«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә билдәләнгән Өләсәй һәм ҡартатайҙар көнө - ғаилә байрамы, сөнки был дата быуындар күсәгилешлеге символы, тәрбиә мәктәбе. Ошо ҡәҙерле кешеләрегеҙҙән күңелегеҙгә ниндәй тормош һабаҡтары, аҡыл һәм йола тәртиптәре һеңдерә алдығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ТУҒАН ТЕЛГӘ ҺӨЙӨҮ НИҘӘН БАШЛАНА?
+  - 

Ғаиләлә туған телдә аралашыу, әкиәттәр һөйләү, йыр-моңдоң тәьҫире тураһында күп һөйләйбеҙ, күп аңлатабыҙ. Әммә баланың үҙ күҙҙәре менән күреп, күҙәтеп, өлгө алып тәрбиәләнер шарттары тураһында онотабыҙ, йәки иғтибарға алмайбыҙ.

Балала китапҡа һөйөү тәрбиәләгән ғаиләлә, әлбиттә, бәләкәй генә булһа ла китапхана була. Китап кәштәләрендә башҡорт телендәге китаптарҙың ҡайҙа, нисек урынлаштырылыуына мотлаҡ иғтибар итергә кәрәк. Баланың хәтерендә ҡала торған күренеш был. Магазиндан китап һайлағанда баланы иң элек башҡорт әҙәбиәте бүлегенә алып барыу ҙа ыңғай өлгө булыр. Башҡорт телендәге матбуғатҡа яҙылыу һәм бала аңларлыҡ мәҡәләләрҙе ҡысҡырып уҡыу йә йөкмәткеһен һөйләү, яйлап-яйлап гәзит-журналдар уҡыуға ылыҡтырыу ҙа үҙенең ыңғай һөҙөмтәһен бирер.
Ә инде уҡыусы балаңа дәрес әҙерләшергә ярҙам иткән ваҡытта, иң ауыр предмет, тип, математиканан түгел, ә туған тел дәресенән башлау яҡшы. Туған телдән дәрес әҙерләгәс, ял иттереп алып, ауыр бирелгән предметтарға тотоноу баланың рухи сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһар. Билдәле, рухи сәләмәтлектең физик сәләмәтлеккә лә, тәрбиәгә лә йоғонтоһо бик ҙур. Юғиһә, ауыр бирелгән предметтар менән оҙон-оҙаҡ ваҡыт үткәреп, аңлатып, бала тамам арып йонсоғандан һуң ашығып-ашығып башҡорт теле дәресен әҙерләтеү йәки әҙәби әҫәр уҡытып маташыу һис кенә лә дөрөҫ түгел һәм был дәрестәргә ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләмәй.
Тәбиғәткә сыҡҡанда ағас, үлән, ҡош, ер-һыу атамаларын башҡортса әйтеү генә түгел, уның ни өсөн тап шулай аталыуын да аңлатыу балала уғата ҡыҙыҡһыныу уятыр.
Туғанлыҡ атамаларының да байлығын файҙаланырға кәрәк. Үҙенән оло йәки кесе туғандарына исеме менән йәнәш мотлаҡ туғанлыҡ атамаһын да ҡушып өйрәнһен бала.
Дуҫтары менән аралашҡан саҡтағы телмәренә иғтибар итеү ҙә кәрәк. Телмәр таҙа булырға тейеш. "Рус телендә һөйләшкән саҡта башҡорт һүҙҙәре ҡушмайһың бит, шулай уҡ башҡорт телендә аралашҡанда ла рус һүҙҙәре ҡушмай, матур, яғымлы итеп һөйләш", - тип өйрәтеү бала зиһененә һалына бара.
Рус телен боҙоп, башҡортсалап маташыу ике телгә лә ихтирам уятмаҫ. "Мамыңа әйт әле", "Папың өйҙәме?", "Мамыңдың хәле нисек?", "Был минең ывнугым", "Быныһы двоюродный племяннигым", "Баламды бабушкыһына алып ҡайттыҡ", тип һөйләшеү үҙеңде лә, телеңде лә кәмһетеү ул. Бындай телмәрҙе ишетеү бала күңелендә һис кенә лә туған теленә һөйөү тойғоһо уятмаҫ.
Тимәк, балала телгә ҡарата һөйөү уятыу үҙеңдең шәхси өлгөңдән башлана икәнлеген иҫтән сығармайыҡ.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 13 - 19 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.11.26 | Ҡаралған: 16

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru