
Башҡортостанда "БАРС" республика отряды 2026 йылдың 1 июнендә ойошторолғайны.
Иң башта уның составына хәрби тәжрибәһе булған 300 ир-егет, шул иҫәптән Махсус хәрби операция ветерандары инде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөгөн мең ярымдан ашыу "БАРС" отряды яугиры, ҡулдарына ҡорал тотоп, республика күген һаҡлай. Һүҙ яғыулыҡ-энергетика секторы, оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары һәм гражданлыҡ объекттары тураһында бара. Отрядҡа профессиональ хәрбиҙәр генә түгел, ә башҡа һөнәр эйәләре лә яҙыла, ти отряд командиры Тимофей Присяжнюк.
"Отрядта һәр төрлө һөнәр эйәләре йыйылған: уҡытыусылар, власть һәм муниципалитеттар хеҙмәткәрҙәре, слесарҙар, шоферҙар, балта оҫталары. Бөтәһе лә донъя күргән кешеләр һәм бөгөн дошманға ҡаршы торорға өйрәнергә, тыл объекттарын һаҡлау бурыстарын үтәргә уларҙың сираты етеүен яҡшы аңлайҙар", - тип һөйләй командир.
"БАРС"ҡа хәрби хеҙмәт үткән һәм йәше 52-гә тиклемге ир-егеттәр саҡырыла. Пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) менән идара итеү күнекмәләренә йәки һунарсылыҡ тәжрибәһенә эйә булғандарға айырым иғтибар бүленә. Сөнки уларҙың махсус аппараттар һәм ҡорал менән эш итеү тәжрибәләре бар. Бөтә кандидаттарҙы ла медицина комиссияһы ҡарай.
Контракт Рәсәй Оборона министрлығы менән төҙөлә, әммә яугирҙар тик Башҡортостан биләмәһендә генә хеҙмәт итә. Улар әҙерлекте Үҙәк хәрби округтың Ырымбур өлкәһендәге полигондарында йәки республика биләмәһендә үтә. Унда атырға, дрондарға ҡаршы көрәш сараларын ҡулланырға, тактик медицина һәм хәрби алым нигеҙҙәренә өйрәтәләр. Дәрестәр көндөҙ ҙә, төндә лә алыш майҙанына яҡынлаштырылған шарттарҙа уҙғарыла.Төп баҫым техник әҙерлеккә яһала. Резервсылар дрон-перехватчиктар менән идара итеүгә, радиоэлектрон көрәш һәм оптик разведка сараларына, шулай уҡ бәләкәй һауа сәптәренә атырға өйрәнә.
Хеҙмәт графигы ротация (сиратлашыу) принцибы буйынса ҡоролған. Ике ай дауамында яугирҙар хеҙмәт бурыстарын атҡара, унан һуң шундай уҡ ваҡыт арауығында үҙҙәренең төп эшенә ҡайта. Йәғни хеҙмәт эштән айырылмайынса алып барыла. Хәрби бурыстарға бүленгән ваҡыт йылына алты айҙан артмай.
"БАРС" республика отрядына яҙылыу өсөн отряд командиры урынбаҫары майор Ибраһимов Илдус Рифғәт улына +7 987 253-65-30 телефоны буйынса, йәки йәшәгән урында хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 13 - 19 ноябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|