«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
тураһын әйткәндә...
+  - 

МӘҘӘНИӘТ ЙЫЛЫ...
ауылдарыбыҙға ла барып етһен ине

2014 йылды Мәҙәниәт йылы тип иғлан итеү күңелемдә ниндәйҙер өмөт уятып та ҡуйҙы әле. Республика, милләт мәҙәниәтен һуғарыусы ауыл мәҙәниәте лә етәкселәр иғтибарына эләкмәҫме, Мәҙәниәт йылы ауыл клубтарына яңынан йән өрмәҫме икән, тим. Был һүҙҙәремде йөпләп, үҙемдең тыуған яҡтарымдағы - Салауат районындағы мәҙәниәт усаҡтары тураһында ғына яҙып үтмәксемен.

Беҙҙең йәш сағыбыҙ совет осорона тура килде, ул ваҡытта киске уйынға "кәзә клубына" (унда кәзәләр инеп, тиҙәктәрен өйөп китә торғайны) йыйылған булыр, иң алда иҙәндәрҙе һепереп, йыйыштырып алыр инек, егеттәр туң утын менән мейес яғып ебәрер ине. Сей утын быҫҡып янғансы, таралышыр ваҡыт та етә торғайны. Беҙ хәҙерге йәштәр кеүек, төн уртаһында уйынға сыҡмай торғайныҡ, ә кистән йыйылып, төн уртаһында таралышыр инек, сөнки иртә тороп, эшкә егелергә кәрәк ине. 1994 йылда Салауат районындағы тыуған ауылым Илсекәйҙә, ун йыл буйы төҙөлгәндән һуң, ике ҡатлы мөһабәт мәҙәниәт йорто ҡалҡып сыҡты. Баштараҡ барыһы ла һәйбәт ине. Иҫтә ҡалдырып һөйләрлек саралар уҙҙы: ауылда утыҙ йыл элек булып, онотолоп бөткән "Ҡарға бутҡаһы" байрамы тергеҙелде, төрлө урамдарҙа йәшәүселәрҙең йыр-бейеү буйынса ярыштары ойошторолдо.1995 йылдың апрелендә үткәрелгән "Шәжәрә байрамы"нда ауылдағы төп биш нәҫел вәкилдәренең әүҙем ҡатнашып, был сараның оло рух тантанаһына әүерелеүен һағынып хәтерләргә генә ҡалды. Мәҙәниәт өлкәһенә булған битарафлыҡ, мәҙәниәт усаҡтарының йылыға туймауы уларҙан кешеләрҙе бөтөнләй биҙҙерҙе. Кемдең рухи аҙыҡ тәғәмләйем, тип, һыуыҡ клубта өшөп-туңып ултырып ҡайтып, ауырып ятҡыһы килһен инде! Кирбестән һәйбәт итеп төҙөлгән Илсекәй мәҙәниәт йорто ла шулай һүнде лә ҡуйҙы. Мәҙәниәт йорто менән бергә рухиәт тә һүрәнләнде һымаҡ. Былтыр ауылыбыҙҙа үткән балалар һабантуйында бер генә ҡыҙ бала башҡорт телендә шиғыр һөйләне, тинеләр. Боронғо башҡорт ауылында йәшәгән балаларҙың барыһы ла ошо милли байрамда урыҫ телендә шиғыр һөйләгән, йыр йырлаған. Күңеле кителеп ҡайтҡан оло йәштәге бер апай һөйләне миңә был хәлде. Ултырып иларлыҡ бит!
Түбәләҫ ырыуына ҡараған Ҡалмаҡҡол ауылының старшина Мөрсәлим исеме менән аталып йөрөтөлгән өлөшөндә XIX быуат аҙағында Һамар-Златоуст тимер юлы төҙөлгәс, урыҫтар нигеҙ һалған урам барлыҡҡа килеп, хәҙерге көндә ошо исем бөтөнләй нығынып, ауылдың рәсми атамаһына әүерелде. Был ауылда бөгөн Мөрсәлим ауыл биләмәһе хакимиәте, почта бүлексәһе урынлашҡан, нефтебаза, "Башкиравтодор"ға ҡараған предприятие һ.б. бар. Әммә мин белгәндән бирле өс меңдән ашыу халҡы булған шундай ҙур ауылда - Мөрсәлимдә кешесә мәҙәниәт һарайы булғаны ла юҡ. "Тимер юлсылар клубы" тип йөрөтөлгән ҡыҫынҡы ғына бер кирбес йортта үтә бар саралар. Шуға ла, дискотека, тигән булып, йәш мөрсәлимдәр беҙҙең Илсекәй мәҙәниәт йортона килә. Әхлаҡи бөйөк ҡиммәттәр тейәп түгел, һыра эсеп, боларып, һүгенеп, урындағы йәштәрҙең былай ҙа йомшарған милли һыҙаттарын бөтөнләй ҡаҡшатып китеүҙән ғибәрәт был "десанттар". 60-сы йылдарҙа русса уҡытыу сәйәсәте һөҙөмтәһендә боронғо башҡорт ауылы Ҡалмаҡҡол тамам урыҫлашты, бөгөнгө көндә Мөрсәлим урта мәктәбе урыҫ мәктәбе, тип йөрөтөлә, башҡорт теле дәрестәре лә йылдан-йыл ҡыҫырыҡлана. Мөрсәлимдә генә түгел, тыуған ауылым Илсекәйҙә лә балалар үҙ ата-әсәһен, мама, папа, тип үҫә.
Райондағы Урмансы ауыл мәҙәниәт йорто ла бик күптәнге, үткән быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән. Унда һаман да ирле-ҡатынлы Лидиә менән Сафуан Сәйетғәлиндар хеҙмәт итә икәнен беләм. Әммә клуб иҫкергән, һыуыҡ клубта саралар ойошторһалар ҙа, уларҙың тырыш хеҙмәте тейешле кимәлдә баһаланмай, тип уйлайым. Ҙур һәм әүҙем халыҡ йәшәгән Урмансы ауылына лайыҡлы заманса мәҙәниәт йорто ла кәрәк, тим. Күршеләге Ҡарағол ауылында ла клуб бик бәләкәй, исмаһам, төкәтмә һалып булһа ла, уны ҙурайтыу сараһын эҙләргә кәрәк ине лә бит. Хәйер, клуб ҡайғыһымы ни ҡарағолдарға? Уҡыусы балалар аҙ, тигән һылтау менән гөрләп эшләп килгән аҙ комплектлы башланғыс мәктәп тә ябылып ҡуйҙы ауылда. Сүрәкәй (Нуғай) ауылында хәҙер бөтөнләй клуб юҡ шикелле, әллә бер ҙә булманымы икән? Хәҙер ауылда хатта башланғыс мәктәп тә ҡыҫҡартылған тинеләр.
Тирмән ауылында 60-80-се йылдарҙа гөрләп эшләгән матур мәҙәниәт йорто булды. Унда һәүәҫкәр артистарҙан тупланған халыҡ театры ла эшләне, арыу ғына тамашалар ҡуйҙылар. Хәҙер ҙә бар ул мәҙәниәт усағы. Әммә бик иҫкергән, оҙаҡ йылдар йүнле ремонт күрмәгән, иҙәндәре һелкенеп тора. Ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡаныбыҙҙа, Яңы йыл тамашаһын күрәйек, тип, беҙ ҙә барҙыҡ унда. Түр башына русса "С Новым годом!" тип яҙылған плакат эленгән. Башҡорттар ғына йәшәгән боронғо ауылда, мәшһүр шағирҙар Сафуан Әлибай, Ғәбиҙулла Зариповтарҙың тыуған ауылында, ошо күренеште күрермен тип һис уйламағайным. Уныһы ярай, бына ауыл һәүәҫкәрҙәре көсө менән ҡуйылған тамаша бөтөнләй кәйефте төшөрҙө. Верка Сердючкаға оҡшарға тырышып, бер егет бик осондо. Йәш йырсы-бард, һәүәҫкәр композитор Альбина Шәмсетдинованың "Башҡорт егетенә" тигән һәр кемде уйландырырлыҡ, ғәмебеҙгә үтерлек, күңелде үҫтерерлек, милли идея сағылышы булырлыҡ тәрән эстәлекле йырының көйөнә "Рәсәй Клавдиялары" тип иғлан ителгән ҡыҙҙарҙың туҙға яҙмаған бейеүе бөтөнләй хәлде алды. Етмәһә, ошо йәмһеҙ күренеште шаяртыу ғына тип ҡабул итеп, тамашасылар гөрләтеп ҡул сапҡан булды. Эргәмдә баҫып торған русса һөйләшкән һылыу башҡорт ҡыҙы әле генә яңғыраған йырҙың һүҙҙәрен аңламауын белдерҙе, ҡысҡырып көлдө. Телде белмәгәс, уның йөрәге лә әрнемәне, башы ла ауыртманы… Иҫ китмәле битарафлыҡ сағылышы булды был күренеш. Ә бит мәҙәниәт усаҡтары миллилектең халыҡ аңынан юйылмауы, юғалмауы өсөн сатырман йәбешеп көрәшергә, башҡорт халҡының, йәштәрҙең милли үҙаңын тейешле кимәлдә үҫтереү өсөн тырышырға тейеш. Шулай үҙебеҙҙән үҙебеҙ көлһәк, беҙҙең мәнфәғәттәр өсөн кем көрәшер, кем тырышыр?
Минең был һөйләгәндәрем бер район миҫалында мәҙәниәт усаҡтары эшенең һүнеп ҡалыуы, уның эҙемтәһе булараҡ, йәштәр, балалар араһында милли рухтың һүрәнләнеүе, туған телгә, туған моңдарға хөрмәт бүҫкәреүе тураһында булды. Бындай осраҡтарҙа ни эшләргә була? Хөкүмәтебеҙҙең мәҙәниәтте үҫтереү буйынса бик матур проекттары бар. Шул проекттар сиктәрендә ҡаралған бюджетты ауылдарҙағы мәҙәниәт усаҡтарын тергеҙеүгә лә йүнәлтергә кәрәк. Мәҙәниәт өлкәһендәге Президент гранты ла юҡ-бар, идея-йөкмәткеһе булмаған ялтырауыҡ тамашалар уҙғарыуға сарыф ителмәһен, милли мәҙәниәт мәнфәғәттәрен урап үтеп, ҡағыҙҙа ғына күрһәтелгән ялған проекттар сөңгөлөндә батып ҡалмаһын ине. Унан һуң, республика мәҙәниәте өлкәһендә эшләгән рухлы йәмәғәтселектең үҙенсәлекле агитдесанттар менән халыҡ араһына даими сығыу йолаһын да тергеҙергә кәрәк. Юҡһа, яҙыусылар, шағирҙар ғына түгел, артистар ҙа онотто бит ауылдарға сығыу тигәнде. Тағы… Тағы ниҙәрҙе әйтеп бөтмәгәнмен, уны башҡалар дауам итер, тип ышанам. Ауыл яҙмышына берәү ҙә битараф ҡалырға тейеш түгел бөгөн.

Миңһылыу АБДУЛЛИНА,
Өфөләге 123-сө лицейҙың башҡорт теле уҡытыусыһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.03.14 | Ҡаралған: 2124

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru