«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44  |  45  |  46

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

13 ноябрҙә Башҡортостанда республика кимәлендәге бик мөһим ваҡиға - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 85 йыллығы билдәләнә. Девизияның, уның командиры Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен мәңгеләштереү сараларының береһе - мәктәптәрҙә ойошторолған Шайморатовсылар кластары. Бер нисә белем усағы етәкселәре һәм уҡытыусыларынан ошо кластарҙың уңыш-ҡаҙаныштары тураһында белештек:

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БУРЫС ЕҢЕЛДӘН ТҮГЕЛ, ӘММӘ КҮТӘРЕРЛЕК
+  - 

17 ноябрҙә Өфө ҡала советының сираттан тыш ултырышында депутаттар Рөстәм Шәриповты ҡала хакимиәтенең яңы башлығы итеп тәғәйенләне.

Ултырышта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Андрей Назаров һәм Хөкүмәт Премьер-министры Александр Шельдяев, БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе Искәндәр Әхмәтвәлиев һәм уның урынбаҫары Данияр Абдрахманов ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы етәксене ҡотлап, уның алдына бурыстар ҡуйҙы. "Һеҙгә бик көсөргәнешле шарттарҙа эшләргә тура киләсәк. Сөнки беҙҙең көндәрҙә бурыстар ҡатмарлаша, ә талаптар арта бара. Быға әҙер булығыҙ. Беҙгә МХО бурыстарын хәл итергә, яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә, баш ҡаланың мөһим объекттарын дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменән һаҡларға кәрәк", - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Шулай уҡ республика етәксеһе Өфөнөң Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙың баш ҡалаһы булыуын билдәләне. 2028 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы ШОС саммитын ҡабул итергә әҙерләнә. "Был донъя кимәлендәге ваҡиға булып тора. Һис шикһеҙ, республика һәм баш ҡалабыҙ өсөн етди имтихан. Әҙерләнеү өсөн йыл ярым ғына ваҡыт бар. Ошо ваҡыт эсендә ҙур күләмдә эш башҡарырға кәрәк. Ҡала хакимиәте дирекция һәм бөтә эшсе төркөмдәр менән тығыҙ эшләргә, шулай уҡ үҙ кимәлендә тейешле ойоштороу структураһын булдырырға тейеш. Һәм мотлаҡ бурыс: саммитҡа тиклем Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауҙы тамамларға кәрәк", - тине Радий Хәбиров.
Ғөмүмән, Башҡортостан баш ҡалаһын яҡшыртыу менән планлы рәүештә шөғөлләнергә кәрәк, тип билдәләне республика Башлығы. "Өфөнө тәртипкә килтереүҙе дауам итергә кәрәк. Урам-юл селтәрен ремонтлау, төҙөкләндереү, яҡтыртыу, биналарҙы архитектур яҡтыртыу буйынса күләмле эш көтөлә. Йыл аҙағына вуз-ара студенттар кампусын төҙөп бөтөргә кәрәк, беҙ алдыбыҙға прогрессив бокс һәм ҙур теннис үҙәге, шулай уҡ бер нисә объект төҙөү бурысын ҡуйҙыҡ. Рөстәм Шәрипов һәм уның командаһы алдында Октябрь революцияһы урамын "йәнләндереү" бурысы ла тора", - тине республика етәксеһе.
Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы баш ҡала хакимиәтенең яңы командаһына "кешеләрҙе ишетергә, халыҡтан нигеҙле тәнҡит ҡабул итергә", Хөкүмәт һәм бөтә кимәлдәге депутаттар менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә ҡушты. Өфө ҡала советының сираттан тыш ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитына әҙерлекте Өфө хакимиәтенең яңы командаһы бурыстарының береһе тип билдәләне.

"Киске Өфө" гәзите, №46, 20 - 26 ноябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.11.26 | Ҡаралған: 15

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru