
18-19 ноябрҙә бөтөн донъя иғтибарын йәлеп иткән Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлек (АТЭС) саммиты үткән аҙнаның ғына түгел, бәлки, тамамланыуға яҡынлашып килгән быйылғы йыл өсөн дә мөһим һәм күренекле халыҡ-ара иҡтисади-сәйәси ваҡиғаларҙың береһе булды.
Был форумдың уставы һәм халыҡ-ара ойошма статусы булмаһа ла, ул Азия-Тымыҡ океан төбәгендәге 21 ил иҡтисадын (Австралия, Бруней, Вьетнам, Гонконг, Индонезия, Канада, Ҡытай, Көньяҡ Корея, Малайзия, Мексика, Яңы Зеландия, Папуа - Яңы Гвинея, Перу, Рәсәй, Сингапур, АҠШ, Таиланд, Тайвань, Филиппин, Чили һәм Япония) берләштереп, кәңәшмә органы булараҡ эшмәкәрлек итә. Планетаның тулайым эске продуктының 61 проценты һәм донъя сауҙаһының 50 проценты АТЭС өлөшөнә тура килә - ошо мәғлүмәт кенә лә был берләшмәнең абруйы һәм киң мөмкинлектәре хаҡында һөйләй булыр.
Азия-Тымыҡ океан төбәге илдәрендә 3 миллиардҡа яҡын кеше йәшәй. Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйеслегендәге быйылғы 33-сө форум Шэньчжень ҡалаһында үтте. Саммит һөҙөмтәһе булараҡ, АТЭС иҡтисадтары лидерҙары бер нисә мөһим документ, шул иҫәптән, "Шэньчжень йүнәлештәре: берлектә сәскә атыу өсөн Азия-Тымыҡ океан берләшмәһе төҙөү" декларацияһын ҡабул итте. Унда төбәк хеҙмәттәшлеге буйынса өҫтөнлөклө йүнәлештәр: сауҙа һәм инвестициялар үҫешен, тәьминәт бәйләнештәрен нығытыу, цифрлаштырыу, яңы технологиялар индереү һәм файҙаланыу, баҙар принциптарында ошо берләшмә төбәгендә иҡтисади интеграцияны артабан үҫтереү һәм бында ирекле сауҙа зонаһы булдырыу, 2027-2030 йылдарға сауҙа өлкәһен цифрлаштырыу, цифрлы һәм яңы технологияларҙы халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү өсөн файҙаланыу мәсьәләләре билдәләнде. Шул уҡ ваҡытта форум ҡатнашсылары һәр төрлө коррупцияға ҡаршы, шул иҫәптән, үҙ илендә коррупция һәм енәйәттә ғәйепләнеүсе йәки коррупциянан килем алыусы кешеләргә һыйыныу урыны биреүҙе тыйыу, киреһенсә, законһыҙ рәүештә ҡулға төшөрөлгән активтарын һәм уларҙың үҙҙәрен эҙләү һәм илдәренә кире ҡайтарыуға булышлыҡ итеү юлы менән көрәшергә килеште. АТЭС илдәре лидерҙары шулай уҡ цифр мәғлүмәттәренең сит тарафтар ҡулына эләгеүенә, яһалма интеллектты законһыҙ маҡсаттарҙа файҙаланыусы интернет мутлыҡтарына ҡаршы көрәш саралары күрергә саҡырҙы. Барлығы бөтөн был йүнәлештәрҙе үҙ эсенә алған дүрт декларация ҡабул ителде. АТЭС саммитының халыҡ-ара әһәмиәтенә килгәндә, ул Азия-Тымыҡ океан төбәгендә иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм халыҡ-ара хәүефһеҙлек шарттары тәьмин итеү йәһәтенән мөһим аҙым булды.
Ә шулай ҙа саммиттың иң төп ваҡиғаһы алда ине әле: 19 ноябрҙә Рәсәй, Ҡытай һәм АҠШ лидерҙарының өс яҡлы осрашыуы форумда ҡатнашыусылар, эксперттар, журналистар тарафынан туҙемһеҙлек менән көтөп алынды, сөнки был сара ҡабул ителгән теләһә ниндәй декларациялар йөкмәткеһенә ҡарағанда ла мөһимерәк ине, шуға ла әлеге форматта өс ҙур дәүләт етәксеһенең тәүге тапҡыр бергә осрашыуы тарихи әһәмиәткә эйә тип баһаланды. Уны хатта бәғзе бер эксперттар 1945 йылдағы Гитлерға ҡаршы коалиция дәүләттәре - "ҙур өсәү"- СССР, АҠШ һәм Британия лидерҙарының бер-береһен бөйөк держава булыуҙарын танып, Ялта конференцияһы өҫтәле артына ултырыуҙарына тиңләне. Икенсе төрлө фекерҙәр буйынса был сараның, "ҡайһы бер өлкәләрҙә әллә ни сенсацион асыштар" килтермәүенә ҡарамаҫтан, Шэньчжень осрашыуы АҠШ-тың Рәсәй менән Ҡытайҙы күп йылдар буйы изоляциялау һәм айырып ҡарау стратегияһын юҡҡа сығарҙы. Шул уҡ ваҡытта, Си Цзиньпин әйтмешләй, ҙур дәүләттәр араһында яҡшы мөнәсәбәттәр донъяны хәүефһеҙ итә. Мәғлүм булыуынса, был өс дәүләт заманында, бынан 80 йыл элек тә, иңгә-иң терәп фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәште һәм еңеп сыҡты.
Эйе, бөгөн донъя күп полярлыға әйләнә бара. Әлеге "өс мөйөшлө" һөйләшеү яңы йүнәлештәр билдәләмәгән хәлдә лә, Вашингтонға мөһим, глобаль (мәҫәлән, Украина, Иран, ядро ҡоралланыуы, яһалма интеллект, тәьминәт һ.б.) мәсьәләләрҙең Ҡытай менән Рәсәйҙән башҡа хәл ителә алмауын күрһәтте. Цзиньпин, Путин һәм Трамптың өс яҡлы осрашыуы һөҙөмтәһендә шулай уҡ йөкмәткеле декларация ҡабул ителде. Унда һүҙ БМО-ны (Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы) һәм донъя тәртибен үҙгәртеп ҡороу, углеводородтарҙы ирекле файҙаланыу һәм уны ташыу хәүефһеҙлеге, ҡыҫҡаһы, иҡтисад мәсьәләләре һәм стратегик тотороҡлолоҡ, йәғни ядро һуғышына юл ҡуймау, был өлкәлә контроль һәм ядро ҡоралын кәметеү хаҡында һүҙ бара.
АТЭС саммитынын һуң Владимир Путиндың матбуғат конференцияһында күберәк иғтибар һәм журналистар һорауҙары украин конфликты тирәләй барҙы. Владимир Путин Цзиньпин һәм Трамп менән осрашыуҙарында ла был тема буйынса фекер алышыуҙар булыуы, ләкин Ҡырым күперенә һөжүмдең Украиналағы ҡайһы бер өлкәләрҙә утты туҡтатыу ниәтен юҡҡа сығарыуы тураһында белдергән. Украинаның хәүефһеҙлеккә хоҡуғы бар, ләкин был Рәсәй хәүефһеҙлеген боҙоу иҫәбенә эшләнергә тейеш түгел, тине президент Путин. Европа менән мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы РФ Президенты Абу-Даби һөйләшеүҙәрендә, асылда, Украина түгел, ә дөйөм Европа хәүефһеҙлеге архитектураһын төҙөү темаһының мөһим булыуын билдәләне. "Америка беҙҙе Европа менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртырға саҡыра, ләкин уны беҙ боҙманыҡ... Һөйләшеүҙәргә Европаның нимә менән килеүен аңларға кәрәк беҙгә. Шуға ла уларҙың делегацияһын Мәскәүгә саҡырҙыҡ", - тине Рәсәй дәүләте етәксеһе. Һуңынан мәғлүм булыуынса, Еврокомиссия әлегә Рәсәй менән ике яҡлы түгел, ә күп яҡлы форматта һәм уның Украинаға утты туҡтатҡас ҡына мөмкин булыуын белдерҙе.
Һуңғы яңылыҡтар таҫмаһынан: Украина Ҡораллы көстәре (ВСУ) Рәсәй территорияһына дрондар һөжүмен дауам итә: 23 ноябрҙә беҙҙең ПВО көстәре 192 дронды бәреп төшөрҙө. РФ Президентының матбуғат секретары белдереүенсә, яҡын араларҙа украин конфликтын көйләү буйынса өс яҡлы (Рәсәй, АҠШ, Украина) һөйләшеүҙәрҙең яңы раунды көтөлә. 23 ноябргә ҡарай төндә Рәсәй яугирҙары Украинаның ВСУ мәнфәғәтендә эшләүсе энергетика, порт һәм транспорт объекттарына дрондар менән яуап һөжүме башҡарҙы. АҠШ президенты Дональд Трамп, АТЭС саммитында хуплау тапмауына ҡарамаҫтан, Яңы йылдан һуң Иранға һөжүмде ҡайтанан башламаҡсы. НАТО-ның генераль секретары Марк Рютте Украинаның альянсҡа инеүе буйынса ағза-илдәр араһында берҙәм генә фекер юҡлығын белдерҙе.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 27 ноябрь - 3 декабрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА