«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

13 ноябрҙә Башҡортостанда республика кимәлендәге бик мөһим ваҡиға - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 85 йыллығы билдәләнә. Девизияның, уның командиры Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен мәңгеләштереү сараларының береһе - мәктәптәрҙә ойошторолған Шайморатовсылар кластары. Бер нисә белем усағы етәкселәре һәм уҡытыусыларынан ошо кластарҙың уңыш-ҡаҙаныштары тураһында белештек:

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЭТ КҮҢЕЛЕ - БЕР ҺӨЙӘК
+  - 

Иғтибар итәһегеҙме икән: һуңғы осор, айырыуса быйыл, баш ҡалабыҙ Өфөлә, һәр хәлдә, уның Сипайлово биҫтәһендә, эт "һуғарыусылар" күҙгә күренеп артты.

Эт, хатта уларҙың бер нисәүһе менән бер фатирҙа йәшәп, бер түшәктә йоҡлап, бер һауыттан тиерлек ашап йәшәргә теләйҙәр икән, ҡаршылыҡ юҡ - был һәр кемдең шәхси эше һәм тормош рәүеше. Эт һөйөүселәр хатта 2024 йылда фатирҙа күпме хайуан тотоу буйынса сикләү ҡағиҙәләре ғәмәлгә индереүгә лә төкөрөп тә бирмәне. Ә был ҡағиҙә буйынса фатирҙағы һәр 18 кв метрға бер ҙур эт йәки ике бәләкәй көсөк тура килергә тейеш, тип әйтелә.
Ярай, быныһында ла беҙҙең эш юҡ, тик ундай этле фатир хужалары һәм уларҙың тере "уйынсыҡ"тары башҡаларға, бигерәк тә күршеләренә зыян килтермәһен. Үкенескә күрә, этле әҙәмдәр күршеләренә генә түгел, урамға сыҡҡан арала башҡа бик күп кешеләргә лә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Беренсенән, морондоҡ кейҙермәгән хайуанын бәйҙән ысҡындырып, үҙ мәйеленә ебәрә. Ундайҙарға берәй һүҙ әйтеп кенә ҡара: ник был донъяға тыуғаныңа үкенерһең. Ә бит хайуан яратҡан кеше беҙҙең аңыбыҙҙа мәрхәмәтле, ипле, тәрбиәле булып күҙаллана ине. Күрәһең, бөгөнгө аңлайышһыҙ, ҡатмарлы заманда кешеләрҙең дә күңеле ҡата, битарафҡа әйләнә һәм улар, бер психолог әйтмешләй, стресс һәм күңел төшөнкөлөгөнән йә интернетҡа инеп бикләнә, йә тәрбиәгә дүрт аяҡлы дуҫ - эт алып, шунан йыуаныс таба.
Сипайловоның йәйәүлеләр өсөн махсус төҙөлгән дамба тротуарын хәҙер тулайым эт һуғарыусылар баҫып алды. Был айырыуса ошо юлдарҙан йәнтәслим йүгереүсе спортсылар, скандинав таяҡтары менән йөрөүсе өлкән кешеләр өсөн хәүеф тыуҙырҙы: теге эттәр абалап, физкультурниктар артынан саба башлай йә булмаһа, скандинав таяҡтарын үҙҙәренә янаусы хәүеф күреп, ахырыһы, әбей-һәбейҙең ҡотон ала. Өсөнсөнән, хужалары эттәренең тиҙәген йыйыштырып йөрөй белмәй. Ул йәм-йәшел газонды бысратып ятып ҡала. Ә инде ысынлап та эттәрҙең хәленә инеп ҡарағанда, улар бик йәл, әлбиттә, сөнки эт - ул хәрәкәтләнеүсән, физиологияһына ярашлы, йүгереп-уйнап, сабып, үҙ стихияһында йәшәргә тейеш йән эйәһе. Уларҙы көнө буйына сикләнгән майҙанлы фатир стеналары эсендә тотоп зарыҡтырыу кешелекле ғәмәлме? Күршеләрҙе күҙәтеп белеүемсә, улар "ҡәҙерлеләрен" тәүлегенә бер тапҡыр ғына йөрөргә алып сыға, шул хәлдә лә көн һалҡын булһа йә ямғыр-фәлән яуып торһа, тиҙерәк ҡайтырға ашығып, тәпәй терәп ҡаршылышҡан бахыр эттәрен өйҙәренә табан һөйрәкләй башлай.
Бәғзе берәүҙәргә ваҡ-төйәк булып күренһә лә, был яҙманың төп темаһына яҡынланыҡ. Был хаҡта һүҙ башлауға социаль селтәрҙә осраҡлы рәүештә тап булған бер хәбәр сәбәпсе булды. Бынан ике-өс йыл элек Сыктывкар ҡалаһында заманса йыһазландырылған: металл ҡойма менән уратып алынған, светодиод яҡтыртҡыстар ҡуйылған, йүгерер өсөн бормалы һуҡмаҡтары, һикерер өсөн трамплин тауы, тоннель йорто, баҫҡыстары булған ҙур майҙан төҙөлгән. Һәм был кем өсөн тип уйлайһығыҙ? Юҡ, бала-сағаның үҙ майҙансыҡтары етерлек: ихата һайын. Ә был парк - эттәр өсөн. Һәм ҡалала улар берәү генә түгел - өсәү! Ә былтыр дүртенсеһен төҙөү хаҡында ҡарар ҡабул ителгән. Тап бына ошонда фатирҙа зарыҡҡан эттәр ҡайҙа итергә белмәгән энергияларын тулыһынса эшкә егеп, күнекмәләр үтә, уйнай, йүгерә һәм иң мөһиме: өй көбәге - бошонҡо ҡурсаҡтан ысын эткә әйләнә. Ҡыҫҡаһы, ҡала тормошоноң мәҙәнилеге уның кешеләр өсөн генә түгел, ә дүрт аяҡлы дуҫтар өсөн дә хәстәрлек һәм уңайлыҡтар тыуҙырыуҙа сағыла. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙҙа заманса парктар, уңайлы һәм матур скверҙар төҙөлә, ләкин ул кешеләр өсөн генә түгел, сөнки был мәҙәни ял урындарына ла әлеге эт һөйөүсе өфөләр һәм уларҙың дүрт аяҡлы эйәрсендәре килеп тула. Эт күңеле - бер һөйәк, тигәндәй, бәлки, беҙҙең ҡала властары ла сыктывкарҙар өлгөһөнә эйәреп, бағыусылар табып, эттәр өсөн айырым ял-күнекмә парктары төҙөй башлар?

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 27 ноябрь - 3 декабрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.11.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru