«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә билдәләнгән Өләсәй һәм ҡартатайҙар көнө - ғаилә байрамы, сөнки был дата быуындар күсәгилешлеге символы, тәрбиә мәктәбе. Ошо ҡәҙерле кешеләрегеҙҙән күңелегеҙгә ниндәй тормош һабаҡтары, аҡыл һәм йола тәртиптәре һеңдерә алдығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ҺӨЙЛӘШЕҮ ФАЙҘАҒА БУЛҺЫН
+  - 


11 ноябрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров менән алтынсы тапҡыр Тура бәйләнеш ойошторолдо. Республика Башлығы 4,5 сәғәт ваҡыт эсендә 80-дән ашыу һорауға яуап бирҙе.

• Бер нисә һорау бөгөн Башҡортостандың да пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменә дусар булыуы һәм был хәүефкә ҡаршы тороуҙарҙың нисек ойошторолоуына арналды. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика күген һаҡлау хәрби идара итеү үҙәге булған махсус штабҡа йөкмәтелгән. "Шулай уҡ һәр предприятиеның үҙ саралары стратегияһы бар. Әле мөһим объекттарҙы зенит установкалары, комплекстар һаҡлай. Республиканың "БАРС" отряды мең ярымға яҡын әҙерлек үткән ир-егетте берләштерә. Бөгөн, мәҫәлән, Башҡортостан күгендә улар ете пилотһыҙ осоу аппаратын атып төшөрҙө. Пилотһыҙ осоу аппараты хәүеф янағанда Оборона министрлығы һәм Федераль именлек хеҙмәте идаралығы билдәләгән режимда ҡаралған бөтә кәрәкле саралар ҙа ғәмәлгә индерелә. Тотҡарлыҡтар - МХО шарттарында тормошобоҙҙоң бер өлөшө ул, уны аңлап ҡабул итергә кәрәк", - тине Башҡортостан Башлығы. Мөһим йүнәлештәр буйынса мобиль интернет бәйләнешен һаҡлау өсөн "аҡ исемлектәр" индереү буйынса эш алып барыла, әммә әлегә сикләүҙәрҙән тулыһынса ҡотолоу мөмкин түгел, тип билдәләне республика етәксеһе.

• Баш ҡалабыҙ Өфөгә ҡағылышлы һорауҙар ҙа тәүгеләрҙән булып яңғыраны. Ленин паркының артабанғы яҙмышы тураһында белешеүселәргә: "Унда эштәр әле тамамланмаған. Әле инеү аркаһын төҙөп бөтөргә, унда сәғәт ҡуйырға тейешбеҙ. Эш дауам итә",- тип яуап бирҙе Радий Фәрит улы.
Өфө темаһына ҡағылып, алда торған баш ҡала етәксеһен һайлау мәсьәләһе лә күтәрелде. Республика Башлығы 17 ноябрҙә Өфө ҡала советы ултырышында депутаттар баш ҡала хакимиәтенең яңы етәксеһе тураһындағы мәсьәләне ҡараясағын һәм унда үҙенең дә ҡатнашасағын белдерҙе. "Мин махсус рәүештә Хәйбулла районынан Рөстәм Динислам улын саҡырып китерҙем, ул ике муниципалитетта етәксе булып эшләне, характеры бар - был минең өсөн мөһим. Бик төплө кеше ", - тине ул. Яңы етәксегә 2028 йылда Өфөлә үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиты алдынан күләмле мәсьәләләрҙе хәл итергә тура киләсәге хаҡында иҫкәртте. Республиканың баш ҡалаһы 30-ҙан ашыу дәүләт башлығын, шул иҫәптән Рәсәй, Ҡытай һәм Һиндостан лидерҙарын ҡабул итергә әҙер булырға тейеш.

• Быйылғы Тура бәйләнеш алдынан да халыҡ араһында һорау алыуҙар үткәрелгәйне, биш мең самаһы һорауҙың 17,2 проценты юлдар темаһына ҡағылды. Радий Хәбиров Өфөнөң Нуғай ауылындағы Ғәлимйән Таған урамы юлы тураһындағы экранға сығарылған һорауға иғтибар итте һәм Өфө башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәриповҡа мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә һәм һөҙөмтәләре тураһына хәбәр итергә ҡушты.
Әле Өфө - Ырымбур трассаһы участкаһында ремонт эштәре тамамлана. Аҫау-Зубов ауылынан Ашҡаҙар ауылына тиклем 23 километр юл дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтелде. Радий Хәбиров уны йыл аҙағына тиклем асыу планлаштырылыуын әйтте. Ул шулай уҡ Шишмә районында йәшәүсенең, Белорет районының Зөйәк ауылы һәм Туймазы районының Ғафури ауылы халҡының һәм башҡаларҙың юл тураһындағы һорауҙарына яуап биреп, мәсьәләләрҙе хәл итергә күрһәтмәләр бирҙе. Башҡортостан Башлығы мөһим мәсьәләләрҙең тағы береһе - М-5 Урал трассаһын киңәйтеүгә ҡағылып, Федераль юлды республиканың көнбайыш сигенә тиклем дүрт һыҙатҡа еткәнсе ки-ңәйтеү бурысы әлегә үтәлмәгәнен белдерҙе. Иглин районының Балтика ауылынан Силәбе өлкәһе сигенә тиклемге трасса участкаһында ла хәл ҡатмарлы булып ҡалыуын, был мәсьәләнең Рәсәй Транспорт министрлығының планында тороуын, аҡса бүлеү 2030 йылдан һуң ғына хәл ителәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республика Башлығы өҫтөнлөклө йүнәлештәр араһында Ишембай һәм Бөрйән райондарын тоташтырыусы трасса төҙөүҙе атаны. Быйыл ҡатмарлы тау рельефында һигеҙ километр юл төҙөлгән. Водителдәр Р-240 буйынса Ишембайға, һуңынан Ҡолғона аша Үрге Әүжәнгә тиклем барып етә ала. Шулай итеп, Өфө - Белорет ҡатмарлы трассаһын урап үтеү юлы барлыҡҡа киләсәк.

• Тура бәйләнештә, әлбиттә, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың да һорауҙары яңғыратылды. "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһының өлкән шәфҡәт туташы Гөлмирә Мөҙәрисова республика етәксеһенә быйыл ҡыҙының махсус квота буйынса юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеге өсөн рәхмәт әйтте һәм "МХО тамамланғандан һуң бындай льготалар һаҡланасаҡмы?", тип һораны. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, льготаларҙың күпселеге ағымдағы йылдың аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡала. "Беҙҙә ярҙам саралары структураһы булдырылған, ул эшләй. Артабан тормош күрһәтер", - тине республика Башлығы.
Тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон командиры "Нөгөш"кә Донецк Халыҡ Республикаһы Геройы исеме бирелеүе хаҡында хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, батальон яугирҙары етди һынауҙар аша үтте һәм яҡташтарыбыҙ араһында ғына түгел, яңы биләмәләребеҙҙә йәшәүселәр араһында ла ихтирам яуланы.
Таһир Күсимов исемендәге батальон взводы командиры Михаил Балакин Махсус операция зонаһынан бәйләнешкә сыҡты һәм Башҡортостан Башлығынан дрондарҙы модернизациялау һәм уларҙы арттырыу мөмкинлеге тураһында һораны. "Беҙ FPV-дрондарҙы күпләп республикабыҙ яугирҙары хеҙмәт иткән подразделениеларға бүләбеҙ. Премьер-министрға дрон етештереүҙе арттырырға ҡушам, резервтар эҙләйәсәкбеҙ. Сөнки һәр дрон - һеҙҙең тормошоғоҙ, Махсус операция бурыстарын уңышлы үтәү ул", - тип белдерҙе Радий Хәбиров һәм яугирҙарға дрондар етештереү буйынса үҙ төҙәтмәләрен индерергә тәҡдим итте.
Ремонт ротаһы бүлексәһе командиры кесе сержант Георгий Соколов, уға ғинуарҙа 65 йәш тула, төбәк Башлығына хеҙмәте тамамланғандан һуң фронт өсөн кәрәкле технологиялар етештереүҙе үҫтереүҙә, шулай уҡ йәш быуынды уҡытыу менән шөғөлләнеүҙә ҡатнашыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Ул шулай уҡ хәрби шарттарҙа уникаль тәжрибә алған белгестәрҙең Еңеүҙән һуң тыныс тормошта үҙ оҫталыҡтарын ҡуллана алырлыҡ урын - компетенциялар үҙәге булдырыу инициативаһын тәҡдим итеүе тураһында ла әйтте. Радий Хәбиров ветеранға йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуҙа һәм уҡытыуҙа шәхси ярҙам буласағын әйтте. Компетенциялар үҙәген булдырыуға килгәндә, төбәк Башлығы республикала был йәһәттән мөһим ҡарар ҡабул ителеүен хәбәр итте.
Тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһы финалисы Ринат Хөснийәров менән Учалы ҡалаһында һыу үткәргесте яңыртыу мәсьәләһен тикшерҙе. Ветеран Халыҡ исеменән башҡарылған эштәр өсөн рәхмәт белдерҙе, әммә объектты тамамлауға аҡса ҡалғанмы-юҡмы икәнлеген асыҡланы. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова һүҙҙәренсә, эштәрҙең беренсе этабы тулыһынса тамамланған. Әлеге ваҡытта икенсе этап дауам итә (оҙонлоғо 3,3 км), уға аҡса федераль бюджеттан һәм республика адреслы инвестиция программаһынан бүленгән.

• "Төҙөлөп ятҡан Бәшир Рәмиев исемендәге Республика математика лицей-интернатында киләсәк генийҙарын әҙерләү өсөн республиканың ресурстары етерме, юҡмы?" - тигән һорау бирелде Тура бәйләнештә. "Был мәктәпте булдырыу идеяһы менән Президентҡа мөрәжәғәт иттем һәм аңлау таптым. Объект тулыһынса финанслана. Ресурстар етерлек", - тине Радий Хәбиров. Уның һүҙҙәренсә, лицей 2027 йылдың аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Һәләтле балаларҙың тәүге составы киләһе йылда тупланасаҡ, һәм 2028 йылдың ғинуарынан, йәғни 3-4 семестрҙан, улар уҡый башлай. "Һайлап алыуҙы "Сириус" һайлап алыу системаһы аша алып барыу ҡарала. Шуға күрә балаларҙы "танышлыҡ буйынса" урынлаштырыу мөмкин булмаясаҡ, лицей директорын мәғариф министры түгел, ә үҙем тәғәйенләйем", - тине. Радий Хәбиров

• Радий Хәбиров Тура бәйләнештә "Әр-Рәхим" мәсете төҙөлөшөнә бәйле хәлгә асыҡлыҡ индерҙе. Быйыл унда фасад эштәре тамамланырға тейеш. Уның һүҙҙәренсә, төҙөлөш этаплап башҡарыла, ер буйынса ҡатмарлы юридик мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Шуға ҡарамаҫтан, киләһе йылда уҡ ярҙамсы биналар (гардероб, санузелдар) өҫтөндә эштәрҙе тамамлау һәм ҙур булмаған намаҙ уҡыу залын асыу планлаштырыла. Төп пландар эсенә киләһе йылдың аҙағына тиклем даими рәүештә дини ғәмәлдәрҙе үтәү, 2028 йылда төп залды тамамлау ингән. Бюджеттан тыш финанслауҙан башҡа ҙур объекттар төҙөү процесы һәр саҡ ваҡыт талап итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров: "Мәҫәлән, Рәсәй урамындағы православие сиркәүендә эштәр меценаттар ярҙамы менән күпкә тиҙерәк бара", - тип билдәләне ул.

• Тура бәйләнештә, әлбиттә, Салауат Юлаев һәйкәлен яңынан ҡойоу эштәренең Санкт-Петербургтың "Монументскульптура" заводында алып барылыуы тураһында ла һүҙ булды. Билдәләнеүенсә, яңыртылған һәйкәлдең деталдәрен 2027 йылдың майына тиклем ҡойорға планлаштырылар, һуңынан уны йыйырға һәм 2027 йылдың октябрендә Республика көнө алдынан ҡуйырға ниәтләйҙәр. Шулай уҡ һәйкәл тирәһендәге биләмә төҙөкләндереләсәк, фонтан үҙгәртеләсәк һәм монумент тирәләй күҙәтеү баҫҡысы буласаҡ.
Тура бәйләнештә Радий Хәбировҡа авария хәлендә булған һәм әле тәртипкә килтерелә башлаған элекке суйын һәйкәлдең яҙмышы тураһында ла һорау бирҙеләр. Салауат Юлаевҡа "иҫке" һәйкәл Шишмә районының Евразия күсмә цивилизациялар музейына ҡуйыласаҡ, кешеләр уны яҡындан ҡарай аласаҡ. "Салауат Юлаев һәйкәле ғәйәт ҙур, бейек, һәм ул унда үҙ урынын алыр. Ул бина эсендә торасаҡ, климат йоғонтоһона дусар булмаясаҡ", - тине Радий Хәбиров. Уның һүҙҙәренсә, музей 2028 йылдың уртаһында асыла.

• Күмертауҙан "Шахтер" стадионы төҙөлөшөн тиҙләтеүҙе һоранылар. Ҡала 2028 йылда үҙенең 75 йыллығын билдәләй, спорт объекты ошо датаға матур бүләк булыр ине. "Төҙөлөштө һуҙғаныбыҙ өсөн ғәфү үтенергә тейешмен. Минеңсә,"Шахтер" республикалағы иң оҙайлы төҙөлөштәр араһында беренсе урынды биләй. 2027 йылда төҙөлөш эштәрен тамамлау буйынса әүҙем эш башлау планлаштырыла. Подрядсы - етди төҙөлөш ойошмаһы. Аҡса киләһе йылға бюджеттан бүленәсәк", - тип белдерҙе Радий Хәбиров.

• Шашка буйынса Ишембай спорт мәктәбе директоры Йәлил Сакаев әйтеүенсә, 20 йылдан ашыу мәктәп торлаҡ йорттоң беренсе ҡатындағы элекке ЗАГС бинаһында эшләй, бинаға капиталь ремонт талап ителә. Башҡортостан Башлығы яҡташтарына ҙур сәләм еткерҙе һәм муниципалитет башлығына смета әҙерләргә ҡушты: "Аҡсаны иғтибар менән иҫәпләгеҙ һәм минең иҫкә төшөрөгөҙ. Финанслау сығанағы хаҡында уйларбыҙ, моғайын, "Башнефть" менән һөйләшербеҙ", - тине Радий Хәбиров.

Шулай итеп, "Тура бәйләнешкә сығып, мөмкин тиклем ҙур һәм бәләкәй проблемаларҙы хәл итеү, халыҡҡа мөмкин тиклем күберәк ярҙам күрһәтеү маҡсатым. Ысынында иһә, һорауҙарға тура эфирҙа яуап биреүе еңелдән түгел. Улар бит күп төрлө... Әммә был миңә бөгөнгө хәлдең айышына төшөнөргә, халыҡ менән кире бәйләнеш булдырырға мөмкинлек бирә", - тип билдәләгәйне төбәк етәксеһе Тура бәй-ләнеш алдынан. Был юлы ла ошо маҡсатҡа өлгәшелде: һөйләшеү файҙаға булды.

Айбулат ҒАФАРОВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 13 - 19 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.11.26 | Ҡаралған: 8

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru