
Ошо көндәрҙә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология бүлеге мөдире, танылған ғалим-антрополог Ринат Мөхәмәт улы Йосоповҡа 75 йәш тулған булыр ине. Әммә бынан 15 йыл элек яуыз сир уны беҙҙең арабыҙҙан алып китте. Бөгөн беҙ уның тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡлайбыҙ, гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы булыуы, үҙенең яңы фәнни асыштары хаҡында иң тәүҙә беҙҙең уҡыусыларыбыҙға еткерергә ашығыуы тураһында хөрмәт менән иҫкә алабыҙ.
Ринат Мөхәмәт улы шул тиклем ябай, инсафлы, ипле, баҫалҡы тәбиғәтле ине. Үҙенә күрә бер нәзәкәтлек менән уңайһыҙлана, тартына, ояла белеүе лә уның киң күңелле, ололарға - ололоҡло, кеселәргә кеселекле булыуы хаҡында һөйләй ине. Әммә үҙ фәнни дәлиленә, тарихи фактҡа бәйле бәхәстәрҙә ғалим ҡапыл икенсе кешегә әүерелгәндәй була ине. Был тәңгәлдә ул һис ҡасан да сигенә белмәне, тарихи ысынбарлыҡҡа бәйле үҙенең принципиаль ҡарашында ныҡ торҙо. Был осраҡта ла оппонентының күңелен уйлап, үҙ фекерен ипле генә аңлата белде. Уның тарих фәненә, антропологияға медицина институты аша килеүе лә үҙенә күрә бер мөғжизә, шуға күрәлер ҙә, уның кеше һөлдәләренә, баш һөйәктәренә бәйле ғилми аңлатмалары, дәлилдәре ерлекле, төплө, ышандырырлыҡ һәм кире ҡаҡҡыһыҙ. "Баш һөйәгенең теле булмай, әммә күп кенә ғилми асыштар яһарлыҡ, сер ишектәрен асырлыҡ тел асҡыстары була", тигәйне ул беҙҙең гәзиттә яһаған бер сығышында. Ғалим Ринат Йосопов ана шундай "сер ишектәрен асырлыҡ тел асҡыстарын" ҡалдырҙы беҙгә. Уның гәзитебеҙҙә баҫылған ҡайһы бер яҙмаларынан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.
Баш һөйәге табылды...
Тарих фәндәре кандидаты, палеолит дәүерен өйрәнеүсе археолог Вячеслав Котов ун биш йылдан ашыу көньяҡ Уралдағы мәмерйәләрҙе тикшерә. Уның 40-100 мең йыл элек йәшәгән кешеләрҙең хеҙмәт һәм һунар ҡоралдарын тапҡаны бар. Былтыр ул Шүлгәнташ мәмерйәһендә тәүге тапҡыр әҙәм баш һөйәгенә юлыҡты. Ғалим тапҡан баш һөйәген быға тиклем 2008 йылда ғалимә О.Я. Червяцова күргән булған, тик иғтибарға ғына алмаған. В.Г. Котов баш һөйәген Өфөгә алып ҡайтып, миңә күрһәтте. Ул тәүҙән үк хәҙерге заманда йәшәгән кешенең баш һөйәгенә тартым булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Тикшереүҙәр шуны күрһәтте: баш һөйәге һуңғы ике мең йыл эсендә йәшәгән 17-19 йәшлек ҡыҙ баланыҡы. Маңлайының бер ситендә яра эҙе лә бар. Был яра ҡыҙҙың төрлө сәбәптәр арҡаһында үлтерелеүе йә ниндәйҙер йола менән ҡорбан ителеүе хаҡында һөйләй. Баш һөйәге Бөрйән төбәгендә борон-борондан йәшәгән кешеләрҙең Урал тибына-расаһына ҡарай. Был тип башҡорт халҡы араһында иң боронғо антропологик тип тип иҫәпләнә. Урал тибы бигерәк тә башҡорт ҡыҙ-ҡатындары араһында киң таралған. Был факт ҡыҙҙың ситтән килгән ҡәбилә йә ырыу вәкиле булыуын тулыһынса инҡар итә.
Әлегә шуны ғына әйтеп булалыр: был ҡыҙ мәмерйә эсендә йәшәмәгән, сөнки унда ул заманға бәйле тораҡ эҙҙәре юҡ. Шүлгәнташ стенаһындағы һүрәттәрҙең йәше лә ҡыҙ йәшәгән дәүергә тура килмәй. Һүрәттәр бынан 14-15 мең йыл элек төшөрөлгән. Беҙҙә ул дәүергә ҡараған антропологик материал бөтөнләй юҡ. Иң боронғоһо - Дәүләкән районы территорияһында Отто Николаевич Бадер тапҡан әҙәм һөлдәһе. Һөлдә усаҡ яҡҡан ерҙең аҫтында табылды. Ул мезолит һәм неолит дәүере араһында йәшәгән кешенең һөлдәһе, йәғни бынан 6-7 мең элекке дәүер. Шуныһы характерлы: Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр Франция мәмерйәләрендәге һүрәттәргә ныҡ оҡшаған. Икенсенән, Дәүләкәндә табылған һөлдәгә ҡарап, көньяҡ сығанаҡты билдәләп була. Былар барыһы ла Уралдың төп халҡы булған башҡорттарҙың этногенез мәсьәләһенең ике тарафына бәйле үҙенсәлеген билдәләй. Башҡорттарҙың бер үк ваҡытта европеоид та, азиат та булыуы, әлбиттә, уларҙың барлыҡҡа килеүендәге төрлө тарафтар үҙенсәлеге берҙәмлеге хаҡында ла һөйләй. Франциялағы һәм Шүлгәнташтағы мәмерйәләрҙәге һүрәттәрҙе бер үк кешеләр төшөргән, тик ошоға бәйле тарихи ваҡиғалар ниндәй ағыш алған? Әллә мезолит дәүере һуңында Уралтауҙа боҙлоҡ ирей башлағас, көнбайыш кешеләре был яҡҡа килеп, кире киткәнме, йә булмаһа, киреһенсә булғанмы? Был мәсьәлә тарихсылар өсөн асыҡ килеш ҡала.
Тәбиғи һайланмыш ҡануны
Боронғо Урал тибы күберәген беҙҙең ҡыҙ-ҡатындарҙа һаҡланып ҡалған. Популяцион генетика күҙлегенән ҡарағанда, беҙҙең ҡыҙ-ҡатындар милләттең иң боронғо генетик мәғлүмәтен үҙендә йөрөтә. Милли сифаттар ҙа балаларға ҡыҙ-ҡатын аша күсә. Көньяҡ Урал климатында яралған һәм шуға ҡулайлашҡан был мәғлүмәтте йөрөтөүсе ҡыҙ-ҡатындарҙың генетик үҙенсәлеге улдарына һәм ҡыҙҙарына тыумыштан уҡ күсә. Башҡорт ирҙәренең бер өлөшө лә Урал тибына ҡарай, әммә улар бик аҙ ғына. Урал тибына ҡараусы ҡыҙ-ҡатындарҙың, ирҙәрҙең сәләмәтлеге лә ныҡ була. Улар ауырыуҙарға бирешеп бармай һәм оҙағыраҡ йәшәй. Төрлө көтөлмәгән тәбиғи һәләкәттәр, катаклизмдар, эпидемиялар ваҡытында, аслыҡ кисергәндә күбеһенсә ирҙәрҙең үлеүе лә ошо фактҡа бәйле. Хәҙерге заманда ирҙәр араһында тәбиғи һайланмыш күренеше бара: тәбиғәт уларҙың көсһөҙөн юҡ итеп, көслөләрен генә ҡалдыра. Хәл аңлашыла - балалар көслөләрҙән генә тыуырға тейеш.
Тәбиғәттең үҙендә, хайуандар, йәнлектәр араһында тәбиғи һайланмыш ҡануны тулыһынса тиерлек үтәлә. Әйтәйек, ҡасыу мәле еткән һыйыр, хужаһынан, көтөүҙән ҡасып китеп булһа ла, көслө үгеҙ янына бара. Йә булмаһа, йылҡы өйөрөн генә алайыҡ. Унда бер нисә айғыр өйөр айғыры булырға дәғүә итеп алыша. Был алышта иң көслөһө еңеп сыға һәм бейәләр уның ихтыярына буйһона башлай. Ситкә тибелгән айғырҙы көйҙөрәләр ҙә, ҡәҙимге ат итеп, егә-менә башлайҙар. Йә булмаһа, бал ҡорто иләүендә инә ҡорттоң нисек итеп аталаныуы миҫалын ғына алайыҡ. Мөҙҙәте еткәс, инә ҡорт оянан осоп сыға һәм бик юғарыға, һауаға күтәрелеп, шәп тиҙлектә оса. Уның артынан төшкән ата ҡорттарҙың иң көслөһө, иң ҡеүәтлеһе генә уны ҡыуып етә һәм аталандыра, үҙе шунда уҡ һәләк тә була. Иғтибар итегеҙ: тәбиғәт уны тағы ла тоҡом ҡалдырыу хоҡуғынан мәхрүм иткән, йәғни был юл менән яҡын ҡандарҙың ҡатнашыу ихтималлығын юҡҡа сығарған. Ҡалған ата ҡорттарҙың йәғни көсһөҙҙәрҙең дә иләүгә әйләнеп ҡайтырға хоҡуғы юҡ, ҡайтҡан хәлдә лә уларҙы кире индермәйҙәр. Тәбиғәттә һайланмыш ҡануны бына шулай бик аяуһыҙ, әммә ғәҙел итеп ҡуйылған. Кешелектә лә матриархат дәүерендә ошоға оҡшаш йолалар булған, йәғни тыуасаҡ балаһының атаһын ҡыҙ үҙе һайлап алған. Батшалар, хандарҙың ҡыҙҙарына кейәүҙәр һайлағанда уларҙы төрлөсө көс һынаштырып ҡарау йолаһы ла "бала көслө атанан тыуырға тейеш", тигән принципҡа таянғаны көн кеүек асыҡ.
Патриархат дәүерендә инде төрлө ырыуҙарҙан бер нисә ҡатын алған ир был юл менән үҙенең ырыуын көсәйткән. Революцияға тиклем башҡорттарҙа ла өс ҡатын алыу рөхсәт ителгән. Өстән артыҡ ҡатынға өйләнеү инде ир-аттың хәленә ҡарап башҡарылған. Беҙҙең халыҡта килендең алыҫтан төшөүенә ҙур әһәмиәт биргәндәр, алыҫтаныраҡ төшкәне ҡәҙерлерәк тә булған. Был да юҡҡа ғына түгел. Аралар алыҫайған һайын ҡан яҡынлығы ла алыҫлаша.
Ырыуҙар, йәғни күп төрлөлөк феномены
Һәр бер халыҡтың генетик мәғлүмәтен ҡыҙ-ҡатындар йөрөтһә лә, генетик популяция ирҙәр арҡаһында ҡеүәт йыя. Шул уҡ ваҡытта ирҙәр аша күскән иң көслө үҙенсәлекте, генетик мәғлүмәтте ҡыҙ-ҡатындар үҙҙәрендә һаҡлап алып ҡала. Тап ошо рәүешле көсәйеү арҡаһында беҙҙең башҡорт халҡында биш антропологик тип формалашҡан. Быны 1967 йылда Мәскәү антропологы Мария Степановна Акимова иҫбат итеп: "Башҡорт халҡының генетик фонды төбәктә иң көслөһө, сөнки улар үҙҙәренең ата-олаталарының, сарматтарҙың, савроматтарҙың, уғыҙҙарҙың, ҡыпсаҡтарҙың һәм башҡаларҙың генофондын үҙҙәрендә берләштергән", - тип белдерҙе. Беҙҙең халыҡтың милләт булараҡ көсө лә тап ошонда, сөнки төрлө климат шарттарында йәшәгән төрлө халыҡтарҙың, ҡәбиләләрҙең генетик үҙенсәлектәре беҙҙең халыҡтың генофондын тәшкил итә. Ундай үҙенсәлек төрҙәре беҙҙең ирҙәрҙә йәшәй, ҡыҙ-ҡатындарыбыҙҙа иһә асылда ике генә - Урал һәм боронғо Урта Азия тибы һаҡлана. Ә ирҙәребеҙҙә иһә, ошо ике типтан тыш, көньяҡ Себер, понтик, Алтай, Каспий, Алғы Азия һәм башҡа типтар йыш осрай. Типтарҙың төрлө-төрлө булыуы тоҡомдо көсәйтә, генофондты арттыра.
Аҙаҡҡы өс йөҙ йыл эсендә, бигерәк тә башҡорттарҙың ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, төркмән халыҡтары менән элеккесә киң һәм даими аралашыу мөмкинлеге юҡҡа сыҡҡас, күберәген этник берәмек эсендә генә ҡан аралашыуы күҙәтелә. Шулай ҙа боронғо сарматтар, савроматтар йәшәгән ерҙәрҙә йәшәүсе башҡорттар һаман да иң боронғо генетик кодты йөрөтөүселәр булып иҫәпләнә. Шул уҡ бөрйән, үҫәргән, түңгәүер ырыуҙары башҡорттары көньяҡ Европа расаһының понтик тибына ҡарай. Шулай уҡ ҡыпсаҡтар менән тамъяндар ҙа күберәген европеоид расаһына ҡарай. Көньяҡ Себер тибы, йәғни монголоид расалылар беҙҙең халыҡҡа Алтын Урҙа заманында килеп ҡушылған.
Беҙҙең милләттә ырыуҙарҙың күплеге һәм уларҙың донъяның дүрт тарафы менән бәйле булыуы башҡорттоң этник тотороҡлоғон барлыҡҡа килтереүсе фактор ҙа булып тора. Башҡорт милләте донъялағы бик күп халыҡтарҙың, ҡәбиләләрҙең иң көслө һәм күркәм сифаттарын үҙендә берләштерә алған. Беҙ үҙебеҙ генә ошо феноменды баһалап бөтөрмәйбеҙ һәм милләтебеҙҙең ырыу-ара никах потенциалын файҙаланыу урынына, милләт-ара никахтарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Милләт-ара никахтар иһә, һәр осраҡта ла беҙҙең файҙаға түгел, сөнки милләт-ара никахлы ғаиләләрҙә ҡала шарттарында башҡорт позицияһы көслө түгел. Беҙҙең милләттең милләт эсендәге ырыу-ара никах потенциалы милләтебеҙгә яңы һулыш бирер ине. Бер типҡа ҡараған халыҡтар ҙа бар, уларҙа беҙҙеке кеүек никах потенциалы бөтөнләй юҡ, шуға ла, бигерәк тә себерҙәге аҙ һанлы халыҡтар араһында, яҡын туғандарҙың өйләнешеүе арҡаһында уларҙың кәгезләнеүе күҙәтелә.
Антропология нимәгә һәләтле?
Хәҙерге Башҡортостандың административ сиктәре тарихи факторға ҡарап билдәләнмәгән. Бында шундай бер үҙенсәлек хаҡында әйтеп китергә кәрәк: тарихи Башҡортостан ерендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың урыҫ халҡы менән сиктәш йә күршеләш булғандары үҙ телен һәм милли рухын һаҡлап ҡала ала, ә Татарстанға күрше һәм Ҡаҙан йоғонтоһонда булғандары яйлап үҙ милли асылынан ситләштерелә. Төрлө сәбәптәр арҡаһында кешенең теле, менталитеты, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли аңы үҙгәрергә мөмкин, тик бына антропологик күрһәткестәре үҙгәрешһеҙ ҡала. Ошо факторҙарға ҡарап, антропология фәне, бер ниндәй яҙма сығанаҡтарға таянмайынса ла, ҡайһы төбәктә ниндәй халыҡ вәкилдәре йәшәгәнен аныҡ билдәләй ала. Минең әле ике аспирантым Минзәлә башҡорттары проблемаһы менән шөғөлләнә. Киләсәктә, Алла бойорһа, улар үткәргән ғилми тикшеренеүҙәр аныҡ һөҙөмтәләрен күрһәтәсәк. Уларға ҡарап, саралар проектын да төҙөргә була. Беҙгә, ғалимдарға, боронғо башҡорттарға ҡараған понтик йә Урал тибындағы башҡорттарҙың үҙ асылдарынан ситтә йәшәүен һәр яҡлап аңлатыу, үҙ асылдарына табан юл башлатыу фарыз. Беҙ башҡа милләттәр өлөшөнә дәғүә итмәйбеҙ, бары милли асылын юғалтҡан халҡыбыҙҙың ҙур бер өлөшөнә үҙ тарихын аңлатырға ғына теләйбеҙ. Ысынлап та, баш һөйәгенең теле булмай, әммә күп кенә ғилми асыштар яһарлыҡ, сер ишектәрен асырлыҡ тел асҡыстары була.
Әйтергә кәрәк, көнсығыш Татарстан райондарында башҡорт милләтенең боронғо тоҡомдары Минзәлә башҡорттары исеме менән һаман булһа ла йәшәй. Уларҙы үҙ милли асылына ҡайтарып булмаған хәлдә лә, беҙ был тарихи факттан баш тарта алмайбыҙ. Яңыраҡ билдәле тарихсы Әнүәр Әсфәндийәровтың Минзәлә башҡорттары хаҡында бик төплө һәм кәрәкле китабы баҫылып сыҡты. Унда көнбайыш башҡорттары тураһында етди һәм тулы тарихи мәғлүмәт тупланған.
90-сы йылдар башында Палдиски ҡалаһы портында ремонт эштәре барған саҡта төрлө йәштәрҙәге ике кешенең һөлдәһе табылған. Уларҙың аяҡ-ҡулдарында бығау эҙҙәре һаҡланған һәм һөлдәләрҙең Салауат Юлаев менән атаһы Юлай Аҙналиндыҡы булыу ихтималлығы ла әйтелде. Был хаҡта Салауатты өйрәнеүсе ғалимә Инга Михайловна Гвоздиковаға Палдискиҙа хеҙмәт иткән 1-се ранг капитаны әйткән. Ул саҡта Советтар Союзы тарҡалып, элекке союздаш республикаларҙа сыуалыш барған заман ине. Беҙгә был хаҡта еткерҙеләр, миңә лә әйттеләр, тик эстондар беҙҙе унда индерергә теләмәне. Ул һөлдәләрҙе ҡайҙа иткәндәрҙер, берәү ҙә белмәй. Әгәр ҙә ул һөйәктәр табылһа, уның тибын, йәшен билдәләп, М.М. Герасимов ысулы менән һындарын да, йөҙҙәрен дә асыҡларға мөмкин булыр ине. Быға тиклем бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың баш һөйәген табып, шундай уҡ эштәрҙе башҡарып, уның, ысынлап та, Бабичтыҡы икәнлеген иҫбат иттек бит инде. Был йәһәттән антропологияның мөмкинлектәре бик күп.
"Башҡорт" атамаһы ҡайҙан?
ХХ быуат башында Сергей Иванович Руденко башҡорттар араһында ғилми тикшеренеүҙәр үткәреп йөрөгән. Шул ваҡыттан ул төшөргән бик күп фотоһүрәттәр һаҡланып ҡалған. Ғилми күҙәтеүҙәрендә ғалим башҡорттар араһында төрлө антропологик типтар билдәләп үтә һәм был типтарҙы ул фотолар ярҙамында дәлилләй. Шул фотоларҙы ҡарап, ул саҡтағы башҡорттарҙың бөгөнгөләре менән антропологик яҡтан айырылмауы асыҡ беленә. Айырма шунда ғына: йөҙ йыл элек йәшәгән башҡорттар кәүҙәгә бик ҙур, физик яҡтан һау һәм ғәйрәтле булған. Боронғо һөйәктәрҙе өйрәнеү ҙә ошоно раҫлай. Бындай айырмалыҡтарҙың төп сәбәбе, әлбиттә, бар кешелек үҫешенә хас булғанса, боронғо башҡорттарҙың тәбиғәткә яҡын тороуында, экологик яҡтан таҙа тәбиғәт шарттарында үҫеп, меңәр йылдар буйы күнегелгән сифатлы милли ризыҡ менән туҡланыуында.
Сарматтар, савроматтар дәүерендә Дәүҙәр (беҙҙеңсә - алпамышалар) ырыуы йәшәгән. Дәүҙәр, йәғни Дағтар күбеһенсә хәҙерге Төркмәнстанда, Арал диңгеҙе буйында һәм көньяҡ Уралда көн күргән. Уларҙың йылғаһы Яйыҡ (Дәү-ыҡ) булған. Дәүҙәр антропологик яҡтан башҡорттар кеүек каспий, понтик тибына ҡараған. Һәр бер халыҡтың боронғолоғон понтик тибы күрһәтә. Минең фаразым буйынса, беҙҙең милләттең атамаһы төрки яңғырашҡа тиклем "башгурд" булғандыр. Фарсы телендә "бача" бала, тоҡом тигәнде аңлатһа, "гурд" баһадир тип тәржемә ителә. Әгәр ошо ике атаманы ҡушып әйтһәк, "башгурд" "баһадирҙар тоҡомо" тигән төшөнсәне аңлата булып сыға. Башҡорт - баһадирҙар тоҡомо булғас, тимәк, улар Дәүҙәр тоҡомо ла. Дәүҙәрҙе Дағтар-Дактар тип тә атағандар, тинек. Шулай булғас, "иштәк" атамаһы беҙҙең милләттең боронғо атамаһы булып сыға. "Иштәк", тимәк, "Дағтарға иш" йәғни Дәүҙәрҙең, Дағтарҙың тоҡомо. Тимәк, бер үк боронғо дәүерҙә (сарматтар заманы) башҡорттарҙың бер йөкмәткеле ике атамаһы "иштәк" менән "башгурд" төрки дәүергә тиклем бергә йөрөгән.
Ҡайһы бер йолалар, йәғни "Ҡарға туйы" тураһында
Төрлө халыҡтарҙа мәйетте ерләү төрлөсә башҡарыла. Беҙҙә ләхет алыу бар. Пермь башҡорттарындағы ерләү йолаһын тикшереүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, мәҫәлән, ләхет таҡтаһы өҫтөнә артыш, мәйет аҫтына туйыҙ йә аҡбур һалғандар. Бында мәйет менән мөмкин тиклем ерҙе бысратмаҫҡа тырышыуҙы аңларға була. Ислам динендә былар юҡ, унда кәфенгә уралған мәйетте ләхет эсендәге ергә шул килеш ҡиблаға ҡаратып һалалар.
Ләхет алыу башҡорттарҙа Ислам дине килгәнгә тиклем үк булған. Бында ла шулай уҡ ерҙе, тупраҡты мәйет ҡалдыҡтары менән бысратмау күҙ уңында тотолған. Боронғонан ҡалған йола буйынса, башҡорттарҙа ҡәбер өҫтөн таш йә ағас менән бурау әле һаман да һаҡланып ҡалған. Был йола бигерәк тә Пермь өлкәһендә йәшәүсе ғәйнә ырыуы башҡорттарында һәм көньяҡ (Бөрйән, Йылайыр, Баймаҡ, Ейәнсура, Әбйәлил, Күгәрсен һәм башҡа райондар) башҡорттарҙа һаҡланған. Ләхет алыу, ҡәбер өҫтөн бүрәнә менән бурау боронғо сарматтарҙа ла булған.
Зороастризм традициялары буйынса, мәйетте шул килеш ергә күмергә бөтөнләй ярамаған. Сөнки ул саҡта ер, һыу, ут, һауа иң изге төшөнсәләр һаналып, уларҙы бысратыу оло гонаһ һаналған. Тәүге осорҙа мәйетте яндырыу йолаһы булған, һуңынан үлгән кешенең мәйетен ҡая-тау, ағас ботаҡтарына һалып, йыртҡыс ҡоштар, ваҡ йәнлектәр ашап бөтөүен көткәндәр. Ҡәбер өҫтөндәге бүрәнә бура ла шундай һәндерә ролен үтәгән. Буралар һаман да шул традиция нигеҙендә яһала, йәғни бүрәнәләрҙең араһында ҡош-ҡорт, сысҡан-ҡомаҡтар, башҡа йәнлектәр инерлек ярыҡтар ҡалдырыла. Буралар бүре, төлкө һымаҡ йыртҡыс хайуандар мәйетте ситкә алып китмәһен өсөн дә ҡуйылған. Мәйеттән тороп ҡалған һөйәктәрҙе генә йыуып, таҙартып, аҙаҡтан шул урында ҡәбер ҡаҙып, ләхет эсенә һалғандар.
Ә инде бура эсендә ятҡан мәйеткә ҡоҙғон, ҡарғас кеүек емтек ашаусы ҡоштарҙы ылыҡтырыу өсөн шул тирәләге ағас ботаҡтарына, махсус ҡоролмаларға ҡан, мәйет төҫөндәге сепрәктәр элер булғандар, бура өҫтөнә ит киҫәктәре лә һалғандар. Зороастризм осорондағы ошондай ерләү традицияһына бәйле "Ҡарға туйы", "Ҡарға бутҡаһы" байрамдары үткәреү башҡорттарҙа әле лә һаҡланып ҡалған. Әле ул йола буйынса, ер ҡарҙан әрселгәс, тау итәктәренә сығып, бутҡа бешереп ашайҙар ҙа, ашауҙан ҡалған бутҡаны шундағы асыҡ урындарға ҡалдырып китәләр, ағас ботаҡтарына төрлө төҫтәге сепрәк ярпылары тағалар.
Урынлы һорау тыуа: ни өсөн был байрам "Ҡарға туйы" тип атала һуң? Саҡтар-мәсәғүттәр заманында көньяҡ Уралда емтек ашаусы ҡоштарҙың батшаһы гриф-ҡарғастар бик күпләп йәшәгән һәм уларҙы бура эсендәге мәйетте ашарға саҡырыуҙы ул замандағы беҙҙең ата-бабалар "Ҡарғас туйы" тип атаған да инде. Гриф-ҡарғастар, биологтар әйтеүенсә, көньяҡ Башҡортостанда әле лә осрай. Бөгөнгө беҙ үткәргән "Ҡарға туйы", "Ҡарға бутҡаһы" байрамдары тап шул традицияның дауамы ғына. Әлбиттә, байрамдың нисек барлыҡҡа килеүе сәбәптәре, Ислам дине таралғас, бөтөнләй онотолған, уны шуға күрә лә яҙ килеүгә, ҡоштарға һыйланыу туйы үткәреүгә бәйләп кенә аңлаталар. Минең уйымса, элек ҡыш үлгән кешеләрҙең дә мәйетен ерләмәгәндәрҙер, уларҙы яҙға сыҡҡансы туңдырып һаҡлап, ҡоштарға, йәнлектәргә ашарға биргәндәрҙер. "Ҡарға туйы"ның яҙ үткәрелеүе лә был осраҡта аңлашыла төшә. Икенсенән, "ҡарға", тигәндән, хәҙерге башҡорттарҙың бер өлөшө шундай уҡ емтек ашаусы ҡоҙғондо ла ниңәлер ҡарға тип атай. Бында ла уйланырға урын бар.
Боронғоса ерләүгә бәйле һүҙҙәр беҙҙең телдә лә һаҡланып ҡалған. Донъялыҡ менән бәхилләшер алдынан иң яҡын кешеһенә ризалыҡты әле лә шундай итеп биреүселәр бар: "Мин һиңә ризалығымды бирәм. Һөйәгемә лә һин етерһең инде..." Бында, әлбиттә, ошондай зороастризм дәүеренән килгән ерләү йолаһына бәйле аңлатма ята. Быны икенсе төрлө итеп әйткәндә: "Ҡарға туйы"мды һин үткәрәһең!" - тип тә аңларға була бит. Былар барыһы ла беҙҙең халыҡтың тарихының боронғолоғо тураһында һөйләй, сөнки зороастризм дәүеренә 3-4 мең йыл үткән.
Әлеге йола буйынса ла мәйет йыуыусыларҙы "һөйәккә инеүселәр" тип атайҙар. Ҡоҙғон ҡысҡырыуын хәүефкә, кемдеңдер үлеменә юрау ҙа юҡҡа түгел. Ошоларҙан сығып, ҡарғауҙың, ҡарғыштың, йәғни кешегә үлем теләүҙең нисек барлыҡҡа килеүен аңлатырға була.
Ринат ЙОСОПОВ,
тарихсы-антрополог.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Ошо көндәрҙә Тарих, тел, һәм әҙәбиәт институтында билдәле башҡорт ғалимы, антрополог, этнолог Ринат Мөхәммәт улы Йосоповҡа арналған Халыҡ-ара ғилми конференция булып үтте. Унда элекке Советтар иленең төрлө төбәктәренән ғалимды яҡшы белгән, уның менән дуҫтарса аралашып, фәнни асыштары менән бүлешеп, уртаҡлашып йәшәгән ғалимдар ҙа килгәйне. Билдәле Мәскәү антропологы Надежда Анатольевна Дубова үҙенең сығышында Ринат Мөхәммәт улының фәндәге урының раҫлап, сағыу миҫалдар килтерҙе. Мәҫәлән, Надежда Анатольевна үҙе хәҙер бөтә донъяға билдәлегә әйләнгән Маргиана экспедицияһында оҙаҡ йылдар ҡатнаша, ул унда табылған факттар менән Уралда табылған факттар араһында тығыҙ бәйләнеште тикшереүҙә, дөрөҫ баһа биреүҙә Ринат Мөхәммәт улының материалдарының тос өлөшө тураһында һөйләне.
Шулай уҡ Мәскәү ғалимы, биология фәндәре докторы В.В.Куфтерин да Ринат Мөхәммәт улының фәнни эшмәкәрлегенә юғары баһа биреп, уның кешелек сифаттарына туҡталып, ярҙамсыллығын айырым билдәләп китте. Ул шулай уҡ Ринат Мөхәммәт улының: "Беҙҙең эраға тиклем V быуатта Көньяҡ Уралға, йәғни башҡорт еренә памир-фирғәнә антрополог тибындағы кешеләрҙең күпләп күсенеп, улар хәҙерге башҡорттоң физик йөҙөн билдәләүҙә ҙур урын алып тора", - тигән фекеренең дөрөҫ булып сығыуын үҙенең тикшеренеүҙәре миҫалдары менән дәлилләне.
Төмән ҡалаһынан тарихсы Константин Николаевич Солодовников Ринат Йосоповтың антропология фәненә индергән яңы ҡараштарына туҡталып, уларҙың ҡайһы берҙәренең элегерәк фараз ғына булып, хәҙер ныҡлап иҫбат ителгән факттарға әйләнеүен билдәләне, уның бик һиҙгер интуицияға эйә булыуына төрлө миҫалдар килтерҙе. Антрополог-ғалимдар элегерәк, башҡорттарҙың күпселеге көнбайыш Себер расаһына ҡарай, тигән ҡарашта булһа, һуңғы тикшеренеүҙәр уларҙың Европа расаһының көнсығыш тармағының Урал тибына ҡарауын раҫланы, тип, ошо йүнәлештә лә Р. Йосоповтың алдан күрә белеүенә баҫым яһаны.
Ринат Йосоповтың, памир-фирғәнә антропологик тибы башҡорттоң физик йөҙөндә сағылыш таба, тигән фекерен башҡорттоң мифологияһы, фольклоры, донъяуи ҡараштарына ҡағылған материалдар менән дә ныҡлы дәлилләп була икәне үҙебеҙҙең башҡорт этнологы Зәкирйән Ғәлимйән улы Әминевтың сығышында яңғыраны. Уның сығышы Мәскәү антропологтарында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Конферерцияла шулай уҡ ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк, төркмән ғалимдары ла сығыш яһаны һәм башҡорт ғалимы Ринат Йосоповтың этнология, антропология фәненә индергән ҡараштарының хәҙерге заман ғалимдарының тикешеренеүҙәре менән ныҡлап раҫланыуын әйтеп, уның фәндәге фиҙаҡәрлегенә юғары баһа бирҙе.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 20 - 26 ноябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА