«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә билдәләнгән Өләсәй һәм ҡартатайҙар көнө - ғаилә байрамы, сөнки был дата быуындар күсәгилешлеге символы, тәрбиә мәктәбе. Ошо ҡәҙерле кешеләрегеҙҙән күңелегеҙгә ниндәй тормош һабаҡтары, аҡыл һәм йола тәртиптәре һеңдерә алдығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
БЕҘҘЕҢ ЗАМАН
+  - 


Кадрҙар - яңы, йырҙар - иҫке

Огородниковты өлкә комитетҡа саҡырталар. Ә.М. Дилмөхәмәтов, идеология буйынса секретарь, "беренсе"нең кабинетына инер алдынан мөхәрриргә бәхәсләшмәҫкә, шым ғына ултырырға кәңәш бирә.
Кабинет хужаһы Р.Х. Хәбибуллин, алдында ятҡан гәзиткә төртөп күрһәтеп, шундуҡ һорауҙар яуҙыра башлай:
- Был нимә ул? Ни өсөн баҫтырҙығыҙ? Кем рөхсәт итте?
- Публикация - фекер алышыу өсөн сәбәп. Үҙәк Комитет беҙгә етешһеҙлектәрҙе асырға, билдәлелек яғында булырға өйрәтә бит, - тип яуап бирә мөхәррир.
- Рәхимов менән бергәләп беҙҙе партия эшенә өйрәтергә булдығыҙмы?
- Халыҡ депутаты бар нәмә хаҡында үҙ фекерен белдерергә хоҡуҡлы.
- Ә һин партия абруйын төшөрөүеңде аңламайһыңмы? - Ныҡ ҡыҙып киткән түрә уҫал итеп өҫтәп ҡуя: - Былай яҙыуыңды туҡтатмаһаң, вазифаңдан азат итербеҙ...
Өлкә комитет пленумдарының береһендә, тәнәфес ваҡытында, минең яныма ауыл хужалығы бүлеге мөдире Т.А. Ғәлеев килде, мин уны Дәүләкән районында эшләгән сағымдан уҡ белә инем.
- Кисә секретариатта һине эштән ебәреү тураһында һөйләшеп килешкәндәр. Әгәр эшеңдә ҡалаһың килһә, хәҙер үк сығыш яһа, үҙеңдең эшең һәм редакцияның проблемалары хаҡында һөйлә.
Миңә һүҙ бирелгәс, мин шундуҡ билдәлелек темаһы хаҡында һүҙ башланым, тәнҡитте ҡыҫыу, гәзит менән идара итеүҙең боҙоҡ алымдары хаҡында тулҡынланып һөйләнем. Башҡа бер идеологик учреждениелар практикаһынан баҫым яһау, ҡыҫымға алыу миҫалдарын һанап үттем. "Гәзит менән өлкә комитет бюроһы һәм уның беренсе секретары идара итергә тейеш! - тип президиум өҫтәле артында ултырған Хәбибуллиндың үҙенә тура ҡарап әйттем. - Ә һеҙ башҡаларға ҡушаһығыҙ. Артабан да шулай ҡала бирһә, мин республикала үҙгәртеп ҡороуҙы ғәмәлгә ашырып булырына ышанмайым..."
...Эйе, нисек кенә ҡыйын булмаһын, беҙ боевой гәзит сығарырға тырыштыҡ. Байтаҡ ҡына ветерандарыбыҙ йәштәре буйынса ялға китте. Командабыҙҙың төп өлөшө яңырҙы. Өфөлә башҡорт телендә яҙа алыусы әҙер журналистар бик аҙ булды. Мин сәнәғәт бүлегенә мөдир итеп Ишембай ҡала гәзите мөхәррире М. Н. Муллаҡаевты саҡырҙым. Ишембай агломерацияһында ҡала индустрияһы менән райондың аграр етештереү көстәре тығыҙ бәйләнештә йәшәне. Ошондай ҡатнаш территорияны һәйбәт белгән журналист республикала барған үҙгәрештәр хаҡында оҫта итеп яҙа аласағына ышандым. Ул, балалар йортонда тәрбиәләнеп, йәш сағынан уҡ тормош ауырлыҡтары аша үткән кеше, ысынлап та, минең ышаныслы ярҙамсыма әйләнде, позитив фекерле, үҙ тематикаһы буйынса шәп белгес булды. Иң мөһиме, уның журналист таланты күп яҡлы ине - ниндәй генә тема, ниндәй форматта талап ителмәһен, ҡулынан килде: аналитик мәҡәләләре, интервью, очерктары ысын оҫталарса яҙылды.
Ғәҙәттә, беҙ гәзиттең яңы һаны сығыу менән иң яҡшы материалды билдәләнек. Ул саҡтағы йәш авторҙарҙан Мәхмүт Хужин, Рәшит Кәлимуллин, Морат Төхвәтуллин, Тәлғәт Шаһманов һәм башҡалар йыш ҡына маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булды. Билдәлелек сәйәсәте торғонлоҡ йылдарына хас булған күп кенә етешһеҙлектәрҙе һәм боҙоҡлоҡтарҙы асыу, уларҙы йәмәғәт һәм власть ҡарамағына сығарыу мөмкинлеген бирҙе. Күптәр Октябрьский ҡалаһынан Миҙхәт Шәриповтың аналитик публикацияларын, гәзиттең үҙ хәбәрселәре Сәлимйән Бәҙретдиновтың - Урал аръяғынан, Зыял Шәйхетдиновтың төньяҡ-көнсығыш райондарынан һәм ветеран Фатих Абдуллиндың Дәүләкән ҡалаһынан яҙған үткер мәҡәләләрен хәтерләйҙер. Улар - төрлө йәштәге кешеләр, тормош тәжрибәләре лә төрлөсә, әммә берҙәм һәм боевой ынтылыш менән эшләнеләр: кемдәрҙең булдыҡһыҙлығы, уйһыҙлығы, хаталары арҡаһында етешһеҙлектәр хасил була, үҙгәрештәргә юл асылмай, шулар ҡаты тәнҡиткә дусар ителә, яңырыу мөмкинлектәре билдәләнә, эшлекле тәҡдимдәр индерелә.
Бигерәк тә редакцияның ҡатын-ҡыҙҙарын айырым билдәләп үтергә кәрәк. Улар - Фәүзиә Иҙелбаева, Әлфиә Аҡбутина, Гөлфиә Янбаева, Тәнзилә Ишкина, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Минйыһан Хәлитова, башҡа бер хеҙмәткәрҙәребеҙ һәм алсаҡ корректорҙарыбыҙ. Беҙ яҡшы гәзит сығарырға тырыштыҡ, улар беҙҙең мөнәсәбәттәребеҙгә йылылыҡ биреп, үҙҙәренең һөйкөмлө һәм изге күңелле йөҙҙәре менән коллективҡа ижади рух өҫтәп, сәмләнеп эшләү, уңышлы һәм алдынғы булыу теләген арттырҙылар. Шуныһын да өҫтәп әйтергә кәрәк: редакциянан киткәс тә уларҙың күптәре әйҙәүсе гәзит һәм журналдарға етәксе итеп тәғәйенләнде.
Обкомдағы кәңәшмәләрҙең береһенән һуң Ә.М. Дилмөхәмәтов мине артыҡ аҡыллыланмау, үҙемде иплерәк тотоу кәрәклеге тураһында иҫкәртеп ҡуйғайны. Һуңынан шундай тәртип урынлаштырҙылар: һәр аҙна һайын матбуғат секторы мөдире З.М. Тимербулатов обком секретары ҡатнашлығында яңы сыҡҡан һандарға күҙәтеү яһай, М.Г. Мөлөков менән мине гәзитте нисек итеп эшләргә өйрәтә башланылар. "Советская Башкирия" гәзите мөхәррирен саҡырманылар. Бындай этеп-төртөп өйрәтеүҙәр бер ниндәй ҡалыпҡа ла һыймай ине. Йыш ҡына һөйләшеү күтәренке тонда барҙы. Секретарь миңә янап, шулай тине:
- Үҙеңде ипле тот, сиктәрҙе бел. Юғиһә, беҙ һинең турала тиҙ арала икенсе фекер булдырырбыҙ!
Дөрөҫөн әйткәндә, мин был янауға шундуҡ иғтибар итмәнем. Күп тә үтмәй, минең урынбаҫарҙарымды һәм хеҙмәткәрҙәремде берәм-берәм Өлкә комитетҡа саҡырып, мөхәрриргә ҡарата мөнәсәбәттәрен белешә башланылар. Кешеләр, яманлыҡ ҡылынасағын һиҙеп, ҡайтҡас та миңә ошо хаҡта белдерә барҙы. Мин булмағанда йыйылыш та үткәргәндәр, тик унда ла хуплау тапмағандар. Баш өҫтөндә болоттар ҡуйыра башланы.

Мансур ӘЙҮПОВ.
(Дауамы. Башы 37-44-се һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №45, 13 - 19 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.11.26 | Ҡаралған: 15

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru