«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

13 ноябрҙә Башҡортостанда республика кимәлендәге бик мөһим ваҡиға - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 85 йыллығы билдәләнә. Девизияның, уның командиры Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен мәңгеләштереү сараларының береһе - мәктәптәрҙә ойошторолған Шайморатовсылар кластары. Бер нисә белем усағы етәкселәре һәм уҡытыусыларынан ошо кластарҙың уңыш-ҡаҙаныштары тураһында белештек:

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ШАРТТАР ЯРАРЛЫҠ
+  - 

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың "БАРС" отряды Үҙәк хәрби округ полигондарының береһендә көсәйтелгән программа буйынса әҙерлек үтә. Уның төп маҡсаты - яугирҙарҙың хәрби яйланыуын мөмкин тиклем тиҙ һәм сифатлы итеп атҡарып сығыу, БПЛА-ға ҡаршы һөҙөмтәле эш итергә өйрәтеү.

Резервсылар бәләкәй һауа сәптәренә ут асыу, хәрәкәт юлын самалап атыу ысулдарын һәм мобиль ут төркөмдәре (МОГ) составында хәрәкәт итеү тактикаһын үҙләштерә. Атап әйткәндә, улар автомобилгә ҡуйылған 12,7 миллиметрлы һәм һауа сәптәрен юҡ итеү өсөн тәғәйенләнгән 7,62 миллиметрлы ҡуш ПКТ пулеметтарын үҙләштерә. Программаға шулай уҡ тактика һәм медицина әҙерлеге лә ингән.
Республика "БАРС" отряды яугирҙары тулыһынса кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән. Уларға йылы ҡышҡы армия курткалары, салбарҙар, гимнастеркалар, аяҡ кейемдәре, махсус һаҡланыу әйберҙәре биргәндәр. Туҡланыу мәсьәләһе лә айырым иғтибар үҙәгендә. Полигондағы ялан кухняһында туҡлыҡлы һәм өйҙәгесә тәмле аш бешерәләр. Ауыр күнекмәләрҙән һуң тәмле һәм ҡайнар төшкө аш физик көстө тиҙ генә тергеҙеп ҡалмай, ә хәрби рухты ла һиҙелерлек күтәрә, ти командирҙар. Резервсылар ике яруслы карауаттар, әйберҙәр өсөн шкафтар һәм йылытыу системалары менән йыһазландырылған яҡты һәм таҙа бүлмәләрҙә йәшәй. Көсөргәнешле көндән һуң мунса төшөү өсөн дә шарттар булдырылған. Көнкүреш тураһында бындай хәстәрлек хәрби шарттарҙа ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә.
Яугирҙар ҡоралдың төҙөлөшөн үҙләштерә, атыу күнекмәләре үтәләр. Уның да үҙ нескәлектәре бар. Ҡоралдың кире тибеүе үҙенсәлеген, атыу тиҙлеген, ел йүнәлешен һәм уның көсөн, башҡа параметрҙарҙы һәр саҡ иҫәпкә алырға кәрәк. "БАРС" отряды төрлө йәштәге һәм төрлө тәжрибәле кешеләрҙе берләштергән. Сафта бөтөнләй йәш яугирҙарҙы ла, өлкән быуын ир-егеттәрен дә күрергә мөмкин. Граждандар тормошонда улар мәктәптәрҙә, заводтарҙа, ауыл хужалығында эшләй, ә "БАРС"ҡа пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменә ҡаршы тороу өсөн инергә ҡарар иткәндәр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "БАРС"та хеҙмәт итеү графигы ротация принцибы буйынса ойошторолған. Ике ай яугирҙар позицияла хеҙмәт бурыстарын үтәй һәм аҙаҡ шундай уҡ ваҡыт үҙҙәренең гражданлыҡ һөнәре буйынса эшләй. Йәғни хеҙмәт төп эштән айырылмайынса бара. "БАРС" республика отрядына инеү өсөн отряд командиры урынбаҫары майор Ибраһимов Илдус Рифғәт улына +7 987 253-65-30 номеры буйынса, шулай уҡ йәшәгән урында хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 27 ноябрь - 3 декабрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.11.26 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru