
Немруд исемле залим ҡулынан утҡа ырғытылған Ибраһим бәйғәмбәр, утты һыу тамсылары менән һүндерергә тырышҡан ҡырмыҫҡаны күреп, уның ни өсөн быны эшләүен һораған һәм: "Утты бит барыбер тамсылар менән генә һүндерә алмаясаҡһың", - тигән. "Һүндерә алмаҫымды беләм, хөрмәтле Бәйғәмбәр, ләкин залимдарҙың Һиңә ҡаршы ҡылған эштәренә ҡарата үҙ ҡарашымды белдерәм", - тип яуаплаған ҡырмыҫҡа.
Ваҡыты менән беҙҙе уратып алған ысынбарлыҡ уны үҙгәртеүгә бер ниндәй өмөт тә ҡалдырмай. Һайлауҙар башланмаҫ элек үк кем еңере билдәле, Ер йөҙөнөң бар байлыҡтары айырым кешеләр ҡулында. Аңыбыҙға, һеҙ донъяны үҙгәртә алмайһығыҙ, сөнки һеҙ ел ыңғайына тирбәлгән, хәрәкәттән мәхрүм йән эйәләре, тигән фекер һалына. Донъя һәм кешелек шулай төшөнкөлөккә батҡанда, йәмғиәт өмөтһөҙлөккә бирелгәндә, "Киске Өфө", баяғы ҡырмыҫҡа шикелле, Кеше мәнфәғәттәрен яҡлап сығыш яһай. Уның тауышы бик үк көслө лә түгелдер, уны барыһы ла ишетмәйҙер ҙә, әммә ишеткәндәрҙе ул фекер йөрөтөргә, уйланырға өйрәтә. Кешелек сифаттарын күндерә. Кемдеңдер ҡулында аҡса, власть та барҙыр, ә бына һинең ҡулыңда ихтыяр бар, ти ул уҡыусыларына. Шул ихтыярын тормошта кеше булып йәшәүгә, ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеүгә, һәр ғәмәлдә уңыш яулауға йүнәлтергә өйрәтә.
Бер көндә генә бар мәсьәләрҙе хәл итеп булмай. Ҡайһы саҡта бер кешенең, төркөмдөң эше лә йыһан киңлегендә бәләкәй генә сүп кеүек тойола. Әммә ҙур даръялар һыу тамсыларынан торғандай, кешелек тә айырым кешеләрҙән тора. Эйе, кеше яңғыҙы донъяны үҙгәртә алмай. Ләкин фекерҙәштәре менән булғанда көслө берекмәгә нигеҙ һала. Үҙенең ҡеүәтле көстөң бер өлөшө икәнен аңлаған кеше генә шәхес була ала. Шул шәхестәр яңы быуынды барлыҡҡа килтерә. Халҡыбыҙға, бар кешелеккә нур таратырҙай, үҙе артынан халыҡты эйәртә алырҙай шундай шәхестәр тәрбиәләүҙә "Киске Өфө"нөң дә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Уҡығыҙ уны, башҡаларға ла уҡытығыҙ, тип өндәшке килә мөхтәрәм йәмәғәткә.
Мораҙым АЙСЫУАҠОВ.
Белорет районы.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 13 - 19 ноябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|