«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә билдәләнгән Өләсәй һәм ҡартатайҙар көнө - ғаилә байрамы, сөнки был дата быуындар күсәгилешлеге символы, тәрбиә мәктәбе. Ошо ҡәҙерле кешеләрегеҙҙән күңелегеҙгә ниндәй тормош һабаҡтары, аҡыл һәм йола тәртиптәре һеңдерә алдығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ИТӘК ҠЫРҠҺАҢ, ЕҢ БУЛА...
+  - 

Рәсәй Төҙөлөш министрлығында эшләүсе Федор Козлов тигән әфәнденең фамилияһы танышмы һеҙгә, уҡыусы? Минең дә белгән кешем түгел, ләкин бындай фамилия халыҡтың әсе телендә күпте һөйләй булыр, тик биғәйбә, һүҙ әле икенсерәк юҫыҡта.

Был чиновник ошо ведомствоның Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү департаменты директорының урынбаҫары булып эшләй. Башланғыс, бигерәк тә ул аҡыллы баш менән төплө уйланмаған булһа, язаһыҙ ҡалмай, тигән мәғәнәлә урыҫ әйтеме бар ("инициатива наказуема"). Министрлыҡтың яңы идеяһын "уйлап табыу"ҙа Козловтың да "ҡиммәтле" инициативаһы бар, күрәһең, юғиһә, был хаҡта хәбәр итеү өсөн сенаторҙар алдына министр урынына тап уны ебәрмәҫтәр ине. Әле генә арттырылған октябрь тарифтары хаҡтары айҡанлы шау-шыу тымып та өлгөрмәне, Ирек Фәйзуллин етәкселегендәге Рәсәй Төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡыҙыуында халыҡ елкәһенә тағы бер туҡмаҡ менән киҙәнмәксе. Туҙған торбаларҙы яңыртыу, ҡаҙанлыҡтарҙы, йылылыҡ селтәрҙәрен, насос станцияларын ремонтлау һәм яңыртып ҡороу өсөн ТКХ тарифтарына ошолай тип аталған "маҡсатлы инвестицион өҫтәмә"не халыҡтан түләтеү ниәте хаҡында Федор Козлов Федерация Советының түңәрәк өҫтәле ултырышында һөйөнсөләне. Йәғни был маҡсаттарҙа йылылыҡ, һыуыҡ һәм эҫе һыу, шулай уҡ һыу үткәреү хеҙмәттәренә тарифтарҙы тағы ла арттырырға йыйыныуҙары мәғлүм булды.
Был осраҡта Дәүләт Думаһының өндәшмәй ҡалыуы аңлашылып етмәҫ ине. Әлеге лә баяғы, үтмәҫ һүҙле фракциялар телгә килде. ЛДПР рәйесе Леонид Слуцкий, нимә тип аталыуына ҡарамаҫтан, бындай йыйымдарҙың граждандар хәленә өҫтәмә финанс көсөргәнеш тыуҙырасағы хаҡында һөйләп, министрлыҡ ниәтен ҡәтғи тәнҡитләп сыҡты. Депутаттар коммуналь-хужалыҡ инфраструктураһын яңыртыу федераль бюджет иҫәбенә башҡарылырға тейешлеге тураһында ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ҡыҫыр теләктәрен белдерҙе.
Рәсәй граждандары былай ҙа килемдәренең байтаҡ өлөшөн коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләй, ләкин был өлкәлә хәл үҙгәрмәй: торбалар шартлай, авариялар йыш була, йылылыҡ йә эҫе һыу биреп еткерелмәй, һыу сифаты насар. Ә Төҙөлөш министрлығына, күрәһең, халыҡтың ниндәйҙер өлөшө социаль ярҙам саралары, компенсация һәм субсидиялар менән файҙаланыуы тынғы бирмәй: тимәк, граждандарҙың түләрлек хәле бар, тип уйлай юғары чиновниктар. Әлеге ваҡытта 2 млн ғаилә коммуналь хеҙмәттәргә субсидиялар менән файҙалана икән, ил күләмендә был улар күҙенә күп йә сүп булып күренә микән?..
"Граждандарҙың коммуналь селтәрҙәр ремонтлау өсөн артыҡ аҡсаһы юҡ, - тип белдерҙе сенатор Айрат Ғибатдинов RTVI каналына әңгәмәһендә. - Күп ғаиләләр өсөн әлеге тарифтар артыуы ла көс еткеһеҙ сығымға әйләнде. Граждандар былай ҙа бит һуңғы 30 йыл буйына капиталь ремонт һәм инфраструктураны яңыртыу өсөн түләп килә, ләкин был түләүҙәрҙең һөҙөмтәһен күргән юҡ. Яңынан-яңы йыйымдар уйлап сығарғансы, торлаҡ-коммуналь тармағының үҙендә тәртип булдырырға кәрәк. Халыҡтан йыйылған һәр бер һумға контроль кәрәк. Ә инде ул аҡсаларҙың маҡсатҡа ярашлы файҙаланылмауы һәм урланыуы өсөн енәйәти яуаплылыҡҡа тиклем сара күрелергә тейеш".
Маҡсатлы файҙаланыу, тигәндән, былтырлы-быйыллы капремонт аҡсаһына байтаҡ йорттарҙа бына тигән эшләп торған лифттарҙы башкөлләйе менән алмаштырыу кампанияһы башланып китте. Был нимә, халыҡтың йыйым аҡсаһын бүлешеүҙә ведомство-ара мәнфәғәттәр хәстәреме? Ә шул уҡ ваҡытта тишек-тошоҡ йорт ҡыйыҡтарынан фатирҙарҙы һыу баҫыу, торбалар шартлап, урамдарҙан шаулап йылғалар ағып ятыуын дауам итә...
Ҡаршы тауыштар байтаҡ булыуға ҡарамаҫтан, Төҙөлөш министрлығы үҙенең "халыҡтан инвестиция планы"н Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт, Иҡтисад үҫеше һәм Энергетика министрлыҡтары менән уртаҡлаша башланы һәм уны декабргә тиклем Хөкүмәт ҡарауына тапшырмаҡсы. Шулай инде, яңыны, прогрессив һәм отошло юлдар табыу өсөн башты эшләтеү, белем, тәжрибә, төплө аҡыл кәрәк, ә күнегелгән юл - халыҡ кеҫәһен һәрмәүҙе уны һәр кем булдыра: итәк ҡырҡһаң - ең була бит. Бөгөн был чиновниктарҙың яратҡан "проекты"на әйләнде. Иң мөһиме - баш ватырға ла, тармаҡты үҫтерергә лә кәрәкмәй, йылы урын да һаҡланып ҡала...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 13 - 19 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.11.26 | Ҡаралған: 16

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru