Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
|
|
тарихи хәҡиҡәт
|
ДӨМ ҠАРАҢҒЫЛЫҠ ОСОРОНДА...
Башҡортостан төньяҡ йондоҙолай булды
Башҡорт дәүләт университетында Үҙәк Совет власының Башҡорт автономияһын рәсми рәүештә таныуына 95 йыл тулыу айҡанлы ғилми-ғәмәли конференция үтте. Университеттың тарих факультеты ойошторған сарала ошо тарихи ваҡиғаның әһәмиәте, уның башҡорт халҡының, республиканың һәм Рәсәйҙең үҫешенә йоғонтоһо тураһында, шулай уҡ Башҡортостан тарихының төрлө осорҙарына һәм дәүләт-йәмәғәт мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы докладтар тыңланды. Гәзит уҡыусыларҙы конференцияла яңғыраған ҡайһы бер фекерҙәр менән таныштырабыҙ.
Марат ҠОЛШӘРИПОВ, тарих фәндәре докторы: Совет власының Башҡорт автономияһын юридик яҡтан таныуы башҡорт халҡы тарафынан ҙур шатлыҡ менән ҡабул ителә. Был, ысынлап та, башҡорттар тормошонда ғәйәт ҙур ваҡиға була. Социаль-иҡтисади юҫыҡтағы проблемаларҙы хәл итеү, милли мәҙәниәтте күтәреү, башҡорттарҙы берләштереү, туплау өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Совет дәүләтенең Башҡортостан автономияһын таныуы халыҡ-ара билдәлелек ала. Быны 1920 йылдың март айында БАССР-ҙың баш ҡалаһы Стәрлетамаҡҡа билдәле Һиндостан мосолман йәмәғәт эшмәкәрҙәре - Көнсығыш халыҡтарын Көнбайыш илдәрҙең колониаль иҙеүенән азат итеү идеяһы менән янып йөрөүсе Мәүләүи Бәрәкатулла менән Ғәбделбәрҙең килеүе раҫлай. Ошо хаҡта Ә. Вәлиди үҙенең "Хәтирәләр"ендә телгә алып үтә. "Һинд ҡунаҡтары Урал тауҙары араһында ислам дәүләте төҙөлөүгә ҡыуанды. Улар "Башҡортостан бар Төркөстан территорияһындағы мосолман дәүләтенең үҙәге буласаҡ", тип ышана ине. Ошо күҙлектән сығып, коммунистар менән дә хеҙмәтләшлек итергә әҙерҙәр ине", тип яҙа Әхмәтзәки Вәлиди. Ул һинд ҡунаҡтарына "Ҡөрьән менән коммунизмды бәйләү үҙе үк гонаһ һәм Советтар менән һөйләшеүҙәр алып барғанда динде ҡыҫтырмаҫҡа кәрәк", тигән кәңәш бирә. Шулай уҡ ҡаҙаҡ яҙыусыһы һәм ҡаҙаҡ милли хәрәкәтенең әүҙем ҡатнашыусыһы Мөхтар Әүәзов та Башҡорт автономияһының барлыҡҡа килеүенә ҙур баһа бирә: "Дөм ҡараңғылыҡ осоронда Башҡортостан беҙгә төньяҡ йондоҙ булып күренде..." - ти ул.
Шулай итеп, милли хәрәкәтте Октябрь революцияһына тиклем үк етәкләгән һәм марксистик идеологиянан йыраҡ булған башҡорт эшмәкәрҙәре Башҡортостан автономияһын иғлан итеүгә өлгәшә. Аңлашылыуынса, Үҙәк Совет власына, шул иҫәптән В. Ленинға башҡорт хәрәкәтенең лидерҙары оҡшап етмәй. Большевиктар уларҙы "буржуаз эшмәкәрҙәр", милләтселәр тип иҫәпләй һәм килешеүҙе лә ваҡытлы күренеш итеп кенә ҡарай.
Лена СӨЛӘЙМӘНОВА, тарих фәндәре докторы: Рәсәй составындағы Башҡортостандың милли дәүләтселек төҙөлөшөнөң хоҡуҡи нигеҙҙәре 1917 йылдың 15 ноябре менән даталанған 2-се һанлы Фарманда, 1920 йылдың 20 мартындағы Башҡорт хөкүмәте менән Совет власы араһындағы Килешеүҙә һәм БАССР-ҙың 1925 йылдағы Конституцияһында һалына. Был документтар һынылышлы революцион осорҙа беҙҙең төбәктәге халыҡтарҙың демократик үҫеш өсөн көрәше генә түгел, шулай уҡ милли мәсьәләне цивилизациялы юл менән хәл итергә тырышыуы өлгөһө лә. Улар (был документтар) федерализмдың бер нисә положениеһын нығыта. Унан һуң, үрҙә телгә алынған документта автономия лидерҙарының сепаратизм хәлен тыуҙырмаҫҡа тырышыуҙары ла асыҡ аңлашыла. Киреһенсә, Башҡорт хөкүмәте ағзалары автономия һәм Үҙәк власть араһында тарихи, иҡтисади, мәҙәни бәйләнештәрҙең тығыҙ булыуын күрә һәм уларҙы өҙөргә теләмәй. Шулай итеп, Башҡортостандың милли дәүләтселеге статусына рәсмиләштерелгәндә үк федерализм элементтары һалына. Улар (федерализм элементтары), совет дәүләтенең конституцион үҫеш тарихы күрһәтеүенсә, үҙҙәрен аҡлай, легитим була һәм конституционализм принциптарына ҡаршы килмәй. Шуға күрә лә федерализм, күп милләтле дәүләттең демократик үҫеш моделе булараҡ, бөгөнгө Рәсәйҙең төп законының беренсе статьяһында нығытылған.
Салауат ҠАСИМОВ, тарих фәндәре докторы: Башҡорт халҡы үҙ милли дәүләтселеген - Башҡортостан автономияһын төҙөүгә оҙайлы азатлыҡ көрәше һөҙөмтәһендә өлгәшә. Был башҡорттар һәм урыҫ булмаған башҡа халыҡтар өсөн мөһим тарихи ваҡиға була. Бөтөн үҙәк һәм урындағы баҫмалар Килешеү хаҡындағы актты баҫтырып сығара. Митингтарҙа һәм йыйылыштарҙа, ауыл сходтарында һәм кәңәшмәләрҙә был актты яҡлаған резолюциялар һәм ҡарарҙар ҡабул ителә. Совет Башҡортостанының иғлан ителеүе, автономиянан ситтә йәшәгән, бигерәк тә Өфө губернаһында тороп ҡалған башҡорттар араһында ҙур теләктәшлек таба. Билдәле инглиз педагогы һәм йәмәғәт эшмәкәре Вильям Гуд менән әңгәмәһендә Ленин "Большевиктарҙың һәм совет власының принциптарының береһе - бәләкәй халыҡтарҙың үҙаллылығын таныу ул", тип белдерә. Миҫал итеп, Башҡорт респубикаһын таныуҙарын килтерә.
Әхтәр БОҪҠОНОВ, сәйәсәт фәндәре кандидаты: 1917 йылда төҙөлгән Башҡорт шураһы Октябрь революцияһынан һуң большевиктар менән элекке властың бәрелешкә инәсәген, "Башҡортостан хаҡһыҙ рәүештә дошманлашҡан яҡтарҙың хәрби хәрәкәттәре театрына әйләнеүе ихтимал" икәнен аңлай. Ошо сәбәпле, "Башҡорттар бер береһенә ҡаршы һуғышырға тейешме?" тигән һорау биреп, Шура ағзалары үҙҙәре үк: "Юҡ, улай булырға тейеш түгел. Сөнки беҙ большевиктар ҙа, меньшевиктар ҙа түгел. Беҙ башҡорттар. Беҙ кемдәр яғында булырға тейешбеҙ? Бер кем яғында ла түгел. Беҙ үҙ яғыбыҙҙа. Был бәхәсле мәсьәләргә беҙҙең бер ҡыҫылышыбыҙ юҡ", - тип яуап бирәләр. "Һәр милләт үҙен һаҡларға тейеш, иң яҡшы сара - башҡорт халҡының власты үҙ ҡулына алыуы, халыҡтың үҙ яҙмышын үҙе хәстәрләүе, йәнде, ҡанды үҙ көстәре менән һаҡлауы", - тигән һығымта яһала Фарманда.
Идея-сәйәси яҡтан башҡорттар үҙбилдәләнеш хоҡуғы өсөн көрәшә. Был хоҡуҡ бөгөнгө көндә донъя йәмәғәтселеге тарафынан рәсми рәүештә танылған халыҡ-ара норма булып тора. Үҙбилдәләнеш хоҡуғы, башҡорт милли хәрәкәте үткәргән съездарҙан күренеүенсә , Башҡортостандың Рәсәйҙән айырылыуын аңлатмай. Киреһенсә, башҡорттар өсөн үҙбилдәләнеш Рәсәй составында, автономия формаһында ғына мөмкин булыуы билдәләнә. Шуны ла билдәләргә кәрәк: һуңынан башҡа милли автономиялар Башҡортостан өлгөһөндә төҙөлә.
Шулай итеп...
Башҡорт милли хәрәкәте үҙбилдәләнеш өсөн көрәштә Ҡаҙағстан һәм Урта Азия халыҡтары өсөн юл күрһәтеүсе йондоҙ була. Әлбиттә, бөгөнгө көндә был ваҡиғаның, был датаның әһәмиәте республика кимәлендә лә, Рәсәй кимәлендә лә баһаланып етмәй. Асылында, федерализм (СССР ысынбарлыҡта унитар дәүләт булыуға ҡарамаҫтан) 90-сы йылдарҙа дәүләт тарҡалғанда ҙур ҡан ҡойоштар башланмауына (1917 йылдағы унитар империалистик Рәсәйҙән айырмалы рәүештә), ә РСФСР-ға ҡараған милли территориаль берәмектәрҙе низағһыҙ (Чечнянан башҡа) һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә. Шуға күрә лә Башҡорт хөкүмәте менән Совет власы араһындағы Килешеүгә 100 йыл тулғанда сараларҙың масштаблыраҡ булырына ышанғы килә.
Азамат САЛАУАТОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 07.04.14 | Ҡаралған: 1740
|
|
Киске Өфө
|
|
Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.
(А. Жид).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|