«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә билдәләнгән Өләсәй һәм ҡартатайҙар көнө - ғаилә байрамы, сөнки был дата быуындар күсәгилешлеге символы, тәрбиә мәктәбе. Ошо ҡәҙерле кешеләрегеҙҙән күңелегеҙгә ниндәй тормош һабаҡтары, аҡыл һәм йола тәртиптәре һеңдерә алдығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
"РАССВЕТ" ЯРҘАМҒА КИЛӘ
+  - 


АҠШ Конгресына үткән аҙналағы һайлауҙарҙа демократтар партияһының өҫтөнлөк алыуы шау-шыулы ҙур ваҡиға булды, бәғзеләр уны һәләкәт тип тә атаны. Гәрсә бының тап шулай булырына шик тә юҡ ине, сөнки президент Трамптың алабарман сәйәсәте менән (башҡаса ҡулай һүҙ табыуы ла ҡыйын) ризаһыҙлыҡ белдереүҙәр Конгреста ғына түгел, ил граждандары араһында ла күптән ҡаршы тауыштар тыуҙырғайны инде.

NBC News социологик һорау алыуҙар һөҙөмтәһе буйынса һайлау участкаһына килгән кешеләрҙең 60 проценты аҙыҡ-түлеккә, бензинға, коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар артыуы, Иран менән һуғыш айҡанлы протестарын белдерҙе. Уларҙың өстән ике өлөшө, илдең иҡтисади хәле насарайҙы, тип иҫәпләй. Демократтар партияһы вәкиле Хәким Джеффрис һайлауҙар һөҙөмтәһен "Американың еңеүе" тип атаны хатта. Демократтар хәҙер Аҡ йорт эшмәкәрлеге, Трамп һәм уның ғаиләһенең финанс эштәре, иммиграция закондары, криптовалюта мутлыҡтары, корпоратив коррупция һәм Джеффри Эпштейн мәсьәләләре буйынса тикшереүҙәр башларға ниәтләүен белдерә. Мичиган штатынан Ҡушма Штаттар тарихында беренсе тапҡыр мосолман-сенатор булыуға өлгәшкән демократ Абдул әл-Сәйет: "Насар егеттәр отолдо. Беҙ аҡсабыҙҙың апартеидҡа, геноцид һәм һуғышҡа китеп тороуын түгел, ә уларҙы мәктәптәр, һаулыҡ һаҡлау һәм инфраструктура өсөн файҙаланырға теләйбеҙ", - тип белдерҙе. Әйткәндәй, демократтар ике палатала ла ҙур өҫтөнлөк яуланы, был хәлде уларҙың стратегтары ла көтмәгәйне хатта.
Трамп иһә һыр бирмәҫкә тырыша: беҙ демократтар менән килешеп эшләйәсәкбеҙ, улар менән хеҙмәттәшлек башлауҙы түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ, тип белдерҙе президент The New York Times гәзитенә әңгәмәһендә. Шуныһы ла бар: Трамп үҙенең һайлау алды осорондағы эшмәкәрлектәре өсөн үкенеү белдерергә йыйынмай, ә Иранға ҡаршы һуғышты ғәҙел тип иҫәпләй. Шул уҡ ваҡытта ул һайлаусылар кәйефенә яғыулыҡ ҡиммәтләнеүе сәбәп булыуын да танырға мәжбүр. Дөрөҫ, ул хәҙер үҙен "мистер Вето" тип атап, ошондай яҙыулы кепка кейеп төшкән фотоһын социаль селтәргә һалып, демократтар сығарған закон проекттарын кире ҡағыуҙа президенттың вето хоҡуғын иҫкә төшөрөп ҡуйыуҙы ла кәрәк тапты, тик бына уны файҙаланыу юлы палаталар эсендә тауыш биреүгә бәйле буласаҡ.
Рәсәй Фәндәр академияһы АҠШ һәм Канада институтының баш ғилми хеҙмәткәре Владимир Васильев фекеренсә, һайлау кампанияһында демократтарҙың өҫтөнлөк алыуы Рәсәй өсөн бик үк яҡшы түгел, әлбиттә. Конгресс менән идара итеү хоҡуғы алған демократтар хәҙер Украинаны яҡлаусы закондар сығарыуы, бюджеттан Киевҡа ярҙам бүлеүҙе нығытыуы ихтимал. Дональд Трамп Украина Ҡораллы көстәренә (ВСУ) туранан-тура ҡорал ебәреүҙән баш тартҡайны, хәҙер был ҡарарҙың юҡҡа сығыу хәүефе килеп тыуҙы. Шулай ҙа Кремль АҠШ-тағы һайлауҙар һөҙөмтәһен тыныс ҡабул итергә тырышты, тип иҫәпләй эксперттар, сөнки был "тыныс сырай" айыҡ иҫәпкә ҡоролған: һөйләшеүҙәр, шәхси аралашыуҙар, санкцияны туҡтатыу кеүек тышҡы сәйәсәт идараһы Аҡ йорт ҡулында ҡала. Эксперттар фекеренсә, Трамп Украинаға баҫымды туҡтатмаясаҡ һәм тыныс һөйләшеүҙәр ниәтенән баш тартмаясаҡ, сөнки украин конфликтын туҡтатыу һөҙөмтәһенең Америка өсөн иҡтисади һәләттән тос ҡына отош килтерәсәген аныҡ күҙаллай.
Ошо аҙнала Берләшкән Ғәрәп Әмираттарының баш ҡалаһы Абу-Дабила РФ, АҠШ һәм Украина делегацияларының украин конфликтын көйләү буйынса өс яҡлы һөйләшеүҙәре башлана. Был осрашыуҙа Евросоюздың ҡатнашлығы кәрәк түгел тип табылһа ла, Франция, Германия һәм Британия Абу-Дабиға үҙ вәкилдәрен ебәрә, сөнки Европа украин конфликтының туҡтатылыуын теләмәй, Киев режимын туҡтауһыҙ финанс һәм хәрби ярҙам саралары менән күтәрмәләүен дауам итә. Һәм, ысынлап та, күпселек эксперттар Абу-Даби осрашыуының ыңғай һөҙөмтәһенә икеләнеүен белдерә: территория мәсьәләләре, утты туҡтатыу механизмы һәм хәүефһеҙ киләсәк гарантияһы буйынса ике-ара ҡапма-ҡаршылыҡтар кәртә булып ҡалыуын дауам итә.
Әйткәндәй, Дональд Трамп Киев менән Мәскәүҙе энергергетика тыныслығына саҡырыуына ҡарамаҫтан, Украина Ҡораллы көстәре Рәсәйҙең нефть эшкәртеү заводтарына һөжүмде бермә-бер көсәйтте. ВСУ һуңғы ике аҙна эсендә генә лә Рәсәйҙең 10 нефть эшкәртеү заводына һөжүм иткән, шуларҙың һуңғыһы Кириши заводындағы янғын. 9 ноябргә ҡарай төндә Ленинград өлкәһендә һауа һөжүменә ҡаршы оборона көстәре 113 украин дронын бәреп төшөргән. Шартлатҡыс аппарат һыныҡтары күп фатирлы йортҡа төшөп, бер ҡатын һәләк булған. Губернатор Александр Дрозденко белдереүенсә, төбәктә бензин һатыуға сикләү индерелгән. Ғөмүмән, 9 ноябргә ҡарай төндә Рәсәй күген баҫып алған 430 дошман дроны атып төшөрөлә. Шул уҡ ваҡытта Киев аңларға тейеш: уларҙың бер генә һөжүме лә яуапһыҙ ҡалмаясаҡ. Иң мөһиме - Украинаның дрондар йыйыу һәм һаҡлау складтарын, ВСУ өсөн эшләүсе энергетика системаһын юҡ итеү. Тағы бер йүнәлеш - хәрби йөк ташыусы диңгеҙ һәм йылға судноларын ҡыйратыу. Рәсәйҙең ошо көндәрҙә Украина биләмәләренә һөжүм һөҙөмтәлелеген бермә-бер арттырыусы яңы ҡоралы - "Рассвет" системаһы Европа менән Украинаны хафаға һалды. РФ Президенты Владимир Путин был ватан проектының Старлинктан һис тә ҡайтыш түгеллеген, ҡайһы яҡтандыр, бәлки, яҡшыраҡ та булыуын билдәләгәйне. Дошман өсөн хәүефләнер хәл шунда: Рәсәй Starlink альтернативаһына эйә булып ҡына ҡалмай, ә ошо "Рассвет"тың түбән орбиталағы спутниктар төркөмө ярҙамында ҡәҙимге дрондарҙың төпкөл райондарҙағы дошман сәптәрен табырға, күҙәтергә һәм юҡ итергә һәләтле булыуында, тип яҙҙы Британияның Financial Times халыҡ-ара көндәлек гәзите.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 13 - 19 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.11.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru