, тиештеләр.
Өйҙө уртаға бүлеп, урҙаға эленгән шаршау артында ултырған Йомабикәнең ҡайғы менән тулған күҙҙәренән әсе йәш бәреп сыҡты. Әсә хәсрәтенән күкрәгенә һыймай тулаған йөрәген бер ҡулы менән ҡаплап, шаршау сите менән күҙ йәштәрен һирпте лә, Йомабикә илау ҡатыш тауыш менән:
- Теләһәгеҙ нишләгеҙ! Башым иҫән саҡта баламды кафыр ҡулына тоттора алмайым, - тип күкрәгендә ҡыҫылған өнөн көскә һығып сығарҙы.
Өй эсен тағы ла гүр тынлығы баҫты. Тынлыҡты Өмөтҡужиндарҙың иң олоһо, бөтә Яйыҡ казактарын ус төбөндә бейеткән Ғәлимйән хажы боҙҙо:
- Шаулашмағыҙ әле, был мәсьәләлә уйлашыу мәслихәт. Килен, һин дә хәҙергә сәбәләнмәй тор әле, - тип ул аяғүрә баҫты.
Уның һаҡал-мыйығы ла Аверьяндыҡы кеүек ерән, ләкин алтын төҫөнә тартым сәстәре ҡырылған булыуға ҡарамаҫтан, уның көрәктәй, осо тигеҙ итеп ҡырҡылған бөҙрә һаҡалы ялтыр көрән төҫ борҡоп тора, ҡалын мыйығы өҫкә тырпайған, сырайына асыу йүгергәндә йәм-йәшелгә әйләнгән уҫал күҙҙәренең зәһәр ҡарашы теләһә кемдең йәнен өшөтә ала. Ғәлимйәндың ҡалҡып торған киң күкрәгенән гөрөлдәп сыҡҡан һаңғырауыраҡ ҡалын тауыш һәр кемде урынына ултырта. Аверьян менән Ғәлимйән хажы байтаҡтан таныш, станица йәрминкәһендә улар йыш ҡына кәрт уйынында осраша. Баштараҡ Аверьян хажы менән бер-ике мәртәбә яғалашырға ла самалап ҡарағайны, ләкин Ғәлимйән баҡырса дәүмәлдәге йоҙроғо менән уның аҙау тешен һындыра һуҡҡайны, шунан һуң аралары яйланды.
Әле лә аяғындағы таҙа дегет менән майланған кузлауай итегенең сакауай табандары менән иҙән таҡталарын һыға баҫып торған Ғәлимйән алдына килеп башын эйҙе Аверьян.
- Хаджи, малайканы ваҡытлыса булһа ла зинһар өсөн миңә бирергә рөхсәт ит. Не обижай, потом сочтемся, - тип ялбарҙы.
Ғәлимйән урынына ултырып, тырмалай бармаҡтары менән сәсен тарап алды ла:
- Ярай, һинеңсә булһын. Малайҙы бирәбеҙ, ләкин ҡағыҙһыҙ биреү юҡ. Хәҙер үк дөкәминт төҙөп бир, юғиһә, табаныңды ялтырат! - тип төптә иблис бейей башлаған, һеләүһендеке кеүек йәм-йәшел күҙҙәре менән Аверьяндың барлыҡ бөтмөшөн өтөп алды.
Балаҫты ҡайтарып, Аверьян, тир һеңеп юлаҡланып бөткән яҙыу дәфтәрен һике таҡтаһына сығарып һалды ла, ҡалтыранған ҡулы менән баланы ваҡытлыса алып ҡайтыуы тураһында ҡағыҙ яҙырға тотондо. Теле осона ҡәләмен еүешләп, көс-хәл менән бер-ике һөйләм яҙғас, башын яуырыны аша бороп:
- Хаджи әфәнде, ниндәй мөҙҙәткә? - тип һораны ул.
- Апрелдең ун бишенә тиклем теркә. Һабан башланғас, йомош-юлға Рәжәп хәжәт буласаҡ, - тип үҙен әйләндереп алған туғандарына күҙ йүгертеп сыҡты Ғәлимйән.
Уҙамандың был ҡарарын ишеткәс, Йомабикәнең башына таяҡ менән һуҡҡандай булды, ул быуылып иларға кереште.
- Һинең ике бисәңдән тыуған балалар итәк тулы, ниңә үҙеңдекеләрҙе биреп ебәрмәйһең? - өҙөп-өҙөп әйтте лә Йомабикә, иҫтән яҙып, һикегә йығылды. Ләкин уның йөрәк өҙгөс тауышын ҡолаҡҡа элеүсе булманы.
- Телеңде тый, битһеҙ! Оят түгелме һиңә, оло кешеләр алдында шулай һөйләнеп… - Ғилмандың тауышы ишетелеп ҡалды. Уның был һүҙе иғтибарһыҙ ҡалды, сөнки кеше араһында ул бисәһенә хужа икәнлеген күрһәтер өсөн генә әйтелгәнде барыһы ла яҡшы аңлай ине. Әсәһе янында илап ултырған Рәжәпте күтәреп, ағалары араһына һалдылар.
Грязнов урынынан һикереп тороп, яуырынына һалып өйгә бер тоҡ он индерҙе. Түрбашында шешмәкләнгән күҙҙәрен түшәмгә текәп, һис бер хәрәкәтһеҙ ятҡан Йомабикәгә ҡарашын йүгертеп, Аверьян: - Хужабикә, ризалык менән ҡабул итеп алығыҙ. Романды бер тоҡ онға һатып алды, тип уйлай күрмәгеҙ. Прощевайте, хозяева! - тине ул һәм йоҡлап киткән Рәжәпте ҡосағына алып, толобона ураны. Уның һүҙен ишетеүсе лә, был юлы уны ғәҙәттәгесә оҙатыусы ла булманы.

(Дауамы бар).

*Балкан - хәҙерге Магнитогорскиҙан 40 саҡрым төньяҡтараҡ Закир Рәмеевтарҙың алтын приискалары ятҡан ер.
**Үәсмуй - Балкан приискаһының һигеҙенсе участкаһын урындағы халыҡ шулай атап йөрөнө.

"Киске Өфө" гәзите, №44, 6 - 12 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.11.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru