«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

13 ноябрҙә Башҡортостанда республика кимәлендәге бик мөһим ваҡиға - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 85 йыллығы билдәләнә. Девизияның, уның командиры Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен мәңгеләштереү сараларының береһе - мәктәптәрҙә ойошторолған Шайморатовсылар кластары. Бер нисә белем усағы етәкселәре һәм уҡытыусыларынан ошо кластарҙың уңыш-ҡаҙаныштары тураһында белештек:

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ХӘҘЕР ҘӘ ТЕЛЕВИДЕНИЕ КӘРӘК, ИНТЕРНЕТ, ЯҺАЛМА ИНТЕЛЛЕКТ УҒА КОНКУРЕНТ ТҮГЕЛ
+  - 


Башҡортостан юлдаш телевидениеһы быйыл үҙенең 25 йәшлек юбилейын билдәләй. Республикабыҙҙың тәүлек әйләнәһенә телетапшырыуҙар алып барырлыҡ үҙ телеканалы барлыҡҡа килеүе, һис шикһеҙ, тарихи, улай ғына ла түгел, меңәр йылдар буйына Уралтау буйҙарын төйәк итеүсе башҡорт халҡының тормошонда ла күрелмәгән дәүер ваҡиғаһы.
Халыҡта "Ашаған белмәй, тураған белә" тигән киң мәғәнәгә эйә һүҙ бар. Был осраҡта тураусылар - тапшырыуҙарҙы эфирға әҙерләп сығарыусы хәбәрселәр, мөхәррирҙәр, комментаторҙар, операторҙар, монтажсылар...
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы барлыҡҡа килгәндән алып шунда хеҙмәт итеүсе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре: Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты, телевидениеның баш мөхәррире Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы БАТТАЛОВА менән Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы, Башҡортостан, Рәсәй Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, "Яңылыҡтар" программаһының төп редакцияһында баш белгес Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы ЙОСОПОВА менән ҡорған әңгәмәлә телеканалдың тәпәй баҫҡан тәүге миҙгелдәрен, артабанғы үҫеш йылдарын иҫкә төшөрҙөк.

Ҡыҙҙар, яңы быуаттың, яңы меңъйыллыҡтың башында, 2001 йылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһы асылды. Тәүлек әйләнәһенә башҡорт телендә тапшырыуҙар алып барыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Икенсе төрлө әйткәндә, башҡорт теле, башҡорт лөғәте йыһанға менде. Был тарихи ваҡиғаны телевизор ҡараусылар нисек ҡабул итте? Башҡортостан юлдаш телевидениеһы барлыҡҡа килгән көндән алып ошонда эшләгән кеше булараҡ, хәҙерге көн күҙлегенән сығып уға ниндәй баһа бирәһегеҙ?

Гөлдәриә ЙОСОПОВА:
Ул саҡта беҙҙең телевидение бүленеш алдында тора ине. Элек Рәсәй телеканалында айырым сәғәттәрҙә генә тапшырыу алып барған Башҡортостан телевидениеһы айырылып сыҡты. Беҙ тәүге осорҙа ике каналда ла эшләп йөрөнөк. Камералар етешмәгәндә ике микрофон тотоп, бер юлы ике каналға ла кадрҙар эшләргә, интервьюлар алырға тура килде. Бүленеү бик ауыр процесс булды.
Гәүһәр БАТТАЛОВА: Эйе, хәҙерге күҙлектән ҡарағанда ғына шулай еңел һымаҡ ҡына булды айырылып сығыу. Ул ваҡытта беҙ ниндәй ҙур эш башҡарғаныбыҙҙы аңламағанбыҙҙыр тип уйлайым. Ул саҡта беҙҙә йәшлек шауҡымы, йәшлек романтизмы көслө ине. Шуға күрә уны беҙ еңел башҡарҙыҡ. 2001 йылда Указ ғына булды, асылда, беҙ 2002 йылда ныҡлап эшкә тотондоҡ һәм 26 августа тәүге тапҡыр эфирға сыҡтыҡ.
Ижади кешеләр эшләгән урында төрлө яҡҡа тартылыу тәбиғи. Комитеттан яңы унитар предприятиеға күсеү башланғас, беҙҙе кирегә дүндерергә тырышыусылар ҙа булды, улар: "Яңы телевидениеның әле финанс мәсьәләһе лә хәл ителмәгән, әгәр БЮТ-ҡа күсһәң, иртәгә урамда тороп ҡалаһың, фәлән-фәсмәтән", - тип ҡотҡо таратты улар.
Мин 1999 йылдан баш мөхәррир булып эшләй инем. Директор Рөстәм Самарбаевтың тәҡдиме буйынса ғариза яҙып, иң тәүҙә БЮТ-ҡа мин күстем. Тулыһынса эшләй торған каналда эшләүҙе беҙ күҙ алдына ла килтерә алмағайныҡ.
Гөлдәриә ЙОСОПОВА: Бынан 25 йыл элек яңы ойошторолған телеканалыбыҙҙың иң алғы һыҙығы булған "Яңылыҡтар" хеҙмәтендә эшләүемә бик бәхетлемен, әлбиттә. Ул йылдарҙа республикабыҙ тормошондағы әһәмиәтле ваҡиғаларҙы яҡтыртыуҙа эшләү бәхете тейҙе миңә: Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыу уңайынан төҙөлгән юбилей объекттарын асыу, Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҙған башҡорт ҡоролтайҙары съездары тураһында репортаждар төшөрөү, Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре һәм башҡа бик күп әһәмиәтле ваҡиғалар. Ошо ваҡиғаларҙың шаһиты булып, махсус репортаждар һәм сюжеттар төшөрөү Башҡортостаныбыҙ һәм уның кешеләре өсөн ғорурлыҡ хистәре уятты. Ғөмүмән, йәшәгән ереңде, һайлаған һөнәреңде яратмай тороп, үҙеңде бәхетле итеп тойоу мөмкин түгелдер ул. Был йәһәттән, БЮТ телеканалы журналисы булараҡ үткәргән бер көнөм дә үкенесле түгел.

Атай йортонда йәшәгән йәш ғаиләнең яңы йортҡа башҡа сығыуы һымаҡ бит инде был күренеш. Ул саҡта яңы ғаилә алдына шундай мәсьәлә-һорау килеп баҫа: "Үҙаллы нисек йәшәрбеҙ?" Үҙаллы тормошоғоҙҙоң тәүге мәлдәренең ниндәй ауырлыҡтары булды?

Гөлдәриә ЙОСОПОВА:
Беҙ күскәндән һуң икеләнеп ҡалыусы ике-өс кеше бар ине. Улар ҙа яйлап беҙҙең яҡҡа күсеп бөттөләр барыбер. Сөнки улар яңы телеканалдың уңышлы эшләп китә алғанын үҙ күҙҙәре менән күреп инанды.
Гәүһәр БАТТАЛОВА: Яңы телевидение барлыҡҡа килеүенең әһәмиәтен беҙ бөгөн генә аңлай алабыҙ. Тәүҙә концепцияһын төҙөгәндә һорарлыҡ та кеше булманы. Ниндәйҙер сит өлкәгә йә республикаға шылтыратып белешер инең, улар яңы Рәсәй шарттарында үҙҙәре лә беҙҙең хәлдә инеләр. Шуға күрә бөтә нәмәне үҙебеҙгә уйлап сығарырға тура килде. Бөтә республика өсөн тапшырыуҙар эшләргә кәрәк булғас, ул Башҡортостан Республикаһының милли каналы булыуы мотлаҡ ине. Әлбиттә, ул тәү сиратта башҡорт һәм рус телендәге тапшырыуҙарҙы күҙ уңында тотто. Егерме дүрт сәғәт эсендә бүтән телдәрҙәге тапшырыуҙар өсөн дә урын табылды. Башта уҡ егерме дүрт сәғәтлек тапшырыуҙар эшләп өлгөртә алманыҡ, шуға күрә беҙ был режимға системалы рәүештә ваҡыты-ваҡыты менән яйлап күстек.

Тамашасы өсөн канал һайлау мөмкинлектәре күп: бер каналда боевик, мажаралы йә эротик фильм бара, башҡа каналдарҙа тағы ла ҡыҙыҡ, фәһемле тапшырыуҙар бар. Өҫтәүенә, йыһан каналдары меңдәрсә. Пульт төймәһенә баҫып ултырыусы тамашасы һеҙҙең каналда туҡталып ҡалһын өсөн һеҙ ҙә конкурентлыҡҡа һәләтле булырға тейешһегеҙ, шулай бит? Бының өсөн тапшырыуҙар ҡыҙыҡлы булырға тейешме, әһәмиәтлеме, мөһимме, әллә бер туҡтауһыҙ кинофильмдар күрһәтергәме? Башҡортостан юлдаш телеканалына тамашасыны нисек йәлеп итәһегеҙ?

Гөлдәриә ЙОСОПОВА:
Ҡайһы ваҡыт мин үҙем дә йоҡламайынса кинолар ҡарайым. Икенсенән, киноларҙың да төрлөһө була. Беҙҙең тамашасылар төндәрен дә спектаклдәр ҡарайҙар. Кешене йәлеп итә торған заман форматындағы башҡа программалар ҙа беҙҙә күп кенә. "Ҡыҙыл кнопка" тигән тапшырыу бик көнүҙәк булды, мәҫәлән. "Яңылыҡтар"ҙағы көнкүреш проблемаларына арналған төрлө тәнҡит материалдар халыҡты ныҡ йәлеп итә. Бер мәл беҙҙең "Мәрхәмәт шаршамбыһы" тигән программаны тамашасылар көтөп алды. Шаршамбыла сыҡҡан был тапшырыу сирле балаларға ярҙам итеүгә ҡоролдо, унда был маҡсатта аҡса күп йыйылды.
Гәүһәр БАТТАЛОВА: Программаларҙың нисек биҙәлеше лә бик мөһим. Ошо маҡсатта беҙ "Сәләм" программаһының тышҡы ҡиәфәтен үҙгәрттек. Әйтәйек, пультҡа баҫып тапшырыуҙар эҙләп ултырған тамашасы йәш, матур ҡыҙҙы, егетте, йә заман талаптарына тап килгән биҙәлеш күреп ҡалһа, шунда туҡтала. Әле беҙҙең "Бәхет иле" шундай итеп эшләнде. Программа шунда уҡ кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итте. Программалар араһында ҡалған ектәрҙе матур итеп эшләргә тырышабыҙ. Иң ҡыҙығы: ҡайһы ваҡыт улар кәрәкме икән, тип тә уйлайһың, әммә улар кәрәк икән. Халыҡ ҡарай шуларҙы. Бөгөн бер урында ла финанс сығымдары артмай, шуға ҡарамаҫтан, яңы программалар эшләргә тырышабыҙ. Мәҫәлән, "Дуҫтар" программаһын алайыҡ. Унда дүрт йәш, матур егет һәм ҡыҙҙың студияла ултырып, йәштәрсә аралашыуы ғына ла, уларҙың матурлығы, кейемдәренең оригиналь булыуы, матур итеп башҡортса аралашыуҙары тамашасыны ылыҡтыра.
Әле беҙҙең тағы ла "Мегасело" тапшырыуы барлыҡҡа килде. Венер Фәйзуллин уны алып бара. Беҙгә эксперименттарҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк. "Әлләсе" тапшырыуын алып барыусы Венер ҙа, Салауат та көлөр ерҙә көлөп ебәрәләр, етди ҙә булып китәләр, үҙҙәрен етди һәм тәбиғи тоталар, бер ҡалыпта ҡалмайҙар. Бөгөн бер ҡалыпҡа һалынған программалар менән тамашасыны үҙеңә ҡаратыу мөмкин түгел. Тамашасы менән бер тулҡында булыу мөһим.

Француз яҙыусыһы Фелиция Жанлистың шундай һүҙҙәре бар: "Киләсәктә китап уҡыусылар телевизор ҡараусылар менән идара итәсәк". Быға шундай аңлатма биреп булалыр: китап уҡығанда күҙ алдына килтерәһең, фантазияң эшкә егелә, ә телевизор аша мәғлүмәт тә, һүрәт тә, барыһы ла тамашасыға сәйнәп ҡаптырыла. Был осраҡта телеэкран ялҡауҙарҙың шөғөлө һымаҡ ҡабул ителә. Һеҙ бының менән килешәһегеҙме?

Гәүһәр БАТТАЛОВА:
Китап уҡып, тәрәнгә төшөп фекер йөрөтмәйенсә, яҡшы телетапшырыуҙар ҙа төшөрөп булмайҙыр. Бөгөн китап уҡымайынса, тормоштоң нигеҙҙәрен, үҫеш тенденцияларын белмәйенсә, телевидениела эшләп буламы икән? Ғөмүмән, телевидениела бер урында ғына торһаң, һине ашатлап уҙып китәсәктәр. Хәҙер аҡыллы йәштәр күп, улар киләләр ҙә бөтөнләй башҡаса эшләй башлайҙар. Әгәр ҙә бөгөн яһалма интеллект менән эшләмәһәң, әгәр ҙә нейроплатформаларҙың нигеҙҙәрен белмәһәң, эффекттар менән монтажларға белмәһәң, артта ҡалаһың инде. Минең бөгөн эшемде 30-40 процентҡа яһалма интеллект еңелләштерә.
Етәксе булған кеше, ғөмүмән, китап уҡымайынса нисек идара итә алалыр? Китап уҡымаһам, фильмдарыма сценарийҙар яҙа алмаҫ инем. Ғаиләмдә мин дә, улым да китап яратабыҙ. "Турахан - көс урыны" тигән фильмдың сценарийын яҙыр өсөн генә лә утыҙға яҡын китап уҡырға тура килде. Мәҫәлән, Башҡортостан тарихы буйынса урта быуатты бер кем дә ныҡлап өйрәнмәгән. Был осорҙо фильмда сағылдырыр өсөн китаптар уҡып, тарихи факттарҙан сығып үҙемә ниндәйҙер һығымталар яһарға тура килде.

Телевидениеның өҫтөнлөгө шунда: теге йәки был мәғлүмәтте бер юлы миллиондарса кешегә еткереп була. Уның массовый характеры бар. Ә, әйтәйек, китапты бер генә кеше уҡып ултыра. Өҫтәүенә, һуңғы ваҡытта китап уҡыусылар ҡырҡа кәмене. Тимәк, телеэкран ярҙамында телде, мәҙәниәтте, сәнәғәтте, милләтте, илде, дәүләтте үҫтереп була. Шул уҡ китап ярҙамында ғына был бик ауыр һәм оҙаҡ эшләнер ине. Әйтәйек, милли телевидениеның культуралогия йәһәтенән мөмкинлеге күберәк. Китапҡа ҡарағанда ла, хатта радиоға ҡарағанда ла, сөнки экран аша матур итеп күрһәтеп була.
Гәүһәр БАТТАЛОВА:
Китапты уҡыйһың да, күҙ алдыңда бөтөнләй икенсе образдар һынлана башлай. "Коммерсант" тигән фильмды ҡарағандан һуң тормош иптәшем менән ике сәғәттәй һөйләшә алманыҡ. Сөнки беҙҙең заманды төплө итеп күрһәткән фильм булып сыҡты ул. Һуңғы ваҡытта тәүҙә әҫәрҙе уҡып, шунан фильмын ҡарай торғайным. Был юлы киреһенсә килеп сыҡты. Фильмды ҡарағандан һуң китабын уҡыным. Маркетологтар шуны иҫәптә тотоп, китаптың хаҡын ике мең самаһында һатыуға сығарғандар. Ваҡытында Джордж Оруэлдың романдарын уҡығандан һуң уларҙы бөтөнләй икенсе итеп күҙ алдына килтергәйнем, яҙыусының ҡарашы менән минеке бөтөнләй тура килмәне.

"Башҡорттар" тапшырыуының формаһы миңә оҡшай, оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған әңгәмәләр ҙә юҡ, ялҡытмай...

Гәүһәр БАТТАЛОВА:
Был тапшырыуҙы беҙ ребрендинг эшләнек. Тәүҙә тапшырыуҙы "Торатау" конгресс-холында төшөрә инек. Шунан уны студияға алып ҡайттыҡ. Беләһегеҙме, үҙебеҙҙә отошлораҡ килеп сыҡты һәм тамашасы быны шунда уҡ күрҙе.
Телевидение күҙ тигәнде аңлата. Кадрҙа кешеләрҙең матур һәм һөймәлекле булыуы мөһим роль уйнай. Әгәр ҙә кеше тыштан матур, эсе бысраҡ икән, камераны алдап булмай. Быға нисәмә тапҡырҙар инанғаным булды. Тормошта йөҙгә әллә ни матур ҙа булмаған, әммә эске донъяһы нурлы булғандар экранда матур булып күренә. Яңыраҡ алып барыусы эҙләгән ваҡытта шул тиклем матур бер ҡыҙыҡай килеп инде. Камераға ҡуйып ҡарағайныҡ, юғалды ла ҡуйҙы, сөнки күңел донъяһы буш булып сыҡты. Кешене алдап була, камераны алдап булмай.
Һуңғы ваҡытта беҙҙең телевидение үҙгәреш кисерҙе. Беҙ күберәк мәғлүмәт яғына киттек. Бөгөн халыҡҡа күберәк дөрөҫ мәғлүмәт кәрәк. Социаль селтәрҙәргә ҡарағанда беҙҙә мәғлүмәт аҙ ғына булһа ла һуңыраҡ сыға. Әммә тап шул яңылыҡтар иң күп тамашасы йыйғаны иҫәпләнә, сөнки халыҡ үҙебеҙҙең телевидениела сыҡҡан яңылыҡтарҙы ҡарағыһы килә. Былтыр Башҡортостан Башлығының Яңы йыл ҡотлауын, йыл йомғаҡтарын республиканың 70 процентҡа яҡыны ҡараны. Ә бит меңәрләгән каналдарҙағы миллиондарса һум сығымдар менән эшләнгән Яңы йыл алды программалары бер ҙә уларҙы беҙҙән айыра алманы. Беҙҙең төбәк телевидениеһының ул тиклем сығымдары ла юҡ, ә ҡарайҙар. Был халыҡтың ышанысынан килә, ә ул ышаныс бөгөн генә яуланмаған. Был 25 йыл элек иң башта уҡ халыҡ менән бер тулҡында булыу, халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт еткереү һөҙөмтәһе. Рәсәйҙә һәм беҙҙә телевидениела эшләр өсөн хеҙмәткәрҙәр әҙерләүсе юғары уҡыу йорто ла юҡ. Беҙ үҙебеҙҙең хаталарҙа, үҙебеҙҙең белгәнебеҙгә таянып ҡына, интуитив рәүештә барлыҡҡа килгән телевидение бит ул. 25 йыллыҡҡа фильм сценарийы яҙып ултырам да, шуны яҙып ҡуйҙым: "Беҙ телеканал төҙөгәндә хатта медиаменеджер тигән төшөнсә лә булманы..." Йәшлек романтикаһы, йәшлек шауҡымы, йәшлек дәрте менән эшләнгән канал булды ул.
Гөлдәриә ЙОСОПОВА: Әлбиттә, яңылыҡтарҙы дөрөҫ итеп әҙерләп сығарыу ваҡыт талап итә. Шул уҡ ваҡытта "ҡыҙыу" факттарҙы ашыҡ-бошоҡ әҙерләп, тиҙерәк эфирға сығарырға ла ашығырға ярамай. Сөнки әгәр ҙә дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте сығарыуға юл ҡуйылһа, тамашасы артабан беҙгә ышанмаясаҡ һәм ҡарамаясаҡ. Тантаналы йыйылыштар, һайлауҙар барғанда тура эфирҙа ла эшләйбеҙ.

Мин Гәүһәрҙең тәүләп телевидениела эшләй башлаған сағын иҫләйем. Ул Уран ағай Кинйәбулатов менән балалар өсөн тапшырыуҙар эшләй торғайны. Ул саҡта дөрөҫ һүҙҙәр һөйләп, пионерҙарса салют биреп торған Гәүһәр менән хәҙерге Гәүһәр араһында ниндәй айырма бар, ул ниндәй үҙгәрештәр кисерҙе? "Яңылыҡтар" программаларында дөрөҫ һүҙҙәр һөйләп йөрөгән Гөлдәриә ниндәй үҫеш этаптары үтте? Үҙегеҙ телевидение менән бергә үҫтегеҙ, быны нисек аңлата алаһығыҙ?

Гәүһәр БАТТАЛОВА:
Ул саҡтағы тапшырыуҙарҙы ҡараһаң, көлкө килә. Ауылдан килгән ҡыҙ өсөн эфирға сығыу тормошоңда иң ҙур ваҡиғаға тиң ине. Хәҙер минең өсөн экранға сығыу бөтөнләй кәрәк түгел. Хәҙер тапшырыуҙарҙың һәм фильмдарҙың сценарий авторы булыу ҙа етә һәм миңә был эшем нығыраҡ оҡшай. Шайморатов генералдың һәйкәлен төҙөү буйынса фильм ярты йыл һуҙымында эшләнде, Турахан буйынса фильм төшөрөү өсөн йылдан ашыу ваҡыт китте. Бөгөн миңә тупланған тәжрибәм менән уртаҡлашыу, тупланған фекерҙәремде әйтеү мөһим.
Бөгөн беребеҙ ҙә ауыр заманда йәшәүебеҙҙе инҡар итә алмайбыҙ - Махсус хәрби операция бара. Мин 2023 йылда телевидениеға кире әйләнеп ҡайттым. Уйланып йөрөйөм. Махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәрҙе әсәй кеше тәрбиәләгән. Әсәйҙәрҙе күрһәтергә кәрәк, тигән ниәт тыуҙы күңелдә. Шул рәүешле "Әсәй" проекты барлыҡҡа килде. Әлегәсә 150-гә яҡын әсәйҙе беҙ күрһәттек. Кадрҙа әсәй кеше үҙенең балаһы тураһында һөйләй. Халыҡ ятып ҡарай.
Аталары Махсус хәрби операцияла һәләк булған балаларға ниндәйҙер бүләк эшләргә теләнек. "Минең атайым" тигән видеоконкурс иғлан иттек. Иллегә яҡын видеояҙманы ҡарап сығып, ун баланың яҙмаһын һайлап алып, уларҙың бүлмәһендә ремонт эшләү идеяһы килеп тыуҙы. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ "Матур фатир" тапшырыуы барлыҡҡа килде. Бөгөн тормош еңелдән түгел, аҡса ла күп түгел. Командабыҙҙа 30 кеше. Һәр бүлмәгә 200-шәр мең һум аҡса китер тип иҫәп тотҡайныҡ, ҡайһы бер бүлмәләргә миллионға яҡын сумма китте. Беҙҙең менән бергә эшләй башлаған кешеләрҙән бер кем дә боролоп сығып китмәне. Был тапшырыуҙарҙы ла тамашасылар йығылып ятып ҡарай. Тап ошондай, кешеләрҙең күңеленә үтеп инерлек тапшырыуҙар кәрәк. Ә бит үҙебеҙ йәшәгән фатирҙарҙа ремонт эшләү төшөбөҙгә лә инеп сыҡмай.
Телевидениела эшләгән тәүге йылдар ҙа хәтеремдә. Пушкин урамында "Мода йорто" була торғайны. Мин шунан башҡорт милли кейеме алып кейеп, ҡулыма микрофон тотоп урамға сыҡҡайным. Барам да кешеләрҙән: "Һеҙгә минең кейемем оҡшаймы?" - тип һорайым. Берәүһе: "Оҡшай", - ти, икенсеһе: "Әллә һантый инде был ҡыҙ", - ти, өсөнсөһө: "Нисауа ғына был ҡыҙ", - тип яуаплай. Хәҙер бына нисек уйлайым: фекер матдиләшә, беҙ ул ваҡытта, 37 йыл элек, бөгөн баш ҡалабыҙҙа милли кейемдәр парады булырын, халҡыбыҙ ирекле рәүештә ҡалаларҙа, ауылдарҙа милли кейем кейеп йөрөр тип башыбыҙға ла килтерә алмай инек. Бөгөн һәр икенсе кәсепсе милли кейемдәр, милли биҙәктәр, орнаменттар әҙерләүгә махсуслашҡан. Ул ваҡытта мине иҫәргә һанаған кешеләр үҙҙәре шул эш менән шөғөлләнә.

Милли кейемдәр менән бергә рух та ҡайта...

Гәүһәр БАТТАЛОВА:
Әлбиттә, һин милли кейемеңде кейеп, ҡыйыш-мыйыш атлай алмайһың, кәүҙәңде тура тотоп, башыңды юғары күтәреп, ғорурланып атлайһың. Ул ваҡытта һиңә Гөлдәриә Йосопова тип түгел, башҡорт милләтенең вәкиле тип ҡарайҙар. Мин дә Гәүһәр түгелмен.
Гөлдәриә ЙОСОПОВА: Гәүһәр, мин ул тапшырыуыңды һаман да иҫләйем. Һин милли кейем кейеп, академтеатр алдына ла барып баҫып, кешеләрҙән интервью алдың. Иҫтә ҡалғас, тимәк, тапшырыу яҡшы булған.
Гәүһәр БАТТАЛОВА: Бөгөн тәрән фекерле фильмдар кәрәк халыҡҡа. "Турахан" визит үҙәгендә көнөнә беҙҙең фильм ике тапҡыр күрһәтелә. Кешеләр үҙәккә ошо фильмды ҡарау өсөн дә ки-лә. Тимәк, улар урта быуатҡа бәйле мәғлүмәтте башҡа бер урында ла тапмаған. Тимәк, мин бер йыл буйына юҡҡа эшләмәгәнмен. Кешеләр бөтәһе лә мин уҡыған утыҙ китапты уҡып ултыра алмай. Ә телевидение быларҙы уларға тиҙ генә еткерә.
Гөлдәриә ЙОСОПОВА: "Яңылыҡтар"ҙан тыш, беҙ тағы ла "Даирә" тигән программа әҙерләп сығарҙыҡ. Бер министр шулай тигәйне: "Һеҙҙе тыңлаһаң, беҙҙә барыһы ла яҡшы килеп сыға, проблемалар ҙа юҡ..." Ул ваҡытта, ысынлап та, илебеҙҙә һәм республикабыҙҙа рухи күтәрелеш булды. "Даирә"не радиола Рәмис Дәүләтбаев, Ришат Миндияров һәм мин өсәүләп эшләгәйнек. Уның телевизион вариантын эшләргә булдыҡ. Был яҡшы килеп сыҡты, программала "Көнүҙәк осрашыу", "Көнүҙәк интервью" тигән рубрикалар булды.
Гәүһәр БАТТАЛОВА: Беҙгә: "Һеҙ һәр ваҡыт маҡтайһығыҙ, етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләмәйһегеҙ", - тиҙәр. Сит илдәрҙә телеканалдар аша кемдер кемделер тәнҡитләй икән, быны ул аҡсаға эшләй. Бер ваҡытта ла 100 процентлы хәҡиҡәт булмай. Һәр кем үҙен дөрөҫ уйлайым, дөрөҫ эшләйем тип иҫәпләй. Әйҙә, иртәгәнән башлап, һәр кешенең, ғаиләнең етешмәгән яҡтарын тәнҡитләп һөйләй, күрһәтә башлайыҡ, ти. Бында беҙ әлеге лә баяғы "фекер матдиләшә" тигәнгә барып төртөләбеҙ. Тамашасы, ысынлап та, тормош насар тип уйлай ҙа, яҡшыға ынтылмай.

Кеше барлыҡ мәғлүмәттең 80 процентын күҙ аша ала. Шул 80 проценттың иң күбен телеэкран аша алғас, ул мәғлүмәттең позитив булыуы мотлаҡ. Шулай түгелме?

Гәүһәр БАТТАЛОВА:
Бөгөн экрандағы матур кейенгән ҡыҙҙарға һәм егеттәргә ҡарап, кеше матур кейенергә, позитив фекер йөрөтөргә, матур кеше булырға өйрәнә.
Гөлдәриә ЙОСОПОВА: Эйе, интернет, социаль селтәрҙәр аша былай ҙа беҙгә негатив мәғлүмәт эркелеп килә. Уларҙы иң күбендә балалар, йәштәр ҡарай. Был йәһәттән беҙ был мәғлүмәт саралары кеше күңелен тултырған негативты таҙартабыҙ булып сыға.

Интернет, социаль селтәрҙәр тигәндән, һеҙҙең бөгөн ике конкурентығыҙ барлыҡҡа килде. Улар - интернет һәм яһалма интеллект.

Гәүһәр БАТТАЛОВА:
Конкурентыбыҙ түгел, интернет һәм яһалма интеллект беҙҙең ярҙамсы ғына. Шул уҡ ваҡытта яһалма интеллект ярҙамында эшләнгән материалды тикшермәйенсә, бер ваҡытта ла бер ҡайҙа ла ебәрә алмайһың. Ундағы хаталарҙың күплеге! Хатта юбилей тапшырыуы әҙерләгәндә Башҡортостан телевидениеһының тәүге эфирға сыҡҡан көнөн яһалма интеллект хаталы итеп бирә. Шунан мин уның менән әрләшә башлайым, сөнки заманында кемдер тарафынан дөрөҫ булмаған мәғлүмәт киткән дә, шул башты бутай, ҡырталаша.
Гөлдәриә ЙОСОПОВА: Яһалма интеллект яһалма инде ул, тере кеше түгел, интернетҡа тупланған барлыҡ мәғлүмәтте туплаусы, шуны тиҙ арала беҙгә еткереүсе генә. Шул уҡ ваҡытта уның техник мөмкинлектәре бик ҡыҙыҡ, кешене йәшәртеп, хәрәкәткә килтереп, уның тауышы менән һөйләтеп була. Гәүһәр менән килешәм, яһалма интеллект беҙгә конкурент түгел, беҙҙең эште еңеләйтеүсе сара, мәғлүмәт сығанағы ғына. Яһалма интеллект ярҙамында йырҙар яҙыусы "композиторҙар" барлыҡҡа килде. Титрҙарҙа йырҙың текст авторы булған шағирҙың исем-шәрифе һәм композиторы ЯИ тип яҙыла хатта. Әммә ул йырҙарҙы тик бер тапҡыр ғына тыңлап була, сөнки уларҙа зиһен, йөрәк, хис юҡ. Һуңғы йылдарҙа Өфө фән һәм технологиялар университетында буласаҡ журналистарҙы тележурналистика үҙенсәлектәре менән таныштырам. Лекциялар курсын һәр ваҡыт студенттарҙың ниндәй телеканалдарҙы ҡарауы, ниндәй билдәле алып барыусыларҙы, дикторҙарҙы белеүе тураһында асыҡлауҙан башлайым. Кемдәр улар - Рәсимә Кәримова, Наилә Ғәләүетдинова, Зөһрә Бәхтизина һәм Валерий Ермоленко? Студенттарымдан ошо һорауҙарға яуап эҙләүҙәрен дә талап итәм.
Һөҙөмтәлә, тәүҙәрәк, беҙ телевизор ҡарамайбыҙ, тигән студенттарҙың был матбуғат сараһы тураһында белемдәре артыуына һөйөнәм.

Телевидениеның киләсәген нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

Гөлдәриә ЙОСОПОВА:
Бәләкәй сағымдағы бер хәл иҫкә төшә: бер мәл өләсәйем, аҙналыҡ телевидение программалары баҫылған гәзитте ҡат-ҡат бөкләп, уға иләнгән йөнөн сорнаған да ҡуйған. Программаны эҙләп хәлдән тайғас ҡына мин яҡын кешемдең был "хилаф" эшен һиҙеп ҡалып, йомғаҡты кире һүттергәйнем. Юғиһә бит, көнөнә бер-ике сәғәт кенә күрһәткән телеканал программаларын һәм айырыуса 5 минутлыҡ йәнһүрәттең ваҡытын белмәй-күрмәй ҡалыу ҡырҡынысы янай ине. Ә хәҙерге заман кешеһе теге йәки был фильм йә тапшырыуҙы ҡарайым тип, гәзит биттәренән программа эҙләмәй, уның урынына пультты алып, уны йәне теләгән тапшырыуҙы тапҡансы баҫҡылай. Йәғни, телевидение каналдары, күпме тамашасыһы булыуға ҡарамаҫтан, үҙаллы йәшәй хәҙер. Киләсәктә лә телевидение мотлаҡ йәшәйәсәк. Ә беҙгә инде бер яҡтан сифатлы контент етештерергә, икенсенән, киләсәгебеҙ булған йәштәр аудиторияһы тураһында онотмаҫҡа ғына ҡала. Гәүһәр БАТТАЛОВА: "Яңылыҡтар" булған, бар һәм буласаҡ. Тарихи һәм зиһенде үҫтерә торған тапшырыуҙарҙы ла халыҡ ҡарай. Ә бына кинофильмдар эшләү бик күп сығымдар талап итә. Мин тарих факультетында диплом алһам да, тарих буйынса ғалим түгелмен. Шуға ҡарамаҫтан, фән докторҙарының фильмдар өсөн биргән интервьюларын энәһенән ебенә тиклем тикшермәйенсә, эфирҙа ҡулланмайым.
Салауат Юлаев хаҡында ике фильм төшөрһәм дә, уның феномены өйрәнеп бөтөлмәгәнен беләм. Бынан һуң уны нисә быуын тарихсылары өйрәнһәләр ҙә, осона сыға алмаясаҡтар. Ул үҙенең бер генә йыл ғүмерен көрәшкә арнаған, 25 йыл каторгала ултырған, ә халыҡ уны үҙенең милли геройы итеп таныған һәм таный. Халыҡ нисек итеп уны һайлап алған? Был һорауға яуап биреп буламы?
Гөлдәриә ЙОСОПОВА: Пандемия ваҡытында беҙҙең телевидение мәғариф өлкәһендә халыҡҡа ҙур ярҙам күрһәтте, йәғни мәктәп балаларына тура эфир аша башланғыс кластар өсөн йыр, матур яҙыу, математика дәрестәре алып барҙы. Хәҙерге заман кешеһенә телевидение бик кәрәк, тигән фекерҙәмен. Ә инде туған телебеҙҙе оноторға бирмәй, башҡортса тапшырыуҙары сыҡҡан, милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәре тураһында һөйләгән, тарихын һәм хәҙергеһен сағылдырған Башҡортостан юлдаш телевидениеһы бигерәк тә кәрәк.

Әйткәндәй, 21 ноябрҙә иртәнге сәғәт 8.00-ҙән киске 21.30-ға тиклем Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында 25 йыллыҡ юбилейға арналған телемарафон үтте. Студияла тура бәйләнештә каналдың хәҙерге хеҙмәткәрҙәре лә, ветерандары ла сығыш яһаны, архив телесюжеттары күрһәтелде һәм Рәсәйҙең бөтә мөйөштәренән ҡотлауҙар ҡабул ителде. Ысын мәғәнәһендә республиканың төп телеканалының 25 йыллыҡ ҡына түгел, унан алдағы йылдарындағы эшмәкәрлегенә лә байҡау, анализ яһау булды был марафон.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 27 ноябрь - 3 декабрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.11.26 | Ҡаралған: 27

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru