«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

13 ноябрҙә Башҡортостанда республика кимәлендәге бик мөһим ваҡиға - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 85 йыллығы билдәләнә. Девизияның, уның командиры Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен мәңгеләштереү сараларының береһе - мәктәптәрҙә ойошторолған Шайморатовсылар кластары. Бер нисә белем усағы етәкселәре һәм уҡытыусыларынан ошо кластарҙың уңыш-ҡаҙаныштары тураһында белештек:

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ДӨРӨҪ ЯҘАҺЫҢМЫ?
+  - 


Әҙәби телдең дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре - дәүләт тарафынан раҫланған документ һәм уны был телдә аралашҡан һәр кем мотлаҡ үтәргә тейеш, сөнки тап ошо ҡағиҙәләр беҙгә телебеҙҙе бөтә өлкәләрҙә лә берҙәм һәм иркен файҙаланырға мөмкинлек бирә. Әгәр ҙә берәй һүҙҙең дөрөҫ яҙылышы тураһында бәхәстәр сыға икән, был инде ҡағиҙәне камиллаштырырға кәрәклекте күрһәтә. Тел - беҙҙең уртаҡ ҡаҙанышыбыҙ, халҡыбыҙҙың иң ҙур мираҫы, шуға ла уның артабанғы яҙмышын бергәләп ҡайғыртырға тейешбеҙ икәне һәр кемгә аңлашыла.

Ғәмәлдәге дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре 1981 йылдың 22 октябрендә Башҡорт АССР-ының Верховный Советы Президиумының Ҡарары менән раҫланған (документтан алынды). Орфография өлкәһендә эшләгән ғалимдар фекеренсә, башҡорт теленең ҡағиҙәләре төрки телдәр араһында камиллығы, уңайлы һәм ҡулланылышы буйынса ябайлығы яғынан айырылып тора, сөнки унда төп фонетик принцип һаҡланған: һүҙҙәр нисек әйтелә, шулай яҙыла.
Телебеҙҙең хәҙерге торошо йәһәтенән фекер йөрөткәндә, орфографияны өйрәнеүҙә ике йүнәлеште иҫәпкә алырға кәрәк. Беренсенән, 1981 йылда ҡабул ителгән бөтә ҡағиҙәләр ҙә эҙмә-эҙлекле үтәләме? Мәҫәлән, 32-се параграфта (§32. Ҡушма һүҙҙәр яҙылышы) бик ябай һәм иҫтә ҡалырлыҡ ҡағиҙә бирелә: көньяҡ, төньяҡ, аръяҡ, бирья һүҙҙәре ҡушылып һәм ь йә ъ билдәһе менән яҙыла, шул уҡ яҡ һүҙе менән килгән башҡа һүҙҙәр айырым яҙыла. Тимәк, тирә яҡ (тирә яғы), ян яҡ (ян яғы) һүҙҙәре айырым яҙылырға тейеш. Әйткәндәй, Р.Ғ. Аҙнағоловтың һүҙлегендә улар шулай бирелә. Тик 2002 йылғы орфография һүҙлегендә һәм "Башҡорт теленең академик һүҙлеге"ндә улар һыҙыҡса аша яҙылған. Был ҡағиҙә ҡасан һәм ни сәбәпле боҙолғанын әйтеүе ҡыйын. Ә бына икенсе ҡағиҙәнең үҙгәреп китеү ваҡыты ла, авторы ла билдәле. 1981 йылғы орфографияға ярашлы, тырнаҡ эсенә алынған һүҙҙәрҙең ялғауы тырнаҡ тышына сығарылмай, мәҫәлән, "Башҡортостан ҡыҙында" сыҡҡан мәҡәлә (§32. Яңғыҙлыҡ исемдәр һәм атамалар яҙылышы). 1998 йылда Р.Ғ. Аҙнағолов һүҙлектә орфография ҡағиҙәләрен ҡушымта рәүешендә килтерә һәм шунда уҡ үҙенең иҫкәрмәләрен дә бирә. Тап ошо иҫкәрмәләр нигеҙендә башҡорт телендә тырнаҡтар эсендә бирелгән һүҙҙәргә ялғау ҡушҡанда ялғауҙы тырнаҡтарҙан һуң яҙа башлайҙар. Ҡағиҙә үтәлмәгәнен иң элек башҡорт теле уҡытыусылары әйтә ала, сөнки рус теле орфографияһын белгән уҡыусыларға быны аңлатыуы еңел түгел. Тимәк, тәүге йүнәлеш буйынса 1981 йылда ҡабул ителгән ҡағиҙәләрҙе ентекләп өйрәнеп сығырға кәрәк, сөнки уларҙы ғәмәлдән сығарған дәүләт кимәлендәге документ әлегә юҡ. Был ҡағиҙәләр ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында онотолған икән, уларҙы яңынан ҡайтарыу һәм ҡулланылышҡа индереү бик урынлы булыр ине.
Икенсе йүнәлеш ғәмәлдә булған ҡағиҙәләр йыйылмаһына инмәй ҡалған һүҙҙәрҙең яҙылышын ҡалыплаштырыу менән бәйле. Миҫал өсөн яугир һүҙен алайыҡ. Һуңғы ваҡытта был һүҙгә ҡалын ялғау ҙа, нәҙек ялғау ҙа ҡушып яҙа башланылар. Һүҙлектәрҙә лә төрлө вариантта теркәлгән: "Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә (1993) һәм "Башҡортса-русса һүҙлек"тә (1996) ул нәҙек вариантта бирелә (яугирлек), ә орфография һүҙлектәрендә (Аҙнағолов, 1998; Суфьянова, Ишмөхәмәтов, 2002), шулай уҡ "Башҡорт теленең академик һүҙлеге"ндә ҡалын вариантта яҙылған (яугирлыҡ).
Был һүҙгә ҡалын ялғау ҡушыуҙы яҡлаусылар ғәмәлдә булған орфография ҡағиҙәләренең түбәндәге пунктына һылтана: "§35. Ялғауҙар яҙылышы. Ғәрәп-фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең һуңғы ижеге -и- менән килеп, унан алдағы ижеге ҡалын булһа, ҡалын ялғау ҡушыла: ғалим - ғалимды, ғашиҡ - ғашиҡтар, тарих - тарихтар, мәғариф - мәғарифта, шаһит - шаһитты, Ҡадир - Ҡадирға, Шафиҡ - Шафиҡты, Харис - Харистан, Камил - Камилға".
Әммә яугир һүҙе ошо ҡағиҙәгә тап киләме һуң? Беренсенән, был һүҙ ғәрәп йә фарсы теленән үҙләштерелмәгән, ә төп башҡорт һүҙенә (яу) -гир аффиксы ҡушыу юлы менән яһалған. Башҡорт телендә һүҙ яһау процесында һирәк ҡулланылған -гир аффиксы проф. М.Х. Әхтәмов, К.Ғ. Ишбаев хеҙмәттәрендә осрай, миҫал булараҡ ҡәләмгир, йыһангир һүҙҙәре бирелә. Башҡорт исемдәре һүҙлегендә Т. Кусимова Йәнгир ирҙәр исемен тап ошо юл менән яһалған тип күрһәтә. Тимәк, яугир - үҙләштерелгән һүҙ түгел, ә башҡорт теленең үҙ законы буйынса яһалған һүҙ.
Яңғырашы яғынан оҡшаған командир, бригадир, мундир, банкир кеүек һүҙҙәргә ҡалын ялғау ҡушыу ҡабул ителгән, был осраҡта һүҙҙең һуңғы өнөнә иғтибар итәбеҙ (§35. Һуҙынҡы, ҡаты тартынҡы йәки -й- менән бөткән рус һәм сит тел һүҙҙәренә ҡалын ялғау ҡушыла). Шулай ҙа яугир һүҙе был осраҡҡа ла тап килмәй.
Яугир һүҙен нәҙек ялғау менән яҙыу өсөн дә нигеҙ юҡ. Ундай ҡағиҙә 1981 йылға тиклемге орфографияла бар ине. Әгәр ҙә ул ҡағиҙәне өлөшләтә кире ҡайтарабыҙ икән, бер ижегендә ҡалын, икенсе ижегендә нәҙек һуҙынҡы булған үҙләштерелгән һүҙҙәргә ҡалын ялғау, ә башҡорт теле нигеҙендә яһалғандарына нәҙек ялғау ҡушырға тейеш булабыҙмы? Йәғни, ошондайыраҡ һүҙҙәрҙе яҙған һайын һәр кем был һүҙҙең башҡорт сығанаҡлымы, әллә сит телдән үҙләштерелгәнме икәнен белергә тейеш булып сыға түгелме һуң? Ә бит орфография яҙманы еңелләштереү маҡсатында эшләнә.
Дөйөмләштереп, шуны әйтергә кәрәк: әгәр ҙә дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре буталсыҡ тыуҙыра икән, тимәк, ҡағиҙә камил түгел, уны ҡулланыу ауырлыҡтар тыуҙыра һәм грамотаһыҙлыҡҡа алып килә. Хәҙерге башҡорт теленең әҙәби формаһын артабан үҫтереү һәм ҡулланылышта иркен файҙаланыу өсөн юғарыла күрһәтелгән ике йүнәлештә ғилми-ғәмәли тикшеренеүҙәр үткәреү мөһим. Шул ваҡытта ғына телебеҙҙең камиллығын да, матурлығын да уны өйрәнгән һәр кем баһалай алыр.

Ләйлә ХӨСӘЙЕНОВА,
филология фәндәре докторы.

"Киске Өфө" гәзите, №47, 27 ноябрь - 3 декабрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.11.26 | Ҡаралған: 26

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru