«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

13 ноябрҙә Башҡортостанда республика кимәлендәге бик мөһим ваҡиға - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 85 йыллығы билдәләнә. Девизияның, уның командиры Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен мәңгеләштереү сараларының береһе - мәктәптәрҙә ойошторолған Шайморатовсылар кластары. Бер нисә белем усағы етәкселәре һәм уҡытыусыларынан ошо кластарҙың уңыш-ҡаҙаныштары тураһында белештек:

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
БЕҘҘЕҢ ЗАМАН
+  - 


Власҡа килеүҙең оҙайлы юлы

М.Ғ. Рәхимов менән мин Хөкүмәттә эшләгән осорҙа таныштым. Мәскәүҙә бергә уҡыған, райондарҙы етәкләгән курсташтарым уның тураһында эшлекле, аралашыусан кеше, тип һөйләй торғайны. Уны яҡыныраҡ белгәндәр, заводта директорҙың ишеге һәр саҡ асыҡ булды, бигерәк тә ауыл кешеләре өсөн, тип һөйләне. Үтенестәрҙе ауыр итеп ҡабул итмәне, шуға күрә лә ул ярҙам һорап килгәндәрҙең бик һирәгенән генә баш тарта ине.
Ситтән ҡарағанда, Юғары Совет Рәйесенең заводта ҡулланған принциптарға таянырға тырышыуы һиҙелеп торҙо. Эшкә иң беренсе булып килә һәм иң һуңғы булып ҡайтып китә. Комитет башлыҡтары һәм иң йоғонтоло депутаттар менән тиҙ арала уртаҡ тел тапты. Күп һөйләмәй, тел маһирлығы менән дә айырылып торманы. Берәр йөкләмә бирһә, уның үтәлешен мотлаҡ тикшерҙе. Буш вәғәҙәләрҙән ҡасты. Асыҡлыҡ, көтөлмәгән хәлдәрҙе тыныс һәм аҡыл менән ҡабул итә белеүе уның депутаттар менән аралашыуына эшлекле төҫ бирҙе. Иң мөһиме - уның холҡонда элекке партия-совет етәкселәре ҡатламына хас булған үҙен башҡаларҙан өҫтөн тотоу һәм реаль тормоштан айырылғанлыҡ кеүек сифаттар юҡ ине.
Сессияларҙа демократик рух өҫтөнлөк итте. Залдағы микрофондар алдында сираттар барлыҡҡа килде. Төрлө фекер лидерҙары йәки тәнҡит күҙлегенән ҡараусы эшмәкәрҙәр пәйҙә булды, улар үҙҙәренең сығыштары менән уй-фекерҙәрҙе ҡуҙғатты, бәхәстәр тыуҙырҙы һәм һәр мәсьәлә буйынса фекер алышыу теләге уятты. Бындай бәхәстәрҙән һуң Рәхимов күберәк һөйләүгә ҡарағанда тыңлауға өҫтөнлөк бирә башланы, әммә аудитория менән идара итеү йүгәнен ҡулдарында ныҡ тотто. Кәрәк булғанда, үҙ позицияһын эҙмә-эҙлекле яҡланы, компромистарға ла барҙы. Уның йыйылышты алып барыусы ғына түгел, ә күпселек тарафынан танылған, башҡалар фекерен тыңларға әҙер булған һәм ошо Йортта ла, республикала ла барған бөтә ваҡиғалар өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырлыҡ сәйәсмән булыуына барыһы ла инанды.

Яңы Башҡортостандың тыуыуы

Яңы парламенттың эшмәкәрлеге уның ултырыштарында ысынлап та мөһим дәүләт ҡарарҙары ҡабул ителеүе менән айырылып торҙо. М.Г. Рәхимов үҙенә хас дәрт менән, парламент тулыһынса үҙ маҡсатына яраҡлы булһын өсөн, уны яңынан ҡороуға ҡыйыу тотондо. Заманса сит ил электрон техникаһы, ҙур экрандар, микрофондар, тауыш биреү һәм тауыштарҙы иҫәпләү өсөн махсус аппаратура һатып алынды.
"Ул саҡта ниндәй һүҙ иң мөһим һүҙ ине?" - тип һорар бөгөнгө йәштәр. Яуап бирә алам. Ул ваҡыттағы иң билдәле һәм мөһим һүҙ, һис шикһеҙ, "суверенитет" ине. Был терминды бөтәһе лә бер үк төрлө әйтһә лә, төрлөсә аңланы.
- Беҙҙә гиганттар - яғыулыҡ-энергетика, хәрби-сәнәғәт комплекстары, бик күп союз главкалары, проектлау һәм төҙөлөш ойошмалары бар, - тине депутат М.Г. Старцев. - Әгәр власть булмаһа, нисек төҙөрбөҙ? Бер нисек тә! Беҙҙең өлөшкә эләккән ошо ҙур системаны урынынан ҡуҙғатыу өсөн власть кәрәк. Башҡаса мөмкин түгел!
Суверенитетты союз статусын алыу йә иһә 1919 йылда барлыҡҡа килгән автономиябыҙ рәүешендә күҙаллағандар ҙа булды. Айыҡ аҡылында булған һис кем суверенитетты тулы бойондороҡһоҙлоҡ тип күҙ алдына килтермәне, сөнки бөтә документтарҙа ла Рәсәй составындағы үҙаллылыҡ тигән фекер төп урынды алып торҙо. Һәм, иң мөһиме, нәҡ ошо осорҙа суверенитет алыу проблемаһына, яңыртылған Федерацияла республиканың тотҡан урынына ҡарата төрлө ҡараштар хасил булды.
1990 йылдың 11 октябрендә БАССР Юғары Советы тарафынан Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителде. Конституцияға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерелгәндән һәм Регламент ҡабул ителгәндән һуң, Юғары Совет закондар сығарыу һәм күрһәтмәләр биреү вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуға күсте. Ҡалған функцияларҙы яулап алырға һәм раҫларға кәрәк ине әле. Яңы лидер сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Юғары Советтың контроль функцияларын тергеҙҙе һәм уның башҡа законлы вәкәләттәрен киңәйтте. Бындай ысул тыштан ҡарағанда норма сығарыу хоҡуғын урынһыҙ файҙаланыу һымаҡ тойолғандыр. Һис шикһеҙ, тәнҡит тә булмай ҡалманы. Ҡабул ителгән Советтар концепцияһы, уларға, власть органдары булараҡ, конституцияны һәм закондарҙы үҙаллы ҡабул итеү, ҡануниәткә ярашлы үҙ вәкәләттәренең сиктәрен үҙ ихтыяры менән билдәләү, власть органдарының структураһын төҙөү хоҡуғын бирҙе. "Компетенциялар компетенцияһы"на эйә булғанлыҡтан, улар Совет ҡарамағындағы теләһә ниндәй мәсьәләне үҙаллы хәл итте, шул иҫәптән үҙҙәренә хисап биреүсе башҡарма органдарҙы булдыра һәм бюджет вәкәләттәрен тормошҡа ашыра ала инеләр һ.б.
1991 йылдың мартынан октябренә тиклем башҡарма власта етди үҙгәрештәр, президентлыҡ институтын, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары институтын индереүҙе, суд системаһын, Конституция Судын һәм башҡаларҙы булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан закондар блогы ҡабул ителде. Ошо ҡатмарлы бурыстарҙы хәл итеү барышында Рәхимовтың төплөлөгө, ябайлығы, фекерләү айыҡлығы һәм аҡыллы булыуы, проблемаларҙың асылына төшөнөргә ынтылыуы кеүек сифаттары асылды. Бер ҡарамаҡҡа бигүк төҙөк булмаған сығыштарынан яйлап тулы хоҡуҡлы дәүләтселеккә өлгәшеү һәм республика иҡтисадын тәрән көрсөктән сығарыу проекттарына бәйле идеялар формалашты. Ҡайһы бер указдарының законға тура килмәүе тураһында әйтеүселәргә ул ҡыҫҡа ғына итеп: "Мин үҙ тәжрибәмдән беләм: халыҡҡа хеҙмәт иткән бөтә нәмә - законлы!" - тип яуап бирә торғайны.
РСФСР Президентын һайлау барышында Б.Н. Ельцин автономиялы республикаларҙың хәҙерге статусы артабанғы үҫеште тотҡарламаһын өсөн улар менән мөнәсәбәттәрҙе ҡайтанан ҡарарға әҙер булыуы тураһында белдерҙе.
Депутаттар һәм Хөкүмәт ағзалары алдындағы сығыштарында Рәхимов бер нисә тапҡыр былай тип аңлатты:
- Башҡортостан, бала әсәһе менән бәйләнгән кеүек, үҙенең кендеге менән Рәсәйгә бәйләнгән. Ул бер ҡайҙа ла китергә йыйынмай. Бары тик Союз закондары һәм Рәсәй Федерацияһы менән килешеү нигеҙендә үҙаллылыҡҡа ғына ынтыла. Беҙҙең суверенитет үҙ проблемаларыбыҙҙы хәл итеү өсөн етерлек булған власть өлөшөн аңлата.
Республиканың бындай асыҡ һәм аныҡ позицияһы Рәсәй етәкселегендә аңлау һәм яҡлау тапты. Алдараҡ күрһәтелгәнсә, халыҡ үҙгәрештәрҙе, бер яҡтан, шикләнеү менән, ә икенсе яҡтан - ҙур оптимизм һәм өмөт менән ҡаршы алды. Йоҡонан уянған Рәсәйҙең бөтә төбәктәрен солғап алған үҙгәрештәр бары тик татыулыҡ һәм уртаҡ тел таба белеү осрағында ғына киләсәгебеҙҙе өмөтлө итер ине. Ошондай фекер менән республиканың Юғары Советы тарафынан раҫланған рәсми делегация ағзалары 1992 йылдың мартында Мәскәүгә килде, унда беҙгә Федератив договорға ҡул ҡуйырға кәрәк ине.
Яныбыҙға Мәскәүҙә йәшәгән, элек беҙҙең Министрҙар Советында эшләгән И.Ш. Мөҡсинов килде. Мортаза Ғөбәйҙулла улы һөйләшеүҙәрҙе тар даирәлә уҙғарырға булды. Мөҡсинов һәм мин ҡалдыҡ. Асыҡланыуынса, юрист яҡташыбыҙ илдең Конституция күҙәтеүе комитеты ағзаһы, союздаш республикалар буйынса белгес икән. Ул СССР Фәндәр академияһының Дәүләт һәм хоҡуҡ институтында федерализм проблемалары төркөмөн етәкләй. Уның һүҙҙәренсә, юғары даирәләрҙә барыһы ла беҙ теләгәнсә бармай. Кремль, совет традицияһын дауам итеп, власты бөтә тулылығында үҙенә "беркетеп" ҡуйған. Иң ғәжәбе артабан булды. Мөҡсинов әйтеүенсә, Договор проекты беҙҙең 1990 йылдың 11 октябрендә ҡабул ителгән Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларациябыҙ положениеларының яртыһынан күберәген юҡҡа сығарасаҡ.
- Нимә эшләргә һуң?
Юғары Совет ҡарары буйынса беҙҙең бындай документҡа ҡул ҡуйырға хоҡуғыбыҙ юҡ ине. Бер аҙ шым ғына ултырҙыҡ.
- Ирек Шәриф улының, исмаһам, Мәскәүҙә фатиры бар. Ә ҡалғандарға нимә эшләргә? - тип шаяртырға тырышты Рәхимов. - Беҙгә бындай договор менән дә, унан башҡа ла республикаға ҡайтырға ярамай.
Икенсе көндө иртәнсәк Рәхимов ашығыс рәүештә Кремлгә китте. Сәғәт 10-дар тирәһендә Мөҡсинов менән миңә кисекмәҫтән РСФСР Юғары Советының Милләттәр Советы Рәйесе Р.Ғ. Абдулатиповҡа барырға ҡушып шылтыраттылар. Бынан бер тәүлек элек республика етәкселәренең Федератив договор проектына бер нисә өҫтәмә индерелгән Ҡушымта ҡабул итеүе асыҡланды. Атап әйткәндә, республикаларға Милләттәр Советында урындарҙың кәмендә 50 процентын бүлергә тәҡдим ителгән ине.
Беҙ "Ҡушымта" тигән атамаға йәбештек. Документтың йөкмәткеһе лә, формаһы ла беҙҙе ҡәнәғәтләндерҙе. Иң мөһиме, бындай ҡараш, беҙҙең суверенитет тураһындағы Декларация положениеларынан сығып, Договорҙы Ҡушымта менән тулыландырып булыуына туранан-тура ишара итә ине.

Мансур ӘЙҮПОВ.
(Дауамы. Башы 37-46-сы һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №47, 27 ноябрь - 3 декабрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.11.26 | Ҡаралған: 24

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru