«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
афарин!
+  - 

ТОРМОШ ДАУАМ ИТЕР...
уҡытыусы барҙа!

"Боронғо фәйләсуфтар: "Әгәр дәүләттә оҫта тегенсе юҡ икән, халыҡ нимә етте, шуны кейәсәк; әгәр дәүләттә оҫта икмәк бешереүсе юҡ икән, халыҡ бер ваҡытта ла хуш еҫле икмәк тәмен белмәйәсәк; әгәр дәүләттә яҡшы уҡытыусылар юҡ икән, ул дәүләттең йәшәүгә һәләте булмаясаҡ", - тигән. Ысынлап та, бөтөн нәмә уҡытыусынан башлана. Унһыҙ шағирҙар ҙа, аҡыл эйәләре лә, Шекспирҙар ҙа, Коперниктар ҙа тыумаҫ, ҡитғалар, яңы юлдар, яңы мөмкинлектәр асылмаҫ ине. Бөгөн уҡытыусы - ул ябай уҡытыусы ғына түгел. Тәү сиратта, үҙенең булмышы, асылы, үҙ-үҙен тотошо менән һабаҡ биреүсе ул. Тимәк, беҙ бөгөн аҡыл мөмкинлектәренең, мәҙәниәттең, әхлаҡтың, кеше менән аралашыу һәләтенең иң бейек түбәһендә булырға тейешбеҙ. Уҡытыусы һөнәренең иң бәхетле һөнәрҙәрҙең береһе икәнлеген беләһегеҙме? Сөнки беҙ көн һайын күп тапҡырҙар бәхеткә төрөнәбеҙ. Уҡыусың ниндәйҙер ижади эш эшләне икән - беҙ бәхетле, кисә сисә алмаған мәсьәләне бөгөн хәл итте икән - беҙ бәхетле. Шым ғына килеп, күҙҙәреңә өмөт менән бағып кәңәш һорай икән - беҙ бәхетле. Әгәр уҡытыусы йәшәй икән - тормош дауам итәсәк!" - "Баш ҡала уҡытыусыһы - 2014" конкурсының сираттағы еңеүсеһе Гүзәл Леонованың һүҙҙәре был.

25 февралдә Ҡала мәҙәниәт йортонда баш ҡалала һәләтле педагогтарҙы асыҡлау, уҡытыусыларҙың һөнәри аралашыу даирәһен киңәйтеү һәм үҫтереү, мәғариф өлкәһендәге өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе пропагандалау, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү маҡсатында уҙғарылған мөғәллимдәр ярышына тантаналы рәүештә нөктә ҡуйылды. Унда быйыл төрлө предметтан (башланғыс синыфтар, рус теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте, музыка, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, инглиз теле, география, химия, математика, информатика һәм физик культура) белем биреүсе 49 уҡытыусы ҡатнашты. Шуларҙың 13-ө иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы исеме өсөн көрәште. 21 ғинуарҙан 7 февралгә тиклем өс этапта дауам иткән конкурстарҙа педагогтар авторлыҡ эштәрен күрһәтте, асыҡ дәрестәр уҙғарҙы, түңәрәк ҡорҙарҙа, бәхәстәрҙә үҙ фекерен ярып һалды. Быйыл конкурстың яңылығы булып "Уҡыусылар менән әңгәмә", "Ата-әсәләр менән әңгәмә" һынауҙары торҙо. Шулай итеп, "Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2014" конкурсында Калинин районының 112-се мәктәбенән Гүзәл Ҡаһирова еңеүсе булды. "Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы" конкурсының "Иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы" номинацияһында уңыш Киров районының 21-се лицейы уҡытыусыһы Эльвира Ғилфановаға йылмайҙы. "Иң яҡшы рус теле уҡытыусыһы" номинацияһында һәм абсолют еңеүсе тип Орджоникидзе районының "Содружество" лицейы уҡытыусыһы Гүзәл Леонова иғлан ителде һәм уға коллегаларының көслө алҡыштарына ҡушып, автомобиль асҡысы тапшырылды. Шулай уҡ тантаналы сарала "Педагог-тикшеренеүсе", "Тәрбиәсе-тикшеренеүсе", "Уҡытыусы-мастер", "Педагог-мастер", "Тәрбиәсе-мастер" исемдәрен алыусылар ҙа тәбрикләнде.

Гүзәл ҠАҺИРОВА, "Баш ҡала башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2014" конкурсы еңеүсеһе: Конкурстың бер этабында шундай һорау бар ине: "Әгәр китап булһам, ниндәй китап булырға теләр инем?" Был һорауҙы, әҫәрҙәге ниндәй образ булырға теләр инем, тип саҡ ҡына үҙгәртер инем. Үҙемә килгәндә, Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәрендәге ап-аҡ ҡарҙы уйып ингән утлы күмер булырға теләр инем. Сөнки һөнәрем буйынса баланың аҡ ҡарҙай, аҡ ҡағыҙҙай ап-аҡ күңеленә утлы күмер кеүек уйылып инеп, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләйем, уларҙы уйланырға мәжбүр итәм. Әлеге конкурста ҡатнашыу ошо йүнәлештәге эшемдә оло бер этәргес, тәжрибә майҙансығы булды. Аҡыл бүлешкәндән арта ғына, тигән кеүек, коллегаларымдың эш алымдарын ҡарау, улар менән фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу, һәр бер мөғәллимдән ниндәйҙер һабаҡ алыу артабан да эшмәкәрлегемде камиллаштырырға ярҙам итеренә инанам.
Ниндәй генә предметтан уҡытмаһын, уҡытыусы ҡулында көслө ҡорал бар - ул уҡыусыларҙың белеменә баһа ҡуйыу. Баһа менән уҡыусы күңелен үҫтерергә лә, уның тап һинең предметыңды өйрәнеү теләген һүндерергә лә мөмкин. Шуға күрә, уҡытыусы, белем биреү менән бер рәттән, уҡыусыларҙа үҙбаһа, үҙ-үҙҙәренә ышаныс тәрбиәләргә тейеш, тип уйлайым һәм ошо йүнәлештә эшләйем. Үҙ-үҙенә ышанған, көслө рухлы уҡыусылар ғына был тормошта һәр саҡ үҙ юлын табасаҡ, маҡсатына өлгәшәсәк һәм уҡытыусының эш һөҙөмтәһе лә тап шунда күренәсәк.

Фәнзил САНЪЯРОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы, "Баш ҡала башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2014" конкурсының баһалама ағзаһы: Рәсәйҙә, республикала һөнәри конкурстар бик йыш булып тора. Әйтергә кәрәк, уларҙа ҡатнашыу, беренсе сиратта, уҡытыусының үҙ-үҙен еңеүе ул. Сөнки кеше үҙ йортонан, үҙ мәктәбенән, үҙ орбитаһынан сыға икән, ул үҙен еңеп сыға. Беҙҙең әүҙем, үҙ эшен күрһәтә белгән, ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡытыусыларыбыҙ бар һәм улар бик күп. Икенсе яҡтан, был конкурстар етәкселектең уҡытыусыларға булған мөнәсәбәтенең асыҡ сағылышы ла булып тора. Мәҫәлән, мин 1993 йылғы республика конкурсында еңеп ҡайтып, дүшәмбе көн эшкә сыҡһам, сәғәт туғыҙға район хакимиәте башлығы Раил Әбдрәшитовҡа саҡырталар. Киткән саҡта көсләшеп сығып киткәйнем, шуға әҙерәк күңел шөбһәләнеп китте. Әрләргә саҡыралар икән, тиһәм, хакимиәт хеҙмәткәрҙәрен йыйып, ҡулыма район хакимиәте башлығының Маҡтау ҡағыҙын тапшырып, сираттан тыш бер ай отпуск биреп, ялға ебәрҙеләр. Бер ай буйы республика мәктәптәре буйлап, ошо конкурсты пропагандалап йөрөнөм. Бында район хакимиәте башлығының ошо конкурстың ни тиклем мөһимлеген аңлап, етәкселек, мәғариф бүлеге алдында уҡытыусыны күтәреүе тора. Быны мин бер ваҡытта ла онотмайым һәм һәр ваҡыт рәхмәтлемен.
Ошо миҫалды Стәрлетамаҡ өлгөһөндә күрһәтергә мөмкин: Гөлшат Әхмәтова тигән уҡытыусыбыҙ республика конкурсында еңеп, беренсе урын алғас, ҡайтып төшөүенә Спартак Әхмәтов уны фатир асҡысы әҙерләп көтөп торҙо. Бына нимә ул конкурс, Хөкүмәт хәстәрлеге, аныҡ етәксенең ошо аныҡ уҡытыусыға булған мөнәсәбәте. Шуға күрә, баш ҡалабыҙ ҙа, республикабыҙ ҙа уҡытыусыларҙы артабан да күтәрер, ҙурлар һәм был эш оҙаҡ йылдар дауам итер, тигән өмөттәмен.

Земфира ХӘБИРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.03.14 | Ҡаралған: 2041

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru